Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәлиә Мырҙабаева: “Һәр ветеранға – уңайлы торлаҡ”
Сәлиә Мырҙабаева: “Һәр ветеранға – уңайлы торлаҡ”Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева билдәләүенсә, бөгөн мөрәжәғәт итеүселәрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, һәләк булған (үлгән) яугирҙәрҙең, һуғыш инвалидтарының ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеү.
— Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре әле булһа хоҡуҡтары боҙолоуға зарлана, – тине депутат. – Ветерандарҙан ғаризалар килеү туҡтамай. Башлыса, улар ҡала, район хакимиәте ҡарамағындағы комиссия тарафынан ветерандың торлағы йәшәүгә яраҡлы (яраҡһыҙ) тип билдәләнеп, мохтаждар исемлегенә теркәүҙән баш тартыуға бәйле мөрәжәғәт итә.
Башҡортостан Прокуратураһы мәғлүмәттәре лә быны раҫлай.
Һәр ерҙә лә тиерлек етешһеҙлектәр бар, белешмәлә 30-ҙан ашыу ҡала һәм район күрһәтелгән. Мәҫәлән, бер ҡала хакимиәтенең ҡасабала бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған, газ да, һыу ҙа үтмәгән йортта йәшәгән, ләкин пенсия юллау өсөн ҡалалағы ҡыҙында теркәлгән һуғыш ветеранын торлаҡҡа мохтажлыҡ кисереүсе сифатында иҫәпкә ҡуйыуҙан нигеҙһеҙ баш тартыуы асыҡланды. Тағы бер миҫал: ветеран ҡатыны менән ауыл өйөндә донъя көтә. Чиновниктар, йәнәһе, торлаҡ майҙаны тейешле норманан ҙур, тип һығымта яһаған, ә оло йәштәгеләргә был өйҙә йәшәрлек түгеллеге күренеп тора: эстә һыу юҡ, йорт үҙәктән йылытылмай, канализацияны инде әйтеп тә тормайым. Ни сәбәпле тәртип боҙоуҙарға юл ҡуйыла һуң? Тәү сиратта, улар урындағы үҙидара органдарының ветерандарҙы торлаҡҡа иҫәпкә ҡуйыу мәсьәләһен ҡалып буйынса, йәғни ғаиләнең бер ағзаһына ғына тейешле торлаҡ майҙанын иҫәпләү күләменән сығып хәл итеүгә бәйле. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексында, билдәләнгән талаптарға яуап бирмәгән бинала йәшәү, уның майҙанына ҡарамаҫтан, кешене торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танырға нигеҙ булып тора, тиелгән. Ветерандарҙы торлаҡҡа иҫәпкә ҡуйыуҙан нигеҙһеҙ баш тартыу уларҙың “Ветерандар тураһында”ғы Федераль закон һәм Рәсәй Президентының 2008 йылдың 7 майындағы 714-се Указы менән гарантияланған ҡануни хоҡуҡтарын боҙа.
Рәсәй Федерацияһы Президенты үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә лә 2012 йылдан да һуңға ҡалмай Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Дәүләттең социаль характерҙағы йөкләмәләре, шул иҫәптән ветерандарға ярҙам итеү буйынса ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип Хөкүмәт етәксеһе Владимир Путин да һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шуны өҫтәйем: ветерандарҙың торлаҡҡа хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса судҡа мөрәжәғәттәре ыңғай хәл ителә – уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж сифатында йәшәгән урындары буйынса иҫәпкә ҡуялар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, объектив сәбәптәр арҡаһында бөтә оло йәштәгеләр ҙә бындай мөмкинлектән файҙалана алмай, бойондороҡһоҙ эксперт баһалауы үткәреү өсөн дә аҡса кәрәк.
“Ветерандар тураһында”ғы Законға ярашлы, Хөкүмәт торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж һуғышта ҡатнашыусыларҙы, инвалидтарҙы, һәләк булған (үлгән) яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса вәкәләттәрҙе Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына тапшырҙы. Ошо маҡсатта республика, край һәм өлкәләргә уларҙың заявкалары нигеҙендә етерлек күләмдә аҡса йүнәлтелә.
Ветерандар аҙ ҡалып бара, ләкин барыһын да яҡшы шарттарҙа йәшәргә лайыҡлы тип танымайҙар. Шуның менән бергә Башҡортостанда ғәмәлдә булған норматив акттар торлаҡ комиссияларына берҙәм талаптар ҡуймай, уларҙың эшен яраштырыусы власть органы ла билдәләнмәгән. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы торлаҡ менән тәьмин итеү рәүешендә социаль яҡлау саралары хоҡуғына эйә булған республика граждандарының исемлеген алып барыуға яуаплы ғына булып тора. Берҙәм координациялаусы орган кәрәк, тип иҫәпләйем, уны төҙөүҙе тиҙләтеүҙе һорап Башҡортостан Президентына ла мөрәжәғәт иттем. Тик шулай, вәкәләтле власть органдары менән берлектә, беҙ һәр ветеранды торлаҡ менән тәьмин итә аласаҡбыҙ. Был – беҙҙең бурыс.
Фаил Ҡылысбаев яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511