Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бында “артыҡ йәндәр” йәшәй
Бында “артыҡ йәндәр” йәшәйҒәҙәттә, ҡарттар йортонда ҡараусыһы, балаһы булмаған кешеләр көн күрә, тип уйлайбыҙ. Ғафури районының Табын ауылындағы оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль стационар хеҙмәтләндереү бүлегендә (халыҡ “ҡарттар йорто” тип йөрөтә) 31 кеше йәшәй, шуларҙың дүртеһенең генә балаһы юҡ.

Үҙе түгел, документы кәрәк

Ҡалғандары төн йоҡоларын йоҡламай бала үҫтергән, бишек йырҙары көйләгән. Сабыйының тәүге тапҡыр тәпәй баҫыуына, теле асылыуына ҡыуанған. Үҙе кеймәһә кеймәгән, ашамаһа ашамаған, балаһы кеше араһында кәм-хур булмаһын тип тырышҡан. Юғары белем алырға ла ярҙам иткәндәр. Улдарын өйләндереп, ҡыҙҙарын кейәүгә биргәндәр, кемеһелер бурысҡа батып булһа ла туй үткәргән. Һәм... бер көн килеп ғәзиз ата-әсә улар өсөн артыҡ йәнгә әүерелгән.
Был йорттоң мөдире Нина Александровна Лукьянова әйтеүенсә, ҡайһыларының балалары вазифалы урындарҙа эшләй. Приютта йәшәүселәргә пенсияһының бер өлөшө үҙҙәренә бирелә. Бәғзе бер балаларының тап пенсия алған көндә хәтере яҡшыра башлай: ата-әсәһен иҫенә төшөрөп, һыпыртып килеп тә етәләр.
— Тормоштағы ғәжәп хәлдәрҙе яҡындан белгең килһә, ҡарттар йортонда эшлә икән, — тип һүҙҙе дауам итә Нина Александровна. — Ҡайһы ваҡыт әҙәм балаһының шул тиклем дә оятһыҙлығына иҫ китә. Вафат булһалар, алып ҡайтып ерләргә кәрәк тиһәң, нәҫел-нәсәбе табылмай. Ә бер аҙҙан уның мираҫын юллап йөрөүселәр күренә башлай, яҡын ғына туғандары ла пәйҙә була. Был осорҙа бөтәһе 22 кеше баҡыйлыҡҡа күсте, береһенең дә туғандары, нәҫел-нәсәбе килмәне. Былтыр Ҡотлоғужанан Ғәлиә Хәлиуллина яҡты донъя менән хушлашты. Хәбәр иткәйнек, беҙҙә уның бер кеме лә юҡ, тинеләр. Күпмелер ваҡыт үткәс, бер ҡыҙ килде. Ейәнсәре булам, тигәс, шаҡ ҡаттыҡ. Баҡтиһәң, йорт-ҡаралтыһын үҙҙәренә йүнләп алыу өсөн әбейҙең документтары кәрәк икән...

Әсә йөрәге...

Әсәнең берҙән-бер улы иҫ киткес сибәр ҡыҙға үлеп ғашиҡ була. Ҡыҙ уның ысынлап та яратыуын иҫбатлау өсөн уға әсәһенең йөрәген килтереүен һорай. Егет тап ул ҡушҡанса эшләй, тик һөйгәне янына йүгереп китеп барғанда, бер ҡалҡыулыҡта абынып йығыла. Шул саҡ егеттең усындағы әсә йөрәге, телгә килеп: “Балам, бер ерең дә ауыртманымы?” — тип һорай. Приютта көн итеүселәр менән һөйләшкәндә, ошо хикәйәт иҫкә төштө. Ни тиклем ҙур мәғәнә һалынған унда. Йөрәген ярып сыҡҡан сабыйын, ниндәй генә хәсрәт һалыуына ҡарамаҫтан, әсә кисерә торғандыр, күрәһең.
Зоя менән Алексей Потаповтар ошо уҡ Табын ауылында йәшәгән. Ғаилә башлығы ғүмере буйы консерва заводында эшләгән, ә хужабикә һатыусылыҡ иткән. Бер ул, бер ҡыҙ үҫтергәндәр. Былтыр өйҙәре янып көлгә әйләнгәс, бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалалар. Әлбиттә, башҡа берәү булһа, йүнен табып, изге кешеләренә йорт хәстәрләү яйын күрер ине. Бөгөн улар бында, бер бәләкәй бүлмәлә, ғүмер кисерә, яндарында йәнә бер ир йәшәй, сөнки башҡаса урын юҡ. Ҡыҙҙары Ишембай ҡалаһында бухгалтер булып эшләй, ә улы Себер тарафтарында яуаплы ғына вазифа биләй, тиҙәр.
Беҙ килгәндә, ғаилә башлығы карауатында серем итә ине. Ҡатынының:
— Тор инде, ана, һинең менән һөйләшергә теләйҙәр, — тиеүенә ул ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы. Күрәһең, ҡасандыр рәхәтләнеп үҙ мөйөшөндә йәшәгән ир бындағы тормошто бик ауыр кисерәлер. Хужабикәнән:
— Ауыл ерендә йорттар әллә ни ҡыйбат та түгел, аҡсағыҙҙы йыйыштырып, берәй өй алырға булалыр инде, балаларығыҙ ҙа ярҙам итешер ине, бәлки, — тип ҡыҙыҡһынам.
— Ҡайҙа ул, үҙебеҙ аҡса биреп торабыҙ, ярҙам итергә кәрәк, ейәнсәребеҙ институтта уҡый.
— Балаларығыҙ янына барырға иҫәбегеҙ юҡмы?
— Ҡыҙымдың фатиры бәләкәй.
— Улығыҙ килгәне бармы?
— Бигерәк алыҫта йәшәй, ваҡыты ла юҡтыр инде. Себер һынлы Себерҙән ҡайтыу өсөн аҙ аҡса кәрәктер шул.
Эй, был бала тигәндәре! Нисә йәшкә тиклем беҙ әсә өсөн бала булып ҡалабыҙ икән?! Ҡасанға тиклем улар беҙҙе ҡарарға, хәстәрләргә тейеш? Ә үҙебеҙҙең бурысыбыҙҙы ҡасан үтәрбеҙ? Әллә улар һәр ваҡыт шулай булырға тейеш тип ҡабул итәбеҙме? Их, бахыр әсәләр, ниндәй хәлдә лә ғәзиз балаларының тормошон еңеләйтергә теләүҙәрелер инде.
Был йортта ғүмер көҙөн кисереүсе Альбина Корнейчук ул тәрбиәләп үҫтергән, Миңнулла Ишмөхәмәтов та — бер нисә бала атаһы. Мәрйәм Әминеваның ҡыҙы Өфөлә йәшәй.
Ҡыҙы өсөн Рәхилә Рәзипова артыҡ булһа ла, уның йәшәгән ере бер ҙә артыҡҡа оҡшамаған — “хәстәрлекле бала” әле әсәһенең биләмәһен үҙенә күсереп яҙыуҙы законлаштырыу менән мәшғүл. Мария Воронинаның улы Ырымбур ҡалаһында ғүмер кисерә.
Йәнә бүлмәләр буйлап йөрөйөм. Күптәр өйөндә татымаған ҡәҙер-хөрмәтте бында күрәлер, моғайын. Бүлмәләрҙең таҙалығы, матурлығы һуң! Тәҙрәләрҙә сағыу пәрҙәләр нур һибә, гөлдәр шау сәскәгә күмелеп ултыра. Ятҡан ерҙәре бөхтә. Иҙәндә — йомшаҡ балаҫ. Иртән торғас, ихатаға сығып, утын-һыуын индерәһе юҡ. Ашау-эсеү йәһәтенән дә зарланырлыҡ түгел. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡайнар аш. Их, бөтөн нәмәне тамаҡ туҡлығы менән генә үлсәп булһа икән! Шулай ҙа уйға батып, тәҙрә аша моңайып торғандарын йыш күрергә була бындағыларҙың. Бәлки, улар сит кеше алдында һыр бирергә, балалары хаҡында насар уйҙарын белдерергә теләмәйҙер? Нимә генә тимә, бала бит, бала. Ә эстән, моғайын, ҡарт көнөндә әллә ҡайҙа йәшәргә мәжбүр итеүҙәренә риза булмай йөрәктәре һыҙалыр. Бәлки, һағышлы күҙҙәрҙә төн йоҡолары йоҡламай ҡарап үҫтергән сабыйҙарына рәнйеү ҙә, үпкә лә барҙыр. Ҡасандыр һинһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтермәгән, әсәй ҙә әсәй, атайым, тип һырпаланған балаларың өсөн бер көн килеп артыҡ йәнгә әүерелеү, ай-һай, еңел түгелдер...

“Кеше булдылар бит, хәжәтем ҡалманы”

Шулай тине ауыр көрһөнөп һикһән йәшлек Сәрүәрә Һөйөндөкова. Ул ошо райондың Ташбүкән ауылынан. Ҡасандыр береһенән-береһе бәләкәй алты етемде ҡарап үҫтергән ҡатындың ошо йортҡа килеп эләгере башына ла инмәгән.
— Үҙем Ишембай районының Маҡар ауылынан, — тип һөйләй ул. — Ташбүкән ауылы беҙгә терәлеп ята. Бер көн Миңнияр исемле ир һоратып килгәйне, ризалашманым. Әммә бигерәк ныҡыш булып сыҡты. Тиҙҙән алты балаһын атына ултыртҡан да йәнә килеп еткән. Береһенән-береһе бәләкәй сабыйҙарҙы күргәс, күңелем тулышып китеп, риза булдым да ҡуйҙым. Күрше-тирә, ҡуй, Сәрүәрә, йөрөмә, кеше балаһы һинеке буламы, тип әйткәйне лә ул, тыңламаным. Иремдең атаһы, ҡайным да, бар ине, уны ла ҡараным. Ғүмерем шул балаларҙы тәрбиәләп үтте, кеше иттем, һәр береһенө тигәндәй туй яһаныҡ, тик бына үҙҙәре кеше булғас, кәрәгем ҡалманы, ахыры. Бабайым харап һәйбәт ине, үлеп кенә әрәм булды. Әгәр иҫән булһа, ошо дүрт стена араһында өңрәйеп ултырмаҫ инем, кешенән оят. Бына хәҙер ике йыл инде ошонда йәшәйем...
Ауыр тойғолар менән хушлаштым был йорттан. Берәүҙең ҡарт атаһын соҡорға илтеп, кире боролғанда, улы атаһына, сананы алып ҡайтайыҡ, һине килтереп ташларға миңә лә кәрәк булыр, тигән фәһемле хикәйәте иҫкә төштө.
Ихатанан сығып, егерме-утыҙ аҙым атланыммы-юҡмы, ҡаршылағы йортҡа ҡарай ҡуйҙым. Ундағы “Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют” тигән яҙыуҙы уҡығас, йөрәгем тағы жыу итеп ҡалды. Өҫтөмә боҙло һыу һиптеләрме ни! Тегендә балаларына артыҡ йәнгә әүерелгән атай-әсәләр, ә бында — сабыйҙар...
Венер ИСХАҠОВ
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518