Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырмыҫҡалылар эшләй ҙә, уҡый ҙа, ял да итә
Ҡырмыҫҡалылар эшләй ҙә, уҡый ҙа, ял да итәҠырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов инфраструктура, етештереү һәм социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты, биләмәнең үҫеш мөмкинлеген тикшерҙе.

Константиновка ауылында төбәк етәксеһе 2015 йылда асылған Ҡыр­мыҫ­ҡалы төҙөлөш материалдары за­водының етештереү майҙансы­ғында булды. Предприятие йыл һайын металдан бер мең тоннаға яҡын әйбер — профнастил, торбалар, сайдинг, металл черепица сығара, шулай уҡ ке­рамзит блоктар, тауар бетоны етеш­тереү менән шөғөлләнә.
Рөстәм Зәки улы шулай уҡ күп функциялы ауыл клубын ҡарап сыҡты. Ул былтыр әүәлге мәҙәниәт йорто ниге­ҙендә асылған. Клуб бинаһы тулы­һын­са яңыртылған, кәрәкле йыһаз һатып алынған. Ошо маҡсатҡа 20 миллион һум йүнәл­телгән, шул уҡ ваҡытта яңы үҙәк төҙөүгә кәмендә 150 миллион һум аҡса талап ителер ине.
— Афарин, 20 миллион һумға бик шәп клуб асҡанһығыҙ, — тине республика Башлығы.
Район үҙәгендә ул “Ҡырмыҫ­ҡалы­сельхозэнерго” яуаплы­лы­ғы сикләнгән йәмғиәте эше менән танышты. Директор Фәнис Мөхәмәт­йәнов әйтеүенсә, әле предприятие Ҡырмыҫҡалы һәм Благовар район­дарындағы 10 мең самаһы ҡулла­ныусыны, шул иҫәптән ҙур етеш­тереү объекттарын хеҙмәтлән­дерә. Йыл һайын энергетиктар 70 саҡ­рымлыҡ электр селтәрен төҙөк­лән­дерә, яңыһын үткәрә. Киләсәктә йәмғиәт Саҡ­мағош районындағы электр селтәрҙәре хужалығы менән дә шөғөлләнергә әҙерләнә.
Бынан тыш, Ҡырмыҫҡалы энергетиктары электр селтәрҙәренә тоташтырыу ваҡытын байтаҡҡа ҡыҫ­ҡартҡан. Рәсәй буйынса уртаса алғанда был эш биш этаптан торһа, ҡырмыҫҡа­лы­ларҙа ни бары икәүҙән. Ҡулланыу­сы­ларға уңайлы булһын өсөн яңы тө­ҙөл­гән административ корпуста “Бер­ҙәм тәҙрә” принцибы буйынса электр үткәреүгә ғариза ҡабул итеү ойош­то­роласаҡ.
Сахай ауылында республика Баш­лығы урта дөйөм белем биреү мәктә­бенең яңы корпусын ҡараны. Бында башланғыс кластар уҡыясаҡ. Буш торған административ бина реконструкцияланып, икенсе сменаны бөтөрөү маҡсатынан урын­дағы мәктәп­кә тапшырылған. Рөс­тәм Хәмитов тө­ҙөкләндереү һәм буш ҡоролмаларҙы мәктәп ихтыяжына яраҡлаштырыу тәжрибәһен ыңғай баһаланы, уны респуб­ли­ка­ның башҡа райондарында ла ҡулланырға тәҡдим итте.
Ошонда уҡ төбәк етәксеһе күп функциялы ауыл клубында булды. Клуб мәҙәниәт йортон, китапхананы, музей­ҙы берләштергән. Бинала шулай уҡ ауыл хакимиәте, почта, фельдшер-акушерлыҡ пункты, спорт һәм тренажер залдары урынлашҡан.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 657

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523