Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байлыҡ — бер айлыҡ, дуҫлыҡ — мәңгелек…
Әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә нимәгәлер ышанып, өмөт итеп йәшәргә, үҙендә көс табырға ынтыла. Ана шул иртәгәһе көнгә өмөт, ышаныс йәшәтә лә инде кешене. Ошондай мәлдә Аллаһы Тәғәләнең ярҙамына ла, ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫына ла ышана, дин юлына баҫа. Хәҙер һәр ауылда тип әйтерлек мәсеттәр төҙөлә, мәҙрәсәләргә уҡырға инеүселәр һаны йылдан-йыл арта, дини университеттарҙа белем алып, дин әһеле булырға теләүселәр ҙә бихисап.


Мәсеттәрҙә дини белем алып, дипломлы хәҙрәттәрҙең әүҙем эш алып барыуы күҙгә күренә башланы. Был бик шатлыҡлы. Ҡөрьән, дини китаптарҙың магазин кәштәләрендә күпләп барлыҡҡа килеүе лә ҡыуаныслы. Бындай күренеш — юғалып бөтөп барған рухи тәрбиәне тергеҙеү сараһы ул.
Дим биҫтәһендә урынлашҡан “Мәҙинә” мәсетендә халыҡ менән осрашыуҙар, ил именлегенә, халыҡтар дуҫлығына арнап ҡорбан салыу, аят уҡыу, вәғәздәр әйтеү кеүек саралар, милләттәштәр менән күҙгә-күҙ ҡарап көнүҙәк мәсьәләләрҙе барлау, кәңәшләшеү, ауыр хәлдәрҙән сығыу юлдарын бергәләп эҙләү кеүек мөһим ваҡиғалар булып тора. Замир хәҙрәттең аят уҡыуы кешелә өмөт уята, күңеленә еңеллек алып килә.
Ошондай бик фәһемле бер йыйын республика­быҙҙың 100 йыллығына арналды, Башҡортостандың именлегенә, халыҡтар дуҫлығына бағышланды. Эшҡыуар Гөлсирә Мөҙәрисова ханым ҡорбан салдырып, рухташтарын йыйҙы, изге эш башҡарҙы. Уның һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәләгә таянып эш итеүе күңелгә рәхәтлек өҫтәй. Гөлсирә ханым әйтеүенсә: “Раббым ярҙамына ышанып, уның ризалығы, фатихаһы менән ҙур эш башланыҡ. Аллаға шөкөр, эшебеҙ бара, алда ла шулай булырына ышанам”, — тип әйтеүе лә быға дәлил.
Йыйынды ойоштороуҙа Дим районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе ярҙамсыһы Наилә Буранғолованың өлөшө ҙур. Улар Замир хәҙрәт менән инде беренсе генә йыйын йыймай. Бында оло быуын менән үҫеп килгән быуынды осраштырыу — үҙе бер тәрбиәүи эш. Йыйында башҡортобоҙҙоң әүлиәләре тураһында эҙләнеүҙәр алып барыусы, бигерәк тә Мөжәүир хәҙрәттең халыҡ өсөн башҡарған эштәрен эҙмә-эҙ тасуирлаған китап авторы Лира Яҡшыбаеваның ҡатнашыуы, әүлиәләр тураһындағы сығышы килеүселәрҙең күңелен байытты.
Йыйында үҙебеҙҙең әруахтарыбыҙ, әүлиәләребеҙ, һуғыш яланында ятып ҡалған батырҙарыбыҙ, шулай уҡ Башҡортостандың именлегенә арнап Хәбир хәҙрәт доғалар уҡыны. Бөгөн әҙәм балаһы үҙенә рухи байлыҡты мәсеткә йөрөп, намаҙға баҫып, дини яҙмалар уҡып кинәнес ала, күңел йылыһы таба башланы. Бигерәк тә йәштәрҙең ислам диненә инаныуы арта. Диндә улар йәшәү ҡағиҙәләрен, әхлаҡлылыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, йәшәйешендә уларҙы ҡуллана. Был беҙҙең халыҡтың борондан килгән ҡиммәтле сифатының яңынан күтәрелеүе ҡыуандыра, йәнгә нур сәсә. Ғөмүмән, “Мәҙинә” мәсетенең асылыуына күп тә үтмәне, әммә бында фәһемле тәрбиәүи саралар йыш үтә. Хәбир хәҙрәт мәсеттә дини уҡыуҙар үткәрә, үҙе лә дини университетҡа йөрөп белемен камиллаштыра, ололар һәм йәштәр менән ҙур эш алып бара, диндең серҙәрен өйрәтә, уның тормоштағы әһәмиәтен күрһәтә. Йыйында кеше күп ине, хатта Әбйәлил районынан да өләсәйҙәр килеп еткәйне. Улар райондағы дин өлкәһендәге эштәр менән таныштырҙы, үҙҙәренең халыҡ менән эшләү ысулдарын башҡаларға еткерҙе.
Әммә ошондай саралар менән бер рәттән, тарихты онотторорға, барҙы юҡ итергә тырышыусыларҙың булыуы күңелде ҡыра. Мәсеттәрҙә ата-бабаларыбыҙға арнап доғалар уҡыла, уларҙы хәтергә алабыҙ, уларҙың аҡылдары, батырлыҡтары менән ғорурланабыҙ. Йәштәр уларға оҡшарға тырыша, өлгө ала. Шул уҡ ваҡытта мәҙәни усаҡтар, халыҡтарҙың йыйылып осрашыу, күңел байлығы алған урындарҙы емереү эштәре лә бара. Бер генә миҫал.
2005 йылда Дим биҫтәһендә Икенсе бөтә донъя һуғышында немецтың танктарына ҡаршы һыбай сабып, дошмандың ҡотон алған данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына төбәп, уларҙың батырлығын бөтә донъяға күрһәтеү маҡсаты менән музей төҙөлгәйне. Батырҙарҙың туғандары килеп, иҫтәлектәрҙе тергеҙеү, улар тураһында яңынан-яңы белешмәләр алып китеү урынына әүерелде. Музейҙы быйыл яҙға тиклем Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙы Ғәйнуллина етәкләне. Унда көн дә эш ҡайнап торҙо, төрлө өлкәләрҙән, республикаларҙан ҡунаҡтар, Башҡортостандың һәр төбәгенән уҡыусылар, студенттар, ябай кешеләр килеп, музейға һоҡланып рәхмәттәр әйтер ине. Һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветерандары менән йәш быуынды осраштырыу, уларҙың сығышын тыңлау балаларҙа патриотизм тойғоһо уята ине. Һуғыш ваҡытындағы йырҙарҙы тыңлау, ветерандар менән бергә бейеү, сәскәләр бүләк итеү, ғөмүмән, ҙур байрам булды.
Эске эштәр министрлығының юғары уҡыу йорто студенттары, Алкиндағы һалдаттар, офицерҙар йортонан саҡырылған хәрби ветерандар менән йәштәрҙең осрашыуы, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандарының һуғыш тураһындағы сығыштары – үҙе бер тарих, йәштәрҙә, етмәһә, уҡыусы балаларҙа һис онотолмаҫ эҙ ҡалдыра ине. Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙының ихлас ойоштороп, беҙҙе, ололарҙы, тыл ветерандарын, йәш быуын вәкилдәре менән осраштырыуы үҙе бер тормош мәктәбе вазифаһын үтәй ине. Әйтелгәндәр музейҙа ул йылдарҙағы эштәрҙең бер проценты ғына. Ғөмүмән, Дим үҙәгендә бөтә халыҡтың йыйылыу, осрашыу урыны ине ул музей...
Ә бөгөн беҙ “Мәҙинә” мәсетендә батырҙарыбыҙ хөрмәтенә, Башҡортостаныбыҙҙың именлегенә арнап аят уҡыйбыҙ, доға ҡылабыҙ, ә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейы зоопаркка, хайуандар донъяһына әйләнгән икән... Бөтә донъяға батырлығы менән дан алған билдәле Миңлеғәли Шайморатов фашистарға ҡаршы барғанда менгән ҡашҡа айғыры ла юҡ булған. Ул һәр ваҡыт килгән халыҡты ҡаршы ала ине. Беренсе тапҡыр музейға ингән бала иң тәүҙә батырҙың ҡашҡаһы менән таныша ине. Әҙерҙе емереүе рәхәт, ә бына үҙең милли рух сығанағы булған, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләгән урындарҙы эшләп ҡара!
Мәсет тә, музей ҙа тәрбиәүи эш алып барырға тейеш тә һуң. Былай булһа, илдең алға китешен, үҫешен көтөү иләк менән һыу ташыуға тиң булып килеп сыға лабаһа. Тимәк, дуҫлыҡ, татыулыҡ, әхлаҡ, ғәҙеллек тураһында уйҙар ҙа хыял ғына булып ҡаласаҡ. Аҡса ҡолона әйләнеп, кешелек сифатыбыҙҙы юғалтабыҙ ҙабаһа. Ошо хаҡта уйланһындар ине.

Ләлә БЕЙЕШЕВА,
Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518