Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаилә ҡото – тормош һуты
Ғаилә ҡото – тормош һутыБашҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды Ғаилә йылы тип атарға тәҡдим итте һәм тиҙҙән ошо туралағы Указға ҡул ҡуясағын белдерҙе. Киләһе йыл тағы ла ниндәй үҙгәрештәр вәғәҙә итә, иң мөһиме – социаль һәм иҡтисади үҫеш нисек күҙаллана?

– Бөгөнгө сарала эште программалы һәм маҡсатлы алып барыуға, республиканың иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы етди мәсьәләләр тикшерелә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Беҙҙең төбәктең 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын раҫлау – үтә яуаплы мәл. Ошо документ өҫтөндә эшләү ҡатмарлы булды һәм ҙур хеҙмәт талап итте. Беренсе тапҡыр беҙ бындай документты әҙерләүгә респуб­ликаның ғилми коллективтарын ғына түгел, ә “Сколково” эксперттарын, киң йәмәғәтселекте һәм эшҡыуарлыҡ даирәһен дә йәлеп иттек.
Был йәһәттән өҫтөнлөклө йүнәлештәр итеп иҡтисадтың реаль өлкәһен нығытыу, кеше капиталын үҫтереү һәм республика райондарының үҫешендәге тигеҙһеҙлекте бөтөрөү билдәләнә. “Стратегия-2030” ҡуйған бурыстарҙы уңышлы үтәү властың, эшҡыуарлыҡтың һәм йәмәғәтселектең берҙәм хәрәкәт итеүенә бәйле”, – тине Башлыҡ.
Ултырышта ҡаралған тағы бер мөһим мәсьәлә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты 2030 йылға тиклем үҫтереүгә ҡағыла, был документ әлеге Стратегияны тулыландыра һәм эшҡыуарлыҡ унда иҡтисадты үҫтереүҙең иң төп таяныстарының береһе тип иғлан ителгән.
– Граждандарҙың эшҡыуарлыҡ башланғысы беҙҙең өсөн һәр саҡ мөһим өҫтөнлөктәрҙең береһе булды, – тип дауам итте Рөстәм Хәмитов. – Эшҡыуарлыҡтың иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге өлөшөн арттырыу беҙ теләгәнсә тиҙ бармай, ләкин ошо йүнәлештә маҡсатлы рәүештә алға барабыҙ. Бөгөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ республикалағы тауар әйлә­нешенең яртыһы самаһын һәм төбәк тулайым продуктының өстән бер өлөшөн тәьмин итә. Мәшғүл халыҡтың сирек өлөшө ошондай предприятиеларға тура килә. Быйыл бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары дүрт меңгә артып, 140 мең тәшкил итә. Был үҫеш 2015 йылдан башланды һәм йыл һайын беҙҙең иҡтисадта 4-5 мең яңы бәләкәй компания өҫтәлә.
Көн тәртибендә балалы ғаиләләрҙе яҡлау мәсьәләһе тороуын иҫәпкә алып, Башҡортостан Башлығы 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип билдәләү тураһындағы Указ әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе. Был Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән Балалар ун йыллығының бурыстарына ла тап килә. Беҙҙең төбәктә балалы ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән ҡаҙнанан 10 миллиард һум бүленә, һәм был эш федераль кимәлдә лә юғары баһаланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518