Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берәүҙән икәү яҡшы
Берәүҙән икәү яҡшыҺуңғы йылдарҙа илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла демографик хәл киҫкен килеш ҡала. Күптәр быға күнекте лә шикелле. Ошо мәсьәләнең сиселеш тапмауы йылдан-йыл үҙен һиҙҙерә.
Әлеге ваҡытта илдә пенсия йәшендәгеләр һаны Рәсәй халҡының өстән бер өлөшөнә яҡынлаша. Ватандың Пенсия фонды оҙаҡ йылдар дотацияла ултыра. Сәбәбе – хеҙмәткә яраҡлы халыҡ һанының ҡырҡа кәмеүе, эшләгәндәрҙең дә тос ҡына өлөшөнөң хеҙмәт хаҡын “конвертта” алыуы. Тимәк, ошо төркөмгә ҡарағандар пенсия һәм башҡа фондтарға иғәнә күсермәй йә быны өлөшләтә генә башҡара. Тейешле органдар был проблеманы хәл итә алмай. Рәсәйҙә йыл да яҡынса хеҙмәткә яраҡлы 700 мең кеше үлә. Ил етәкселеге йыш ҡына, Рәсәйҙә эшһеҙлек күләме әллә ни ҙур түгел, тип йыуата. Ә күпме кеше хеҙмәткә урынлаштырыу үҙәктәрендә иҫәптә тормай, был күренеш ауыл ере өсөн бигерәк тә хас.
Ил күләмендәге демографик көрсөк Рәсәй армияһын кешеләр менән тәьмин итеүҙә лә проблемалар тыуҙыра. Илдә әлеге 27 йәш урынына 30-35 йәшкә тиклем ил һаҡлаусылар сафына баҫтырыу мәсьәләһе өйрәнелә. Һуңғы йылдарҙа тыуым кимәлен күтәреү буйынса төрлө саралар күрелһә лә, ул проблеманы сисеүҙә ыңғай күренеш күҙәтелмәй.
Һөҙөмтәлә яҡынса Ер шары майҙанының етенән бер өлөшөндә урынлашҡан илдә ни бары 146 миллион халыҡ йәшәй. Ә Рәсәйҙән майҙаны буйынса тиҫтәләрсә тапҡыр кәмерәк булған күп кенә илдәрҙә ошо тиклем, хатта унан күберәк кеше көн күрә.
Шундай шарттарҙа илдең демография, миграция һәм төбәк үҫеше институты етәксеһе Юрий Крупновтың Президент Владимир Путинға “Күп балалы ғаиләләр статусы” тип аталған закон проектын ебәреүе мәғлүм булды. Был документ, нигеҙҙә, өс проблеманы хәл итеүҙе күҙ уңында тота: 1. Бер балалы һәм бала табырға һаулығы булып та бала тапмаған ғаиләләргә махсус һалым һалыу. 2. Бала ҡарау ваҡытын хеҙмәт стажына индереү. 3. Күп балалы ғаиләләргә бөтә уңайлы шарттары булған ер биләмәләре биреү.
Киң мәғлүмәт сараларында ошо закон проектын тикшергәндә тәүге проблема ҙур бәхәстәр тыуҙыра. Кемдәрҙер илдәге демографик хәлгә ишара яһап, мөмкинлектәре булып та, бер генә бәләкәс тәрбиәләгән йә бөтөнләй балаһыҙ ғаилә ағзаларына һалым һалыу яҡлы. Улар фекеренсә, ошо өҫтәмә финанс мөмкинлеге күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамын көсәйтергә мөмкинлек бирәсәк.
Шул фекергә ҡаршы килгәндәр өҫтәмә һалым булдырыу кеше хоҡуғын боҙа, һәр бала көтөп алынған булырға, ә һалым түләүҙән ҡотолоу өсөн табылырға тейеш түгел тип белдерә. Тәү ҡарашҡа ике яҡтың да фекерендә эҙмә-эҙлелек бар. Шуға ла йәмғиәттә был мәсьәләгә кире ҡараш тыумаһын өсөн, һалымдың төплө нигеҙе булырға, һәм ул ил халҡына яҡшылап аңлатылырға тейеш. Бында ғәҙеллек тураһында уйларға кәрәк. Мәҫәлән, балаһыҙ йә бер генә бала тәрбиәләгәндәргә һалым һалғанда уларҙың һаулығы, матди, торлаҡ хәле һис шикһеҙ иҫәпкә алынырға тейеш. Халыҡ һаны артһын өсөн, һәр ғаиләлә балалар һаны икенән күберәк булырға тейеш, ләкин статистика күрһәтеүенсә, илдә күп балалы ғаиләләр һаны йылдан-йыл кәмей бара.
Бала бағыу еңел түгел. Был – ауыр, мәшәҡәтле, әммә изге, бик тә кәрәкле хеҙмәт һәм бурыс. Шуға ла ошо мөһим эштә дәүләттең ярҙамы бик тә кәрәк. Дөрөҫ, илдә, мөмкин булғанса, булышлыҡ күрһәтелә. Тик финанс ярҙам ҙурыраҡ күләмдә кәрәктер. Әле һүҙ алып барған концепция авторҙары Әсәлек капиталын икенсе баланан башлап түләүҙе хата тип иҫәпләй. Ысынлап та, өсөнсө баланан башлап биреләһә, уның суммаһын да күпкә арттырырға мөмкин булыр ине.
Йомғаҡлап әйткәндә, хәленән килеп тә, бала тапмай, тик үҙҙәре өсөн генә йәшәргә ынтылған ғаиләләргә уйланырға урын бар, сөнки әлеге әсе демографик ысынбарлыҡ яҡын йылдарҙа яҡшы яҡҡа ҡырҡа үҙгәрмәһә, киләсәктә армия сафына кеше туплау ауырлашасаҡ, хаҡлы ялдағыларҙы пенсия менән тәьмин итеү ҡатмарлашасаҡ, ололарҙы ҡарау буйынса проблемалар киҫкен­ләшәсәк һәм башҡа социаль-сәйәси, социаль-иҡтисади проблемалар барлыҡҡа киләсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 657

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523