Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәш ғаиләләр өсөн ярҙам тос
2012 йылда Башҡортостанда 1562 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ. Республика бюджетынан ошо маҡсатта 460 миллион һум, федераль ҡаҙнанан 283 миллион һум аҡса йәлеп итеү күҙаллана. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының коллегияһында министр урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин ошо хаҡта бәйән итте.
Фатир мәсьәләһен хәл итеүҙе ул йәштәр сәйәсәтендәге үҙәк проблемаларҙың береһе тип атаны.
2003 йылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамының республика программаһын ҡабул итеү уларға льготалы хаҡ менән фатир һатып алыу мөмкинлеген бирҙе. 12 974 йәш ғаилә ошо хоҡуҡтан файҙаланған. 2003—2011 йылдарҙа программаны финанслауҙың дөйөм күләме 2 миллиард 196,2 миллион һум (шул иҫәптән федераль бюджеттан — 779 миллион һум) тәшкил иткән.
Руслан Ғизәтуллин әйтеүенсә, ошо уҡ йылдарҙа 5 456 йәш ғаиләгә субсидия рәүешендә, бала тыуғанда (уллыҡҡа алғанда) торлаҡ шарттарын яҡшыртыу договорҙары буйынса бурыстың бер өлөшөн иҫәптән сығарыуға социаль түләү бирелгән, шул иҫәптән былтыр 697 ғаилә 140,5 миллион һумдан ашыу аҡса алған.
Министр урынбаҫары билдәләүенсә, сара күрелеүгә ҡарамаҫтан, торлаҡ проблемаһы элеккесә киҫкен булып ҡала.
— Әле программа буйынса 28 975 йәш ғаилә сиратта тора, — тине Руслан Ғизәтуллин. — Шул уҡ ваҡытта Әбйәлил, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Бишбүләк, Благовар, Ғафури, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ҡыйғы, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәсетле, Нуриман, Стәрлебаш, Учалы, Хәйбулла райондары “Торлаҡ” федераль айырым маҡсатлы программаһы һәм Дәүләт ярҙамының республика программаһына ярашлы былтыр бүленгән аҡсаны үҙләштермәгән.
Торлаҡ сертификаттарының ғәмәлдә булыу срогы быйыл 24 июлдә тамамлана. Ул шулай уҡ торлаҡ программаһы буйынса отчет документацияһын ваҡытында тапшырыуға иғтибар бүлде.
Үҙенең сығышында Руслан Ғизәтуллин, ауылда йәшәгән йәш ғаиләләрҙе арзан торлаҡ менән тәьмин итеүҙе “Ауылды социаль үҫтереү” федераль айырым маҡсатлы программаһы көйләй, тип тә өҫтәне.
— Уны тормошҡа ашырыу барышында төбәктә 4 182 йәш белгес һәм йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, — тине ул. — Былтыр торлаҡ буйынса ике программаға ярашлы барлығы 1 759 йәш ғаиләгә (“Ауылды социаль үҫтереү” программаһы буйынса договор төҙөгән 660 һәм “Торлаҡ” федераль программаһы һәм Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамының республика программаһы буйынса 1099 йәш ғаиләгә) дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.
Ошо теманы йомғаҡлап, министр урынбаҫары, Башҡортостан Президенты Указына ярашлы 2011—2015 йылдарҙа дәүләт ярҙамының республика программаһын үтәү вәкәләте Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына тапшырылды, тип билдәләне.
— Шуға ҡарамаҫтан, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы профилле ведомстволар менән берлектә йәштәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу юлдарын эҙләйәсәк, — тип тамамланы сығышын Руслан Ғизәтуллин.
М. ӘМИНЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 992

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526