Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөтә уңайлыҡтар ҙа – баланың киләсәге өсөн
Бөтә уңайлыҡтар ҙа – баланың киләсәге өсөнМәғариф өлкәһендә реформалар даими булып тора. Бер нисә йыл элек сираттағы үҙгәртеп ҡороу менән күҙмә-күҙ осраштыҡ. Ябай ғына итеп әйткәндә, аутсорсинг (аутсорсинг – сит сығанаҡтарҙан файҙаланыу) тип атала ул. Уға ниндәй мәғәнә һалынған йәки уның төбөндә нимә ята? Тәрәнгә китеп аңлатҡанда, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында профилле булмаған йүнәлештәр, әйтәйек, балаларҙы туҡландырыу, бүлмәләрҙе йыйыштырыу, ихатаны һепереү, бинаны һаҡлау һәм транспорт менән хеҙмәтләндереү, килешеү нигеҙендә, махсуслашҡан компанияның ҡарамағына тапшырылып ҡуйыла. Маҡсат изге – мәктәп директоры һәм балалар баҡсаһы мөдире бөтмәҫ-төкәнмәҫ административ-хужалыҡ эштәренән тулыһынса азат ителә, был иһә етәкселеккә уҡытыу һәм тәрбиә мәсьәләләренә күберәк иғтибар бүлергә мөмкинлектәр аса.
Хәйер, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында был турала аңлайышлы итеп һөйләне, бихисап һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙе, был йәһәттән күптәрҙең “күҙен асты”.
Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, бындай аш-һыу блоктары – беҙҙәге балалар баҡсаһындағы бушаҡ урындар. Улар шул тиклем күп майҙанды биләй, уңайһыҙ урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярым фабрикат йәки әҙер ризыҡ алып килә торған берҙәм комплекс юҡ. Ә урындарҙа улар йылытылыр һәм бөтәһе лә туҡланыр ине. Ғөмүмән, был идеяны балалар баҡсаһына ғына түгел, хатта мәктәп һәм дауаханаларға ла индерергә мөмкин.
Был хаҡта һабаҡташымдың да фекере ыңғай. Элек уларҙың офисында техничка һирәк күренгән. Күп осраҡта ҡайһы берәүҙәргә уны осратыу бәхете тәтемәгән дә әле. Билдәле, кәштәләр саңға батҡан, иҙәндең бысраҡлығы тураһында телгә алыу артыҡ – сүп күнәген үҙҙәре сығарып түккән. Уның ҡарауы, эш хаҡы алып ятҡан. Мут ҡатындан көлөп, ул һыу өҫтөндәге ҡалҡыуысты хәтерләтә, тиер булғандар. Яңыса эш алымына күскәс, хәҙер бүлмәләре ялтырап тора икән, һәр саҡ тәртиптә тотоласағына тулы гарантия бар. Ысынлап та, клининг компанияһы хеҙмәткәренә бер ниндәй ҙә дәғүә-тәнҡит юҡ, маҡтап бөтә алмайҙар.
“Клининг” ҡына түгел, ә матур яңғыраған “аутсорсинг” тигән сит ил төшөнсәһе лә һуңғы ваҡытта телмәрҙә йыш ҡулланыла башланы. Тәүгеһе аңлашыла инде, сос эшҡыуар ҡара эштән ҡурҡмағандарҙы янына йыйып эшле, үҙ сиратында ашлы иткән, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ менән көслө хеҙмәттәшлек булдырған. Үҙе иһә бөтә ойоштороу хәстәренә сумған, шулай уҡ тегеләр ҙә тирләп-бешеп иҙән йыуыу, балаҫ һепереү, тәҙрә таҙартыу, туҙан һөртөү ише ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә күмелгән.
Йәшәйешебеҙгә ҡапыл килеп ингән аутсорсинг хаҡында төрлө имеш-мимеш йыш ишетелә, әммә күпселек көтөлмәгән яңылыҡты хупланы, уның ыңғай яҡтарын күреп һөйөндө.
Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, тибеҙ. Теләйбеҙме-юҡмы, быны бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ. Айырыуса үҙгәрешкә ҡағылған ашатыу-эсереү мәсьәләһенә бигерәк тә етди иғтибар бүлмәкселәр. Иманым камил, һәр беребеҙ ҡыҙының йәки улының балалар баҡсаһында тамағы туйып өйөнә ҡайтыуын теләй. Һәр хәлдә, бының өсөн ҡутарып аҡсаһын түләйбеҙ ҙәбаһа. Хәйер, ас баланан нимә өмөт итәһең инде? Улай ғына ла түгел, уға һыуыҡ аш бирмәйҙәрме, шәкәрһеҙ һәм һөтһөҙ сәй эсермәйҙәрме йә ҡатҡан икмәк кимермәгәйе – быларҙың барыһы тураһында ла борсолаһың-көйәһең. Ә инде ҡоҫһа йәки эсе китһә, барыбер күңелдә ниндәй ҙә шик бөрөләнә. Балалар баҡсаһындағы ашнаҡсыны тәнҡит утына тотоу урынһыҙ. Һәр кем витаминға бай һәм тәмле итеп бешерелгән ризыҡ менән туҡланһын өсөн көсөн йәлләмәй. Махсус комиссия тарафынан күҙәтеү көслө ҡуйылған: мөдир, медицина хеҙмәткәре һәм ата-әсәләр комитетынан вәкил сифат тәңгәлендә һәр аҙымды ентекле тикшереп тора.
“Бутҡаһы телде йоторлоҡ ашнаҡсы апайҙың, тип маҡтай улым”, – ти Финат учреждение аутсорсинг ҡарамағына күскәндән һуң. Һүҙ ҙә юҡ, бешергән ризыҡтарын ашап туйғыһыҙ. Шул иғтибарға лайыҡ: балалар баҡсаһындағы хеҙмәткәрҙәрҙе мәжбүри эштән ебәреү ҡаралмаған. Уны бары тик РОНО хәл итә, хеҙмәтләндереү компанияһы ашнаҡсының хоҡуҡтарын яҡларға әҙер тора. Хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыу ғына үҙгәрәсәк. Һарыҡ та иҫән, бүре лә туҡ тигән һымаҡ килеп сыға түгелме?! Бер һүҙ менән әйткәндә, аш-һыу блогы хеҙмәткәрҙәре туҡландырыу комбинатына эшкә күсереләсәк.
Туғаным белдереүенсә, ата-әсәләр әҙер ашамлыҡҡа юғары баһа биргән, бынан ары сифатҡа контроль көсәйгән. СанПин был тәңгәлдә “йоҡламай”.
Алдан уҡ әйтәйек: шулай уҡ махсус комиссияны берәү ҙә тарҡатмай. Ғәҙәт­тәгесә, улар көн һайын рационды тикшереп, бешкән ризыҡты тәмләп ҡарай.
Башҡортостан Мәғариф министрлы­ғынан хәбәр итеүҙәренсә, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү ике төргә бүленәсәк, ҡайһы балалар баҡсаһында аш-һыу бешереү өсөн ҡоролмалар бар, уларға сеймал аутсорсингы ҡаралған. Бында йәшелсә, еләк-емеш, ит һәм һөт ризыҡтары, икмәк көн һайын килтереләсәк. Ә уңайлы шарттар булмағандарына ярым фабрикаттар ташыу ойоштороласаҡ. Оло бурыс йөкмәтелгән туҡландырыу комбинаттарына һынатмауҙарын теләргә ҡала.
– Быға хәтлем бала ауырығанда, кис тәрбиәсеһенә шылтыратып, уны иртән исемлектән һыҙҙырып ташлата алдыҡ, – тип һөйләй күршем. – Йәки баҡсаға бармағас, ниңә буш көн өсөн кеҫәнән аҡса сығарырға? Үҙгәрештән һуң да тәртип шулай ҡалды, тейешле урынға тура шылтыратыу шул тиклем уңайлы, уның ошолай ойошҡан рәүештә дауам ителеүен теләйбеҙ.
“Хаҡтар артмаҫмы?” – тип икеләнә өфөләр. Шул ҡыуаныслы: түләү быға тиклем нисек булған, шул көйөнсә ҡаласаҡ. (Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының 1675-се ҡарары нигеҙендә, 2017 йылдың 1 ғинуарынан баланы балалар баҡсаһына йөрөтөүгә хаҡтар туғыҙ процентҡа артҡас, ата-әсәләр бөгөн көнөнә 126-шар һум түләй).
“Рәхәт хәҙер, – ти яңы эш алымын ҡабул итеп өлгөргәндәр, – простыняны, таҫтамалды, яҫтыҡ-юрған тышлыҡтарын үҙҙебеҙҙә түгел, ә ситтә йыуалар, хатта түшәк кәрәк-ярағын үтекләп алып киләләр”. Ысынында кер йыуыу һәм әйбер үтекләү машиналарын техник хеҙмәтләндереүгә аҡса түкмәйһең, электр энергияһы экономиялана.
Тиҙҙән яңы кеше урам һеперәсәк, шулай уҡ лампочка бороу, кабель һуҙыу һәм ялғау кеүек электр менән бәйле мәшәҡәттәрҙе икенсе берәү башҡа­расаҡ, сантехник та ситтән килеп крандарҙы рәтләйәсәк, алмаштырасаҡ икән.
Тәртип тупһанан башлана. Таҙалыҡ тәңгәлендә ҡыҙым йөрөгән балалар баҡсаһына тел тейҙерерлек түгел хәҙер. Урам йыйыштырыусы үҙенә тәғәйенләнгән ихатаһын ғына түгел, ә ҡапҡаның тышҡы яғын да йәй – һепереп, ҡыш ҡарҙан таҙартып торғас, бында шул тиклем күңелле, бөхтәлеккә күҙ ҡарап туймай.
Әйткәндәй, 170-се балалар баҡсаһы туҡландырыу йәһәтенән иҫәп-хисап алып барыуға “Аксиома” процессинг үҙәге менән килешеү төҙөгән. Үҙәктең вәкиле Эдуард Ғөбәйҙуллиндың һүҙҙә­ренә ҡарағанда, ошоға хәтлем түләү үҙәкләштерелгән бухгалтерия аша үтһә, хәҙер аҡса урау юлдар аша түгел, ә тура туҡландырыу комбинатына күсерелә.
– Хеҙмәткәрҙәр комбинатҡа күсе­рел­һә лә, элекке шикелле беҙҙең ашханала эшләй, шулай уҡ беҙгә ярым фабрикаттар түгел, ә сеймал килтерелә, – тип ҡыуаналар 170-се балалар баҡсаһында.
Бюджет учреждениеларын аутсорсингка күсереү күрһәткән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыуға туранан-тура килтерҙе.
Мәктәптәрҙә балаларҙың именлеген тәьмин итеүҙе килешеү нигеҙендә бойомға ашырыуға ла һаҡ ҡарай өлкәндәр. Билдәле сәбәптәр арҡаһында ҡарауылсылар йыш алмашынып тора, ә улай булырға тейеш түгел. Улар һәр уҡыусыны йөҙгә танып белһен тигән фекерҙә күпселек. Улай икән, ике мең тирәһе бала уҡыған ҡала мәктәбендәге һаҡ хеҙмәткәрҙәренә нимә эшләргә? Берәй 50-һен таныһа шәп әле! Унан сығыу юлдары, әлбиттә, бар. Был осраҡта турникет ярҙамға ашыға.
2017 йылда мәғариф, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарындағы 45 мең тирәһе ярҙамсы хеҙмәткәрҙең яртыһын аутсорсингка күсереү бурысы йөкмәтелгән.
Боҙ урынынан ҡуҙғалды, артҡа табан йөҙөү түгел, ә боролоп ҡарау ҙа ахмаҡлыҡ. Хәйер, республикабыҙҙағы баҙарҙы тиҙ арала үҙебеҙҙекеләр яуламаһа, ситтән таныш түгелдәр килеп тулмаҫ, тип кем гарантия бирер? Тимәк, алға...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 631

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 628

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 270

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 428

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 251

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 520

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 313

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 324

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 141

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 251

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 154

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 379