Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ни хәлдәһең, башҡорт сәсәне?
Ни хәлдәһең, башҡорт сәсәне?Әүәле бөтә башҡорт ырыуҙарының да үҙ сәсәндәре булған. Ырыу-ара ыҙғыш сыҡҡан осраҡта һәр ҡайһыһының сәсәне майҙан тотҡан, үҙ-ара әйтештәр уҙғарып, ҡайһы сәсән еңә – ыҙғышта шул ырыу еңеүсе тип табылған...
Ошо кескәй этнойәмғиәтебеҙҙә бөгөн ул хәтлем ырыуҙар бүленеше юҡ та, ғөмүмән, йәш быуындың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә күпселеге үҙенең ҡайһы ырыуҙан икәнен, хатта етенсе түгел, өсөнсө-дүртенсе быуын ата-олатайҙарын белмәй. Бәлки, бының сәбәбе, үрҙә әйтеп үткәнебеҙсә, һәр ырыуҙың сәсәне булмағанлыҡтандыр?.. Бөгөн, ғөмүмән, беҙ кемделер сәсән тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙмы икән? Һәр ырыуға булмаһа ла, бөтә милләтебеҙгә, исмаһам...
Ошо уйҙар килде башҡа күптән түгел Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында “Сәсәндәр мәктәбе” ойошторған ҡаҙаҡ-башҡорт әйтешендә... Форсаттан файҙаланып, “Сәсәндәр мәктәбе”нең етәксеһе Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА менән милләтебеҙҙәге сәсәнлек кимәлен баһалау йәһәтенән әңгәмә ҡорорға насип булды.

– Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы, миллә­тебеҙҙең сәсәнлек тарихын тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән шәхес булараҡ, бөгөнгө башҡорт сәсәндәренең ижади кимәленә баһа бирһәгеҙ ине.
– Һәр күренешкә үҙ заманында баһа биреү ауыр, тип әйтә алмайым, әммә Пушкиндың бик аҡыллы һүҙе бар бит: “Большое видится на расстоянии”.
Ҡасандыр Ҡобағош, Аҡмырҙа, Байыҡ Айҙар, Һабрау, Ҡаҙ туған йырау-сәсәндәребеҙ мәшһүр сәсән, аҡын, һүҙ оҫталары булып танылып, әйтештәрҙә еңеп, ҡаҙаҡ-башҡорттар үҙ-ара әйтештәр бәйгеһендә ҡатнашып, майҙандар тотоп, уларҙың һүҙҙәрен быуын-быуын халҡыбыҙ үҙенә алып, алтындай ҡиммәт итеп тапҡыр һүҙгә, аҡыл кимәленә әйләндереп йөрөтә башлаған дәүерҙе һәм шул ваҡыттағы һүҙҙең ҡәҙерен, асылын, халыҡтың, милләттең күңеленә ниндәй йоғонто яһағанын ана шул ваҡыттарҙан алып ныҡлап баһалайбыҙ. Һабрау сәсәндең аҡыл һүҙҙәре, Иҙеүкәйгә Мораҙымдың нәсихәт биргәне, Уралтауҙы маҡтап, уны ни тиклем йәнең-тәнең менән яратырға тейешлеге лә бөгөн көнүҙәк. Әммә ул заманда Һабрау һымаҡ әйткән кеше булмаған. Артабан килеп, мәҫәлән, Байыҡ Айҙар йөҙ йәшендә ай-һай килеп батырҙарҙы ҡаршылап, сәләмләп тә, йырлап та, бейеп тә, арҡаларынан ҡағып, һамаҡ әйткән икән, улар шул ваҡытта уҡ халыҡты дәртләндергән, ә беҙҙең заманда уның алтынға бәрәбәр булыуы, затлылығы, ҡәҙерлелеге тағы ла нығыраҡ артылып әйтелә.
Шуға күрә лә беҙҙең замандағы сәсән­лектең үҙенсәлектәре бар. Бер нәмәгә баҫым яһар инем, беҙҙең замандағы Хәнифә Әүбәкир ҡыҙы, Вәсилә Садиҡова, Гөлнур Мәмлиева, Мәүлит Ямалетдинов, Ғәрифә Кудрявая, Фәүзиә Юлдашбаева, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Асия Ғәйнуллина кеүек бына ошо ХХ быуат аҙағы, XXI быуат башы ижадсыларының илһамлылығы, аһәңлелеге, илем, телем, ерем тип халыҡҡа сығыуы ғәмәлдә сәсәнлек һәм сәсәнлектең терелеүе булды. Уларҙың, йәғни беҙҙең ижадты, мәҫәлән, Ҡобағош, Аҡмырҙа, Ҡарас, Байыҡ Айҙарҙарҙың ижады менән сағыштырып ҡарарға ярамай. Һәр замандың үҙ оҫталары, үҙ ҡиммәттәре, әйтә торған ысулдары, формулировкалары, стиле бар. Мәҫәлән, боронғо сәсәндәрҙең ижадында кинәйә менән әйтелгән, хикмәтле тел төбөнән сыҡҡан, аңлашылып бөтмәгән образдар ҙа бар. Мәҫәлән, Ҡобағош сәсән Ҡараһаҡал яуы алдынан халыҡҡа былай тип мөрәжәғәт итә:
Төндә йөрөгән эттәр үлтерелеп бөтөлдө,
Ағас баштарына ҡор ҡунмаған,
Рус батшаһының һаҡалы бар микән,
Кейемгә ямау ғына булмаҫ микән.
Халыҡ уны аңламай ҙа ҡала. Ә ул кинәйә менән әйткән була: 1736–1740 йылдарҙағы ихтилал алдынан, халҡым, ерем-һыуым тип йөрөгән батрыҙарыбыҙ үлтерелеп, язаланып бөтөрөлдө, ти. “Ағас баштарына ҡор ҡунмаған”, йәғни яңы батырҙар яңы илде күтәрерҙәрме икән, ә “ямау булмаҫмы икән” тигән һүҙ, ана шул Ҡараһаҡалдың килеүе халыҡ өсөн ямау ғына булмаҫмы икән, тигән кинәйәлә әйтелә.
Тағы ла бер әйтем бар: “Илағыһы килгән бала атаһының һаҡалы менән уйнай”, шуға күрә сәсән әйтә: “Рус батшаһының һаҡалы бар микән”, – ти, йәғни ул кинәйәләп, илағың килмәһә, һаҡал менән уйнамай тор, тип иҫкәртә. Быны ошолай бер төптән кинәйәләп әйтеү бөгөнгө заман кешеләренә хас түгел. Бәлки, ана, 60-70 йәшлек атайҙарыбыҙ-олатайҙарыбыҙ аңлар. Ә беҙҙең замандағы кешеләргә, залға, тамашасыларға фекереңде рифмаға һалып, уйлап-көйләп әйтһәң дә, аңлап та бөтмәүҙәре бар. Һәр осраҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шуға тап булаһың.
Шуға күрә мин ошо XXI быуат сәсәнлегенең һаман да әле баш күтәреп, һаман да әле ҡылған һымаҡ нескә генә булыуына ҡарамаҫтан, бирешмәй йәшәүенә хайран ҡалам, сөнки “Урал батыр” эпосын әйткән кешеләрҙе ваҡытында япҡандар...
– Ә ҡырғыҙҙар, “Манас” эпосын һөйләп, сәсәнлектәрен күрһәткән кеүек, беҙҙә лә “Урал батыр” эпосын һөйләгәндәр сәсән була аламы?
– Бына тағы бер фекер: Мөхәммәт Ғабдулла Сәиди Әл Һаҡмари Әл Бөрйәни Әл Бохари тигән изге, ғәләмәт күркәм уҡымышлыбыҙҙың һәм уның улы Мөхәммәт Әнүәр Сәиди Әл Һаҡмари Әл Бөрйәни әүлиәләрҙең балаларына әйтеп ҡалдырыуынса, улар мәҙрәсәләрҙә һәр ваҡыт шәкерттәрҙән “Урал батыр”ҙы ятлатҡан булған. Ул ваҡыт “Урал батыр”ҙы белмәгән бала булмаған мәҙрәсәлә. Бына ниндәй мәктәп булған ул – Урал батыр мәктәбе.
Хәҙер әлеге шул XXI быуат сәсәндәр мәктәбенә фәһем итеп әйткәндә, был эпос­ты яттан һөйләү – үҙе бер мәшһүр сәсәнлекте күтәреү ул. Әйткәндәй, хәҙер “Сәсәндәр мәктәбе”ндә шөғөлләнгән 35-тән ашыу ҡыҙ һәм егеттәребеҙ бар, “Урал батыр”ҙағы 4556 юлды яттан белгән балаларыбыҙ бар. Улар – башҡортобоҙҙоң алтын фонды. Һәм уларға мөнәсәбәт шулай булырға тейеш.
Икенсенән, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү мәктәптәр программаһына инергә тейеш. “Урал батыр” бәйгеһендә ҡатнаш­ҡан балалар ғына түгел, һәр бала уны яттан белһен. Ул аксиоматик күренеш, был турала күпме яҙғаным, һөйләгәнем бар, күпме тырышам, иншаллаһ, ҡабул булыр.
Тағы ла бер күренеш – ана шул әле әйткән Вәсилә, Хәнифә апайҙарыбыҙ, сәсәндәребеҙ арҡаһында, уҙған быуат сәсәндәренең тынын тотоп суверенлыҡты, ер-һыуҙы, ғәҙеллекте яҡлауҙы дауам итеү. Ул – феноменаль күренеш. Ҡырғындарҙа ҡырылып, Салауатты йырлаған өсөн генә телдәре киҫелеп, Себер ебәрелеп, “Урал батыр”ҙы, “Аҡбуҙат”ты, “Ҡара юрға”ны һөйләгән өсөн генә НКВД кешеләре тарафынан тыуған ауылдарынан ситкә ҡыуылғандар уҙған быуаттарҙа.
Йәнә дүртенсе күренеш – Рәсәйҙең уртаһында, Европа менән Азия сиктәш урында, үҙ мөхитебеҙҙе, башҡортло­ғобоҙҙо, телебеҙҙе, менталлегебеҙҙе юғалтмау өсөн сәсәнлекте һаҡлап ҡалыу халыҡтың юғары тарихи абруйы тураһында һөйләй. Әгәр ҙә уның юғары тарихи репутацияһы булмаһа, бөгөнгө сәсән ҡул һелтәр ине ошо ижадына. Бында бит бик күп фиҙакәрлек тә кәрәк. Бына, мәҫәлән, ошо “Урал батыр” сәсәнлек мәктәбен мин 2011 йылдан алып барам, бушлай, үҙ иҫәбемә. Халҡыма, телемә саҙаҡа булһын тип.
Уны аңлаған кеше лә, аңламағаны ла бар. Үҙен күрһәтә тигән яман теллеләре лә осрай. Ә күпме йөрәк көсөн талап итә ул, күпме эш, күпме ижади көс һалырға тура килә. Ә бит ғалимдың эше былай ҙа күп. Шуға күрә Аллаһы Тәғәләмә шөкөрана ҡылам, ошо эште алып бара алғаныма, сәсән тынын, сәсән булмышын, сәсән рухын дауам итә алғаныма шөкөрана ҡылам. Был осраҡта беҙгә тупланыу һәм берҙәмлек кәрәк. Сәсәнлек мәктәбе рухи күтәренкелек һәм юғары гражданлыҡ хисен һаҡлай. Тел, тарих, этнография, фольклор ғына был тиклем менталлекте, халҡыбыҙҙың был тиклем идеологик юғарылығын һаҡлай алмай. Шуға күрә лә ошо ижадты һәр кем өйрәнергә тейеш. “Урал батыр” эпосын һәр кем белһен ине. Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең беренсе ҡануны итеп беҙгә “Урал батыр” эпосы ебәрелгән икән, беҙ уны яттан һөйләргә тейеш.
Һәр пәйғәмбәрҙән китап ҡала, Заратустранан – “Авеста”, Мусанан – “Евангелия”, ә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән – “Ҡөрьән”... Ул “Урал батыр” статусын алғансы пәйғәмбәр булған. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә тиклем 124 мең пәйғәмбәр булған, шуларҙың береһе – Уралыбыҙ. Беҙ Уралдың ысын исемен белмәйбеҙ ҙә... Шуға күрә ошо китап – беҙҙең ҡотҡарғыс көсөбөҙ. Кеше үҙе уны уҡый башлағас та, шулай уҡ балалар ҙа, ул көс бирә, тип әйтә. Мин өҫтәп шулай тиер инем халыҡҡа: Урал батырға һәйкәл кәрәк, әммә эпос, милләт ҡануны булараҡ, башҡорттоң күңеленә, йөрәгенә инергә тейеш тәүҙә.
– Йәмғиәтебеҙҙә замана сәсәндәре хаҡында имеш-мимештәр йөрөй... Шунан сығып һорау бирер инем, ә ниндәй ул бөгөнгө сәсән, уға ниндәй сифаттар хас?
– Бына мин белгән яҡшы сифатлы сәсәндәр, ысынлап та, йор һүҙле, киң күңелле, аҡыллы, берҙәм рәүештә илде хәстәрләйҙәр. Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә Мәүлит Ямалетдинов сығыш яһағанда, йөрәгенән үткәреп, ил, ер-һыу тураһында һағышланып, һамаҡлап, көйләп һөйләне. Бына ул – ысын сәсән. Мин, мәҫәлән, Мәүлит Байгилде улының ҡасандыр кемделер яманлағанын, кемделер битәрләгәнен, зарланғанын ишетмәнем, ул үҙ эшен алып бара.
Шул уҡ Хәнифә апай таҡмағын да, һамағын да сығара. Меҫкенләнеп, кемделер артынан һөйләп йөрөмәй. Уларҙың һәммәһенең сифаты – сәсәнлек. Ул аш бүлмәһе вәсвәсәһе түгел, ә ил, ер, һыу, халыҡ һүҙе... Бына уларҙың, әлбиттә, күңеле тулы йыр.
Күркәм сифаттар элекке сәсәндәребеҙгә лә хас булған. Беҙ сәсәндәрҙең кем икәнен, кешелек сифаттарын белмәйбеҙ, һәр кемдең дә кире яғы барҙыр, әммә ул ерем-һыуым тип сәфәр ҡыла, думбыраға һәм ер-һыу тип оло һүҙгә тотона икән, беҙ ул кешене тик сәсән һәм халыҡ вәкиле, һүҙ оҫтаһы булараҡ ҡабул итергә тейешбеҙ. Шул уҡ Зәки Вәлиди, Зәйнулла Рәсүлев, Шафиҡ Тамъяни – һәммәһе алтын фондыбыҙ. XXI быуатта бөтөн нәмә трансформация кисерә. Ниндәйҙер дейеү рәүешенә инә хатта заман. Хатта халҡыбыҙ асылын юғалта башлағандай, бөтөн милли ҡиммәттәр түңкәрелә кеүек...
– Быға нимә сәбәп?
– Быға, әлбиттә, техногенлыҡ сәбәп тип тә әйтергә була. Компьютер һинең өсөн уйлай, һин клип буйынса фекер йөрөтәһең, һиңә көнө-төнө байлыҡ хәжәте тураһында мәғлүмәт килә. Балаға ла шулай: “Һин тиҙерәк байыҡ, туйғансы аша, юҡһа ябығаһың, ошоно отһаң, бер нәмә лә эшләмәйенсә тиҙ генә байығып китәһең, үҙ-үҙеңде ярат”, – тиҙәр. Ә былар – ҡот осҡос идеология. Ана шул тыйыуҙың булмауы хәүефле. Кем нимә теләй, шуны ҡыла. Үтә байҙар ҡотороп байый. Ошондай мәлдә икмәккә май булып яғыла торған һүҙҙәрҙе ишетке килә. Халыҡ бит көтөү түгел, уға һәр ваҡыт алтын бағана кәрәк. Әйтеүсе, һөйләүсе, шәхес, батыр, ана, инә кәрәк. Ә хәҙер теге йәки был изге эште башлаһа, бының өсөн миңә аҡса, аш, грамота, исем, урын, кәнәфи, түрәлек кәрәк ти башлайҙар... Элек рухи ҡиммәт менән йәшәгәндәр. Оло кешене рәнйетһәң, һине ауыл тултырып, өҫтәл тултырып әрләгәндәр. Яңылыш ҡына кемдеңдер малын ҡураңа ҡыуып керетһәң, ауыл алдында битәрләп әйткәндәр, оят иткәндәр. Бына хәҙер оят технологияһы ла, намыҫ та китте. Элек намыҫ баба китте, ахыры, ауылдан, ыҙғыш-талаш күбәйҙе, тип бабайҙар намыҫ бабайға ҡорбан салдырған. Ә хәҙер ул намыҫ тигәнгә көлөп кенә ҡарай башланыҡ. Бына ошо намыҫ, ырыҫ, бәрәкәт, ил бәхете, дәүләт мәнфәғәте тигән күренештәрҙең юғалыуы күренә. Ана шул сәбәпсе. Ул сәбәптәргә инеп китһәң, уйылып китерлек...
Элек бер аҡыллы әйткән, илең бай булһын тиһәң, ханың ярлы булырға тейеш. Шуға ла “хан талау” тигән бер йола булған. Ул өс йыл хакимлыҡ итә лә, бер көн уның бөтә байлығын халыҡҡа таратып бирәләр, бер нәмә лә ҡалмай, уның тик аҡылы һәм батырлығы ғына кәрәк. Ә хәҙер былар юҡ...
– Был, бәлки, быуындар бәйләне­шенең өҙөлөүенән киләлер?
– Ул да бар. Быуындар бәйләнеше тигән әйберҙә нәсихәт әйтеү күҙәтелә. Һин өйөңдә матур итеп тәрбиәләнәһең, ә ситкә сыҡһаң, эшкә ҡайҙалыр барһаң, һин талау, рәнйетергә, кәмһетергә тырышыуҙы күрәһең. Үҙең булып ҡалыу, донъяңды алып барыу өсөн, ысынлап та, был күренештәргә иғтибар итмәҫкә, йәғни тышҡы күренеште йөрәк аша үткәрмәҫкә кәрәк. Тик үҙеңдең аҡылыңа таян, Аллаһы Тәғәлә бойорған юлдан бар.
Бына япондар ни өсөн оҙаҡ йәшәй? Улар ҡанун ҡабул иткән. Бер кемгә лә бер ҡасан да һис кем ауыр һүҙ әйтмәй. Бына беҙҙең менталитет яманға әйләнеп китеп бара, шуға күрә әйтәм бит, асылыбыҙҙы юғалтабыҙ...
– Ә бөгөнгө шағир-яҙыусыларҙы сәсән тип әйтеп буламы?
– Шиғыр яҙып, уны кеше алдында йә сәхнәлә ҡағыҙ тотоп уҡый икән, ул сәсән түгел. Сәсән һүҙе күңелдән ярһып сыға. Бәлки, ул ҡытыршылыр, нимәһе менәндер килешеп тә етмәйҙер, рифмаһы ла, эпитеттары ла етмәйҙер, әммә ул халыҡҡа ҡарап, йөрәге аша үткәреп, яттан һөйләргә тейеш. Коллективтың фекерен тәрбиәләр өсөн сәсән һүҙен тыңлау кәрәк. Сәсән – ул дипломат та, һүҙ оҫтаһы ла, яугир ҙә, шағир ҙа... Ул милләттең уҡытыусыһы, дауалаусыһы, күпме матур сифат бар унда.
Шулайҙыр ҙа... Бөгөн сәсәнлекте үҙ иңдәрендә, үҙ ҡәлебендә, үҙ йөрәгендә күтәреп, уҙған быуаттар менән киләсәкте тоташтырып башҡорт ере өҫтөнән сабыр ғына атлап барған сәсән апай-ағайҙарыбыҙға, егет-ҡыҙҙарыбыҙға эш етәрлек әле. Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы әйтмешләй, бәлки, бөгөн беҙ уларҙы аңлап та етмәҫбеҙ, тәнҡитләрбеҙ ҙә... Әммә уларҙың фиҙакәр хеҙмәтен, ҡайһыһы ысын сәсән, кемеһе шөһрәт өсөн килгән сәсән икәнен киләһе быуындарыбыҙ баһалар...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 617

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 613

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 265

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 424

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 247

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 514

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 309

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 318

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 139

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 247

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 152

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 374