Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ юлығыҙҙы табығыҙ
Үҙ юлығыҙҙы табығыҙ 2012 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт алдына шундай бурыс ҡуйғайны: 2020 йылға тиклем илебеҙҙә 25 миллион эшсе урындар булдырылырға һәм яңыртылырға тейеш. Уның фекеренсә, тап сифатлы эшсе ҡулдар хеҙмәт хаҡы үҫеүенә һәм граждандарҙың тормош кимәле яҡшырыуға этәргес булырға тейеш.


Шулайын-шулай... Әммә эш урынын булдырыу – бер, уларҙы биләүсе кешеләрҙе лә табырға кәрәк бит әле. Был – ысын мәғәнәһендә етди мәсьәлә, сөнки һуңғы йылдарҙа эшсе һөнәрҙәренең абруйы ғәйәт түбәнәйеп, йәштәр аҡса аҙ түләнгән урынға йә бөтөнләй барырға теләмәй, барған осраҡта ла уларҙың квалификацияһы талапҡа ярашлы түгел. Аптырарға урын юҡ – заман шауҡымына бирелеп, һанлы технологияларҙы өҫтөн күреп, һөнәрселек училищеларын, техникумдарҙы ябып бөттөләр, һөҙөмтәлә маляр, ташсы, монтажсы, балта оҫтаһы, слесарь һәм башҡа һөнәрҙәрҙең серҙәрен төшөндөрөр урындар бик аҙ. Нисек йәмғиәттә эшсе профессияларға ҡарата тыуған кире фекерҙе үҙгәртергә, ҡалыптарҙы юйырға? Ни өсөн бөтәһе лә, һәләт-ынтылыштарына ҡул һелтәп, кәрәкһә кәрәкмәһә лә юғары белем алырға атлыға, ә аҙаҡ дипломы буйынса бер көн дә эшләргә теләмәй? Ҡыҫҡаһы, һорауҙар күп.
Әлбиттә, йәштәрҙе ылыҡтырған иң тәүге фактор – матди берәмек. Юғары рәсми эш хаҡы, социаль гарантиялар, тотороҡлолоҡ, яҡлаулы булыуҙы тойоу – бына ошолар эшселәрҙе производствоға ылыҡтыра алған төп шарттар.
Унан һуң эшсе һөнәрҙең абруйын күтәреү ҙә фарыз. Элегерәк эшсенең йәмғиәтебеҙҙә герой һымаҡ һүрәтләнгәнен инҡар итеп булмай: улар тураһында фильм төшөргәндәр, роман яҙғандар, ил кимәлендәге сараларҙа тәбрикләгәндәр... Совет заманы киноларын ғына алып ҡарағыҙ. Хәҙер иһә йәштәрҙең кумирҙары башҡа: уңышлы бизнесмен, банкир, етәксе, сәйәсмән... Күптәр, хыялдағы “карьера”һын юллап, юғары белем алырға ынтыла, ә ысынында иһә, бөгөнгө иҡтисад өсөн юғары белемле белгестәр ул тиклем күләмдә кәрәкмәй ҙә. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәт юғары квалификациялы һөнәр оҫталарына ҡытлыҡ кисерә, улар алтынға бәрәбәр. Шуға күрә йәмғиәт эшсе профессияларға йөҙө менән боролорға, юғары квалификациялы, оҫта ҡуллы белгестәр лайыҡлы эш хаҡы алырға тейеш.
Был йәһәттән профессиональ белем биреү системаһын яңыртып ҡороу ҙа – мөһим шарттарҙың береһе, ил иҡтисады өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү – ярты уңыш. Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек юғары уҡыу йорттарында бакалавриат системаһын индереү – ошо ниәттән сығып тормошҡа ашырылған ғәмәл.
Белгестәр фекеренсә, был йүнәлеш – урта һәм юғары белем биреү программаларының симбиозы, йәғни ике төрлө йүнәлештең берлектә һөҙөмтәле эшләүен аңлата. Бының сере ябай: бөгөнгө һөнәрҙәр юғары квалификация талап итә. Урта звенола эшләүсе белгестәр техник нескәлектәрҙе генә түгел, теоретик базаны ла етди белергә тейеш. Сит телде аңлап-һөйләшһәләр, бигерәк тә шәп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек осраҡта техникум һәм колледж программалары һөнәрҙең ғәмәли алымдарын һәм эш үҙенсәлектәрен төшөндөрөргә ярҙам итһә лә, үрҙә телгә алынған кимәлдәге белгестәрҙе әҙерләй алмай. Бакалавриат системаһы иһә ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән. Бындай белем биреү системаһы кабинетта бирелгән теоретик белемгә ҡушып, махсуслаштырылған лабораторияларҙа, оҫтаханаларҙа ғәмәли күнекмәләр үткәреүҙе күҙ уңында тота, һөҙөмтәлә университет тамамлаған йәш белгес һөнәри оҫталығын да камиллаштырып сыға.
Ысынбарлыҡта иһә әлегә был система йәмғиәттә үҙенең әһәмиәтлелеген тулыһынса аҡларға өлгөрмәне. Йәштәрҙән: “Бакалавр дипломы менән эшкә алырға теләмәйҙәр, тәжрибә туплауҙы йәки белемде камиллаштырыуҙы талап итәләр, әммә эшләмәйенсә нисек камиллашырға мөмкин?” – тигән фекерҙе лә ишеткәнебеҙ бар. Юғары белем алып та, аҡса эшләү өсөн тәүге тура килгән урында хеҙмәт юлын башлағандарҙы ла беләбеҙ.
Уйланыр өсөн тағы бер ҡыҙыҡлы миҫал. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан республикала теркәлгән эшһеҙҙәрҙең һаны уртаса мең кешегә кәмегән. Әлеге ваҡытта төбәктә 24 меңгә яҡын рәсми эшһеҙ кеше бар, ә мәшғүллек үҙәге 43 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итә! Кешеләр күпкә өмөт итәме, мөмкинлектәрен юғары баһалаймы, әллә эшләмәйенсә, эшһеҙлек буйынса пособие алып ятыуҙы хуп күрәме – аңламаҫһың.
Хәйер, арабыҙҙа күктәге торнаға үрелмәйенсә, ҡулындағы турғайға риза булғандар, тырышлыҡ һәм маҡсат менән күпкә өлгәшкәндәр аҙ түгел. Шөкөр, йәштәр араһында ла ундайҙар бар. Әле мәктәпте тамамлаусылар өсөн ҡыҙыу осор – кемдер ҡайҙа барырын, кем булырын аныҡ белә, ә бәғзеләр ярға ырғытылған балыҡ шикелле аптырап ҡала, ниндәйҙер тышҡы тәьҫирҙәр арҡаһында (“дуҫым, класташым шунда бара бит”; “атайым-әсәйем әйткәс, тыңларға кәрәк”; “беҙҙең ғаиләлә уҡытыусы булырға ғына мөмкин” һымаҡ ҡалыплашҡан фекерҙәр, мәҫәлән) теләктәренә-ынтылыштарына иғтибар итмәйенсә, күңеленә ятмаған юлды һайлай. Һөҙөмтәлә киләсәктә барыбер һөнәре буйынса эшләмәй, эшләһә лә, юғары оҫталыҡ тураһында һүҙ йөрөтөп булмаясаҡ. Артабан килтерелгән миҫалдар бәғзеләрҙә өмөт уятыр, тормош юлын дөрөҫ һайларға ярҙам итер, бәлки.
Милена Фәттәхова – Стәрлетамаҡ һылыуы, 18 йәш. Күп профилле колледжда дизайнерға уҡый, уҡыу йортона туғыҙынсы кластан һуң килгән.
– Ҡалыплашҡан фекер буйынса, туғыҙынсы кластан һуң мәктәптән, нигеҙҙә, уҡыу ауыр бирелгән, Берҙәм дәүләт имтиханынан ҡурҡҡан балалар китә. Ошо ҡараш менән килешәһеңме? – тип һорайым.
Милена ижади ғаиләлә үҫеүен, нә­ҫелдәрендә билдәле рәссамдар булыуын, әсәһенең дә матур һүрәт төшөрөүен, ҡасандыр дизайнер булырға хыялланыуын һөйләне. Әммә әсәнең теләге, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошҡа ашмаған – ул шәфҡәт туташы булып эшләй. Уның ҡарауы, Милена үҙе теләп тап ошо уҡыу йортон һайлаған һәм һис тә үкенмәй, мәктәптәгесә, яҡшы билдәләргә генә уҡый. Быйыл ул өсөнсө курсты тамамлаған, тағы бер йылдан яратҡан һөнәрен үҙләштереп, дипломлы белгес буласаҡ.
– Миңә дизайн йүнәлеше ҡыҙыҡлы, – ти Милена. – Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ ниндәйҙер кимәлдә дизайнер – йәшәгән, эшләгән урыныбыҙ уңайлы булһын, зауыҡ талаптарына яуап бирһен тип тырышабыҙ. Мәгәр, был йүнәлеш менән профессиональ рәүештә шөғөлләнгәндәр башҡаларға бөтөнләй икенсе, күпкә камилыраҡ тәҡдимдәр яһай ала.
Әйтеүебеҙсә, ҡыҙ уҡыу йорто алдынғылары иҫәбендә, һәләтле, уңған булыуы менән айырылып тора. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Шулай ҙа иң ҙур уңышы тип халыҡ-ара “Worldskills” хәрәкәтендә ҡатнашыуын атай. Белмәгәндәр өсөн ҡыҫҡаса ғына аңлатма биреп үтәйек.
“Worldskills” – 1946 йылда эшсе һөнәрҙәренә ҡарата хөрмәт уятыу, эшселәрҙең квалификация­һын донъя стандарттарына ярашлы камиллаштырыу, уларҙың оҫталығын арттырыу, ғәмәли һөҙөмтәләр нигеҙендә белем биреү тармағын үҫтереү ниәте менән булдырылған халыҡ-ара ойошма. Был ижтимағи хәрәкәткә һигеҙ тиҫтәгә яҡын дәүләт, шул иҫәптән 2012 йылда Рәсәй ҙә ҡушылған. Ошонан сығып, төрлө илдәрҙә, шул иҫәптән беҙҙең дәүләттә лә һөнәри бәйгеләр, чемпионаттар үткәрелә. Миҫал өсөн, 2019 йылда Ҡазанда WorldSkills халыҡ-ара чемпионатын үткәреү күҙаллана, уға әҙерлек планға ярашлы бара. Ә быйыл иһә “Йәш профес­сионал”дар бишенсе милли чемпионаты финалы Краснодарҙа ойоштороласаҡ. Был саралар юғары оҫталыҡҡа эйә белгестәрҙе асыҡларға, уларҙың шәхси уңышын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Милена, “Worldskills” ойошмаһына ҡушылыу мине бер башҡа күтәрҙе, бөтөнләй башҡа кимәлдәге маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итте, ти. Уҡытыусылары Вера Мөхәмәтдиноваға, Ирина Донскаяға бик рәхмәтле, улар – график дизайн, 3D моделдәр яһау буйынса ижад серҙәрен төшөндөрөүселәр, абруйлы, тәжрибәле педагогтар.
Тырыш ҡыҙ, “Worldskills” ойошмаһының киләһе бәйгеһенә әҙерләнеүе менән бер рәттән, Стәрлетамаҡтағы типогра­фия­ларҙың береһендә ваҡытлыса эшләп тә өлгөрә (аҡса ҡайһы студент өсөн артыҡ булһын!), киләсәктә М. Аҡмул­ла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инергә хыяллана.
– Эшсе һөнәрен һайлап та, лайыҡлы эш хаҡы алырға, профессиональ йәһәттән үҫергә мөмкин, иң мөһиме – үҙ эшеңдең оҫтаһы булырға кәрәк. Киләсәктә шәхси оҫтахана асырға тигән маҡсатым бар. Унда полиграфия, сайттар дизайны, буклеттар эшләү һәм башҡа дизайнер хеҙмәттәре күрһәтеләсәк, – тине Милена.
Сибай егете Рафаэль Яхинға 19 йәш, ул тыуған ҡалаһындағы күп профилле колледжда белем ала, төрлө биналар, ҡоролмалар төҙөү һәм уларҙы ҡулланыу серҙәрен төшөнә. Уҡыу йортона 11-се кластан һуң килгән.
– Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыр­ғандан һуң ҡайҙа барырға тигән һорау тынғы бирмәне. Дөрөҫөн әйткәндә, юғары уҡыу йорто хаҡында хыялланманым да, иң мөһиме – колледжға алып килде. Һайлаған юлыма һис үкенмәйем, әлеге ваҡытта ташты архитектур эшкәртеү йүнәлеше буйынса белемемде камиллаштырам. Ҡалаларҙың, төҙөлөш объект­тарының зауыҡлы, заманға ярашлы булыуы фарыз. Мин киләсәктә ҡоролмалар, биналар өсөн таш изделиелар әҙерлә­йәсәкмен, – ти Рафаэль.
Егеттең һәләтле һәм маҡсатлы булыуын күреп, уҡытыусылары Әсҡәт Ишбаев һәм Марина Попова Рафаэлде “Worldskills” хәрәкәтенең төбәк ярышында ҡатнашырға өндәгән. Сибайҙа үткән был бәйгелә еңгәндән һуң, Рафаэль Рәсәй кимәлендә лә көсөн һынап ҡараған. Унда ла үҙ йүнәлеше буйынса иң күп балл йыйып, Европа кимәлендәге ярышҡа эләккән. Хәҙер иһә Рафаэлдең тормошо хәрәкәткә тығыҙ бәйле. Ул, белем алыу менән бер рәттән, ғәмәли тәжрибәһен үҫтерә, оҫталығын арттыра. Әйтеүенсә, һәр бәйге – ҙур тәжрибә, һөнәрҙең үҙенсәлектәрен төрлө яҡлап асырға ярҙам итә. Әйткәндәй, Рафаэль Яхин – “Worldskills” милли йыйылма командаһының киңәйтелгән сос­тавы ағзаһы. Йыш ҡына сит ил чемпионаттарында ҡатнаша, мәҫәлән, ҡунаҡ рәүешендә Финляндияла, Англияла булып ҡайтҡан. Маҡсаты – халыҡ-ара кимәлдәге һөнәр оҫтаһы булып танылыу, эксперт дәрәжәһен алыу. Был Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә эшләү хоҡуғын бирә, әлбиттә, ундай оҫтаға ихтыяж ҙур икәнен, эш хаҡының да лайыҡлы буласағын аңлатып тораһы түгел. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ әле октябрҙә “Worldskills” ойошмаһының Ғәрәп Әмирлектәрендә үтәсәк халыҡ-ара беренселегенә әҙерләнә.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: күңелеңә ятҡан һөнәрҙе һайлау – профессиональ һәм карьера үҫеше өсөн уңышлы старт ул. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҙур завод йәки предприятие етәкселәре, ғәҙәттә, хеҙмәт юлын, нигеҙҙә, эшсе булып башлаған, тырышлыҡ, маҡсатлылыҡ уларҙы әлеге юғарылыҡҡа күтәргән. Карьера баҫҡыстары өсөн юғары белемдән бигерәк, һөнәри оҫталыҡ кәрәк. Юғары уҡыу йортонда теория уҡытыу өҫтөнлөклө булһа, профессиональ урта белем биреү учреждениеларында уҡыу процесының 50 процент самаһы ғәмәли күнекмәләргә бүленә. Тәжрибә туплап, оҫталыҡты камиллаштырғандан һуң, һәр кем юғары уҡыу йортона бара ала. Был күпкә уңышлы аҙым, сөнки кеше һайлаған һөнәрен һәр яҡлап белә, уҡыу еңел бирелә.
Һөнәрле кешенең, тырышлыҡ, әүҙемлек күрһәтеп, үҙ эшен асып ебәреүе лә ихтимал. Эшҡыуарҙар Айҙан төшкән йәки махсус уҡыу йорто бөткән тиһегеҙме? Ғәҙәттә, улар – ниндәйҙер йүнәлештә һөнәри оҫталығын камиллаштырған, үҙ көсөн аныҡ баһалаған кешеләр. Мәҫәлән, яҡшы парикмахерға ихтыяж һәр саҡ ҙур. Башта башҡаға эшләп тәжрибә һәм клиенттар базаһын туплаған оҫта аҙаҡ үҙ бөҙрәханаһын аса ала бит. Шул уҡ шәп штукатур-малярҙың хеҙмәте лә юғары баһалана – кемдең йортонда сифатлы ремонт эшләткеһе килмәһен? Оҫтаның кемгәлер ялланып эшләүе, аҙаҡ, хеҙмәттәштәрен һәм фекерҙәштәрен туп­лап, үҙ төҙөлөш бригадаһын ойоштороп ебәреүе ихтимал. Әлбиттә, эшен намыҫлы башҡарған оҫталарҙы клиенттар “сыбыҡһыҙ телефон” аша тиҙ табасаҡ. Ә шәп ашнаҡсы? Баҡһаң, статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә был һөнәр оҫталарына ысын мәғәнәһендә ҡытлыҡ. Аш-һыу әҙерләргә оҫта ҡыҙ һәм егеттәр, бәлки, һеҙҙең аранан киләсәктә донъя ресторандарын хеҙмәтләндерерлек белгестәр сығыр? Матур күлдәк тектерәм тиһәң, шәп тегенсе эҙләйбеҙ, райондар буйлап йөрөп, таныш-белеш аша быйма баҫтырабыҙ, тәмлекәстәргә заказ бирергә нәзәкәтле кондитер юллайбыҙ... Ә машиналар, караптар төҙөгәндә, аҙыҡ-түлек, туҡыма-тегеү сәнәғәттәрендә һәм башҡа йүнәлештәрҙә эшселәр кәрәкмәйме ни? Нисек кенә пафослы яңғырамаһын, уларһыҙ йәмғиәттең киләсәге юҡ. Ҡыҫҡаһы, уйланығыҙ, әүҙемлек күрһәтегеҙ, алға ынтылығыҙ, эҙләнегеҙ, йәштәр, һәм үҙ юлығыҙҙы табығыҙ!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 653

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523