Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миллиондар күктән яумаһа ла...
Миллиондар күктән яумаһа ла... Бөгөн муниципаль реформаны бойомға ашырыу, урындағы үҙидара орган­дарының вәкәләттәрен киңәйтеү һөҙөмтәһендә ауыл биләмәләрендә лә заман ағышын яҡшы тойған инициативалы кешеләргә киң юл асылыуын күрәбеҙ. Туймазыла ла шундай етәкселәр үҫеп сыҡты. Ғәфүр ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Алина Йомағолова ла яуаплы вазифаһында үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтергә өлгөргән. Шуның өсөн дә бында халыҡтың тормош-көнкүрешенә ҡағылышлы мөһим социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә.
Беҙ урындағы үҙидара органы урынлашҡан, ике меңдән ашыу кеше йәшәгән Дуҫлыҡ ауылында күп матур үҙгәрештәргә шаһит булдыҡ. Эшендә һәр яҡшы башланғысты күтәреп алырға күнеккән Алина Рәғин ҡыҙы иң тәүҙә биҫтәнең Комсомол урамында төҙөлгән, хәҙер тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған ике ҡатлы күркәм йорт янына алып барҙы. Баҡтиһәң, муниципаль программа буйынса һалынған социаль торлаҡҡа бығаса иҫке ағас өйҙә көн күргән кешеләр күсенгән.
– Авария хәлендәге йортта һигеҙ ғаилә йәшәй ине, – тип төшөндөрҙө хакимиәт башлығы. – Заманында уны дөйөм ятаҡ итеп тә файҙаланғандар, әммә ремонтлау хаҡында уйлап та ҡарамағандар. Комиссия килеп ҡарап, акт төҙөнө. Ләкин шәхси акционерҙар ҡулына күскән предприятие улар ҡушҡанды үтәмәне. Ахыр сиктә иҫке йортто ауыл муниципалитетының балансына алдыҡ. Федераль законға ярашлы, унда йәшәгән кешеләрҙе беҙ бөтөн уңайлыҡтары булған торлаҡ менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Ләкин был йәһәттән республикала ғәмәлгә ашырылған социаль программаға эләгә алманыҡ. Барыбер ниндәйҙер сараһын күрергә кәрәк ине. Бергәләп кәңәшләшеп, халыҡты авария хәлендәге шул йорттан күсереү өсөн муниципаль программа әҙерләнек. Үҙ мөмкинлектәребеҙҙән сығып, финанслау юлдарын да таптыҡ. Ауыл Советы шул төҙөлөшкә ике миллион һум бүлде, район иһә 4,6 миллион һум өҫтәне. Ә ҡалған 1,2 миллион һумды иҫке йортта йәшәгәндәр үҙҙәре ҡаплаясаҡ, тип килештек. Башта ҡайһы берәүҙәр шуға бигүк ризалыҡ белдереп барманы, беҙҙе социаль торлаҡ менән бушлай тәьмин итергә тейешһегеҙ, тип тауыш күтәреп тә маташты. Аҙаҡ ҡына аңланылар: әгәр шул проект булмаһа, улар авария хәлендәге йорттан күсенә лә алмаясаҡ. Хәйер, яңы фатир өсөн кешеләр артыҡ күп тә түләмәне — 100–120 мең һум тирәһе генә иғәнә индерҙеләр.
Һүҙ ҙә юҡ, программаны тормошҡа ашырыуға ауыл хакимиәтендә күп көс һәм тырышлыҡ һалалар. Төрлө мәғлүмәти сығанаҡтар аша эҙләп ҡараһалар ҙа, ундай тәжрибәгә юлыға алмайҙар, сөнки республикала бер генә ауыл Советы ла үҙ иҫәбенә социаль төҙөлөш менән шөғөлләнмәй. Ни тиһәң дә, бындай ҙур эшкә тотоноу өсөн урындағы ҡаҙнала миллиондарса һум ирекле аҡсаң булыу шарт. ‘
– Бер көндө Комсомол урамындағы ошо йортта йәшәүселәр мине саҡырып алды һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа эшлекле ярҙам ҡулын һуҙғаныбыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәттәрен белдерҙе. Яңы матур фатирҙарға күсенгәндәренә, йәшәйештәре яҡшы яҡҡа үҙгәргәнгә кешеләр бик ҡәнәғәт. Әйткәндәй, был урамда төҙөлөш эштәре туҡталмай. Подрядсылар әле унда махсус программа буйынса етем балаларға алты фатирлы йорт һалыуға кереште.
Шуныһы тағы ҡыуаныслы: Ғәфүр ауыл биләмәһе республикала иң беренселәрҙән булып “2014–2017 һәм 2020 йылға ҡәҙәр ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” тигән федераль программаға ҡушылған. Шуға ярашлы, Дуҫлыҡ ауылының ин­фраструктураһын үҫтереүгә, уның яңы төбәгендә социаль объекттар һәм торлаҡ төҙөүгә, инженерлыҡ коммуникацияларын һуҙыуға федераль бюджеттан 315 миллион һум аҡса бүленгән. Ошо мөһим программаны үтәүҙә Ауыл хужалығы министрлығы төп заказсы булып тора ла инде, икенсе төрлө әйткәндә, эштәрҙең барышы өсөн Мәскәү алдында улар яуап тота.
Ауыл биләмәһенең генераль планынан сығып, Дуҫлыҡтың яңы төбәгендә шәхси төҙөлөш өсөн 144 гектар ер бер нисә йыл элек үк бүленгәйне. Унда кешеләргә барлығы 500 биләмә биреү ҡаралған. Инвестициялар йәлеп ителә башлау менән яңы биҫтәлә төҙөлөш эштәре лә бермә-бер йәйелгән. Федераль программаға ярашлы, бында “Дуҫлыҡ ауылын комплекслы төҙөү һәм төҙөкләндереү” тигән проект та ҡабул ителгән. Иң мөһиме шунда — яңы торлаҡ массивында инже­нерлыҡ селтәрҙәрен һуҙыу менән бергә социаль инфраструктураны булдырыу ҙа беренсе планға ҡуйылған.
Яңы төбәктәге ике ҡатлы заманса балалар баҡсаһында биҙәкләү, әйләнә-тирәһен төҙөкләндереү эштәре генә ҡалған. Ул 60 балаға иҫәпләнгән. Төп подрядсы — Өфөнән “Яңы ваҡыт” йәм­ғиәте – мөһим объектты йыл аҙағында сафҡа индерергә йыйына. Яҡты һәм матур бинала йылытыу системаһы, һыу һәм канализация селтәрҙәре әле үк файҙаланыу өсөн әҙер.
Балалар баҡсаһы янында ғына өс ҡатлы мөһабәт спорт комплексы төҙөлә. Участка начальнигы Азат Солтанғәлиев әйтеүенсә, унда спорттың күп төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ, теләгән кешеләр фитнес-клубҡа, тренажер залына йөрөй аласаҡ, бында хатта кафе ла асыласаҡ.
– Спорт комплексын төҙөү 100 миллион һумға төшәсәк, – тип өҫтәне Азат Мөсәғит улы. – Бындай ҡоролмалар республикала күп түгел. Беҙҙең ойошма Дуҫлыҡтағы инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыуҙа ла һынатмаясаҡ, тип ышандыра алам, сөнки ул социаль объекттар төҙөүгә махсуслашҡан. Шуныһы ҡыуаныслы: ил иҡтисади көрсөктән сығырға өлгөрмәгән ваҡытта ла ауылдарҙа заманса инфраструктура булдырыуға йүнәлтелгән программалар Хөкүмәтебеҙ тарафынан яҡлау таба.
– Эйе, беҙҙең проект шул яғы менән отошло: ул шәхси төҙөлөштө йәйелдереү менән бергә инженерлыҡ селтәрҙәрен һуҙыу һәм социаль объекттар һалыуҙы ла күҙ уңында тота, – тип беҙҙең әңгәмәне ялғаны Алина Рәғин ҡыҙы. – Электр линияһы үткәрелгәс, кешеләр үҙ билә­мәләрендә эшкә берҙәм ҡуҙғалды. Быйыл үҙәктән килгән инвестициялар иҫәбенә газ селтәрен дә һуҙҙыҡ. Әле унда 100-ләп йорт төҙөлә, ә 20 ғаилә яңы торлаҡтарына күсенергә лә өлгөрҙө. Әлегә был төбәктә бөтә ер участкалары ла бүлеп бирел­мәгән. Райондың милек һәм ер мөнә­сәбәттәре комитеты менән берлектә шул майҙандарҙы һатыу буйынса аукциондар үткәрә башланыҡ. Райондан инде шул аҡсаның яртыһын беҙҙең бюджетҡа күсерәләр.
Йәнә шуныһы мөһим: халыҡ күп йәшәгән Дуҫлыҡ ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу, ҡеүәтле насос станцияһын төҙөү ҙә программаға индерелгән. Шул объект­тарҙа ла эштәрҙе быйыл тамамлау күҙаллана. Хәҙер биҫтәне ете скважина һыу менән туйындырасаҡ, уны хужалыҡ ихтыяждарына тотоноуҙа ла бер ниндәй сикләүҙәр булмаясаҡ.
Хакимиәт башлығы ҡат-ҡат телгә алыуынса, Дуҫлыҡ ауылын комплекслы төҙөү һәм төҙөкләндереүҙә федераль про­граммаға эләгеүҙәре улар өсөн ҙур бәхет. Үҙәктән кемгә шулай 315 миллион һум ярҙам бирәләр? Башҡортостанда әлегә дүрт ауыл муниципалитеты ғына ошо ҙур проектта ҡатнаша.
– Ни өсөн районда нәҡ беҙгә шундай бәхет йылмайҙы? Үҙәктә биләмәлә көслө ауыл хужалығы предприятиелары булыуын да күрмәй ҡалманылар, – ти урындағы үҙидара органы етәксеһе. – Беҙҙәге Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһының электән төбәк иҡтисадын үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур. Хәҙер уны ил һәм республика баҙарында киң билдәле “Башҡорт игене” йәмғиәте үҙ ҡанаты аҫтына алды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул Туймазы бүлексәһен үҫтереүгә күп аҡса тотондо. Белеүемсә, 267 миллион һумлыҡ яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алғандар. Бынан тыш ҡошсолоҡ фабрикаһы тотошлай реконструкцияланды. Элек ул баҙарға тауыҡ йомортҡаһын сығарһа, хәҙер иһә ҡош ите етештереүгә үҙгәртеп ҡоролдо. Яңыр­тылған предприятиела бөгөн 170 кеше эшләй. “Башҡорт игене” йәмғиәте беҙҙең муниципаль берәмектең иҡтисадына яңы һулыш бирҙе. Әле ул ике мең гектар еребеҙҙе эшкәртһә, киләсәктә районда баҫыусылыҡ менән 10 мең гектар майҙанда шөғөлләнергә теләй.
Ғәфүр ауыл биләмәһендә юл хужалығы ла – иғтибар үҙәгендә. Биләмәлә эйәһеҙ юлдар ҡалмаған, барлыҡ 60 километр арауыҡ та кадастр иҫәбенә алынған.
– Һуңынан техник паспорттарын район­ға тапшырҙыҡ, улар инде шул юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн беҙгә аҡса бүлә башланы, – ти Алина Рәғин ҡыҙы. – Бына быйыл шул маҡсатҡа юл фондынан ике миллион һумдан ашыу аҡса алдыҡ. Беҙ уны юлдарҙы ремонтлауға, ауыл урам­дарындағы асфальтты яңыртыуға тотон­доҡ. Әле беҙҙә Дуҫлыҡ һәм Тимер ауылдарын ғына асфальт юл менән тоташтыраһы ҡалды.
Шулай ҙа бөгөн урындағы үҙидара органы етәксеһен борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Әлбиттә, ауыл биләмәһенең федераль программала ҡатнашыуы, инфраструктураны үҫтереүгә ҙур күләмдә инвестициялар һалыныуы бик тә шат­лыҡлы күренеш. Әммә муниципаль берәмектең үҙенең финанс базаһы һуңғы осорҙа ярлылана төшкән. Был инде республикала һалым сәйәсәтенең үҙгәреүенә, юғарыла урындағы үҙидараның мәнфә­ғәттәрен бигүк иҫәпкә алмауҙарына бәйле. Әйтәйек, хәҙер физик шәхестәрҙең килем һалымынан ни бары... ике процент ҡына уларҙың ҡаҙнаһына инә. Был инде элекке нормативтан биш тапҡырға кәмерәк.
– Өҫтәүенә аренда түләүҙәренән килгән аҡсаны ла беҙгә бөтөнләй бир­мәйҙәр, – ти Алина Йомағолова. – Элек, исмаһам, 50 проценты урында ҡала торғайны, уның күләме йылына 1 миллион 200 мең һумдан кәм түгел ине. Хәҙер бюджетта шул керемде лә юғалттыҡ. Шуға биләмә хакимиәтенең элекке һымаҡ ирекле аҡсаһы юҡ.
Ә былай федераль программаға эләгеп, беҙгә бөгөн артыҡ зарланыу ҙа килешмәй торғандыр. Киләсәккә ҡорған пландарыбыҙ ҙа ҙур. 1200-ҙән ашыу кеше йәшәгән Ғәфүрҙә 40 гектар майҙанда биҫтә ҡалҡып сыҡты. Хәҙер унда йәшәгән халыҡ беҙҙең алда ауылдарында балалар баҡсаһын төҙөү, шулай уҡ эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу мәсьәләһен күтәрҙе. Оло юлға яҡын ғына урынлашҡан Воздвиженка һәм Никитинка ауылдары­ның да сиктәре киңәйәсәк.
Шуны әйтер инем: ауылдарҙы комплекслы үҫтереүҙә һәм төҙөкләндереүҙә беҙ ҡатнашҡан федераль программа бик тә шәп. Шундай ҙур эштәр халыҡтың урындағы үҙидара органына ышанысын арттыра. Был инде беҙҙе шатландыра, тынғыһыҙ эшебеҙҙә көс һәм илһам өҫтәй.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512