Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъяның ҡояшһыҙ яғы...
Донъяның ҡояшһыҙ яғы... Һәр бала – Аллаһ Тәғәләнең бүләге, ул кәмһетелергә, мыҫҡыл ителергә тейеш түгел. Балаға ата-әсә наҙы, мөхәббәт кәрәк. Уларҙың бәхетле бала сағын тәьмин итеү – өлкәндәрҙең изге бурысы. Был, әлбиттә, бар кешелеккә билдәле хәҡиҡәт. Ләкин, үкенескә ҡаршы, һәр ваҡытта ла улай ғына килеп сыҡмай шул. Үҙ балаларын мәсхәрәләгән, язалаған, өйөнән ҡыуып сығарған, хатта үлтергән ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр хаҡында ла ишетелеп тора.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, илебеҙҙә көн һайын уртаса 7-8 бала үлемгә дусар ителә. Мәҫәлән, 2014 йылда 95,4 мең бала һәләк булған, шуларҙың 15 меңе – ауыр енәйәт ҡылыу арҡаһында. Бынан сығып шуны әйтергә мөмкин: балаларҙы яҡлау буйынса эш тейешле кимәлдә алып барылмай, был мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала бирә.
Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа бараһы түгел. Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике-өс йыл элек ике ҡатындың яңы тапҡан сабыйҙарының ғүмеренә ҡул һуҙыуы хаҡында йөрәге бар кеше әле лә онотмағандыр.
34 йәшлек ҡатын балаһын өйҙә тыуҙырып, был хәлде иренән йәшереү маҡсатында бәпесен ҡайсы менән сәнскеләп үлтермәксе була...
Был енәйәтсе үҙенең сираттағы балаһы буласағын яралғы биш айлыҡҡа еткәс кенә белеп ҡала. Уның ире, ун йәшлек балаһы бар. Ҡатын етлекмәй тыуған сабыйын 12 урындан сәнсә. Түше, арҡаһы, эсе яраланған бала үлмәй, дауаханаға эләгә.
Ошо уҡ ҡалала 43 йәшлек һатыу­сының да эш урынында тулғағы тота башлай. Ике бала әсәһе, Азербайжан гражданы булған ҡатын сабыйын табыу менән һыулы биҙрәгә төшөрә лә, аҙаҡ мәйетте полиэтилен тоҡсайға урап, ҡыуаҡлыҡ араһына бәрә...
Бындай күренештәр беҙҙә генә түгел, ә илдең төрлө төбәгендә булып тора. Әсәләрҙең ҡанһыҙлығы сәбәбен бер-ике һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин дә түгел. Бәлки, ғәйепте йәмғиәттән дә эҙләргә кәрәктер.
Эксперттар әйтеүенсә, балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙең ниге­ҙендә ғаиләләрҙең социаль хәле ята. Ысынлап та, йәшәү өсөн көн һайын көрәш алып барған ғаиләлә тыныслыҡ һәм татыулыҡ булмай, асыу, нәфрәт хисе барлыҡҡа килә. Бының менән килешергә лә булыр ине, ләкин тормоштоң әлеге замандан да ауыр осорҙарын беләбеҙ. Илебеҙҙәге тетрәнеүҙәр, һуғыш, аслыҡ йылдарында ла кешеләрҙең күңелдәре ҡатмаған. Киреһенсә, ундай һынауҙар халыҡты туплаған, бер-береһенә, бигерәк тә балаларға ҡарата иғтибарын, мәрхәмәтен арттырған.
Дөрөҫөн әйткәндә, ата-бабаларыбыҙ кисергән ауыр яҙмыштың бөгөн тамсыһын да татып ҡарамайбыҙ. Тимәк, балаларға ҡарата булған мөнәсәбәттең сәбәптәре башҡала. Беренсе сиратта йәмғиәттең мәҙәни, рухи, әхлаҡи үҫеше тураһында һүҙ алып барырға кәрәктер. Һуңғы осорҙа ғаилә институтының ҡаҡшауы йоғонтоһоҙ ҡалманы: статистика мәғлүмәттәре раҫлауынса, 1950 йылда Рәсәйҙә мең кешегә 12 никах һәм 0,5 айырылыу осрағы теркәлгән. 2015 йылда иһә мең кешегә 8,4 никах булһа, шуларҙың 4,7-һе айырылған. Күреүегеҙсә, никахҡа ингәндәрҙең һаны кәмегән, тарҡалған ғаиләләр ишәйә бара. Шул сәбәпле йортонан киткән балалар арта. Ғөмүмән, берәҙәк балалар мәсьәләһе Рәсәйҙә етди төҫ ала бара. Күпме улар? Нимә менән шөғөлләнәләр? Нисек йәшәйҙәр? Был кире күренеште юҡ итеү өсөн нимәләр эшләнә? Үкенескә ҡаршы, был һорауҙар йәмәғәтселекте бик борсоп та бармай һымаҡ. Хатта Рәсәйҙә уларҙың яҡынса һаны ла билдәһеҙ. Шулай ҙа ҡайһы бер мәғлүмәттәргә күҙ һалайыҡ.
2001 йылда илебеҙ берәҙәктәр мәсьәләһенә иғтибар итте. Ул саҡта подвалдарҙы, ҡыйыҡтарҙы, вокзалдарҙы һәм башҡа урындарҙы “төйәк” иткән 300 мең берәҙәк баланы хоҡуҡ һаҡсылары “яҡтыға” сығарҙы. Рәсми документтарҙа илебеҙҙә ҡарауһыҙ ҡалған 720 мең бала иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта 2001 йылда 1 миллион 400 мең үҫмер төрлө хоҡуҡ боҙоуҙары өсөн ҡулға алынған. Шуларҙың 300 меңе – 13 йәшкә тиклемге, 295 меңе бер ҡайҙа ла уҡымаған, ә 45 меңе бөтөнләй белемһеҙ.
2002 йылдың мартында Президент Владимир Путиндың бойороғо менән Рәсәйҙә берәҙәк балалар мәсьәләһен хәл итеү буйынса киң акция башланды. Матбуғатта берәҙәк балалар тураһында мәғлүмәттәр баҫылды. Эксперттар уларҙың һаны ике, хатта дүрт миллион тип күрһәтте. Хәйер, мәғлүмәттәрҙең төрлөсә булыуы арҡаһында, берәҙәк балаларҙың аныҡ ҡына һанын атау мөм­кин түгел. Ләкин Эске эштәр министр­лығы органдары тарафынан төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылғандарға ҡарап, яҡынса һанын билдәләргә мөмкин: йылына 330 мең самаһы. Уларҙың уртаса йәше 2002 йылда – 12,5, 2004 йылда – 12,9, 2009 йылда 13,6 булды.
Был һандарға илебеҙгә ситтән, йәғни элекке СССР төбәктәренән килгән берә­ҙәк балалар ҙа йоғонто яһаны. Мәҫәлән, 2002 йылда уларҙың һаны 14 процент тәшкил итһә, 2009 йылда 4,9 процентҡа тиклем кәмегән. Ләкин Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа урындағы берәҙәк балаларҙың һаны сит респуб­ликаларҙан килгәндәр менән тигеҙ тиергә була. Рәсәй төбәктәрендә иһә, киреһенсә, сит илдәрҙән килгән балалар өҫтөнлөк итә.
Ни өсөн ҡайһы бер төбәктәрҙә бәлиғ булмағандар араһында енәйәтселек күкрәп сәскә ата? Сәбәбе ниҙә — эшһеҙлектә йәки шөғөл таба алмауҙамы, әллә хәмерҙең ата-әсәлек инстинктын “йыуып”, юҡҡа сығарыуындамы? Һәр хәлдә, ҡарауһыҙ балаларҙың ауыр, ҡатмарлы яҙмышы өсөн беҙ, өлкәндәр, ғәйепле һәм яуаплы.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева: “Йәмғиәтебеҙ ғаилә ҡәҙерен һәм ҡиммәтен, уны нығытыу мөһимлеген аңлағас ҡына, етем балалар проблемаһы юҡҡа сығасаҡ. Ә һәр бала ата-әсә наҙын, мөхәббәт тойоп йәшәргә тейеш”, – тигәйне. Ысынлап та, һәр ил ныҡлы ғаиләләре менән көслө. Ә бының өсөн быуаттарҙан быуаттарға аманат итеп тапшырылып килгән рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау мөһим. Ата-бабаларыбыҙ етем ҡалған балаларҙы бер ваҡытта ла урамға сығарып ебәрмәгән, үҙ ҡанатына алған. Бөгөн дә етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы ғаиләгә тәрбиәгә алыу күренештәре күбәйҙе. Был – бик изге эш, әммә иң башта бер нисә мөһим мәсьәләне аңларға һәм белергә кәрәк.
Балаға ата-әсәне алмаштырыусы кеше йәки патронат тәрбиәсе булыу өсөн был роль хаҡында һәм шулай уҡ хоҡуҡтарың, яуаплылыҡтарың тураһын­да тулы мәғлүмәтле булырға тейешһең. Киләсәктә көтөлгән ауырлыҡтарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Тәрбиәгә алынған баланың хроник ауырыуҙарға дусар булыуы ла, үҙегеҙҙең балаларығыҙ менән дуҫлаша алмауы, ситләшеүе лә, биологик ата-әсәләренә ҡайтырға теләк белдереүе лә мөмкин. Хатта патронат тәрбиәселәрҙең баланан баш тартып, приютҡа кире ҡайтарып ҡуйыу осраҡтары ла булып тора. Ә был – бала күңеле өсөн ауыр йәрәхәт. Шуға күрә ата-әсәне алмаштырырға, тәрбиәгә бала алырға теләүсе кеше был бурыстың үтә лә яуаплы икәнлеген бар нескәлегендә аңларға тейеш.
Шуның өсөн дә опека һәм попечителлек бүлектәре белгестәренә ата-әсәне алмаштырыусы кеше менән бала араһында буласаҡ бөтә проблемалар хаҡында ентекле һөйләшеү, аңлатыу бурысы йөкмәтелгән. Хатта патронат тәрбиәсегә әйләнергә теләгән кешенең бындай һөйләшеүҙән һуң баланан баш тартыуы мөмкин булған хәлдә лә. Йомшаҡлыҡ күрһәткәндә, бала өсөн икеләтә ауырлыҡ тыуыуы ихтимал. Тәрбиәгә бала алырға теләүсе ата-әсә был аҙымды бар йәһәттән етди уйлап башҡарырға, әҙерлек үтергә бурыслы.
Тәрбиәгә бала алырға теләүселәрҙе уҡытыу – ул баланы ғаилә структураһына индереү, ата-әсә һәм бала араһында гармониялы мөнәсәбәт булдырыу, баланың яңы ғаиләләге адаптация осорон еңеләйтеү һәм ихтимал булған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын өйрәтеү.
Опека һәм попечителлек буйынса белгестәр ата-әсәне алмаштырырға теләк белдергән кешеләрҙе консультация ярҙамы менән тәьмин итеп торорға бурыслы. Ә кандидаттар үҙ сиратында уларҙан ғаиләләге сетерекле хәлдәрҙе йәшерергә тейеш түгел. Тик шулай бергә эшләгәндә генә, баланың мәнфәғәте һәм хоҡуҡтары яҡланасаҡ.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 657

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523