Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәм дәүләт имтиханы: бәхәстәр берҙәм фекергә илтерме?
Берҙәм дәүләт имтиханы: бәхәстәр берҙәм фекергә илтерме?Күптән түгел Томск өлкәһендә 18 йәшлек уҡыусыны һарайҙа аҫылынған килеш тапҡандар. Һәүетемсә генә көн күргән, насар ғәҙәттәрҙән азат ғаиләлә тәрбиәләнгән егеттең кеҫә телефонындағы яҙманан уның алгебраны яратмағанлығы, тырышыуына ҡарамаҫтан, өлгәшә алмағаны, шул сәбәпле уҡытыусыһының уға һәр саҡ ҡысҡырғанлығы хаҡында мәғлүм булған.
Класташтары әйтеүенсә, алгебра уҡытыусыһы егеткә гел насар билдә ҡуйған, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың ауырға тура киләсәге хаҡында иҫкәртеп торған. Мәктәптең директоры ла мәрхүмдең уртаса ғаиләлә тәрбиәләнгәне, уҡыуҙа өлгәшкәне, әммә, алгебранан ғына булдыра алмағанлыҡтан, БДИ-нан ҡурҡып, ныҡ көйәләнгәне хаҡында һөйләгән.
Интернет мәғлүмәттәренән күренеүенсә, үткән йылдарҙағын һанамағанда ла, ағымдағы йыл башынан ошондай бер нисә осраҡ теркәлгән. Мәҫәлән, февраль башында Мәскәү өлкәһендәге бер ҡалала ике ҡыҙ, ҡулға-ҡул тотоношоп, бейек йорттоң ҡыйығынан һикергән, икенсе көндө шундай уҡ хәл Мәскәү ҡалаһында ҡабатланған — 15 йәшлек малай уҡыуға бәйле атаһы менән һүҙгә килгәндән һуң тәҙрәнән ырғыған. Мәктәп олимпиадаһында тәүге урынды яулаған IX класс уҡыусыһы ла үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙы хуп күргән, Дондағы Ростов ҡалаһынан бер үҫмер, дәрестән ҡайтыу менән балконға сығып, яҡты донъя менән хушлашҡан...
Был хәбәрҙәрҙең аҫтына яҙылған аңлатмаларҙа күптәр фажиғәлә уҡытыусыларҙы ғәйепләй, бәғзеләр ата-әсәнең балаһына битарафлығын фашлай. “Беҙҙең заманда йәштәр йыш ҡына яуапһыҙ мөхәббәт арҡаһында үҙ-үҙенә ҡул һала торғайны, хәҙер барыһына ла БДИ ғәйепле икән...” — тип һығымта яһаған берәү. Был йәмғиәттең дәүләткә “яуапһыҙ мөхәббәте” түгелме икән? Рәсәй халҡы бит башланғыс хаҡында һүҙ булыу менән үк уға берҙәм ҡаршы сыҡҡайны. Илдең төп юғары уҡыу йорто булып һаналған М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының ректоры Виктор Садовничий ҙа тәүге көндән үк бындай алымды өнәмәне. Уның фекеренсә, Берҙәм дәүләт имтиханы уҡыусының аҡыл кимәлен билдәләрлек берҙән-бер сара түгел, ул белгәндәрҙең бер өлөшөн генә күрһәтә. Ә сифат бөтөнләй юғалып ҡала. Уҡыусыға осраҡлы ғына уңыш йылмайыуы йә иһә киреһенсә булыуы бар. Кәрт уйыны кеүек килеп сыға түгелме?
Виктор Антонович БДИ-ла уҡыусының психологик үҙенсәлектәре иҫәпкә алынмауы тураһында ла телгә ала. “Һәр кем, шул иҫәптән һәләтле бала ла, ҡапыл юғалып ҡалып, үҙенсә фекерләй алмайынса, һорауға тәҡдим ителгән яуаптарҙың береһен һайларға мәжбүр була, — ти ректор. — Ә ул бит анализларға, сағыштырырға өйрәнгән. БДИ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны талап итмәй. Имтихандағы мәсьәләләр балала фекер йөрөтөү ҡеүәһе бармы-юҡмы икәнлеген билдәләрлек итеп эшләнмәгән”.
Виктор Садовничий ижади ҡараш, киң фекерләү, телмәр байлығы талап иткән тарих, тел һәм әҙәбиәт дәрестәренең Берҙәм дәүләт имтиханының формаһына бөтөнләй ярашлы түгеллеген дә билдәләй.
Ә бына Санкт-Петербург дәүләт университеты ректоры Николай Кропачев, киреһенсә, БДИ яҡлы. “Ул юғары уҡыу йортона ингән мәлдәге коррупцияны кәметеүгә килтерә”, — ти ул. Әммә ошо уҡ ришүәтселек хәҙер мәктәптә тамыр йәйҙе түгелме? Үҙебеҙҙең баш ҡалаға килгәндә, быйылғы сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәһе былтырғыларҙан БДИ буйынса яҡшы һөҙөмтәне күпмегә һатып алыу мөмкинлеге хаҡында һораша, яҡынса хаҡты белгәс, хатта банктан кредит алырға мәжбүр була икән. Өфөләге бер ғаиләнең былтыр фатирын һатыуҙан килгән аҡсаға уҡыуҙа гел артта һөйрәлеп килгән улына һәр имтихан буйынса юғары балл “бүләк итеүе” хаҡында ла ишетелде. Әммә меҫкен егет абруйлы юғары уҡыу йортона ҡабул ителгәндән һуң тәүге семестрҙа уҡ ҡыуылған. Аҡса ла елгә осҡан, өҫтәүенә йәш кешенең күңеленә яра һалынған.
Икенсе яҡтан, бындай осраҡтар юғары уҡыу йорттарының абруйын хәүефкә һала. Ошоно булдырмау маҡсатында ағымдағы уҡыу йылы башында республиканың белем усаҡтарында I курс студенттарына өлгәш мониторингы үткәрелгән. Һөҙөмтәләр һөйөнөслө түгел. Мәҫәлән, бер абруйлы юғары уҡыу йортона 80 һәм унан юғарыраҡ балл менән ҡабул ителгәндәрҙең өс проценты ғына үҙенең ысынлап та шундай белемгә эйә икәнлеген иҫбатлаған.
“Рәсәйҙә ялған отличниктарҙан ҡотолоу мөмкин түгел, — ти Виктор Садовничий бер әңгәмәһендә. — Бының өсөн илдең ҡоролошон үҙгәртергә кәрәк”. Ысынлап та, беҙҙә халыҡ үҙе бар нәмәне коррупцияға әйләндерергә әҙер тора. Мәҫәлән, байтаҡ кешенең фекеренсә, Берҙәм дәүләт имтиханы — белемде аныҡ билдәләгән отошло алым. Йәмғиәт үҙе, алыш-бирешкә әйләндереп, уның мәғәнәһен боҙа, бәҫен төшөрә, шунлыҡтан яңыса алым үҫешә алмай, бер урында тапаныуын дауам итә. Барлыҡ бәхәс, бәхетһеҙлек, ығы-зығы, аңлашылмаусанлыҡтың нигеҙе тап ошонда түгелме? Балаларҙың ысынлап та сифатлы белем алыуын даулайбыҙ икән, яңы алымды, ришүәт селек майҙанына әйләндермәйенсә, камиллаштырырға кәрәк!
Бының өсөн, тәү сиратта, уҡыусыға үҙе теләгән йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инеү мөмкинлеген биреү маҡсатында, олимпиада системаһын үҫтереү йәһәтенән эште көсәйтеү ҡарала. Баланы, ата-әсәне һынауға психологик яҡтан әҙерләү үҙәктәре асыу, уҡытыусыларҙың белемен киңәйтеү, яңы методик ҡулланма, дәреслектәр сығарыу буйынса ла ышаныслы аҙымдар яһала.
Имтиханды университеттар ҡарамағындағы бойондороҡһоҙ үҙәктәрҙә тапшырыу юлын тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Бындай тәжрибә Европа илдәрендә таралған. Әгәр БДИ бойондороҡһоҙ үҙәктә яңы алым менән, өҙөклөкһөҙ үтһә, кешеләр уны ысынбарлығында күреп баһалар ине тип күҙаллана.
Ғөмүмән, халыҡтың фекерен иҫәптә тотоп, төрлө йәһәттән уйлап камиллаштырғанда, Берҙәм дәүләт имтиханының киләсәгенә өмөт бар. Һәр хәлдә, власть менән йәмғиәт араһында асыҡлыҡ булырға тейеш — хәҡиҡәт бәхәстә ярала.
Дилбәр ИШМОРАТОВА

[u]Илдар, 33 йәштә, Ҡырмыҫҡалы районы:[/u— Берҙәм дәүләт имтиханының асылы бик дөрөҫ. Ул әгәр ҙә беҙҙең заманда, үткән быуаттың 90-сы йылдарында, индерелгән булһа, мин мотлаҡ Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инер инем, сөнки һәр кемгә берҙәй мөмкинлек бирелә. Элекке система буйынса үҙебеҙҙең баш ҡалалағы ябай институтҡа күп аҡса түләп инергә һәм, оҡшамағас, ташларға тура килде.
Төпкөл районда белем алған йә иһә уртаса хәлле ғаиләлә үҫкән баланың, Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уҡып йөрөүе — үҙе ҙур ҡаҙаныш бит. Элекке система һаҡланһа, улар был ҡалаларға барып, һынау тотоп йөрөргә йөрьәт итмәҫ ине, моғайын.
[u]Нәфисә ҒӘЛИЕВА, Өфө ҡалаһындағы 136-сы башҡорт лицейының урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:[/u]— Яңы алымға ыңғай ҡараштамын. Мәҫәлән, урыҫ теленән баланың барлыҡ белемен “ҡапшап ҡарау” мөмкинлеге бирелә. Тесҡа ҡағиҙәләрҙең барыһы ла индерелгән, ижади эшкә лә урын бар. Уҡыусылар бер-береһенән элекке замандағы кеүек күсерә алмай. Башланғыс кластан алып системалы шөғөлләнгәндә, БДИ-ның бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ, тип иҫәпләйем. Уҡыусыны психологик йәһәттән дә алдан уҡ әҙерләй башлау мөһим. Был юҫыҡта беҙҙең лицейҙа эш алып барыла. Яңы алымды, һәр йәһәттән уйлап, камиллаштырыу мөһим.
[u]Рафаэль АҘНАҒОЛОВ, педагогика фәндәре докторы, БДУ профессоры:[/u]
— БДИ-ға ҡаршы булыуымды элек-электән әйтә киләм. “Берҙәм” тигән һүҙ белем биреү өлкәһендә киң ҡулланыла: Берҙәм дәүләт стандарты, Берҙәм уҡыу планы, Берҙәм дәүләт имтиханы... Бындай “берҙәмлек” ҡеүәтле Ватаныбыҙ төбәктәрендәге милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алмай. БДИ-ға әҙерләнеү, олимпиадала миҙал алыу мәшәҡәте менән ҡаңғырған балаларҙың күбеһе юғары уҡыу йортона, мәҫәлән, Шәйехзада Бабичтың кем икәнен дә белмәйенсә инеп китә. Әҙәбиәткә иғтибар кәмене, тимәк, әҙәп-әхлаҡ та хәүеф аҫтында. Яңы система тип, кемдәрҙе үҫтерәбеҙ?
[u]Ләйлә, Баймаҡ районы:[/u]— Ауыл менән ҡала уҡыусыларына берҙәй талап ҡуйылыуын һис өнәмәйем. Улар бит белем яғынан ғына түгел, социаль йәһәттән дә тигеҙһеҙ. Ауылда, мәҫәлән, ата-әсәһе эскелеккә бирелгән, тимәк, ҡарауһыҙ балалар ҡалаға ҡарағанда күберәк. Аңында “бөгөн нисек ас ҡалмаҫҡа” тигәндән башҡа уй булмаған уҡыусыһы өсөн уҡытыусы яуап бирергә тейешме? Математика менән урыҫ теленән имтихан мотлаҡ тапшырыла, ә был фәндәрҙе бит баланың, күпме генә тырышһа ла, аңлап етмәүе ихтимал.
БДИ-ның һөҙөмтәһе юғары булһа, уҡытыусыға өҫтәп аҡса түләнеүе лә ғәҙелһеҙ, тип уйлайым. Алдан әйтеүемсә, был бит күп осраҡта уҡытыусының ғәйебе йә уңышынан түгел, ә балаларҙың төрлө һәләтле, социаль хәлле булыуынан ғибәрәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506