Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ,Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ
Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ,Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов Белорет районына эш сәфәре барышында социаль һәм инфраструктура объекттарында булды, муниципалитет етәкселеге менән биләмәне үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Белоретта төбәк етәксеһе үҙәк район клиник дауаханаһының 1-се поликлиникаһын ҡарап сыҡты. Бында былтыр ноябрҙән “Һаҡсыл поликлиника” тәжрибә проекты тормошҡа ашырыла. Дауахананың баш табибы Евгений Кустов әйтеүенсә, проект нигеҙендә пациенттарҙың бөтә маршруттары анализланған, проблемалы мәлдәр, шул иҫәптән сират һәм медицина ярҙамы күрһәтеү менән бәйле мәсьәләләр асыҡланған. Поликлиникаға килеү маҡсатына ҡарап, әле пациенттар өсөн уңайлы ваҡыт билдәләнгән, дауалау-диагностика ғәмәлдәре стандартлаштырылған, диспансерлаштырыу үткәндә, анализ тапшырғанда сират бөтөрөлгән.
Евгений Кустов “Һаҡсыл поликлиника” проектының шулай уҡ үҙәк район клиник дауаханаһы ҡарама­ғындағы балалар, стоматология поликлиникаларында, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында индерелеүе хаҡында хәбәр итте.
— Беҙҙең өсөн был — алға табан яҡшы аҙым: табиптар араһында эш тигеҙ бүленә, аңлашыл­маусанлыҡ юҡҡа сыға, тәртип барлыҡҡа килә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Проект һиҙелерлек һөҙөмтә бирә. Ул табиптарға ла, пациенттарға ла файҙалы.
Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ,Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡБашҡортостан Башлығы республика һаулыҡ һаҡлау министрынан быйыл “Һаҡсыл поликлиника” проектына нисә медицина учреждениеһының ҡушыласағы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Әнүәр Бакиров әйтеүенсә, проект барлыҡ балалар поликлиникаларында, өлкәндәрҙекендә иһә 70 процентында ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ тип күҙаллана. Рөстәм Хәмитов киләсәктә проектты дауаханаларға ла таратырға тәҡдим итте.
Белоретта төбәк етәксеһе “Металлург” стадионын реконструкциялау барышы менән танышты. Комплекс республика Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы яңыртыла башлағайны. Эш тамамланғас, бында күнекмәләр базаһын төҙөү, еңел атлетика, грек-рим көрәше, хоккей, футбол, волейбол, баскетбол, теннис, биатлон, тау саңғыһы, йөҙөү буйынса төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреү күҙаллана.
Рөстәм Хәмитов реконструкцияланған бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты, эштең тамамланыу ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды. Быйыл заманса спорт залы төҙөү, стадионды яңыртыу, ҡорамалдар килтереү, велосипед, йүгереү юлдарын, трибуналарҙы реконструкциялау планлаштырыла. Шулай уҡ саңғы-роллер трассаһын төҙөү ҡарала.
Республика етәксеһенең сәфәре осоронда стадионда Советтар Союзы Геройы А.Г. Серебренников иҫтәлегенә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саңғы ярышы уҙғарыла ине. Унда теләге булған һәр кеше ҡатнашты.
“Морат” тау саңғыһы үҙәгендә Рөстәм Хәмитов трассаны һынап ҡараны, туристар өсөн тыуҙырылған шарттар менән танышты, комплексты артабан үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда тау саңғыһы курорттары өлкәһендәге Рәсәйҙең төп эксперттары ҡатнашты.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, “Морат” уңайлы географик урыны һәм трассаларының төрлөлөгө менән айырылып тора. Туристар өсөн бында байтаҡ шарттар тыуҙырылған. Төбәк етәксеһе, 2020 йылға инфраструктура йәһәтенән бөтә етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә, сифатлы тау саңғыһы курорты ойошторолорға, ошоноң менән комплексты үҫтереүҙең тәүге этабы тамамланырға тейеш, тип билдәләне. Рөстәм Хәмитов тау саңғыһы комплексын һәм уның эргәһендәге биләмәне, ял итеүселәр өсөн тейешле инфраструктураны булдырыу зарурлығын иҫәпкә алып артабанғы үҫештең комплекслы планын төҙөргә ҡушты.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 111

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529