Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етем хаҡы – Тәңре хаҡы
Етем хаҡы – Тәңре хаҡы Етем илаһа – ер-һыу илар, тиҙәр. Яҡлаусыһыҙ балаға кем ярҙам итер? Әлбиттә, дәүләт. Иң ҙур бурыс иһә – уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү. Был өлкәлә хәлдәр нисек тора? Ниндәй етешһеҙлектәр бар?
Үткән йыл аҙағында республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайында “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының үтәлешен тикшереү өсөн эшсе төркөм төҙөлгәйне. Дәүләт етем сабыйҙар тураһында ниндәй дәрәжәлә хәстәрлек күрә? Күрһәтелгән ярҙам заман талаптарына яуап бирәме? Комиссия ниндәй һығымталар яһаны?
Депутаттарҙың эшсе төркөмө әлеге ҡануниәттең ғәмәлдәге үтәлешен тикшереү маҡсатында Асҡын, Бәләбәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Учалы һәм башҡа райондарҙа булып ҡайтты. Ҡағыҙҙа матур яҙылып та, тормошта насар башҡарылған, үтәлеш механизмын булдырыу ниндәйҙер сәбәп арҡаһында тотҡарланған, финанс йәһәте­нән тәьмин ителә алмаған закондар ҙа аҙ түгел бит. Был турала республика парламенты комитеттарындағы кәңәшмә­ләрҙә йыш телгә алына. Хәйер, эшсе төркөмдәр шундай һөйләшеүҙәр нигеҙендә барлыҡҡа килә лә инде. Ә был комиссия, әйтеүҙә­ренсә, республика парламен­тындағы иң ҙуры. Ни тиһәң дә, мәсьәләнең социаль әһәмиәте мөһим бит.
– Беҙ мөмкин тиклем йышыраҡ район­дарҙа булырға, хакимиәт башлыҡтары, опека һәм попечителлек белгестәре менән осрашырға, етем үҫмерҙәр менән күберәк аралашырға, уларҙың барыһының да көнкүреш шарттары менән танышырға ынтылдыҡ, – тине эшсе төркөм етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һау­лыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет рәйесе Николай Никитин, сираттағы ултырышта ту­ғыҙ депутаттан торған ошо комиссияның һығымталары менән таныштырып. Кәңәш­мәгә Прокуратура, Мәғариф, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтарынан, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан белгестәр саҡырылғайны.
Етем балалар ҡараусыһыҙ ҡалған өсөн дәүләттән аҡсалата ярҙам да ала, ләкин был пенсияның да ҙур булмауы һәр кемгә мәғлүм. Балалар йортонан китеп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан етем бала ҡайҙа йәшәргә тейеш? Уның фатир һатып алыу ғына түгел, ҡуртым өсөн түләргә лә аҡсаһы юҡ. Уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү – дәүләттең бурысы. Дөрөҫ, ата-әсәле булып та икенсе урынға, әйтәйек, ауылдан Өфөгә күсеп килгән егет йәки ҡыҙҙың да фатир алырлыҡ хәле юҡ, улар шундай ярҙамға өмөт тә итә алмай. Ләкин шуныһы хаҡ: ҡайһы берҙәренең ата-әсәһенең балаларына ипотека кредитын түләшергә хәленән килә, өй һалырға булышалар, һис юғында хатта ғаилә ҡорғас та ата-әсәһе менән бер­гә йәшәп торорлоҡ форсаттары бар. Ә етем бала быларҙың барыһынан да мәхрүм.
Нисек үтәлә дәүләттең ошо бурысы? Николай Никитин раҫлауынса, Башҡортос­танда етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балалар һаны күбәйә: 2015 йылда ундайҙар 3 575 булһа, 2016 йылда 5 195-кә еткән. “Тәбиғи, дәүләт бирергә тейеш торлаҡ күләме лә бермә-бер арта бара, – ти комитет етәксеһе. – Тимәк, ҡаҙнаға көсөр­гәнешлек тә һис кәмемәй. Дөрөҫөн әйткәндә, аҡсаға ҡытлыҡ һәр саҡ ҙур”.
Шулай ҙа етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү эше йылдам бара: 2014 йылда уларға республика ҡалалары һәм райондарында 727 фатир йәки йорт бирелһә, 2015 йылда – 650, былтыр 893 торлаҡ бүленгән.
Әлбиттә, торлаҡ күктән төшмәй, уны төҙөргә кәрәк. Етмәһә, сифатлы итеп төҙөргә. Тап сифат хаҡында һүҙ күп булды Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы әлеге кәңәшмәлә. Эшсе төркөм райондарҙа йөрөгәндә етемдәргә бирелгән торлаҡтың заманса уңайлыҡтарҙан мәхрүм булыу, төҙөлөш эшенең насар башҡарылыу осраҡтарына йыш юлыҡҡан. Күрәһең, бушлай бирелгәнде барыбер ҡуш ҡуллап алырҙар тип фекерләйҙер ҡайһы бер түрәләр.
– Элегерәк шундай ихтыяж тыуғанда социаль торлаҡ итеп иҫке йорттағы фатирҙы, хатта барак бүлмәһе биреү ҙә ғәҙәти хәл ине, – ти республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эдуард Мостафин. – Хәҙер заман башҡа, йәмғиәт үҙенең етем балаларына яңы һәм уңайлыҡтары булған фатир төҙөп бирә ала. Шуға бындай фатирҙарҙың сифаты яҡшыра бара. Был – урындағы хакимиәт башлыҡтарының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Уларға шуның өсөн социаль торлаҡ төҙөүгә аҡса ла, тейешле вәкәләттәр ҙә тапшырылған.
Әммә, эшсе төркөм ағзалары билдә­лә­үенсә, контроль етерлек булмаған төбәк­тәрҙә етешһеҙлектәр осрай. Был мәсьә­ләне хәл итеү буйынса тәжрибә юҡ тип әйтер инең, “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы 188-се Закон 1998 йылда уҡ ҡабул ителгән! Күрәһең, халыҡтың төп өлөшөнөң иң кисек­тергеһеҙ тип иҫәпләнгән мәсьәләләрен хәл итеп, йәғни күпмелер дәрәжәлә “баш-күҙ алып”, йәмғиәт үҫешенең билдәле бер кимәленә күтәрелеү кәрәктер.
Етешһеҙлектәргә килгәндә, төҙөлөштә улар осрап ҡына тора: ҡыш файҙаланыуға тапшырылған биналарҙың стеналары туң булһынмы, коммуналь уңайлыҡтарҙы булдырыуҙы аҙаҡҡа ҡалдырһындармы (тимәк, билдәһеҙ ваҡытҡа)... Бер районда етем үҫмерҙән яңы һалынған йортона газ үткәргән өсөн 60 мең һум түләткәндәр. Тағы ла шул хәтлем өҫтәһә, стеналарын да һала алыр ине, моғайын. “Әгәр ҙә көнкүреш уңайлыҡтары булмаған йорт бирәләр икән, был хәлде ҡаҙна аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы тотонмау тип иҫәпләргә һәм түрәләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк” – эшсе төркөм шундай тәҡдим дә индерҙе.
Ойоштороу-хоҡуҡи йүнәлештә лә хата аҙымдар булғылай: балалар йортонда тәрбиәләнеп, үҙе ғаилә ҡороп, икенсе сабыйы тыуған ҡатын әсәлек капиталына иҫке булһа ла йорт һатып алған. Дәүләттән фатир көтөп арығанға шулай эшләгән ул. Артабан район хакимиәте уны... торлаҡ алырға хоҡуҡлылар исемлегенән һыҙып ташлаған. Депутаттар урындағы власть органын был ҡатынды яңынан исемлеккә индерергә мәжбүр иткән.
Етемдәр араһында ла, тәбиғи, төрлө кешеләр осрай. Комиссия ағзалары тикшереү барышында уларға бирелгән ҡайһы бер фатирҙарҙың хужаларса файҙаланылмауын, бысраҡ булыуын теркәгән. Күрәһең, балалар йортонда тәрбиәләнгән, йәғни быға саҡлы дәүләт тәьминәтендә йәшәгән етемдәрҙе үҙ йортоңдо тәрбиәләп тоторға кәрәклегенә бер кем дә өйрәтмәгән, улар был йәһәттән дә кемдәндер ярҙам көтөүен дауам итә. Фатирында эскелек ояһы яһағандар ҙа бар. Дәүләт биргән торлаҡта йәшәгән ошондай бер ғаиләне хатта ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр. Тимәк, сабыйҙары ла уларҙың яҙмышын ҡабатлаясаҡ – балалар йортонда үҫәсәк.
Депутаттарҙың эшсе төркөмө, район һәм ҡалаларҙа был ҡануниәттең нисек үтәлешен тикшереүҙән тыш, тағы бер маҡсатты – тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр йыйыуҙы ла күҙ уңында тота. Ә улар байтаҡ. Иң әһәмиәтлеләренең береһе – торлаҡ төҙөү йәки һатып алыуҙан ҡалған аҡсаны район һәм ҡала хакимиәттәренең йыл аҙағында ҡаҙнаға кире ҡайтарырға бурыслы булыуы. Уны етемдәргә тағы берәй фатир һатып алыуға йә булмаһа киләһе йылда ҡаҙнанан биреләсәк суммаға өҫтәгәндә яҡшыраҡ түгелме ни? Бөгөнгө хәлдә иһә бүленгән аҡсаны тулыһынса тотоноп бөтөүҙән тыш сара ҡалмай, йәғни ҡаҙна сығымдарына ҡарата һаҡсыллыҡ тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.
Торлаҡ бүлеү системаһының аныҡ яйға һалынмауы ла әле ҙур етешһеҙлек булып тора: кемгәлер бөтә уңайлыҡтары булған фатир бүләләр, кемгәлер барак эләгә. Бында инде әшнәлеккә, ҡоҙа-ҡоҙағый­лыҡҡа киң юл асыла. Етемдәргә торлаҡ биреү фәҡәт суд ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Тимәк, артабан был ҡарарҙың үтәлеше прокуратура күҙәте­үендә торасаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, суд ҡарарын башҡарыу социаль торлаҡ алыуҙа сиратта торған башҡа кешеләрҙе урап үтергә тейеш буласаҡ. Уныһы үҙ сиратында социаль көсөргәнешлекте арттырмай ҡалмай.
Ниндәйҙер ауыл-ҡасабала теркәлеп тә, урындағы хакимиәт торлаҡ биреүҙе хәстәрләгән арала ситкә уҡырға йәки эшкә киткән етемдәр байтаҡ. Һөҙөмтәлә уларға бүленгән фатир һәм йорт буш ултыра, ул арала коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәр йыйылып китә.
Кәңәшмә аҙағында эшсе төркөм ағзаһы Римма Үтәшева былай тине:
– Беҙҙең республикала етемдәр һаны арта бара тип әйтеү дөрөҫ түгел, киреһенсә, улар кәмей. Фәҡәт дәүләттән социаль торлаҡ алырға теләгәндәр сираты ғына үҫә.
Күренеүенсә, хатта ошондай торлаҡ алырға хоҡуҡлы булғандарҙың теүәл һаны ла шик тыуҙыра. Тимәк, был йүнәлештә башҡараһы эш тә күп әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 514

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523