Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман талап иткән сара
24 февралдә Өфөлә I медицина ассамблеяһы асыла
Быйыл Милли медицина палатаһы етәксеһе Леонид Рошаль республикабыҙға сәфәре барышында медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға һәм уларҙың сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итергә тейешле норматив акттар эшләүҙә ҡатнашырлыҡ структура кәрәклеген белдергәйне. Медицина палатаһы ошондай структураға әүерелә алыр ине, тигән фекерен дә еткерҙе ул.
Киң билдәле балалар хирургының төбәктә медицина палатаһы ойоштороу тураһындағы тәҡдимен Президент Рөстәм Хәмитов та, табиптар ҙа хупланы. Медицина берләшмәһенең тәүге съезын оҙаҡҡа һуҙмай үткәрергә ҡарар ителде. Ошо форум алдынан Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау бүлеге начальнигы, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Зөфәр МОРТАЗИНҒА мөрәжәғәт итеп, йәмәғәт ойошмаларына ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреүен үтендек.
— Зөфәр Йәдкәр улы, республикалағы медицина ассоциациялары эшмәкәрлегенә һүҙ тейҙерерлек түгел, әүҙемлеге менән айырылып торғандары ла байтаҡ. Ә ассамблея кеүек төбәк йәмәғәт медицина ойошмаһы булдырыу зарурлығы ни өсөн әле тыуҙы?
— Эйе, һөнәрҙәре буйынса берләшкән йәмәғәт ойошмаларының һәр ҡайһыһы үҙ тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индереп килә. Барлыҡ ассоциацияларҙа ла һөнәр эйәләренең яртыһы тиерлек ағза булып тора. Мәҫәлән, стоматологтарҙың ассоциацияһында — 1700-ҙән ашыу, хирургтар ойошмаһында 350 самаһы ағза иҫәпләнә. Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау системаһы ла даими үҙгәреш кисерә, медицина ҡаҙаныштары бер урында ғына тормай. Белеүегеҙсә, быйыл 1 ғинуарҙан “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” Закон үҙ көсөнә инде. 101 статьяны үҙ эсенә алған күләмле документ буйынса фекер алышыу йыл самаһы барҙы, Дәүләт Думаһында уны ҡарау бер нисә тапҡыр кисектерелеп тә торҙо. Йәмәғәтселектә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы ул. Ысынлап та, элекке закон ике тиҫтә йыл дауамында һаулыҡ һаҡлау системаһында байтаҡ мәсьәләләрҙе ҡайтанан ҡарауҙы, заман талаптарына ярашлы төҙәтмәләр индереүҙе көттө. Яңыһында йыйылып килгән проблемаларға асыҡлыҡ индерелгән, тәҡдимдәр иҫәпкә алынған. Йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегенә ҡағылышлы яңылыҡтар шаҡтай ҙур урын алған, сөнки улар алдындағы бурыс та, һөнәри яҡтан үҫеш өсөн талаптар ҙа арта. Шулай уҡ закон ҡабул ителеү менән табиптарҙа күп һорауҙар тыуҙы.
Әле төбәгебеҙҙәге хирургтарҙың, офтальмологтарҙың, стоматологтарҙың, психиатрҙарҙың һәм башҡаларҙың ассоциациялары бары тик үҙҙәренә ҡағылған мәсьәләләр өҫтөндә эшләү, хоҡуҡтарынан файҙаланыу менән мәшғүл. Берләшеп һәм ҡыйыуыраҡ эш итеп, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге һәм кадрҙарға бәйле дөйөм проблемаларҙы йылдамыраҡ хәл итә аласаҡтар. Ғөмүмән, тар даирәлә түгел, ә барлыҡ тармаҡ өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡтар.
Хеҙмәткәрҙәрҙе аттестациялауҙа, медицина стандарттары билдәләүҙә, кадрҙарҙы үҫтереүҙә, документтарға экспертиза үткәреүҙә һәм башҡа сараларҙы атҡарыуҙа ҡатнашыу өсөн мөмкинлектәре арта. Законда йәмәғәт ойошмалары берләшмәһе ағзаларына өҫтәмә вәкәләттәр ҙә ҡаралған. Мәҫәлән, төбәктәге 1000 хирургтың 25 проценттан ашыуы ассоциацияла ағза булып тора икән, ул ойошманың хоҡуҡ даирәһе киңәйә.
Әйткәндәй, тармаҡ ассоциацияларының берләшмәһен булдырыу яңылыҡ түгел: сит илдәрҙә ойошоп, һөнәри эшмәкәрлек буйынса шөғөлләнеү күптән тулыһынса улар өҫтөндә. Атамалары ла бер иш тиерлек, мәҫәлән, Германияла — медицина палатаһы, АҠШ-та — ассоциация. Германияла һәр табиптың медицина палатаһы ағзаһы булыуы хатта мотлаҡ һанала. Әгәр этика нормаларын боҙаһың икән, һөнәрең буйынса эшләүгә хоҡуғыңдан яҙаһың.
— Медицина йәмәғәтселегенең яңы ойошмаһына ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ?
— Форум — медицина берләшмәһенә инеүселәр өсөн аралашыу майҙанын киңәйтеүҙәге сираттағы ҙур аҙым. Тәүгеһе булғас, ойоштороу мәсьәләләре ҡаралыр, эшсе төркөм һайланыр. Әлбиттә, уртаға һалып, асыҡтан-асыҡ һөйләшер мәсьәләләр ифрат күп. Мәҫәлән, шәхси клиникаларға ҡағылышлылары ла үҙәктә торор, тип уйлайым. Стоматология ярҙамының, дәүләт ҡарамағындағы һәм коммерция дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында күрһәтелгән хеҙмәттәргә хаҡтарҙың да айырым тема булыуы мөмкин. Бер каналлы финанслауға күсеү мәсьәләһе лә байтаҡ һорау тыуҙыра. Пациенттарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға ҡағылышлылары ла булыр, бәлки. Ассоциациялар мәғлүмәт менән алмашыр, беренсе сиратта ниндәй сараларҙы атҡарыу хаҡында хәбәрҙар булыр. Яңы закон положениеларын иҫәпкә алып, эшмәкәрлектәрен үҙгәртеп ҡорорға килешерҙәр, тип уйлайым. Ғөмүмән, файҙалы һәм эшлекле һөйләшеүгә иҫәп тотабыҙ.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508