Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Хулла” тиер алдынан уйла!
“Хулла” тиер алдынан уйла!Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы ул барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерле булған ҡиммәттәр хаҡында һөйләй. Һәр хәлдә иң ғәзиз мөнәсәбәттәребеҙ, һүҙ менән әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ, аҡыл менән иңләп булмаҫтай тойғоларыбыҙ хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөү йылы ла ул. Эйе-эйе, иҫкә төшөрөү йылы, сөнки бәндәнең асылы шулай ҡоролған: ниндәй генә яҡшы ғәмәлдәр, изгелектәр күрмәһен, ул был хаҡта тиҙ онота. Ҡабатлап, әленән-әле ғаилә ҡиммәттәре хаҡында хәтеренә төшөрөп тороу бик мөһим. Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, ти бит әле халыҡ әйтеме лә.

Ғөмүмән, беҙ бәләкәй саҡта СССР дәүләтендә ошондай лозунг йыш яңғырай ине: ғаилә – ул йәм­ғиәттең ячейкаһы. Ф. Энгельс та шулай иҫәп­ләгән: ғаилә — йәмғиәттең үҫешен тәьмин иткән иң төп факторҙарының береһе. Ҙур бер йорттоң кирбестәре һымаҡ. Береһе генә сатнаһын, ана шул ҙур өй емерелә башлай. Статистика мәғлү­мәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә ғаиләләр ни тиклем күп теркәлһә, шул тиклем үк айырылышыу ос­раҡ­тары ла йыш. Ғаилә тарҡатыуҙың төп сәбәп­тәре булып, мәҫәлән, уртаҡ тормоштан күңел һү­релеү – 42, тәмәке тартыу, эскелек, наркомания кеүек насар ғәҙәттәр – 31, хыянат – 15, көндәлек проблемалар – 3,1, аҡса мәсьәләһе – 1,8, көнләшеү – 1,5, енси яҡтан тура килмәү 0,8 процент тәшкил итә икән.

Мәғлүмәттәр барыһы ла Интернет селтәренән алынды, шуға күрә уларҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүе хаҡында ла һәр кем үҙе фекер йөрөтә ала. Шуныһы ла бар: ир-егеттәрҙең 30 проценты милек бүлешеүҙән, ваҡ-төйәк ығы-зығы менән булышыуҙан ауырһынып, айырылышыуҙан баш тарта, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғаилә тарҡатыуға ҡар­шы сығыуының сәбәбе бер: ул – балалар. Демократия, енестәрҙең тигеҙ хоҡуғы ла был хәлгә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Нимә генә тимә, эле­герәк ҡатындар ирен һанлап, уның ышығында пәйғәмбәр урынына күреп йәшәгән. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын. Шуны ла онотмайыҡ: ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә – ир. Халыҡ электән үк барыһын белеп, кисереп, әйтәһе һүҙен васыят итеп, мәҡәл­дәргә һалып ҡалдырған.

Хәйер, тарихи мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, баш­ҡорт ҡатындары мосолман, төрки ҡатындар ара­һында был яҡлап айырылып тора икән дәбаһа! Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әнүәр Әсфәндиә­ров­тың 1997 йылда сыҡҡан “Башҡорт ғаиләһе үткәндәрҙә” (“Башкирская семья в прошлом. XVIII – первая половина XIX в.”) китабында башҡорт ҡатындарының үҙенсәлекле холҡо, асылы ха­ҡын­да ҡыҙыҡлы фекерҙәр генә түгел, фактик ма­териал да бирелгән. Мәҫәлән, 1866, 1867, 1868 йылдарҙа ир-аттың теләге буйынса 268, 201, 260 никах тарҡалған. Ә бына ҡатындарҙың ғаризаһы буйынса, беләһегеҙме, нисә ғаилә юҡҡа сыҡҡан – 1313, 839, 955! Был шәриғәт закондарына, боронғолоҡҡа ҡаршы сығыу ғына түгел, ә башҡорт ҡатындарының һәр саҡ үҙ һүҙе, донъяға үҙ ҡарашы булыуы хаҡында ла һөйләй. Ни тиклем генә йолалар тотоп йәшәлһә лә, халыҡ йырҙа­рын­да ла бит ҡарт иргә кейәүгә биргән ҡыҙҙың ҡасып китеүе, яратмаған кешегә барырға теләмәгән йәш ҡыҙҙың һыҙланыуҙары хаҡында әйтелә. Был юҡҡа түгел икән.

Айырылһа ла, ХVIII быуатта ҡатындар яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡмаған, сөнки йәмғиәттә ирҙәр һәр саҡ күберәк булған ул саҡта, ә гүзәл зат аҙыраҡ. Ҡатын икенсегә кейәүгә сығып, ҡалым ала ал­ған. Ир-ат айырылышырға уйлаһа, “талаҡ” тип ҡысҡырған, ә ҡатындарҙан ниәт сығыу күренеше “хулла” тип аталған икән. Әммә нисек кенә бул­маһын, ирҙән айырылыу, ғаилә тарҡатыу оят ғәмәл һаналған башҡорттарҙа. Сыҙар әмәле ҡалмаған саҡтарҙа ғына гүзәл зат был юлға бара, тип иҫәпләнә ине. Нисек кенә булмаһын, һәр кем үҙ күрәсәген үҙе күрә, үҙ яҙмышын үҙе яҙа. Ә йәмғиәттә йәшәгәс, моғайын, уның тәртип­тәренә лә ҡолаҡ һалмай булмайҙыр.

Хәҙер мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереүгә ҡарағанда граждан никахы менән йәшәгәндәр күбәйеп китте. Йәштәр быуыны хатта быны хуп күрә, ти социаль фекерҙе өйрәнеүселәр. Әммә закондар ҙа үҙгәреп тора бит. Әгәр әлегә тиклем айырылышырға теләгәндәр ЗАГС органдарында 600 һум түләһә, судта 650 һум сығарып һалырға кәрәк. Киләсәктә был процедура өсөн хаҡты арт­тырырға кәрәк, тип иҫәпләгән депутаттар ҙа бар. Мәҫәлән, 30 мең һум тәҡдим итәләр. Был сумманы бер кем дә тиктомалдан түләргә теләмә­йәсәк, шуға күрә тағы ла өҫтәргә була, тип фекер­ҙе дауам итеүселәр ҙә юҡ түгел. 300 мең һумдан да кәм булырға тейеш түгел, тип тап гүзәл зат де­путаттар яңылыҡ индермәксе. Бына шулай, йәмәғәт! Айырылышҡансы, тотош ғаиләң менән ул хаҡҡа ял итеп ҡайтырға була бит. Йә булмаһа, өй һалып ултыртырға. Юҡҡа ғына башҡорттарҙа ғаилә ҡороу ул өйләнеү тип аталмаған, күрәһең. Өйләнеү, тимәк, өйлө булыу, башҡа сығыу тип тә әйтәләр уны.

Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, ғаилә – ул һине уратып алған, һиңә яҡын кешеләр, ризыҡ бүлешер, шатлыҡ уртаҡлашыр яҡындарың мөхите. Хәҙер бит бөтә мәғлүмәттәр асыҡ: хал­ҡы­на хеҙмәт иткән күренекле артистар ҙа, шағир­ҙар ҙа яңғыҙлыҡта, яҡындарының ярҙамын күрмәй яҡты донъя менән хушлаша. Ғаилә ағзалары улар­ҙың үҙҙәрен сәнғәткә бағышлауын аңламай, уларҙан ир, атай, олатай ролен талап итә, ә ижад­сы үҙе уйлап тапҡан донъя­ла йәшәй, үҙен эше өсөн ҡорбан итә. Был дөрөҫ тә кеүек. Ә шу­лай ҙа ғаиләнән дә ҡәҙерлерәк, һәр төрлө хәл­дәр­ҙән ышыҡ булған урынды, һәр нәмәне үҙ исеме менән атар ғәзиз күңелдәрҙе ҡайҙа табып була тағы? Бары тик ғаилә ағзалары ғына беҙгә ысын терәк түгелме?

http://xn----102-3veii2ead8anch4aylgc.xn--p1ai/




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507