Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был донъяның рәхәте — сабый саҡта
Был донъяның рәхәте —  сабый саҡта Ғазаптарҙың аҙаҡҡыһы булмаҫ,
Ғазаптарҙан өмөт ярала…

Мостай Кәрим.

“Ҡулың пак булһа, йөҙөң аҡ булыр, эшең хаҡ булһа, ғаиләң шат булыр”. “Татыу булһа ҡатының, ары торһон алтының”. “Яңғыҙҙың йәйәһе лә юғалыр, күмәктең уғы ла табылыр”.

Ғаилә ҡороу һәм ғаилә тормошо һәр даим һәм бөтөн ҡәүем­дәрҙә лә көнит­меш­тең, ыры­уыңды дауам итеүҙең, ғә­мәлдә халыҡты ишәйтеүҙең, йәмғиәтте һәм дәүләтте нығытыуҙың ғәйәт мөһим кәүҙәләнеше булған, шул килеш ҡала ла. Ошо ябай ғына, шул уҡ ваҡытта тәрәнтен хә­ҡи­ҡәтте йөрәк аша үткәреү халыҡ­тарҙың бик күп риүәйәт­тәрендә, йырҙарында, әйтемдә­рендә, ҡар­һүҙҙәрендә сағылыш тапҡан. Республикабыҙҙа йәшәүсе баш­ҡорттар, рустар, татарҙар, украиндар, белорустар һәм бүтән этник төркөмдәр, тә­биғи, был йәһәт­тән ситтә ҡалмаған. Мәҡә­ләнең башында килтерелгән әйтемдәргә йәнә иғтибар итһәгеҙ, уларға һалынған тор­мош фәлсәфәһенә, халыҡ педа­го­ги­каһы ҡағиҙә­ләренә үҙегеҙ ҙә ышаныр­һы­ғыҙ. Ғөмүмән, башҡорт бәйеттәре һәм легендалары, татар халыҡ йыр­ҙары, рус бы­линалары, украин­дарҙың мәрәкәле төртмә һүҙҙәре һ.б. балаға игелеклелек, киң күңеллелек, эш һөйөүсәнлек, Ватан өсөн үҙеңде ҡорбан итергә аң­лы рәүештә әҙер булыу тө­шөнсәләрен бирә. Ошоноң менән халыҡтар уға шәхестәр булараҡ өлгөрөүгә генә түгел, бәлки үҙ милләтенең уланы һәм ҡыҙы булып үҫеүгә ярҙам итә. “Икенең береһе үлһә, береһе ҡалыр, яң­ғыҙ­ҙың үҙе үлһә, кеме ҡалыр? Менгән аты, кейгән кейеме яуға ҡалыр”. Уҡыусы теләк-әйтемдең фәлсәфәһен аңғар­ғандыр, тип ышанам, һәм был донъяға кеше булып аяҡ баҫҡан бер кем дә уға оторо тора алмаҫ.
Үҙ-ара мөғәмәлә һәм көнкүреш халыҡтың меңдәрсә йылдан килеүсе традицияларына таянған ғаилә ныҡлы тип иҫәпләнә һәм улар телдән аҙым һайын һибел­мәй генә, тәбиғи йәшәү рәүеше булырға тейештер. Бигүк тәрән фәлсәфиәткә төшмәй һығымтаға килгәндә лә, кеше тормошоноң төп мәғәнәһе ырыуын дауам итеүгә ҡайтып ҡала тип раҫларға мөмкиндер.
Ғәм алдында улай тибеҙ ҙә ул… Хәйер, күпселек тә ошо фе­керҙә инде. Һүҙ бәхәсһеҙ булғас, балаларыбыҙ ниңә упҡын менән ялҡын араһында сәбәләнә һуң? Мәрхәмәт белмәҫ үрт, бер яҡтан, бәпкәләребеҙҙең нығынып өлгөр­мәгән ҡанаттарын көйҙөрһә, икенсе тарафтан – өйрөлтөп сәсәтер, йотор, эҙһеҙ юғалтыр даръя. Беҙҙеке тип әйтергә тел әйлән­мәгән йәмғиәт иһә сабый­ҙарҙы һәр төрлө хәүефтәрҙең уртаһына ташлап, уларҙың йән әсеһе менән сәбәләнеүен ситтән генә күҙәтеп тороусы таш бәғер үгәйгә оҡша­ған.
Тарих хәҡиҡәткә хыянат итмә­һә, инҡилаптан, Бөйөк Ватан һуғышынан аҙаҡ халыҡта “детдом” тип кенә йөрөтөлгән балалар йорттары, ҡалалар, район үҙәктәре менән генә сикләнмәй, ҙур ауылдарҙа ла эшләгән. Ул осорҙар үҙемдең дә хәтерҙә. Бөгөн, чиновниктар менән депутаттар, тау-тау ҡағыҙ яҙып, һүҙ йәлләмәй, етем ҡалған бала­ларҙы тәрбиәләү юлдарын һәм алымдарын эҙләп маташҡанда, әлеге йорттар тәнҡит утына эләгә. Минеңсә, ғәҙел түгел был, сөнки Ватан өсөн уның нисәмә граж­данының ғүмерен һәм һәләтен нәҡ ошо йорттар һаҡлап алып ҡалған. Балалар яҙмышы тирә­һендә ваҡыт-ваҡыты менән күтәрелә-һүрелә торған һүҙ ҡойоно мине һәр даим шиклән­дерә, сөнки беҙҙә эш йыш ҡына хәбәр һөйләү һәм ҡағыҙ ҡыш­тырлатыу менән алмаштырыла.
Һүҙҙе тәнҡиткә алып ултырһам да, йөҙҙәрсә мең баланың һис яҡшырмай торған аяныслы яҙмышына үҙем дә тош-тош әйләнеп ҡайтам. Йөрәккә ҡан һауҙыра торған был ғәмле тема, күрәһең, ҡәләм осонан да, телдән дә төшөп ҡалаһы түгел. Ғөмүмән төшөп ҡалһа әле. Мәсьәлә шунда. Беҙ хәҙер хәҡиҡәттең күҙенә тура ҡарарға ла ҡыйыулыҡ итмәйбеҙ.
Балалар яҙмышын мин яҙма­ларымда, әйткәнемсә, һәр даим күтәрә килдем. Йыш ҡына ҡа­батлана торған факттарҙы хә­тергә төшөрөп, йәрәхәттәргә тоҙ һибәһе килмәһә лә, ҡайһы бер­ҙәре йөрәкте ярып сыҡҡандай. Рәсәйҙең Балалар фонды президенты, яҙыусы Альберт Лиха­новтың әйтеүенсә, 2015 йылда Рәсәйҙә ике меңгә яҡын сабый һәләк булған. Илдә һәр йыл йөҙ бәпес тыуғанда, 73-ө әсә ҡары­нында уҡ һәләк була. “Уҙған йыл, — тип бәйән итә Альберт Анатольевич, – 1,2 миллион медицина аборты теркәлгән”. Ғәмәлдә был да әҙәм балаһының йәнен ҡыйыу бит инде. Әсә-ата­һының ҡулынан әжәлен тапҡан балалар күбәйә. Илдә йыл һайын 120 мең бала урамға ҡыуып сығарыла. Әйткәндәй, замана “гаврош­тарының” 80 процен­тының атаһы-әсәһе иҫән-һау.
Уҡыусының зиһененә һан­дарҙы йөк итеп һалыу яғында тү­гелмен. Статис­ти­каның йәне-йөрәге юҡ. Әммә беҙ кешеләр ҙәбаһа! Һәммәбеҙгә атай-әсә­йебеҙ ғүмер бүләк иткән. Был донъяға күҙен асҡан һәр кем, үҙ йондоҙон ҡабыҙа алмаған хәлдә лә, кеше мәртәбәһе менән йә­шәргә хаҡлы. Илебеҙҙә иһә граждандар һәм Бөйөк Ватан һу­ғыштарынан байтаҡ ваҡыт үткәс, етемлектең өсөнсө тулҡыны күтәрелде.
Ваҡыт хәҙер үтмәй, ә елә генә. Беҙ, өлкәндәр, баланың фекер­ләүендәге үҙгә­рештәр артынан өлгөрмәйбеҙ, уның хыялдарын, зауығын аңламайбыҙ. Яратһаҡ та, бала беҙҙән алыҫлаша бара, ул беҙгә билдәле булмаған донъяға инеп көпләнә. Уның йәш кенә йөрәген нимәләр яфалай, күңелендә ниҙәр ҡайнай, ул нимә уйлай һәм нимә тураһында хыяллана? Ошо ситләшеү осорон фаталь эҙемтәләрһеҙ үткәреп ебәреү әмәлдәрен ҡайҙан та­байыҡ? Бала йыш ҡына компьютер менән күҙгә-күҙ ҡала. Телевизор ҙа иман өләшеп тормай. Бала психикаһына йоғонто яһау­сы факторҙар самаһыҙ күбәйеп китте. Агрессив телевидение, туҡтамаҫ һуғыш һәм ҡан менән тулы сериалдар, әшәке матбуғат, урам мөхите – балаларыбыҙ ҡурҡыныс хакимлыҡ иткән зонаға килеп юлыҡты. Өҫтәүенә, әгәр ата-әсәһе эсһә, тартһа, эшһеҙ ҙә йөрөһә, баланың бәләһе күп тапҡырға арта. Уларҙы хаяһыҙ, енәйәти мөхит ҡосағына бирмә­йексе, эргәләрендә булайыҡ, өлкәндәр был донъяла үҙҙәре өсөн түгел, бәлки балалары һәм ейәндәренең тормошо менән йәшәй. Ауыр, яуаплы бурыс был, ләкин ошо яуаплылығы менән тәбиғи ҙә.
Әлеге һөйләшеү тәьҫире ме­нән ултырғанда Сыңғыҙ Айыт­матовтың “Кассандра тамғаһы” тигән романы хәтергә килде. Унда яҙыусы кешелектең юғала барыу драмаһын йыһан карабында тороп ҡалған Филофей-монахтың фәлсәфәһе аша еткерә. Уныңса, әсә йөрәге янында саҡта уҡ кеше яралғыһы киләсәк тормошта ни күререн һиҙемләү һәм алдағы яҙмышына мөнәсәбәтен белде­реү һәләтенә эйә. Бөйөк әҙиптең фантазияһы ысынға сыға ҡалһа, харап бит.
…Ошо яҙмаларҙың аҙағына нөктә ҡуйырға ғына торғанда, Башҡортостан телевидениеһы яңы ғына тыуған сабыйҙың сүп контейнерында табылыуы тура­һында хәбәр итте.
Эй, хаяһыҙ донъя, мәрхә­мәтенән яҙған бахыр әсәләр!..





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 653

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523