Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ыҙғыш алмаһы”на әйләнмәһен тиһәгеҙ...
“Ыҙғыш алмаһы”на әйләнмәһен тиһәгеҙ... Мираҫҡа эйә булыу мәсьәләһе һәр кемебеҙгә ҡағыла. Кемдер уны ҡалдырып китә, бүтәндәре эйә була. Тик нәҡ шул туғандан ҡалған мөлкәт йыш ҡына “ыҙғыш алмаһы”на әүерелә. Мәрхүмдең милеген бүлә алмай, үҙ-ара талашып бөтәләр. Ә инде законды белеп, алдан хәстәрләһәләр, бындай бәләләрҙе урап үтерҙәр ине. Шуға ла ошо ябай кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ.


Һинең сират нисәнсе?

Законға ярашлы, әгәр кеше донъя ҡуйһа, уның мөлкәте туғандарына ҡала. Тик мираҫҡа дәғүә итеүселәрҙең дә сираты бар. Йәғни мәрхүмгә кемдең туғанлығы яҡыныраҡ, шуның әйбергә хужа булыу мөмкинлеге күберәк. Граждандар кодексында туғанлыҡтың ете кимәле билдәләнгән.
Беренсе сиратта – балалары, тормош иптәше һәм ата-әсәһе. Әгәр улар бар икән, мөлкәт шулар араһында теп-теүәл бүленә. Ә инде ундайҙары булмаһа, икенсе сираттағы туғандарға күсә. Был категорияға ағай-апайҙары, олатай-өләсәйҙәре ҡарай. Артабан иһә ике туғандар, инәйҙәре, бабайҙары дәғүә итә ала.
Законда тағы шундай үҙен­сәлек бар: ғаиләле кеше үлеп китһә, мираҫтың яртыһы уның тормош иптәшенә ҡала. Тик был мөлкәт улар бергә йәшәгән осраҡ­та йыйылған булһа. Мәҫәлән, ир донъя ҡуйһа, фатирҙың яртыһы ҡатынына күсә. Ә инде ҡалған өлөшө бөтәһенә лә бүленә.
Хәҙерге ваҡытта “никах килешеүе” тигән күренеш тә йыш осрай. Уға ярашлы, ир менән ҡатын ғаилә ҡорғанда булған мөлкәттең кемдеке икәне алдан уҡ күрһәтелә. Бер-бер хәл була ҡалһа, кемгә күсәсәге аныҡ билдәләнә.

Йортто кемгә ҡалдырырға?

Закон буйынса мираҫ алыу­сыларҙан тыш, васыятнамә нигеҙендә хужа булыусылар бар. Бындай осраҡта иһә бер ниндәй ҙә сират иҫәпкә алынмай. Әбей ейәненә йортон яҙып ҡалдырҙы икән – нәҡ уға ғына тәтейәсәк. Хәҙерге ваҡытта васыятнамәне тултырыу әллә ни ҡыйын түгел. Бының өсөн нотариусҡа барып, ғариза төҙөргә генә кәрәк. Уның хаҡы өс-биш мең һумдан артмай.
Тик бында ла бер нескәлек бар. Васыятнамә яҙылғанда бәлиғ булма­ған балалар, тормош иптәше лә өлөштән ситтә ҡалмаҫҡа тейеш.

Алты айҙа өлгөр!

Мираҫ тапшырыусы донъя ҡуйһа, урындағы нотариусҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Нотариус алты ай буйы көтә. Шул арауыҡта күпме дәғүә итеүсе кеше йыйыла, шулар араһынан сиратҡа ярашлы хужалар билдәләнәсәк. Тағы шуны белергә кәрәк: “Һеҙгә мираҫ ҡалды”, – тип нотариус эҙләп йөрөмәйәсәк.
Йыш ҡына шундай хаталар була. Туғаны донъя ҡуйһа, яҡындары тейешле алты ай эсен­дә нотариусҡа мөрәжәғәт итмәй. Шул уҡ ваҡытта сосораҡ берәй заты барлыҡ документтарын тапшырып, мираҫ­­ҡа дәғүә ите­үен белдерә. Әгәр иң яҡын кешеләре нотариусҡа мөрәжәғәт итергә һуңлаһа, алыҫ туғандары фатирлы булып ҡалыуы ихтимал. Ғә­ҙеллекте яулау өсөн суд эштә­рендә лә ҡайнарға тура киләсәк.
Мираҫтан ошо срокта баш тартырға ла була. Бының өсөн шулай уҡ нотариусҡа барып, кем файҙаһына өлөштән баш тар­тыуҙы күрһәтергә кәрәк. Ниндәй осраҡта бындай алымға баралар? Ғәҙәттә, мираҫ ҡалды­рыусының бурысы күп булһа. Әгәр кемдер мөлкәтте васыят итеп ала икән, мәрхүмдең бурыс­тары ла уға күсә. Ә бурысы ҙур булһа, васыятты алыуҙан фәтүә юҡ.

Урамда ҡала күрмәгеҙ


Васыятнамәнән тыш, мөлкәтте бушлай ҡалдырыу ысулы ла бар. Тик шундай аҙымға барып, урамда тороп ҡалған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Нисек бындай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫҡа һуң?
Мәҫәлән, әбей кемгәлер фатирын ҡалдырырға була. Тик мөлкәтте бүләк итеү ҡағыҙына ҡул ҡуйғас та, торлаҡтың хужаһы булыуҙан туҡтай. Ә мираҫты алған кеше, законға ярашлы, был милек менән теләһә нимә эшләй ала. Күпселек ололарҙың хатаһы шунда: “дарственный” яҙырмын да донъя ҡуйғансы шунда йәшәрмен тип уйлай. Был фекер дөрөҫ түгел! Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай. Хатта балалары ҡарт әсәһен урамда ҡалдырған осраҡтар йышайҙы хәҙер.
Шуға ла килешеүҙә бер пункт­ты яҙҙырыр кәрәк: милектең хужаһы (бүләк итеүсе) үҙе иҫән саҡта шул торлаҡ менән файҙалана ала. Шул осраҡта кеше үҙенә имен көндәр хәс­тәрләй. Әгәр фатир туған булмаған кешегә бүләк ителә икән, файҙа алыусы уның 13 процент хаҡын дәүләткә түләргә тейеш була.

Ете ҡат уйла,
бер ҡат киҫ


Васыятнамәне юҡҡа сығарып та була. Әгәр күпмелер ваҡыт үтеп, милектең хужаһы йыйған байлығын башҡа кешегә ҡалдырырға булһа, бының бер ауырлығы юҡ. Нотариусҡа бара ла икенсе кешегә яңынан васыятын ҡалдыра. Был осраҡта иһә тәүгеһе үҙ көсөн юғалта.
Бындай осраҡтар ғәмәлдә йыш була. Туғандары уларға васыят ҡалдырылған тип өмөтләнеп йөрөй. Аҙаҡ хужаһы үлеп, нота­риусҡа мөрәжәғәт итһәләр, ми­лектең башҡа кешегә тәғәйен­ләнгәне билдәле була. Был осраҡта иһә беренсе дәғүәсенең хоҡуғы юҡҡа сыға. Суд аша ғына ғәҙеллекте юллап ҡарарға була. Бында иһә мираҫ ҡалдырыу­сының икенсе васыятнамәне яҙғанда үҙ аңында булмауын, сирләүен дәлилләргә кәрәк.
“Дарственный” менән хәлдәр күпкә ҡатмарлыраҡ. Кеше мөл­кәтен бүләк иткән икән, уны кире ҡай­тарып булмай. Суд аша мө­һим дәлилдәр килтереп кенә ғәҙеллекте юлларға була. Мәҫә­лән, ул кеше һеҙҙе үлтерергә маташһа йә иһә йыш туҡмаһа. Бүтән сәбәптәр иҫәпкә алынмай.
Нисек кенә булмаһын, мираҫ менән эш иткәндә бик һаҡ булыр кәрәк. Ете ҡат үлсәп, берҙе киҫеү күп бәләләрҙән ҡотҡарыр.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 106

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 461

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527