Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы баҡсала тормош ҡайнай
Яңы баҡсала тормош ҡайнайУчалы ауылы – райондың иң ҙур биләмәләренең береһе, унда ете меңдән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 809-ы – мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр. Ауыл йылдан-йыл үҫә, йәштәр яңы йорттар һалып төпләнә. Быға тиклем уларҙы балалар баҡсаларында урын етмәү мәсьәләһе борсой ине. Ниһайәт, Барвиха биҫтәһендә күҙалланған ваҡыттан һуңлаңҡырап асылған яңы социаль объект был проблеманы тулыһынса хәл итте.

Дауыт Юлтый урамында урынлашҡан ике ҡатлы мөһабәт бина әллә ҡайҙан күренеп балҡып ултыра. Балалар баҡсаһы 139 урынға иҫәпләнгән. Ул 2014 йылда төҙөлә башлай, ошо маҡсатта республика бюджетынан 89 миллион һум аҡса бүленә, аукцион һөҙөмтәләре буйынса Өфө “Медтехника” предприятиеһы подрядсы хоҡуғына эйә була, заказсы булып БР Капиталь төҙөлөш идаралығы сығыш яһай.
Дөйөм майҙаны 3733 квадрат метр тәшкил иткән бина 1-се балалар баҡса­һының икенсе корпусы булып һанала.
— Беҙҙең балалар баҡсаһы быйыл үҙенең 35 йыллыҡ юбилейын билдәләне. 160 урынға иҫәпләнгән баҡсаға, урындар етмәгәс, 190 бала йөрөнө, әлбиттә, был уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине. Яңы корпус баҡса коллективы һәм ата-әсәләр өсөн юбилейға ҙур бүләк булды, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ике тиҫтә йылдан ашыу мөдир йөгөн тартҡан тәжрибәле етәксе, мәғариф отличнигы Эльвира Йәрмөхәмәтова.
Ул беҙгә бина буйлап экскурсия уҙғарҙы. Баҡсаның ҙурлығы һәм күркәмлеге һоҡ­ланырлыҡ. Балалар өсөн бында уңайлы шарттар ҙа булдырылған: кескәй­ҙәрҙең йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, бина заманса мебель менән йыһазланды­рылған, уйнау һәм үҫешеү өсөн төрлө ҡорамалдар урынлаштырылған. Логопед, педагог-психолог, тыуған яҡтың тәбиғәтенә арналған кабинеттар ҙа бар. Йоҡо бүлмәләре иркен.
Балаларҙың шат ауазы ишетелгән бүлмәгә инәбеҙ. Был беренсе класҡа әҙерлек төркөмө икән. Буласаҡ беренселәр үҙҙәрен нәҡ мәктәптәге кеүек тота, белгәндәрен уҡыусылар кеүек ҡулдарын күтәреп кенә яуап бирәләр.
— Кескәйҙәргә тәүге белем нигеҙҙәрен өйрәнеүгә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, быға бигерәк тә ата-әсәләр шат, — ти 36 йыл ғүмерен балаларға арнаған, мәғариф алдынғыһы Рузалия Ғарипова.
Балаларҙан ошо арауыҡта нимәгә өйрәнгәндәре менән ҡыҙыҡһынам, улар уҙышмаҡтан унға тиклем һанап күрһә­тәләр, төшөргән һүрәттәрен һуҙалар.
— Миңә бында бик оҡшай, уйынсыҡтар күп, дуҫтар менән төрлө уйындар уйнайбыҙ, пластилиндан әүәләргә яратам, — ти саф башҡортса Диана Сәлихова.
Артабан физкультура залына инәбеҙ. Унда урта төркөм балалары мәж килә. Зал кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән тренажерҙар менән йыһазландырылған. Швед стенаһы, йүгереү юлдары, батут та бар, спорт ҡорамалы ла күп.
Музыка залы төрлө байрам саралары, иртәлектәр уҙғарыу өсөн бик ҡулай, мөйөштә пианино урын алған. Медпункт та заман талаптарына яраҡлаштырылып йыһазландырылған, кәрәкле медицина препараттары менән тәьмин ителгән.
Аҙыҡ-түлек блогына йүнәләбеҙ. Ул үҙе генә ун өс бүлмәнән тора. Йәшелсә, он, ит цехтары бар, һыуытҡыс өсөн дә айырым бина ҡаралған. Әҙер аҙыҡ икенсе ҡаттағы төркөмдәргә лифт аша оҙатыла.
Бинала шулай уҡ кер йыуыу бүлмәһе лә бар, унда өс автомат машинаһы, киптереү һәм үтекләү аппараттары урынлаштырылған.
Балалар баҡсаһы яңы газ ҡаҙанлы­ғынан йылытыла, үҙенең скважинаһы аша һыу менән тәьмин ителә.
Дөйөм алғанда, балалар баҡсаһының проекты бар нескәлектәрҙе күҙ уңында тотоп, уңайлы итеп эшләнгән. Кескәйҙәр­ҙең хәүефһеҙлеген күҙ уңында тотоп, һәр төркөм бүлмәһенә һәм биләмәгә видеокамералар ҡуйылған, ингән урында вахтер һәр кешенең исем-шәрифен теркәп бара.
Беренсе ҡатҡа төшкәс, балаһын алырға килгән Әлиә Теләүбирҙинаны осратып һөйләштек.
— Улыбыҙ Эмилгә бер йәш тә туғыҙ ай, күптән түгел генә баҡсаға йөрөй башланы, өйрәнгәнсе төшкә тиклем алып ҡайтабыҙ. Өлкән улыбыҙ Радмир ҙа тиҙҙән был корпусҡа күсәсәк. Үҙебеҙ бынан алыҫ түгел РТС биҫтәһендә йорт һалып сыҡтыҡ. Яңы балалар баҡсаһының асылыуына бик шатбыҙ. Бина иркен, яҡты, иҙәндәрҙә йылытыу системаһы урынлаштырылғас, ифрат йылы. Тәрбиәселәр, баҡса хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, балаларыбыҙҙы улар ҡарамағына ышанып, тыныс күңел менән ҡалдырабыҙ, — тине әсә кеше.
Тышҡа сығабыҙ. Ихатаға беседкалар ҡуйылған.
— Төҙөкләндереү эштәре әлегә тамамланмаған, көндәр йылынғас, ҡом менән уйнау урындарын, бәүелсәктәр, эскәмйәләр урынлаштырыу бурысы тора. Йәшелләндереү буйынса ла пландарыбыҙ бар, — тине Эльвира Урал ҡыҙы.
Шул арала өлкән төркөм балалары әҙерлек дәрестәренән һуң, саф һауаға сыҡты. Ихата уларҙың шат ауаздарына күмелде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509