Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөҙ ҙә егерме йыл көтөрмө икән?
Йөҙ ҙә егерме йыл көтөрмө икән?Фатир булмауға борсолоп хат яҙғайны Рәүиә Сәйфуллина редакцияға.
“Мин 1989 йылда, ҡулыма Башҡорт дәүләт университеты дипломын тотоп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, Салауат ҡалаһына эшкә килдем, — тип башланған хат. — 1991 йылдың 18 февраленән алып ҡаланың 18-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам. Шул уҡ йылда 203-сө булып фатир алыуға ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегенә сиратҡа баҫтым. Әле мин фатирҙы беренсе сиратта алыусылар исемлегендә 89-сы булып торам.
Ни өсөн ҙур булмаған ҡалала ла сират урынынан ҡуҙғалмай икән? Йыл һайын әллә күпме яңы йорт ҡалҡып сыға ла баһа”.
Фатир мәсьәләһе бер Рәүиә ханымды ғына борсомай. Бындай һорау менән күптәр мөрәжәғәт итә редакцияға. Беҙ уларҙың береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Кемгәлер редакция ярҙамы менән фатир ҙа бирелә, ә ярҙам күрһәтеп булмай икән, йөрәк әрней.
Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Фрүзә Хәбибуллина, хат менән танышып сыҡҡас та, эште ойоштороп ебәреү өсөн ярҙамсыларына ҡәтғи фармандар бирҙе.
— Рәүиә Әсҡәт ҡыҙын мин күптән беләм, — ти Фрүзә Йәғәфәр ҡыҙы. — Элегерәк, туҡһанынсы йылдарҙа, бик әүҙем уҡытыусы ине. Баҫалҡы, нимә әйтһәң, шуны еренә еткереп башҡара. Заманында төрлө кимәлдә уҙғарылған ярыштарҙа, конкурстарҙа ла ҡатнашты, ләкин һуңғы ваҡытта әүҙемлеге кәмене. Бының үҙ сәбәптәре бар — Рәүиә Сәйфуллина 2008 йылда һәм быйыл ғинуар башында юл фажиғәһенә тарып, сәләмәтлеген ҡаҡшатты. Һаулығы шәптән булмаһа ла, ул үҙенең бурыстарын намыҫ менән башҡара.
Мәғариф бүлеге етәксеһе менән һөйләшкән арала, бер ҡосаҡ документ күтәреп, ҡала уҡытыусыларының профсоюз комитеты рәйесе Наталья Гончаренко ла килеп инде.
— Рәүиә Сәйфуллина фатир алыуға дәғүә итеүсе мәғариф хеҙмәткәрҙәренең дөйөм исемлегендә 127-се булып сиратта тора. Йыл һайын апрель айында был исемлеккә үҙгәрештәр индерелә, быйыл да шулай буласаҡ. Ул ваҡытта инде Рәүиә Әсҡәт ҡыҙының сираты йәнә алға күсәсәк, — ти профком рәйесе.
— Рәүиә Сәйфуллина үҙенең хатында, мин торлаҡҡа сиратҡа ғаризамды 1991 йылда яҙҙым, тигән. Ә һеҙҙең журналдан күренеүенсә, ул сиратҡа ни бары 1994 йылда ғына ҡуйылған. Быны нисек аңлатаһығыҙ?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ был һорауға яуап бирә алмайбыҙ, Рәүиә Әсҡәт ҡыҙының 1991 йылда яҙылған ғаризаһы беҙҙә юҡ. Журналға ла ул бары 1994 йылдың 6 июнендә генә теркәлгән. Әгәр 1991 йылдағы яҙыу кемдеңдер яуыз уйы менән үҙгәртелһә, ул биттә буялған йәки йолҡонған урын ҡалыр ине. Ә ул юҡ.
Етәкселәрҙең яуабы менән килешмәү мөмкин түгел, сөнки Рәүиә Сәйфуллина фатирға сиратҡа торорға ғариза яҙған ваҡытта Фрүзә Хәбибуллина мәғариф бүлеге начальнигы булып эшләмәгән әле. Профсоюз комитеты рәйесе лә — яңы кеше.
— Хат авторы беҙҙе уның бәләләренә иғтибарһыҙ ҡалыуҙа ғәйепләй, — тип һүҙен дауам итә Наталья Гончаренко, — ләкин был да ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Беренсенән, ул беҙҙән сәләмәтлеген нығытыу өсөн путевка, дарыу алырға матди ярҙам һорағаны юҡ. Әгәр ҙә Сәйфуллина тарафынан ундай мөрәжәғәт булһа, мотлаҡ ярҙам ҡулы һуҙыр инек. Икенсенән, беҙҙең ишек һәр ваҡыт асыҡ һәм теләгән кеше үҙенең йомоштары менән мөрәжәғәт итә ала.
Быныһы Рәүиә Әсҡәт ҡыҙының, нисә килһәм дә профсоюз комитеты рәйесе мине ҡабул итмәй, тигән ғәйепләүенә яуап.
Рәүиә Сәйфуллина егерме йылдан ашыу эшләгән 18-се мәктәптең директоры Ирина Шаульская был вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем биш йыл тирәһе урынбаҫар йөгөн тартҡан, шуға күрә ул Рәүиә Әсҡәт ҡыҙын һәм уның проблемаларын яҡшы белә.
— Рәүиә Әсҡәт ҡыҙы, уҡытыусы булараҡ, үҙ эшен белеп башҡара. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары башында һәм урталарында барлыҡ мәктәпкә лә башҡорт телен уҡытыу индерелә башлағанда, ул бик ҙур эш башҡарҙы. Конкурстарҙа ла йыш ҡатнашты. Ләкин, бәлә аяҡ аҫтында, тиҙәр бит, уҡытыусыбыҙ бер-бер артлы фажиғәле хәлдәргә осраны. Һаулығына зыян килеү сәбәпле, ул бер йылға ял һораны. Беҙ уның был һорауын ҡәнәғәтләндерҙек. Ялдан һуң, категорияны дәлилләү өсөн, аттестация үтергә кәрәк ине. Тәбиғи, бер йыл мәктәптә эшләмәү эҙһеҙ үтмәй: Рәүиә Сәйфуллина категорияһын иҫбатлай алманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның булдыҡлылығын белгәнгә күрә, мин аттестация комиссияһы ағзаларынан Сәйфуллинаға юғары категория биреүҙәрен һораным. Рәүиә Әсҡәт ҡыҙы бөгөн — юғары категориялы уҡытыусы. Сәғәттәр һаны буйынса ла уны берәү ҙә йәберләмәй, — ти директор.
Беҙҙең һүҙгә мәктәптең профсоюз комитеты рәйесе Наталья Казбекова ҡушыла:
— Тәүге тапҡыр юл һәләкәтенә эләккәндән һуң беҙ Рәүиә Әсҡәт ҡыҙына профсоюз аша аҡсалата ярҙам күрһәттек. Һуңынан да матди ярҙам булды. Улай ғына ла түгел, мәктәптең хеҙмәт коллективы аҡса йыйып бирҙе. Ә беҙҙә уҡытыусылар ғына етмештән ашыу. Путевкаға килгәндә, уны, элекке кеүек, мәктәптәргә бушлай биреүҙе күптән оноттоҡ бит инде.
Н. Казбекова был белем усағында 1997 йылдан алып эшләй, профсоюз комитетын етәкләгәненә — ике йыл тирәһе. Шул сәбәпле Рәүиә Сәйфуллинаның фатирға сиратҡа баҫыу өсөн 1991 йылда яҙылған ғаризаһының юҡлығын аңлата алманы.
— Рәүиә Әсҡәтовна бөтөнләй торлаҡһыҙ ҙа түгел, — тине профком етәксеһе. — Быға тиклем ул Калинин урамындағы 44-се йортта бер бүлмәле фатирҙа йәшәй ине. Уны һатып, шул уҡ йорттан ике бүлмәлене алғаны ла мәғлүм беҙгә. Әле ул Калинин урамының 102-се йортонан ипотекаға фатир алды.
— Мин торлаҡҡа ғариза яҙғанда, ҡала хакимиәте мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе булып Наталья Кондрашина эшләй ине, — ти Рәүиә Әсҡәт ҡыҙы, үҙе мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп. — Шулай булғас, әлбиттә, улар белмәй.
— Килешәм һеҙҙең менән. Ләкин ни өсөн ошоға ҡәҙәре сиратығыҙ менән ҡыҙыҡһынманығыҙ? Кондрашина үҙе эшләгән булһа, ниндәйҙер асыҡлыҡ индерер ине.
— Фатирға ғаризаны тап 1991 йылда яҙғанымды Наталья Мартынова дөрөҫләй ала, уның менән бер ваҡытта эшләнек. Ләкин Наталья әлеге ваҡытта Германияла йәшәй. Саҡыртһаҡ, ҡайтмаҫмы икән?
Кемдеңдер сираты буталған тип, Германия һынлы Германиянан ҡайтып төшмәй бит инде Мартынова. Фатир кәрәк икән, кемдәндер көтөп ятыу яраған эш түгел, үҙеңә лә ҡыбырларға кәрәк. Кем әйтмешләй, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә.
Мәктәптең профсоюз комитеты рәйесе телгә алған фатирҙар хаҡында Рәүиә Сәйфуллина шулай аңлата:
— Калинин урамының 44-се йортондағы бер бүлмәле фатирҙы миңә туғандарым, атай-әсәйем аҡса йыйып, һатып алып биргәйне. Аҙаҡ мин уны һатып, алты йыл элек, тағы туғандарым ярҙамы менән, шул уҡ йорттан ике бүлмәлеһен алдым. Уныһын да һатып, әле күптән түгел генә төҙөлгән яңы йорттан фатир алдыҡ. Тик ул минеке түгел, ә әсәйемдең, минең, ҡустымдың һәм киленемдең уртаҡ торлағы. Һәр беребеҙҙең үҙ өлөшө күрһәтелгән документ бар. Ҡыҙым да шунда теркәлгән. Ул тормошҡа сыҡты, ире менән айырым фатирҙа йәшәйҙәр. Әммә торлаҡ уларҙыҡы түгел, кейәүҙең үлгән өләсәһенеке. Бер көн килеп ҡустым, “апай, ҡыҙың да, үҙең дә фатирҙан сығығыҙ” тиһә, беҙ ҡайҙа барырға тейеш?
Ҡала етәкселәре бер бүлмәле генә фатир бирһә, барыһына ла оло рәхмәтле булыр инем. Әгәр сират былай барһа, миңә ни бары йөҙ егерме йәшемдә генә торлаҡ тәтейәсәк.
Сәйфуллинаға ҡарата закон боҙоуға юл ҡуйылмағанмы тигән һорау алып килде мине ҡала хакимиәтенең торлаҡ бүлегенә.
— Юҡ, бында бер ниндәй ҙә закон боҙоуҙарға юл ҡуйылмаған, — ти бүлек начальнигы Вәсилә Әлимғолова. — Рәүиә Сәйфуллина беҙгә хат менән мөрәжәғәт итте. Беҙ уның торлаҡ шарттарын ентекләп өйрәнгәндән һуң, һеҙгә сираттан тыш фатир биреү өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ, тип рәсми рәүештә яуап бирҙек.
2012 йылдың 1 ғинуарына Салауат ҡалаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыу исемлегендә барлығы 1097 кеше сиратта тора. Шуларҙың ун бише — сираттан тыш фатир алыуға хоҡуғы булғандар исемлегендә. 514 кешенең беренсе сиратта торлаҡ алыуға хоҡуғы бар. Тағы ла 500 кеше дөйөм исемлек менән бара. Аҙ тәьмин ителгән 68 ғаилә 2005 йылдың 1 мартында ҡабул ителгән Федераль законға ярашлы иҫәпкә ҡуйылған.
Күптән түгел, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың инициативаһы менән “Уҡытыусы йорто” проекты ҡабул ителде. Уға ярашлы, мәктәптәрҙә, училищеларҙа, техникумдарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында эшләгән һәм торлаҡ кооперативтарына берләшкән уҡытыусылар өсөн фатирҙар, йорттар төҙөләсәк.
Мәктәптәргә яңы эшкә килгән белгестәрҙе фатирлы итеү өсөн, “Йәш уҡытыусыларға ипотека” программаһы ла ғәмәлгә инәсәк. Был программа буйынса мәғариф өлкәһендә тәүге аҙымдарын яһаған йәш уҡытыусыларға торлаҡ кредиттары бүленәсәк. Шуныһы һөйөндөрә: ипотека кредиты бирелгәндә, уларҙың хеҙмәт хаҡының ниндәй булыуы иғтибарға алынмаясаҡ. Тәүге иғәнә лә ни бары торлаҡ хаҡының 10 процентын ғына тәшкил итәсәк.
Бер һүҙ менән әйткәндә, яҡын арала күп уҡытыусыға үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн киң мөмкинлек асыласаҡ. Шулай булғас, Рәүиә Сәйфуллина ла бөтөнләй фатирһыҙ тороп ҡалмаҫ, моғайын.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Салауат ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523