Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт теле – дәүләт теле
Башҡорт теле – дәүләт телеБашҡорт телен уҡытыу хаҡында һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар социаль селтәрҙәрҙә генә түгел, киң мәғлүмәт сараларында ла йәнле бара. Был күренеш нимәһе менәндер уҙған быуаттың 90-сы йылдарын хәтерләтте. Халыҡтың әллә милли элитаһы XXI быуатта ла формалашманымы икән, тигән уй ҙа килде, сөнки тел мәсьәләһен күтәргәндә, милләттәштәр һаман бер-береһенә бысраҡ ташларға, башҡаларҙы ғәйепләргә онотманы. Шуға күрә “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең киңәйтелгән ултырышының ошо киҫкен мәсьәләгә арналыуын ишеткәс, хис-тойғоларҙан, ғәйептәрҙән арынып, аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһай алһаҡ ине, тигән теләк уянды.
2017 йыл, 30 август. Башҡорт дәүләт университетының тантаналар залы шығырым тулы. Көн тәртибендә – туған телдәрҙе һәм башҡорт телен өйрәнеүҙә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенең үтәлеше хаҡында фекер алышыу.
Филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова алып барған ултырышта тәүге доклад менән “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының туған телдәрҙе һәм башҡорт дәүләт телен уҡытыуға бәйле аңлатма бирҙе. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Федераль закондың 14-се статьяһына ярашлы, туған телдәрҙе уҡытыу мәжбүри түгел, ә туған телдәрҙе уҡырға хоҡуҡ ҡына бирелә”, тип яҙыла. Әммә чиновниктар бер мөһим документты – ФГОС һәм уға ярашлы төҙөлгән уҡыу пландарын – иҫәпкә алмай. Иғтибар итегеҙ: “В связи с изменениями в ФГОС начального общего, основного общего и среднего общего образования (приказы Минобрнауки РФ от 31.12.2015 г. №1576, 1577, 1578) изучение родного языка и литературного чтения на родном языке предусматривается в инвариантной части учебного плана в рамках предметной области “Родной язык и литературное чтение на родном языке” (1 – 4 классы), “Родной язык и родная литература” (5 – 11 классы)”.
Башҡорт теле – дәүләт телеТуған телдәр уҡыу пландарының мотлаҡ өйрәнергә тейешле инвариатив өлөшөндә тора. Мәҫәлән, Мәғариф тураһындағы закондың статьяларында уҡыусылар тарихты, географияны йә булмаһа сит телдәрҙе өйрәнергә тейеш тип яҙылмаған, ләкин улар уҡыу пландарының инвариатив өлөшөнә ярашлы уҡытыла. Ни өсөн тарихты йәки сит телде өйрәнергәме-өйрәнмәҫкәме тигән һорау тормай, уларҙы өйрәнеү өсөн ата-әсәләрҙән ғариза йыйылмай, ә шул уҡ федераль исемлектә торған туған телде өйрәнеү өсөн ата-әсәләрҙән ғариза йыйырға кәрәк?
Ғаризалар ҡатнаш ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусыларҙан ғына йыйылырға тейеш, бала атаһының йәки әсәһенең телен өйрәнергә теләп ғариза яҙа ала. Бөгөн саф башҡорт йәки татар, сыуаш ауылдарында ата-әсәләрҙе ҡуҙғытып ғариза яҙҙырыу – башҡа һыймаған эш. Быны бер ниндәй ҙә закон менән аңлатып булмай”, – тине тел мәсьәләһенә ҡағылышлы телмәрендә Рәйсә Күзбәкова. Ул ентекле сығышында мәктәпте, уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һис көтөлмәгән хәл алдында ҡалыуы, был шулай уҡ баланың ғына түгел, дәүләттең киләсәгенә кире йоғонто яһау ихтималлығы хаҡында әйтте. Мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәрҙең дөйөм белем биреү системаһына яҡын йылдарҙа нисек тәьҫир иткәнен күҙ алдына ла килтереүе ауыр, сөнки бөгөн һәр өлкәлә беҙ теләгән азатлыҡ – теләһәң уҡы, теләмәһәң уҡыма. Етмәһә, аҙ һанлы милләттәрҙең телен өйрәнеү мөмкинлек­тәре ФГОС ярҙамында сикләнә бара.
Әлбиттә, ошо урында прокуратураның башҡорт теленә ҡағылышлы һәр ҡарарына ҡағылышлы юрист фекерен дә ишетке килә. Ҡайҙа беҙҙең закондарҙы, дәүләттең төп документы – Конституцияға нигеҙләп һүҙ әйткән белгестәребеҙ? Башҡорт телен яҡлап һүҙ әйтәм тип ваҡытлы матбуғат баҫмаларына мәҡәлә тотоп килгән авторҙар булдымы? Был юриспруденция өлкәһенә генә ҡағылмай, ғөмүмән, бөтә ғәйеп ташлауҙар социаль селтәрҙәрҙә генә бара.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролта­йҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова башҡорт теленең, дәүләт статусына эйә булараҡ, республикала үҙ урыны булыуы хаҡында әйтте. Эйе, бөгөн XXI быуат беҙгә башҡорт теленә ҡағылышлы үҙ талаптарын ҡуя, шуға күрә закондар нигеҙендә ошо быуын вәкилдәре, халыҡ һайлап ҡуйған депутаттар ҙа дәүләттең төп нигеҙе булған телде яҡлап һүҙ әйтергә, кәрәк икән, хатта Башҡортостан Республикаһының Конституцияһына үҙгәрештәр индерергә лә бурыслы. Әммә шуны ла онотмайыҡ: ул закондар беҙҙең күңелебеҙгә лә, зиһенебеҙгә лә, йөрәгебеҙгә лә башҡорт телен һалып ҡуймаясаҡ!
Башҡорт теле – дәүләт телеОшо урында башҡорт теле өсөн сығыш яһап, плакаттар күтәреп йөрөгән бер ханым хаҡында кинәйә иҫкә төштө. Был хаҡта социаль селтәрҙә фекер алыштылар: ул көнө-төнө тел өсөн нимәлер яҙа, ҡайҙалыр плакат тотоп торған, ә баҡтиһәң, өйөндәге балалары башҡортса бөтөнләй белмәй икән. Бына ошондай көлкөлө хәлгә ҡалмайыҡ. Һүҙебеҙ ғәмәлебеҙ менән тап килһә ине, тип әйтмәксемен!
Яҙыусы, педагогия хеҙмәте ветераны, “Тормош һабаҡтары” дәреслеге авторы Мәрйәм Бураҡаева, һәр ваҡыттағыса, тап ғаиләлә, өйҙә башҡорт телен өйрәнергә кәрәклеге хаҡында ҡабатлап әйтте. Ул шулай уҡ “Йәйләү” лингвистик лагерын киңәйтеү, өләсәйҙәр мәктәбен аяҡҡа баҫтырыу тураһында ла ентекләп һөйләне. Эйе, баланы бәләкәйҙән туған тел мөхитендә тәрбиәләһәң, ул милли рухты һеңдереп, тел аша барыһын да аңлап, тойоп үҫәсәк. Беҙ – әлеге заманда Өфөлә, башҡа ҡалаларҙа төпләнгән башҡорттар, ҡасандыр тап өләсәй, олатай тәрбиәһен алып үҫкән быуын.
Бөгөнгө балалар ана шул быуындарҙы быуындарға бәйләгән милли тәрбиәнән мәхрүм үҫә. Әгәр бәләкәстән үк сабыйҙарыбыҙҙы башҡорт өләсәйҙәре мөхитендә үҫтерһәк, был шулай уҡ башҡорт балаларын милли мәктәптәр өсөн дә әҙерләү булыр ине. Ә артабан инде “Йәйләү” лагерында мәктәп уҡыусылары милли асыл нигеҙҙәренә төшөнә. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының халыҡ педагогикаһына таянып эшләгән алымдарын файҙаланыу яғындалыр ата-әсәләр. Ә Мәғариф министрлығы хуплаймы был алымдарҙы? Мәҫәлән, бөгөн бик күп мәктәп уҡытыусыларының ҡулына эштән бушатылыу хаҡында белдереү ҡағыҙҙары тотторолған, эшһеҙ ҡалған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы­ларынан тотош гвардия төҙөргә була, ә был хаҡта министрлыҡ белмәйме әллә? Был ултырышҡа ла Мәғариф министрлы­ғынан бер вәкил дә килмәне. Бөтә һөй­ләшеү ошо өлкә хаҡында барғанда нисек итеп ултырыштан ситтә ҡалырға була?
Башҡорт теле – дәүләт телеБашҡорт мәктәптәренең урыҫса уҡы­тыуға күсеүенә лә өнһөҙ генә шаһит булды ата-әсәләр. Хатта улар араһында махсус аңлатыу эше алып барған бел­гестәр ҙә юҡ. Бөгөн ата-әсәләрҙән йы­йылған телде өйрәнеү хаҡындағы ғари­залар шулай уҡ хоҡуҡ боҙоу түгелме һуң? Мәғариф, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеттың эксперты Светлана Парфенованың сығышын юҡҡа ғына зал­да ултырыусылар алҡыштар менән ҡаршы алманы:
– Башҡорт теленең статусы хаҡында бәхәс күптән бара. Ул – республиканы бар иткән халыҡтың төп теле, ул – милли республиканың дәүләт теле һәм бөттө. Беҙҙе Рәсәй Федерацияһының Төп Законы – Конституция яҡлай. Башҡортостан Конституцияһының 47-се статьяһында Башҡортостанда йәшәгән һәр кемдең дәүләт телдәрен өйрәнергә хоҡуғы барлығы хаҡында әйтелә, – тине ул.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БР Татарҙары конгресы рәйесе Римма Үтәшева залдағыларға мөрәжәғәт­тән башланы һүҙен:
– Ни өсөн башҡорт халҡы үҙ телен өйрәнеүҙе һорап алырға тейеш? Беҙ төркиҙәр – башҡорттар, татарҙар, сыуаштар бик күмәкбеҙ. Бөгөн Рәсәйҙә генә 10 миллион тирәһе төрки халыҡ йәшәй, ә бөтә донъяла 170 миллионға яҡын. Ни өсөн төрки булмағандар балаларына был телдәрҙе бер аҙ ғына булһа ла өйрәтергә ҡурҡа? Табип булараҡ әйтәм, билингвизм, күп телдәрҙе белеү, мультилингвизм – һаулыҡ өсөн файҙалы, мейе эшмәкәрле­генә ыңғай йоғонто яһай. Дәүләт теле булған башҡорт телен барыһы ла өйрәнергә тейеш. Беҙгә күрше республикалар менән дә бергә ойошоп был мәсьәләне хәл итергә кәрәк! – тип тамамланы.
Ул шулай уҡ, сарала ҡатнашҡан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллинаға мөрәжәғәт итеп, был мәсьәлә федераль кимәлдә ҡаралырға тейешлегенә лә баҫым яһаны.
Бына шулай, йәмәғәт, башҡа милләттең аҫыл вәкилдәре башҡорт телен яҡлап сығыш яһай! Республиканы бар иткән, ошо ер өсөн быуаттар буйы ҡанын ҡойған башҡорт халҡына ихтирамлы мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт уларға!
Киңәйтелгән ултырышта ирекле микрофонға сығыусылар ҙа булды. Башҡорт теленең үҙенсәлектәрен өйрәнгәндә Гәрәй ырыуы башҡорт­тарының һөйләшенә лә иғтибар итергә тәҡдим итте ошо ырыуҙың етәксеһе, тарихсы Радик Бәхтиев. Бик күп тәҡдимдәр яҙма рәүештә лә әйтелде. Әммә бөгөнгө уҡытыусыларҙың, мәктәптең хәле тураһында шунда эшләгәндәрҙең үҙҙәренең ауыҙынан аныҡ фекер ишетелмәне. Шуныһы ҡыуаныслы: уңайһыҙланып ултырғандар араһында фекерҙәрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтына, “Бәйләнештә” социаль селтәренә һалғандар табылды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы июнь айында бөтә район-ҡалаларҙан уҡытыусыларға сәғәттәре кәмейәсәге тураһында уведомление бирелеү-бирелмәүе хаҡында мәғлүмәт йыйҙы. Ундай уведомление бер нисә район һәм ҡалала ғына бирелде. Бөгөнгө тикшереүҙәр һәм Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән уҡыу пландарынан күренеүенсә, ғәмәлдә бөтә башҡорт теле уҡытыусыларының да сәғәттәре байтаҡҡа кәмегән. Хеҙмәт кодексына ярашлы был турала уҡытыусы ике ай алдан иҫкәртелергә тейеш. Шулай итеп, министрлыҡ тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу пландары башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе ҡыҫҡартыу менән генә сикләнмәй, ә Хеҙмәт кодексын боҙоуға ла юл ҡуя. Үҙегеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы белеп, сәғәттәрегеҙ ныҡ кәмегән йәки нагрузкаһыҙ ҡалған осраҡта, судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Йәнә лә дәүәт теле булған башҡорт теле ФГОС-тың база өлөшөнә инергә тейешлеген оноторға ярамай.
Башҡорт теле – дәүләт телеУл арала Интернет селтәрендә Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильеваның фекере таралды. REGNUM мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, ул Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында, Рәсәй Федерацияһы субъ­ект­тарында дәүләт телдәре булып һаналған милли телдәрҙе өйрәнеү уҡыусыларҙың хоҡуғын боҙоу тип һаналмай, тип белдергән. Ул шулай уҡ Конституция Судының вердикты хаҡында ла иҫкә төшөргән. Иҫкә төшөрөп китәйек: унда Татарстан мәктәптәрендә татар телен өйрәнеү бер кемдең дә тәрбиәләү һәм белем алыу телен ирекле һайлау хоҡуғын боҙмай, әгәр ул имтихандарҙы тапшырыу һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә ҡамасауламаһа, тиелгәйне. О. Васильева шулай уҡ: “Беҙҙең илебеҙ күп милләтле, күп конфессиялы. Яныңда йәшәгәндәрҙең телен икмәк-тоҙлоҡ ҡына белеү ҙә – ул яҡты мөнәсәбәт билдәһе, тип уйлайым... Миңә ҡалһа, әгәр һин Баш­ҡортостан йәки Татарстан террито­рия­һында тыуғанһың һәм йәшәйһең икән, уларҙың телен белмәүең дөрөҫ үк түгел...” – тине.
Киңәйтелгән ултырышта бөтә тәҡдимдәрҙе лә иҫәпкә алып резолюция ҡабул ителде һәм уның Башҡортостан, Рәсәй Конституция Суды ҡарамағына, етәкселәргә ебәреләсәге хаҡында әйтелде.
Үҙ сиратымда милләттәштәремә мөрәжәғәт итке килә. Хөрмәтле замандаштар, башҡаларға көсләп телебеҙҙе таҡҡансы, үҙебеҙ туған телебеҙҙә аралашайыҡ, балаларыбыҙҙы өйрәтәйек. Кешене өйрәткәнсе, үҙеңдең ғаиләңдә хоҡуҡты боҙмау кәрәк бит әле. Ҡайһы яҙыусы балаларының ғына түгел, ейәндәренең дә башҡортса рәхәтләнеп һөйләшеүе менән ғорурлана ала? Кемегеҙҙең балалары китаптарығыҙҙы ҡулына алып уҡый? Был һорауға ыңғай яуапты Мәрйәм Бураҡаева, Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниеваның ауыҙынан ишетә алам. Ә башҡа зыялыларҙың балалары, ейәндәре туған телде беләме? Ә башҡа замандаштар нимә тиер?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 168

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 289

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 197

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 109

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168