Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теләһәң – ҡабыҙаһың, теләһәң – һүндерәһең
Теләһәң – ҡабыҙаһың, теләһәң – һүндерәһеңҺуңғы йылдарҙа торлаҡ йорттарҙы йылытыу өсөн файҙаланылған тәбиғи газға, электр энергияһына хаҡтарҙың “тешләшеүе” күп фатирлы йорттарға йылылыҡ биргән үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндереүгә тотонолған сығымдарҙың саманан тыш артыуына килтерҙе. Бында йәшәгәндәрҙең коммуналь хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшергә теләмәүе лә бихисап проблемалар тыуҙыра. Ҡасандыр ҡасабаларҙа төҙөлгән ике ҡатлы фатирҙар яҙмышын хәл итеүҙең берҙән-бер һөҙөмтәле сараһы — был йорттарҙы айырым йылытыуға күсереү.


Аҡморон ауылындағы ике ҡатлы биш йортта урынлашҡан 16 фатир хужаларына айырым газ ҡаҙанлыҡтары менән тәьмин итеү маҡсатында республика ҡаҙнаһынан 10 миллион 619 мең һум аҡса бүленгән. Оҙаҡ йылдар һыуыҡ һәм үтә дымлы йортта йәшәп интеккән Миңһылыу Моратованың ҡыуанысы ҙур.
— Элек йылылыҡ өсөн байтаҡ түләргә тура килә ине, хәҙер хаҡ күпкә арзанайҙы. Һәр кем күпме тотонған, шуға ҡарап иҫәпләшергә тейеш. Минең өсөн был ифрат уңайлы: Баймаҡҡа йөрөп эшләйем, төнгө сменаға сығырға тура килә, үҙем өйҙә юҡ саҡта, газды кәметәм, ҡайтһам, шәбәйтәм.
Ошоға тиклем үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡ йылы биреп еткермәү сәбәпле, күп фатирҙарҙа дымлылыҡ күҙәтелгән. Хәҙер һәр кем шәхсән газ ҡаҙанлығы яндырасаҡ һәм уны көйләйәсәк.
Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшәгән халыҡтың күпселегендә шәхси йорттарҙы мейес менән йылытыу, бәғзе осраҡта электр йылытҡыстары ҡуйыу сәбәпле, ҡыш миҙгелендә янғындарҙың йыш сығыуы теркәлә. “Ҡыҙыл әтәс” бер кемде лә аяп тормай, бигерәк тә янғында бала ғүмерҙәренең өҙөлөүе аяныслы. Республика Башлығының махсус ҡарары нигеҙендә күп балалы һәм социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр йәшәгән йорттарҙа янғын тураһында хәбәр иткән приборҙар ҡуйыу ҡарала. Был ҡорамал (автономиялы йәки сым буйлап хәбәр иткән) температура ныҡ күтәрелгәндә йәки төтөн еҫен “һиҙгәндә” сигнал бирә башлай.
Теләһәң – ҡабыҙаһың, теләһәң – һүндерәһеңБаймаҡ районында был эш күптән башланған да инде. Беҙ барғанда Аҡморон биләмәһенә ҡараған ауылдарға район хакимиәте тарафынан тәҡдим ителгән йорттарҙа янғын тураһында хәбәр иткән приборҙар урынлаштырыла ине. Уларҙы Ырымбур өлкәһенән килгән белгестәр Дмитрий Никитин менән Максим Попов бар талаптарға яуап бирерлек итеп ҡуя. Ҡорамал күп балалы һәм социаль яҡтан хәүефле ғаиләләргә тәү сиратта бушлай беркетелә.
— Беҙҙең ойошма тендерҙа еңеп сыҡты, янғын тураһында хәбәр иткән барлығы 1085 прибор урынлаштырҙыҡ. Улар төтөн еҫен тиҙ һиҙеп, сигнал бирә башлай. Уның тауышына бик ҡаты йоҡлаған кеше лә урынынан һикереп торасаҡ, — ти Ырымбур эшселәре. — Район етәкселеге беҙҙең эште аңлап ҡабул итә һәм бар яҡлап ярҙам күрһәтә.
Өс баһадир үҫтергән Алһыу Йәғәфәрова ла, был эштең ни тиклем мөһим булыуын аңлап, эшселәрҙе фатирында яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. “Һә” тигәнсә бүлмәнең түбәһенә урынлаш­тырылған прибор ғаиләнең хәүефһеҙлеген тәьмин иткән төп ҡорамалдарҙың береһе булыуын барыһы ла яҡшы аңлай. “Тормош иптәшем вахта ысулы буйынса Себерҙә эшләй, өс улым менән донъя көтәм. Әлбиттә, бындай датчик кәрәк тип иҫәпләйем”, — ти бәхетле әсә.
Янғынды иҫкәртеү сараларының йәки тап ошондай ҡорамалдарҙың ғына хәүефһеҙлекте тәьмин итә алмауы һәр кемгә билдәле, әлбиттә. Тик һаҡланғанды һаҡлармын тигәнде лә оноторға ярамай, шуға күрә янғынды булдырмау сараһын һәр кем үҙе шәхсән күҙәтергә тейеш. Шул саҡта донъябыҙ ҙа, ғаиләбеҙ ҙә имен булыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 168

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 289

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 197

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168