Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа
Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа“Әсәлек хисе, әсәлек ғорурлығы — йәшәйештең асылы, моғайын, ул кешелек таңында уҡ тыуған иң изге, иң бөйөк, иң мәңгелек хистәрҙең береһелер”, — тип яҙған Сабир Шәрипов. Ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышы, тәбиғәттән һалынған асылы ошоға ҡоролған. Бөрйән районының Әтек ауылында йәшәүсе Алина Иҙрисова биш балаға ғүмер бүләк иткән.


Ишембай ҡалаһында тыуған Алина Вил ҡыҙы бала сағында уҡ әсәһе менән Ағиҙел ҡасабаһына күсеп ҡайта. Әтек ауылында 9-сы класты тамамлай. 132-се һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы, секретарь-машинист, һатыусы-кассир, эш башҡарыусы һөнәрҙәренә уҡып сыға. Бөгөн ул – Әтек мәктәбендә хужалыҡ эштәре мөдире.
Килен булып төшкән еренә ерегеп, тормош иптәше Йәүҙәт Тәлғәт улы менән ата-әсә нигеҙен һыуытмай йәшәп ятыуҙары. Быйыл улар әсәлек капиталына 9х9 кв. м ҙурлығында өй күтәреп, башын ябып ҡуйғандар. Маҡсаттары — киләсәктә төкәтмә төҙөтөү, иркен йортта балаларына айырым бүлмәләр бүлеү.
Йөҙөнән йәшәү дәрте, нур бөркөлөп торған был мөләйем 30 йәшлек ҡатынды биш бала әсәһе тип әйтмәҫһең дә. Сәскә кеүек балаларына исемдәрҙең дә ниндәйҙәрен һайлаған улар. Өлкән ҡыҙҙары Зөбәржәт 5-се класта яҡшы билдәләргә генә уҡый, баскетбол секцияһында, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Спорт менән дуҫ булған улдары Йәҙгәр 3-сө класта белем ала. Тик тормаҫ, бик сос һәм үткер егет Йәнгир мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Йыр-бейеүгә маһир дүрт йәшлек Хазинаның исеме лә есеменә тура килеп тора, ә балалар баҡсаһына йөрөгән ике йәшлек Назар тирәләй донъя үҙе әйләнгәндәй.
Эшһөйәрлек сифатын балаларға бәләкәйҙән һала башларға кәрәк, тип иҫәпләй ата-әсә. Шуға ла ишле ғаилә өс һыйыр тота, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Был йәһәттән Зөбәржәт менән Йәҙгәр һәр яҡлап ярҙамлаша.
— Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Иремдең терәген, ярҙамын тоймаһам, ишле балалар табырға баҙнат итмәҫ инем. Иң мөһиме — балаларым иҫән-һау булһын. Туғандар күп булһа, йәшәү күңеллерәк тә, еңелерәк тә бит ул. Йортобоҙҙоң балалар тауышы менән тулы булыуы беҙҙең өсөн ҙур бәхет, — ти Алина Вил ҡыҙы. Күптән түгел ул “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.
— Барлыҡ әсәйҙәргә ошо бөйөк исемде лайыҡлы күтәреүҙәрен, тәүфиҡлы, мәрхәмәтле балалар тәрбиәләүҙәрен, ғаиләләрҙең имен, илебеҙҙең тыныс булыуын теләйем, — ти Алина.

Бөрйән районы.


Автор: А. АҠЫЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 110

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529