Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнә “ҡарттарҙы алдау” спектакле
Йәнә  “ҡарттарҙы алдау”  спектакле Өфөлә була был хәл. 72 йәшлек инәй, магазинға йәшелсә алырға ғына сыға. Ҡапыл эргәһенә таныш булмаған ҡатын килеп баҫа ла: “Ун көндән ҡыҙың үләсәк”, – ти. Һүҙҙәрен иҫбатлар өсөн хатта күк йөҙөндә ҡара тәре һүрәтен табып күрһәтә, йәнәһе лә, әбейҙең ғаиләһенә яман сихыр эләккән...


Быны ишеткән инәйҙең ҡото оса, бер нәмә хаҡында уйлай ҙа, ишетә лә алмай. Үҙен Ольга тип та­ныш­тырған аферистка ҡорбанына “әкиәтен” һөйләгән арала уларға тағы бер ҡыҙ ҡушыла. Уныһы ла үҙ “ролендә” – Ольганың дауалау һәләтен маҡтай башлай, “яңыраҡ беҙҙең ғаиләне лә һәләкәтле сихырҙан ҡотҡарҙы” тип тә өҫтәй. Алдаҡтарҙың һүҙенә тамам ышанған әбей быларҙан ғаиләһен, ҡыҙын ҡотҡарыу юлдарын һорашырға тотона. “Дауалаусы” иһә әбейҙең өйөнөң ишеге аҫтына зыярат тупрағы һалыныуы, бар бәләләргә шул сәбәпсе икәнлеген әйтә, әммә сихырҙы бөтөрөр өсөн, әлбиттә, аҡса түләргә кәрәклеген дә белдерә. Бер ҡатлы пенсионер үҙенең барлыҡ бай­лығын – 500 мең һумдан ашыу аҡсаһын Ольгаға сығарып тоттора. Өйҙә бер нисә “йола” атҡарғандан һуң “дауалаусы” тоҡсайҙы хужабикәгә кире бирә, тик уны төн уртаһына тиклем асмаҫҡа ҡуша. Үҙҙәре иһә ҡорбандарына сәләмәтлек теләп, билдәһеҙ йүнәлештә олаға. Төнгө 12-ләр тирәһендә әбей тоҡсайҙы асһа, унда аҡса урынына иҫке гәзит һәм салфеткалар күрә. Таланғанын төшөнгәс, полицияға мөрәжәғәт итә. Әле тәртип һағындағылар “дауалаусы” менән уның “әхирәтен” эҙләй, енәйәт эше асылған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар бер бөгөн генә ҡабатланмай. Уларға хә­ҙер үҙебеҙ ҙә өйрәнеп бөттөк кеүек. Иң аяныслыһы – төрлө мәғлүмәт саралары халыҡты, бигерәк тә оло йәштә­ге­ләрҙе теге йәки был алдауҙарға ышан­мағыҙ тип күпме генә киҫәтһә лә, аҡсаһын, мөл­кәтен елгә осороп, “тишек кәмәлә” ултырып ҡалғандар һаны көндән-көн арта.
Хәйер, пенсионерҙарҙы ғәзиз балаһына, туғанына хәүеф янай тип кенә түгел, уларҙа булған ауырыуға ҡаршы биологик яҡтан әүҙем өҫтәмәләр һатып та алдайҙар. Әбейҙәрҙе, бабайҙарҙы фәҡәт теге йәки был сирҙән арындырасаҡ “витамин”дарҙың хаҡы ла халыҡса әйткәндә “аттан ҡалышмай”. Өҫтәүенә был препараттар, имеш, медицина өлкәһендә абруй яулаған, сит ил клиникаларында тикшереү үткән, ауырыуҙы дауалау ғына түгел, уның үҫешен тамам туҡтатыу көсөнә эйә.
Мутлыҡ ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ булһын өсөн алдаҡсылар шәхси поликлиника йә дәүләт ҡарамағындағы дауахана хеҙмәткәрҙәре аша оло йәштәге пациенттар тураһында мәғлүмәт туплай икән. Улар араһында бығаса биологик яҡтан әүҙем өҫтәмә алып, “тишек кәмәлә” ултырып ҡалғандар булһа, мутлыҡ башҡаса сценарий буйынса дауам итә: суд, Генераль прокуратура, “Роспотребнадзор” йә банк вәкиле исеменән шылтыратып, “витамин” һатҡан алдаҡсы­лар­ҙың эҙенә төшөүҙәре, зыян күргәндәргә бюджеттан компенсация түләнәсәге хаҡында әйтә. Әммә тейешле сумманы алыр өсөн теге йәки был банк операциялары өсөн уның 10 – 15 процентын түләү кәрәклеген дә белдерә. Шунда уҡ аҡса күсереү өсөн иҫәп номеры ла бирелә. Ғәҙәттә, 150 – 500 мең һумғаса һорайҙар. Әлеге ышаныусан ҡарттар йәһәт кенә түләргә ашыға, улар араһында бер – һигеҙ миллион һумғаса аҡсаһын күсер­гәндәр бар... Уның ҡарауы, ошо уҡ сценарийҙың аҙағы башҡаса төҫ алыуы ла мөмкин. Шул уҡ оператор “витамин” һатҡан кешеләр тотолдо, компенсация әҙер (хатта теүәл сумманы атай), уны ниндәй иҫәпкә күсерергә?” тип һорай ҙа, иҫәп һандарын ишетеү менән әңгәмәһен туҡтата... Артабан хәл әүәлгесә дауам итә.
Полиция мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн халыҡты алдап, унан файҙа алыуҙың киң таралған дүрт төрө бар: финанс пирамидалары, ялған пластик, банк карталары, алдаҡсы СМС-хәбәрҙәр ебәреү, биологик яҡтан әүҙем өҫтәмәләр һатыу. Тап ошо ысулдар ярҙамында халыҡ, бигерәк тә оло йәштәгеләр, ветерандар талана ла. Яҡыныбыҙ йә таны­шыбыҙ менән бер-бер хәл була ҡалһа, быны, ғәҙәттә, СМС аша түгел, шылтыратып хәбәр итәләр. Организмыбыҙға кәрәкле витамин-дарыуҙар махсус аптекаларҙа һатыла, күпселек осраҡта табип рецебы буйынса ғына бирелә. Финанс пирамидаһына ҡушылып, байып, фәҡирлек менән тамам хушлашҡан геройҙар ҙа әлегәсә күренмәй. Банктағы йә пластик карта иҫәбе һандарын артыҡ күҙҙәргә күрһәтмәгеҙ тигән киҫәтеү ҙә яңылыҡ түгел дә бит.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 112

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530