Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шешәнән сыҡҡан ен
Шешәнән сыҡҡан ен Йәштәр, үҫмерҙәр һәм балалар алкоголизмы тормошобоҙҙоң социаль афәтенә әйләнеп бара, шуға ла был хаҡта һәр беребеҙ уйланырға һәм уға ҡаршы көрәшкә өлөшөбөҙҙө индерергә, алкоголизмдың хәүефле эҙемтәләрен аңлатыу эшен алып барырға, «йәшел йылан»ға нәфрәтле ҡараш тәрбиәләргә тейешбеҙ.

Үткән быуаттың 70-се, 80-се йылдарына күҙ һалһаҡ, ул осорҙағы комсомол, пионер, октябрят ойошмаларының йәштәр менән тығыҙ эшләгәнен күрәбеҙ, шуға ла алко­голизмдың таралыуына юл ҡуйылманы. Мәктәптә бер генә уҡыусының спиртлы эсемлек эсеү осрағы ла йәмғиәт өсөн ғәҙәттән тыш хәл була торғайны. Юғары уҡыу йорттарында ла студенттар менән комсомол ойошмалары яҡшы эшләне. Иҫерек көйөнсә күҙгә салынған студенттың алама ҡылығы бик ентекле тикшерелә һәм иң ҡаты саралар күрелә ине: ул студент иҫәпкә ҡуйыла, тәнҡитләнә һәм башҡалар. Спиртлы эсемлек менән мауыҡҡан йәштәрҙе юғары уҡыу йортонан тиҙ үк ҡыуалар ине.
Беҙҙең республикала йәштәр алкоголизмы эпидемия хәленә еткән, тип әйтеп булмай. Йәштәрҙең буш ваҡытын файҙалы ойоштороу маҡсатында балалар һәм үҫмерҙәр клубтары, балалар спорт мәктәптәре әүҙем эш алып бара. Дөйөм алғанда, уларға меңәрләгән йәш кеше йәлеп ителгән.
Әлбиттә, был афәткә ҡаршы көрәштә киң мәғлүмәт сараларының йоғонтоһо ҙур булырға тейеш. Мәктәптәрҙә ата-әсәләр йыйылышында, мәҫәлән, иҫерткес эсем­лектәр менән мауыҡҡан кешенең йөҙ-ҡиәфәтен, алкоголдең кешегә нисек йоғонто яһауын күрһәтеү уға ытырғаныс уятыр, эсеп ҡарау алдынан уйға һалыр ине. Юғиһә, илебеҙҙә һәр кешегә 18 литр алкоголь тура килеүен нисек аңларға? Эсмәгән кешеләр һанын һәм күберәк ир-аттың хәмер менән мауығыуын иҫәпкә алғанда, һәр кешегә 244 шешә алкоголь тура килә. Тимәк, беҙ йыл әйләнәһенә эсеүҙән бушамайбыҙ. Ә медицина белгестәре раҫлауынса, илдә һәр кеше башына 8 литр хәмер тура килһә, был халыҡ өсөн үлемесле.
Алкоголь ниндәй генә күләмдә булма­һын, ул һәр беребеҙ өсөн зыянлы. Бер стакан һыраны ла нервы күҙәнәктәрен үлтергән, психиканы боҙған, организмды эшлектән сығарған ағыу тип атарға мөмкин. Һыра, бынан тыш, йәш быуындың репродуктив һаулығына ла шаҡтай ҙур зыян килтерә.
Ил Президенты билдәләүенсә, иҫерткес эсемлектәр, тәмәке тартыу һәм юл-транспорт фажиғәләре – халҡыбыҙҙы кәметеүсе төп бәлә. Рәсәйҙә алкоголдән йыл һайын 75 мең самаһы кеше вафат була. Мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙең республикала ла хәл яҡшы түгел: 14 йәшкә тиклемге балалар араһынан 58 процентының алкоголле эсемлектәрҙе эсеп ҡарағаны бар. Ә баш ҡалабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙың 11 проценты наркотик матдәләр ҡуллана, 27 проценттан ашыуы алкоголле эсемлектәр менән мауыға, 68 проценты тәмәке тарта. Шуларҙың 42 проценты, үкенескә ҡаршы, ҡыҙҙар.
1985 йылда «ҡоро закон» индерелеп, эскелек тыйылғайны. Эксперттар иҫәп­ләүенсә, был саранан ил бюджеты 50 миллиард һум аҡса юғалтҡан. Әммә ике йылдан һуң тыуым артҡан, үлем һәм сирләүселәр һаны кәмегән. Ошо сара ярҙамында 700 мең кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған! Бөгөн әгәр алкоголде ҡулланыу кимәлен йылына йән башына бер литрға ғына кәметһәк тә, алкоголизм һәм башҡа ауырыуҙар менән сирләүселәр биш процентҡа аҙайыр ине. Ләкин был бәләнән арыныр өсөн, беренсенән, халыҡты эш менән тәьмин итеү зарур. Икенсенән, алкоголдең хаҡын төшөрмәү һәм көн-төн тимәй һатылыуын сикләү өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Алкоголизм – күп яҡлы бәлә. Уға ҡаршы көрәш эҙмә-эҙлекле һәм берҙәм алып барылырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, бөгөн һыра йә араҡы һатып алыу өсөн йәштәргә бер ниндәй ҙә кәртә юҡ, улар спиртлы эсемлектең теләһә ниндәйен татыу мөмкинлегенә эйә. 14-15 йәшлектәргә күп кенә магазиндарҙа араҡыһын да, тәмәкеһен дә йәшен һорап тормай тотторалар. Ауылдарҙа иһә көмөшкә ҡойоп һатыу­сыларға ҡарата бер ниндәй сара күрелмәй. Ғәйеп кемдә һуң? Әлбиттә, үҙебеҙҙә! Балаларыбыҙҙы һәләкәт юлына этәргән ул әҙәм аҡтыҡтарына ни өсөн бер һүҙ ҙә әйтә алмайбыҙ? Вайымһыҙлығыбыҙ күҙебеҙҙе һәм һүҙебеҙҙе быуып тора түгелме?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 566

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524