Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәрәкәттән генә килер бәрәкәт
Хәрәкәттән генә килер бәрәкәт Халыҡтың эш менән тәьмин ителеше барлыҡ социаль мәсьәләләрҙең дә иң мөһимелер, моғайын, сөнки уның нисек яйға һалыныуы, йәғни көнкүреш кимәлебеҙ хеҙмәт өсөн түләүгә генә бәйле. Ҡалғаны йә һүҙ, йә теләк кенә. Аҙ эш күп һүҙҙән яҡшыраҡ, ти халыҡ. Был ҙур проблема донъяның бөтә илдәренә лә хас. Ә беҙҙең республикала халыҡ эш менән нисек тәьмин ителгән? Дәүләт ярҙам итә аламы, әллә һәр кем үҙе шөғөл табырға тейешме? Эшкә урынлашыу “сәйәсәте” ниндәй йүнәлештә күҙаллана?


Эшһеҙлек мәсьәләһе тураһын­да һүҙ сыҡһа, һәр саҡ тиерлек үҙебеҙҙең ауылдар иҫкә төшә: уларҙа даими хеҙмәт хаҡы алырлыҡ урындар аҙ. Колхоз һәм совхоздарҙың бөтөүе лә хәлгә ныҡ йоғонто яһаны. Хәйер, был предприятиелар бар саҡта ла ундағы эш хаҡтары ҡаланыҡы менән ярыша алманы. Ә бит беҙҙең атай-олатайҙар коллектив хужалыҡтарҙа элек бөтөнләй аҡса күрмәйенсә лә эшләп йөрөнө. Бөгөнгө ярҙамсы крәҫ­тиән хужа­лығы ундай предприятиелар менән ярыша алмай, сөнки тир түгеп үҫтергән малың­ды һәм уңышыңды һатып аҡса эшләүе лә еңел түгел бит. Етмә­һә, ундай ауыл кешеһе бер ниндәй ойошмала ла теркәл­мәгән, отпуск ҡына түгел, сирләп китә ҡалғанда ла бюллетень түләнмәй, хеҙмәт стажы ла юҡ.
– Беҙҙең республика халҡы­ның 40 проценты ауыл ерендә йәшәй, уларҙы эш урындары һәм хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итергә кәрәк. Беҙҙең бурыс – ауылда етештереүсәнлекте күтәреү һәм аграр тармаҡҡа идара итеүҙе камиллаштырыу, – тигәйне Баш­ҡорт­ос­тан Башлығы Рөстәм Хә­митов быйыл яҙ республика Хөкү­мәтенең былтырғы эшмәкәр­леге тураһында отчет менән сығыш яһағанда.
Ярҙамсы крәҫтиән хужалыҡ­тары ауыл иҡтисадында төп урынды тота тип әйтергә лә мөмкин: ауылда етештерелгән малсылыҡ һәм үҫемлекселек продукцияһының 64 проценты улар өлөшөнә тура килә. Ләкин ҡайһы райондағы шәхси хужа­лыҡ эйәһе йәки фермер менән һөйләшһәң дә, иң ҙур проблема тип етештерелгән продукцияны отошло итеп һатыуҙы күрһәтәләр. Алһыҙ-ялһыҙ үҙ хужалығын хәс­тәрләүсе крәҫтиән күпселек осраҡта бер юлы әҙерләүсе ойошманы етәкләүсе лә, логистиканы үҫтереүсе лә, баҙарҙа кибеттәр асыусы ла була алмай. Белгестәр раҫлауынса, ауыл тармағында 20 йыл элек булып үткән фажи­ғәнең – коллектив хужалыҡтарҙы тарҡатыуҙың – эҙемтәләре һаман да үҙен һиҙҙерә, крәҫтиәндәр әле лә продукцияны баҫыуҙан алып ҡулланыусыға еткереүгә хәтлем булған сылбырҙы тәьмин итә алырға һәләтле кооперативтарға берләшә алмай. Ә бит улар халыҡты эш менән тәьмин итеүгә лә ҙур ғына өлөш индерер ине. Ауыл халҡын ғына түгел, ҡала кешеләрен дә.
Һөҙөмтәлә ауылдағы эреле-ваҡлы хужалыҡтарын ғаиләһе елкәһенә ҡалдырып, ҡала еренә эш эҙләп китеүсе ирҙәр артты. Уларҙың теүәл күпме булыуын статистика ла аныҡ ҡына әйтә алмай.
Хәйер, эшһеҙлек буйынса статис­тиканың үҙен дә күптән яйға һалырға кәрәк. Мәҫәлән, байтаҡ кеше, айырыуса йәштәр, фрилансер рәүешендә йәшәүҙе, йәғни “ирекле һөнәр эйәһе” булыуҙы хуп күрә. Тимәк, улар, ауылда ярҙамсы хужалыҡта шөғөлләнеүселәр кеүек үк, ғәмәлдә рәсми рәүештә эшһеҙ булып иҫәпләнә. Былтыр ошондай ҡатламдағы 83 меңдән ашыу кешене “күләгәнән сығарыуға” өлгәшкәндәр, һәм улар хәҙер рәсми теркәлгән, тейешле һалымдарын түләй, буласаҡ пенсия өсөн страховка фондына түләүҙәрен дә күсерә башлаған. Дөрөҫ, был маҡсатҡа күптәр үҙҙәре теләп түгел, ә дәүләт һәм муниципаль органдарҙың ныҡы­шыуы аша өлгәшә.
Эйе, дәүләттең халыҡты эш менән тәьмин итеү сәйәсәте йылдан-йыл яҡшыра бара. Былтыр, мәҫәлән, хеҙмәт баҙарын тото­роҡландырыуға 1 миллиард 700 миллион һум аҡса тотонолған. Шуның 1 миллиард 200 миллион һумы – эшһеҙҙәргә социаль түләүҙәр. Дүрт мең ярым кеше дәүләт иҫәбенә яңы һөнәргә уҡып сыҡҡан. Иң мөһиме шул – иҡти­сади көрсөккә бәйле шикләнеүҙәр булһа ла, хеҙмәт баҙарындағы хәлдең ҡырҡа насарайыуына юл ҡуйылманы.
Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова аңлатыуынса, тотороҡлолоҡто һаҡлау сәйәсәте ике йүнәлештә бара. Тәүгеһе әүҙем сараларҙы күҙ уңында тотҡан дәүләт программаһы булһа, икенсе йүнәлеш өҫтәмә сараларҙы үҙ эсенә ала, уныһын тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан 218 миллион һәм республикабыҙ бюджетынан 12 мил­лион һум субсидия бүленгән. Өҫтәмә саралар тигәне сәнәғәт предприятиеларына эш урындарын өлөшләтә булһа ла һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итеүҙе аңла­та. Былтыр ошондай предприя­тиеларҙан 18 мең кеше эштән ебәрелгән. Ҡыҫҡартыуҙар һаны буйынса Өфөләге “Гидравлика”, Бәләбәйҙәге “Автонормаль” предприятиелары, Туймазы районын­дағы буҫтау комбинаты, Стәр­летамаҡ районындағы Ҡуғанаҡ кирбес заводы коллективтары алғы сафта бара.
Әгәр ҙә 2014 йылда мәшғүллек үҙәктәренә эш һорап 92 мең 500 кеше мөрәжәғәт иткән булһа, былтыр ундайҙар һаны 96 меңгә етте. 67 процентына, йәғни 63 мең кешегә, хеҙмәт урындары табып бирелгән. Был күрһәткес Волга буйы федераль округы буйынса уртаса алғанда ла шул самаға тура килә.
Башҡортостандың 29 районында хеҙмәт баҙарындағы көсөр­гә­неш уртаса республика кимәлен ике тапҡырға ашып китә. Был­тыр­ғы отчет мәғлүмәттәре буйын­са, бер вакансияға Әлшәй, Бөр­йән, Шаран райондарында – алтышар, Асҡын районында – 11, Ағи­ҙел ҡалаһында 26 кеше дәғүә итә.
– Хөкүмәт туҡтауһыҙ кредиттар өләшеп, льготалар биреп кенә йәшәй алмай, дәүләт ҡаҙнаһы күктән төшмәй бит, халыҡ үҙе лә тырышырға тейеш, – тигәйне үҙенең бер сығышында Рөстәм Зәки улы. – Кем эшләргә теләй, шул тырыша. Туймазы районында булғанда кондитер цехы асҡан бер ҡатын менән осрашып һө­ләшергә тура килде, ул күрше­ләре менән берләшеп, күмәкләп бешеренеп, кибеттәргә татлы продукция оҙата икән. Ҡайһы берҙә ғәжәп итәм: ундай кешеләр зарланмай ҙа, закондар ҙа уларҙы ҡәнәғәтләндерә, дәүләттең ярҙа­мы ла. Ә кемдер туҡтауһыҙ һорай, талап итә, мыжый һәм һәр саҡ ситтән ярҙам көтә... Бәғзе бер райондарға ҙур эшҡыуарлыҡтың килмәйәсәге асыҡ, сөнки тимер юлдар ҙа, продукция ташырлыҡ тейешле автомобиль хәрәкәте лә юҡ. Тимәк, берҙән-бер өмөт – бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511