Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайышты ҡыҫыбыраҡ быуһаң...
Ҡайышты ҡыҫыбыраҡ быуһаң...Рәсәйҙең Берләшкән кредит бюроһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, былтыр кредиттар бурысы 891,3 миллиард һумға еткән. Ләкин, нисек кенә булмаһын, көтәсәккә алыусылар һаны кәмемәй.
Был йылдың беренсе кварталында банктар халыҡҡа уҙған йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк кредит биргән. Иң әүҙем клиенттар Мәскәү ҡалаһында икән. Кредитты ҡайһы осраҡта алырға була, әлеге һаҙлыҡҡа батмаҫ өсөн ни эшләргә, поручитель булыу ҡурҡынысмы?..



Кредитҡа бәйлелек —
психологик сир


Статистика буйынса, һәр икенсе кеше кредит түләй. Рәсәйҙең Берләшкән кредит бюроһынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса, ауыр хәлдә ҡалған рәсәйҙәрҙең 59 проценты кредит биргән ойошмаға мөрәжәғәт иткән. Психологтар кредит алыр алдынан ете ҡат уйлап, бер ҡат киҫергә кәңәш итә. Теге йәки был тауар алғанда аҡса етмәү проблемаһын башҡаса хәл итеп булмаймы? Бәлки, берәйһенән бурысҡа һорап торорға мөмкиндер? Кредитты ваҡытында түләп барырға мөмкинлегегеҙ булғанда ғына алырға кәрәк, ти белгестәр. Иң яҡшыһы — ҡайышты ваҡытлыса нығыраҡ ҡыҫып быуыу, аҡса булғанда ғына нәмә лә булһа һатып алыу, әлбиттә.
Кредитомания тигән ауырыу ҙа бар икән. Кредитһыҙ тора алмаған, сәбәпһеҙ ҙә банктан аҡса алырға яратҡан кешеләргә ҡарата ҡулланалар был терминды. Медицина телендә уны “финанс аддикцияһы” тип атайҙар.
Аддикция күҙәтелгән кешеләр төшөнкөлөккә бирелеүсән була. Һәр кем өсөн билдәле бер ҡиммәттәр бар, әгәр кеше шуларһыҙ тора алмай икән, рәхәтлек биреү сығанағы туҡталғас, депрессияға бирелә. Әйтәйек, кредитҡа бәйле кеше аҡса күрһә, һөйөнә, гел бурысҡа алып тороу уға рәхәтлек бирә. Түләме бөтһә, борсола башлай. Ришүәт алырға күнеккән кеше лә шулай бит, аҡса инмәй торһа, күңеле боша. Ҡыҫҡаһы, ришүәт алыу, кредит алыуға бәйлелек — финанс аддикцияһы билдәләре. Был — тиҙ генә уҙмай торған, психологка мөрәжәғәт итергә кәрәк булған сир. Бары психологтарға мөрәжәғәт итеп кенә әлеге бәйлелектән ҡотолорға була.

Поручитель булыу хәүефле

Банктар нисек кенә ышандырырға тырышһа ла, белгестәр әйтеүенсә, процентһыҙ кредит булмай. Шулай ҙа төрлө акциялар, ташламалар ҡыҙыҡтыра бит. Юғиһә банктарҙың бу­рысҡа биреп тороу иҫәбенә йәшәүен аңлайбыҙ ҙа кеүек. Ә бына йәшерен комиссияларҙы йыш ҡына ябай халыҡ төшөнөп бөтмәй.
Поручитель, шул уҡ кредит алған кеше кеүек, барлыҡ яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә йөкмәй. Кредит алыусы бурысын түләй алмай икән, банктар поручителгә мөрәжәғәт итә. Шуға ла, ярҙам итәм тип, үҙеңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуың да бар икәнен онотмаҫҡа кәрәк.
Рәсәйҙә граждандарҙың бөлгөнлөккә төшөүе тураһында закон үҙ көсөнә ингәндән һуң, кредит һаҙлығынан ҡотолған кешеләр һаны бермә-бер артты, тип әйтеп булмай. Банкка кредитын түләп бара алмаған заттар хәҙер үҙен банкрот тип иғлан итергә хоҡуҡлы булһа ла, ҡаты талаптар бар. Бының өсөн граждандың банкка 500 мең һумдан артыҡ бурысы булырға һәм ул өс ай дауамында түләнмәгән булырға тейеш. Кредит алған кеше судҡа бурыстарын ҡайтара алмауын да дәлилләргә бурыслы. Банкрот тип танылыу өсөн сығымдар ҙа талап ителә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524