Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҫыл бала эраһы” етә
“Аҫыл бала эраһы” етәИлебеҙҙең алтмыш төбәгендә күҙәтелгән “демографик соҡор”, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанды ла урап үтмәне.
Республикала һуңғы өс йылда яңы тыуған балалар һаны кәмегән, шулай 2015 йылда унан алдағы йылға ҡарағанда – 1211-гә, 2016-ла, 2015 йыл менән сағыштырғанда, 3400 сабыйға тыуым аҙыраҡ теркәлгән. Былтыр иһә был кире күрһәткес тағы ла үҫеп, 5000 сиген үтеп китте.



Белгестәрҙең фекеренсә, бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙ һанының кәмеүе һәм социаль факторҙар бындай тенденцияның төп сәбәбе булып тора. Илдә демографик хәлдең насарайыуы яңылыҡ түгел, тыуым кәмеүе уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ла күҙәтелә. 2000 йылдарға яңы тыуған сабыйҙар һаны күбәйә башлай. 2014 йылда республикала тыуым иң юғары нөктәгә етеп, 60 меңгә яҡын сабый донъяға ауаз һала.
Белгестәрҙе, тәү сиратта, дөйөм күрһәткестә ғаиләлә беренсе булып тыуған балаларҙың һаны кәмеүе борсой. БР Социаль страховкалау фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2007 йылда бөтә тыуған сабыйҙарҙың яртыһы ғаиләлә беренсе бала булһа, бөгөн был күрһәткес 36,7 процент ҡына тәшкил итә.
Иҡтисади көрсөк шарттарында яңы өйләнешкән парҙар бала табырға атлығып бармай. Түбән эш хаҡы, социаль уңайлыҡтарҙың булмауы, муниципаль һәм төбәк властарының уйлап еткерелмәгән сәйәсәте арҡаһында балалар баҡсаларына льготаларҙың йә бөтөрөлөүе, йә яңынан тергеҙелеүе, ер участкалары бүлеүҙәге ҡытыршылыҡтар йәштәрҙе тап бала табыу йәшендә ата-әсә булыу теләгенән баш тартырға мәжбүр итә.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, элегерәк ҡатын-ҡыҙ уртаса 25 йәштә беренсегә әсәй булһа, хәҙер 27 йәштә. Республикала аборт эшләтеүселәрҙең һаны ла һуңғы йылдарҙа күбәйгән.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронты эксперттары, тикшереүҙәр үткәреп, шуны асыҡлаған: ғаиләләге финанс ауырлыҡтары арҡаһында, уҡыусыларҙың 48 проценты түләүле экскурсия, походтарға бара алмай, 31 процент баланың әүҙем ял өсөн кәрәк-ярағы (велосипед, роликлы коньки һ.б.) юҡ, ишле ғаиләлә үҫкәндәрҙең 68 проценты секция һәм түңәрәктәргә йөрөмәй.
Рәсәй Президенты тарафынан иғлан ителгән Балалыҡ ун йыллығы ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеүҙе күҙ уңында тота. Әсәлек капиталы программаһын 2021 йылға тиклем дауам иттереү, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә беренсе сабыйҙары тыуғанда айлыҡ пособие түләү, балалы ғаиләләр өсөн ташламалы ипотека кредитлауы программаһын тормошҡа ашырыу, балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү, шулай уҡ балалар өсөн медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен арттырыу маҡсатында федераль ҡаҙнанан байтаҡ аҡса бүленәсәк.
Республикала, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, балалы ғаиләләргә айырым иғтибар бирелә, ошо маҡсатта йыл һайын бюджеттан 10 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә. Социаль ярҙам буйынса федераль сараларға өҫтәмәләр ҙә индерелгән.
Уҙған йылда Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторолдо. Ул ғаиләгә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре, шул иҫәптән төрлө ведомстволарҙың һәм төрлө кимәлдәге власть органдарының ошо өлкәләге эшмәкәрлеген көйләү менән комплекслы шөғөлләнә.
Былтырҙан ғәмәлгә ингән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә тәүге сабыйҙары тыуғас 300 мең һум аҡса биреү тураһындағы Указға ярашлы, бөгөнгө көнгә 900-ҙән ашыу ғаилә ҡулдарына сертификат алған. 2019 йылға тиклем бындай төр ярҙамдан 2 меңдән ашыу ғаилә файҙаланасаҡ тип күҙаллана. Ошо маҡсатта республика бюджетынан 650 миллион һум аҡса бүленәсәк.
1 ғинуарҙан Рәсәй Президенты Владимир Путин кеше башына килемдәре 1,5 йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләргә беренсе балалары өсөн пособие түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Башҡортостанда бындай ярҙамға килемдәре 42 мең ярым һумдан кәм булған өс кешенән торған ғаиләләр дәғүә итә аласаҡ. 8893 һумлыҡ пособие ай һайын балаға 1,5 йәш тулғансы түләнәсәк. Республика бюджетынан бының өсөн 500 миллион һум бүленгән.
Әсәлек капиталында ла үҙгәрештәр бар: яңы закон буйынса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә 2018 йылда тыуған балалары өсөн уны ҡулаҡса итеп алыу хоҡуғы бирелә. Аҡса балаға 1,5 йәш тулғансы түләнәсәк. Шулай уҡ сертификатты баланы уҡытыу өсөн, элекке кеүек 3 йәштән түгел, ә икенсе балаға ике ай тулғас та файҙаланып буласаҡ. Бынан тыш, аҡсаны льготалы ипотекаға йүнәлтеү буйынса ла яңы программа раҫланған.
Быйылдан өсөнсө йәки унан һуңғы бала тыуған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҙә, һәр ағзаға килемдәре йәшәү минимумынан кәм булған осраҡта, балаға өс йәш тулғансы 8893 һум күләмендә пособие аласаҡ. Әйткәндәй, байтаҡ өлөшө федераль бюджеттан финансланған субсидияны быға тиклем демографик хәлдәре насар булған илдең 50 төбәге алһа, быйыл уларҙың һаны бер тиҫтәгә артҡан һәм был исемлектә беҙҙең республика ла бар.
Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаралған студент һәм аспирант ғаиләләре өсөн беренсе балалары тыуған осраҡта 100 мең һум күләмендәге түләүҙәр тураһындағы мәсьәлә әлегә асыҡ ҡала. Бөгөнгө көндә был социаль ҡатлам федераль бюджеттан адреслы ярҙам ала. Етем балалар ҙа иғтибар үҙәгендә, уларға ярҙам итеү маҡсатында былтыр 100 миллион һум аҡса бүленгән.
— Һуңғы йылдарҙа бала табыу тураһындағы ҡарар аңлы рәүештә ҡабул ителә. Сабыйҙарҙы яратып, яҡты донъяға килеүен көтөп алыуҙары мөһим. Бөгөн ата-әсәләр баланы үҫтереүгә, тәрбиәләүгә, уның һаулығына бөтә көсөн һалырға әҙер. Хәҙер “аҫыл бала эраһы” етә тип әйтергә мөмкин. Һөҙөмтәлә ғаилә сәйәсәте төп өҫтөнлөктәр иҫәбенә инә. Ғаилә институтын һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу беҙҙең өсөн мөһим бурыс булып ҡала, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә. Ул шулай уҡ муниципалитеттарҙы “бәхетле тормош биләмәһе”нә әүерелдереү йәһәтенән перспективалы программаның күҙалланыуы тураһында белдерҙе.
2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Исемле йылда тормошҡа ашырыласаҡ изге эштәр республикабыҙға “демографик соҡор”ҙан сығырға ярҙам итер, ишле ғаиләләр, яңы тыуған сабыйҙар һаны артыр, тип ышанайыҡ, сөнки ғаилә тормошта иң төп ҡиммәттәрҙең береһе бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529