Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илгиз ҠӘҘЕРҒОЛОВ: “Студенттарыбыҙ — иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ, иң ҡәҙерле байлығыбыҙ”
Илгиз ҠӘҘЕРҒОЛОВ: “Студенттарыбыҙ — иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ, иң ҡәҙерле байлығыбыҙ”Академияның абруйы — йәшендә генә түгел, ә эшмәкәрлегендә. Башҡа вуздарҙан айырмалы, академияның уҡыусылары — уҡытыусылар. Ә рухлы, тәрән белемле, заман талабына яуап бирерлек уҡытыусылар әҙерләү тәү сиратта уҡыу йортоноң эшмәкәрлегенә ҡайтып ҡала түгелме ни? Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры, физика-математика фәндәре кандидаты Илгиз ҠӘҘЕРҒОЛОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
— Илгиз Раян улы, заманында педагогия училищелары базаһында башланғыс алған уҡыу йортон бөгөн үҙ йөҙө, үҙ йүнәлеше булған академия тип беләбеҙ. Билдәле, ҡаҙаныштар, уңыштар бер көн эсендә генә яуланмаған. Ә шулай ҙа академияның абруйын нисек баһалайһығыҙ?
— Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының баһаһын студенттар билдәләй. Бөгөн академия үҙенең абруйын, педагогик, фәнни һәм ижади ҡеүәтен һаҡлап ҡына ҡалмай, өҙлөкһөҙ үҫешә, һәр яҡтан камиллаша, яңынан-яңы тәжрибәләр туплай. Заман менән йәнәш атлағанға күрә, ул халыҡ иғтибарынан һис бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай, киреһенсә, һәр быуын өсөн яңы, йәш уҡыу йорто булып тора. Ғөмүмән, был осраҡта академияның баһаһын йылдар менән түгел, ә эштәр менән баһалағанда дөрөҫөрәк булыр. Сөнки ниндәй генә дәүерҙә йәшәһәк тә, маҡсатыбыҙ бер — илдең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләү, белемле белгестәр әҙерләү, шәхестәр үҫтереү.
— Тик маҡсаттар тормошҡа ашһын өсөн быға лайыҡлы шарттар булдырыу ҙа мөһим бит әле...
Илгиз ҠӘҘЕРҒОЛОВ: “Студенттарыбыҙ — иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ, иң ҡәҙерле байлығыбыҙ”— Белем биреүҙең һәм махсус белгестәр әҙерләүҙең сифатын яҡшыртыу маҡсатында академияла уҡытыуҙың яңы ысулдары һәм заманса технологиялар әүҙем үҙләштерелә. Әле вузда 25 компьютер класы, 15 мультимедиа залы һәм мәғлүмәти-технологиялар үҙәге бар. Һуңғы йылдарҙа Интернет хеҙмәте киң ҡулланыла.
Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең һәм, әлбиттә, ойоштороусыбыҙ — Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының даими хәстәре, ғәмәлдәге ярҙамы менән академияла матди-техник базаны нығытыу буйынса ла ҙур эш алып барыла. Дөйөм майҙаны бер нисә мең квадрат метр иҫәпләнгән лабораториялар һәм аудиториялар төҙөкләндерелде, хеҙмәт баҙары ихтыяжын иҫәпкә алып, Эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеү үҙәге асылды, китапхана киңәйтелде. Иң мөһиме, социаль өлкәлә алға китеш бар — бөгөн торлаҡҡа мохтаж студенттарҙың барыһына ла дөйөм ятаҡтан урын бирелә.
Ҡыҫҡаһы, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ, йәштәр беҙҙең уҡыу йортонда сифатлы белем, ғәмәли тәжрибә туплаһын, яҡшы тәрбиә алһын, физик һәм рухи яҡтан үҫешһен, сыныҡһын өсөн тырышабыҙ.
— Белем биреү өлкәһендә ниҙәр менән ғорурлана алаһығыҙ?
— Әле академияла ете факультет (башҡорт филологияһы; тарих; математика һәм тәбиғәт фәндәре; педагогика һәм психология; филология; иҡтисад һәм идара итеү; технология һәм эшҡыуарлыҡ) эшләп килә. Дөйөм алғанда, алты меңдән ашыу студент белем алған юғары уҡыу йортонда уҡытыу, фәнни һәм тәрбиәүи эштәр менән 340 фәнни-педагогик хеҙмәткәр, шул иҫәптән 32 фән докторы һәм 215 фән кандидаты шөғөлләнә. Академияның тиҫтәләгән хеҙмәткәре Рәсәй Фәндәр академияһының, Башҡортостан Фәндәр академияһының ғәмәлдәге мөхбир ағзаһы булып тора, бик күп профессорҙар Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән юғары исемдәр алған, фиҙаҡәр хеҙмәттәре орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
— Белгестәр әҙерләүҙә ниндәй уңыштарҙы билдәләп үтергә була?
— Был маҡсатта 17 йүнәлеш һәм специальность буйынса күп кимәлле уҡытыу системаһы ҡулланыла. Уҡытыу өлкәһендә бөтә төр формалар ҙа үҙләштерелгән: көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәре бар, киске уҡыуҙар һәм экстернат ойошторолған. Академияла шулай уҡ өҫтәмә белем алыу үҙәге лә һөҙөмтәле эшләй. Айырыуса йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу йәһәтенән төрлө саралар йыш үткәрелә. Әйтәйек, академияла, ғилми совет ҡарарына ярашлы, йыл һайын йәш ғалимдар араһында конкурс ойошторола. Ярыш һөҙөмтәһендә гуманитар фәндәр буйынса, тәбиғи-ғилми йүнәлештә еңеүселәр билдәләнә. Әйтергә кәрәк, конкурс ҙур һорау менән файҙалана. Әлбиттә, ярыш матди бүләкләнеүҙе лә күҙ уңында тота, һәм был үҙ сиратында йәштәргә стимул булып тора. Бынан тыш, йәш ғалимдар араһында фән һәм техника өлкәһендә төрлө конкурстар ойошторола. Еңеүселәр араһында Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы уҡытыусыларын һәм аспиранттарын да күреүебеҙ — эшмәкәрлегебеҙгә ҙур баһа.
— Уҡыу йортоноң абруйы ҙурлығы бәхәсһеҙ. Ғөмүмән, бөгөн академия илдең юғары уҡыу йорттары рейтингында нисәнсе баҫҡыста килә?
— Ысынлап та, Рәсәй вуздарын төрлө йүнәлештә баһалаған бойондороҡһоҙ рейтинг агентлыҡтары бар. Беҙ йыл һайын академияның эшмәкәрлегенә бәйле объектив материалдар тәҡдим итәбеҙ. Бынан тыш, биш йылға бер тапҡыр академияның бөтә йүнәлештәре буйынса ла, атап әйткәндә, матди-техник база, уҡытыу, ғилми һәм кадрҙар потенциалы йәһәтенән комплекслы баһалама бирелә. Һуңғы йылдарҙа рейтинг Берҙәм дәүләт имтихандарының уртаса күрһәткестәре нигеҙендә төҙөлә. Ошонан сығып әйткәндә, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы илдең педагогик йүнәлештәге уҡыу йорттары араһында 25-се урында килә. 2010 йылда уҡыу йортоноң 35-се баҫҡыста килеүен иҫәпкә алғанда, үҫеш һиҙелерлек кенә. Был академия белгестәрҙең яҡшы әҙерлек сифатын тәьмин итә тип әйтергә нигеҙ булдыра. Ғөмүмән, эҙмә-эҙлекле эшләйбеҙ. Иң мөһиме — хеҙмәт тәртибен күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Беҙҙең өсөн тәүге урында һәр ваҡыт студент тора. Студент юҡ икән, тимәк, академия ла юҡ, профессор ҙа юҡ.
— Белем — иң ҙур байлыҡ. Әммә ҡулыңда дипломың булып та эш таба алмаһаң? Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлаған йәштәрҙең эшкә урынлашыуы буйынса статистика алып барыламы?
— Бындай статистика алып барыла. Әлбиттә, закон буйынса әүәлге йылдарҙағы кеүек йүнәлтмә буйынса эшкә урынлаштырыу төшөнсәһе юҡ, шулай ҙа студенттарҙы эшкә бүлеү менән өҙлөкһөҙ шөғөлләнәбеҙ. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа “дипломлы эшһеҙ” тигән синдром таралды. Йәнәһе, йәштәр уҡып бөтә лә урамда тороп ҡала йә уҡыған һөнәре буйынса эш таба алмай. Ҡала ерендә, бәлки, шулайҙыр ҙа, әммә ауылда бит хәлдәр башҡасараҡ. 2006 йылда беҙ сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында үҙәк ойошторҙоҡ. Иң тәүҙә яҡын-тирә ауыл, ҡала мәктәптәренә, колледж, техникумдарға, балалар баҡсаларына запрос ебәрҙек. Һандар беҙ көткәндән дә яҡшыраҡ булып сыҡты. Студенттарҙың 50 проценты уҡып бөтөү менән үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Иң мөһиме — был күрһәткес йылдан-йыл арта.
— Яңылышмаһам, бөгөн академия педагогия йүнәлеше менән генә сикләнмәй. Был яңылыҡ та, моғайын, күрһәткестәргә аҙмы-күпме йоғонто яһайҙыр.
— Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа эш урындарын, белгестәргә булған ихтыяжды күҙ уңында тотоп, уҡыу йортонда бер нисә яңы специальносты үҙләштереү башланды. Әйтәйек, бөгөн күптәр психология, педагогика, математика, информатика, тарих, эшҡыуарлыҡ, идара итеү йүнәлештәренә теләп килә. Ике профилле уҡытыу алымын да киң ҡулланабыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең ҡарашҡа вузды тамамлаған белгес, уҡытыусымы ул, түгелме, тәү сиратта киң эрудициялы, төплө белемле булырға тейеш. Уйлап ҡараһаң, был һөнәр эйәһе булыу өсөн хатта ниндәй уҡыу йортон тамамлауың да шарт түгел. Иң мөһиме — балаларҙы яратыу.
— Уҡыу йорттары тигәндәй, һуңғы ваҡытта халыҡта академияның Башҡорт дәүләт университеты составына ҡушылыуы тураһында хәбәр йөрөй...
— Ысынлап та, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы өс юғары уҡыу йортоноң — Башҡорт дәүләт университетының, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының һәм Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының — үҙгәртеп ҡороу тураһындағы үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе. Был идея республикала ҙур университет комплексын булдырыу теләген тормошҡа ашырыу маҡсатында барлыҡҡа килгән ине. Әйткәндәй, күрше республикаларҙа бындай яңырыуҙар булды ла инде. Мәҫәлән, Татарстанда. Беҙҙең дә заман ихтыяждарынан артта ҡалғы килмәй. Приказға ярашлы, ике академия БДУ составына структур бүлексә сифатында ҡушыла, һөҙөмтәлә беҙ артабанғы эшмәкәрлегебеҙҙе төп вуздың филиалы булараҡ дауам итергә тейеш булабыҙ. Үҙгәрештәр бер йыл эсендә тамамланырға тейеш.
Хәйер, был үҙгәртеп ҡороуҙарҙың бер ниндәй ҙә насар яғын күрмәйем. Киреһенсә, абруйлы, ҡеүәтле, тәжрибәле вуздарҙың берләшеүе сифатлы белем биреүгә ныҡлы этәргес кенә буласаҡ. Уҡыу программалары, йүнәлештәр һаҡланасаҡ, яңылары классик университет кимәлендә яңыртыласаҡ. Йүнәлештәр, профилдәр артасаҡ. Белем биреү сифаты күтәреләсәк.
— Тимәк, быйыл абитуриенттар академияға түгел, ә БДУ-ға уҡырға инә?
— Яңы уҡыу йылына ҡабул итеү имтихандары элекке база нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ. Уның ҡарауы, 2013 йылдан уҡыуҙы тамамлаусы һәм быйыл Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына уҡырға килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр Башҡорт дәүләт университетының дипломын алып сығасаҡ.
— Берәүгә лә сер түгел, бөгөн армияла хеҙмәт итеү йәшенә еткән егеттәр, уҡыймы-уҡымаймы, Ватан алдындағы бурысын үтәргә тейеш. Был мәсьәлә академияла нисек хәл ителә? Егеттәргә академ ял бирәһегеҙме?
— Юҡ, беҙҙә уҡыған егеттәр ҡулдарына диплом алғансы армия хеҙмәтенән азат ителә. Кисектереү аспиранттарға ла ҡағыла. Ғөмүмән, беҙҙә бөтә нәмә тәү сиратта студенттың мәнфәғәтенән сығып эшләнә. Һуңғы ваҡытта дистанцияла уҡытыу алымын ныҡлап өйрәнәбеҙ. “Халыҡ университеты” программаһын үҙләштерә башлауыбыҙ ҙа заман талабы.
— Ә сит илдәр менән ниндәй бәйләнештәр булдырылған?
— Алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Айырыуса Аҡтүбә дәүләт педагогия институты (Ҡаҙағстан), Төркиәнең Гази, Ататөрк исемендәге университеттары, Һиндостандың Төньяҡ-Бенгальск университеты, И.П. Шамякин исемендәге Мозырь дәүләт педагогия университеты (Беларусь Республикаһы) менән араларҙы һыуытмайбыҙ. Беҙҙең уҡытыусылар һәм яҡшы билдәләргә генә уҡыған студенттар был юғары уҡыу йорттарында стажировка үтә, шулай уҡ академияла сит илдән саҡырылған белгестәр дәрестәр үткәрә. Америка Ҡушма Штаттарының бер нисә уҡыу йорто менән дә бәйләнеш булдырғанбыҙ, киләсәктә был ил вуздары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә теләгебеҙ ҙур. Әле бына бер аспиранткабыҙҙы белемен камиллаштырыу, тәжрибә туплау маҡсатында Италияға ебәрергә иҫәп бар. Ғөмүмән, академияның абруйы йылдан-йыл үҫә, бында уҡырға инергә теләүселәр һаны артҡандан-арта бара. Абитуриенттар Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән килә.
— Һеҙҙеңсә, академияның иң ҙур ҡаҙанышы нимә?
— Әлбиттә, студенттарыбыҙ. Академияның данын ҡитғаларға ишеттергән, абруйын донъя кимәлендә танытҡан һәм, иң мөһиме, тарихын мәңгелек иткән студенттарыбыҙ — иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ, иң ҙур уңышыбыҙ, иң ҡәҙерле байлығыбыҙ.

Илгиз ҠӘҘЕРҒОЛОВ: “Студенттарыбыҙ — иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ, иң ҡәҙерле байлығыбыҙ”Рух ҡөҙрәте һүнмәһен

Туған телебеҙҙе, илебеҙ-еребеҙҙе, милли рухыбыҙҙы һаҡлау, үҫтереү, халҡыбыҙҙың киләсәге хаҡына оло хәстәрлек күреү... Тормош гүйә тел ғилеме белгестәре алдына әленән-әле яуаплыраҡ бурыстар ҡуя. Хәйер, был дөрөҫ тә кеүек, сөнки нәҡ уларҙың тәрбиәһендә ысын илһөйәрҙәр үҫә, телен, мәҙәниәтен, тарихын ихтирам иткән быуын нығына. Ә ошо сифаттарҙы башҡаларға еткереү, уны күңелдәренә түгел, ә йөрәктәренә һеңдереү тағы ла яуаплыраҡ, тағы ла изгерәк ғәмәл түгелме ни? Рухлы, тиҙәр ундайҙар хаҡында.
Бөгөн академия сираттағы рухи балҡышын кисерә — филология фәндәре докторы, профессор Кәрим Ишбаевтың бейеклектәре менән бәйле ул. Күркәм ғүмер байрамын билдәләгән остазыбыҙ бөгөн дә егеттәргә алыштырғыһыҙ. Ә сәбәбе, моғайын, ныҡлы ғаиләлә, яҡшы эштәрҙә, изге ғәмәлдәрҙә, тормошҡа ыңғай ҡарашталыр. Иң мөһиме — ул булдырған рух балҡышы мәңгелек. Телгә һөйөү тәрбиәләү, уның ҡәҙерен белергә өйрәтеү — бер, башланғыстарыңды дауам итер, һин булдырған мөхитте һаҡлар һәм үҫтерер быуын ҡалдырыу ул бит бөтөнләй икенсе ғәмәл. Был йәһәттән Кәрим Ғайса улы бәхетле — уның ғилми мәктәбендә нисәмә быуын нығынды, үҫте һәм үҫә.

Илгиз ҠӘҘЕРҒОЛОВ: “Студенттарыбыҙ — иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ, иң ҡәҙерле байлығыбыҙ”Белем донъяһына юл башы

Академияның төп байлыҡтарының береһе — китапхана. Бында 563 меңдән ашыу китап тупланған, 15 кешегә иҫәпләнгән электрон уҡыу залы эшләй. Фонд йыл һайын 7-8 мең дана китап менән тулыланып тора. Уҡыу йортонда заманса йыһазландырылған, мәғлүмәти технологиялы аудиториялар бар. Методика бүлмәләренә инһәң, шаҡ ҡатырлыҡ: уларҙың һәр береһе плазма телевизорҙар, заманса электроника менән йыһазландырылған. Быларҙың барыһы ла студенттар — буласаҡ уҡытыусылар өсөн.
Китапхана селтәренең директоры Екатерина Григорьева билдәләүенсә, студенттар айырыуса электрон уҡыу залдарына теләп йөрөй. Был аңлашыла ла, китапхана селтәренең “Библиотех”, “Университет китабы” кеүек электрон базаларға инер өсөн тулы хоҡуғы бар. Ә был теләгәндәргә хатта Рәсәй кимәлендә тәҡдим ителгән диссертация эштәре, ғилми хеҙмәттәр менән танышыу мөмкинлеген бирә. “Библиотех” электрон китапхана селтәрендә 3500-ҙән ашыу электрон китаптың һаҡланыуын иҫәпкә алғанда ла, был студент өсөн, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ белем ҡумтаһы. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: электрон китапханала теркәлгәндәр, махсус логин һәм пароль ярҙамында теләһә ҡайҙан китапхана базаһында эшләй ала. Бының өсөн Интернет булыуы ғына шарт, әлбиттә. Был айырыуса ситтән тороп уҡығандарға ҡулай, ти белгестәр.
Белем алыу юғары уҡыу йорто стеналары менән генә сикләнмәй, ғәҙәттә. Студент дәрестә лә, өйҙә лә өҫтәмә белем алырға, көн ҡаҙағындағы яңылыҡтар менән танышып барырға тейеш. Был мәсьәләне лә күҙ уңынан ысҡындырмаған академия етәкселеге. Дөйөм ятаҡтарҙың өсөһөндә лә юғары тиҙлекле Интернет көйләнгән, академияға 353 төрлө гәзит-журнал килә.
Бөгөн китапхана хеҙмәткәрҙәре электрон базаны тағы ла киңәйтеү маҡсатында һөйләшеүҙәр алып бара. Маҡсаттары — студенттарҙы асыҡ мәғлүмәт менән тәьмин итеү. Ғөмүмән, был осраҡта ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең кәрәкле мәғлүмәтте таба алыуын ғына түгел, ә заман машиналары менән оҫта файҙалана белеүен дә билдәләргә кәрәктер. Ни тиһәң дә, улар бит буласаҡ уҡытыусылар. Ә уҡытыусы уҡыусыларынан аҡыллыраҡ, замандан отҡорораҡ һәм сосораҡ булырға тейеш түгелме ни?

Илгиз ҠӘҘЕРҒОЛОВ: “Студенттарыбыҙ — иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ, иң ҡәҙерле байлығыбыҙ”Өлгө алырға була стәрлеләрҙән

Яңы ғына ҡулына диплом алған йәш белгестең иң ҙур проблемаһы нимә тиһегеҙме? Әлбиттә, һәйбәт эш урыны табыу. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте органдарында иҫәптә торған граждандарҙың 40 проценттан ашыуы — 14 йәштән алып 29 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәр. Был осраҡта миҙалдың ике яҡлы булыуын да билдәләргә кәрәк. Ғәҙәттә, йәштәр юғары хеҙмәт хаҡы түләгән, яҡшы эш шарттары тәҡдим иткән эш биреүселәргә бара. Ә бит хеҙмәт баҙары ла үҙгәрмәй тормай. Әйтәйек, бөгөн күп профилле белгестәргә өҫтөнлөк бирелә. Квалификация, үҙаллылыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифаттар ҙа тәбрикләнә генә. Ҡыҫҡаһы, проблема бар һәм уны айырым звеноларҙа ғына хәл итеү мөмкин түгел. Шуға академия менән танышҡанда был һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырғы килмәне. Иң мөһиме — яуап беҙ көткәндән дә шәберәк булып сыҡты. Өлгө алырға була стәрлеләрҙән.
Академияла 2007 йылдан бирле Эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеү үҙәге эшләп килә. Үҙәктең директоры Динә Иҙрисова әйтеүенсә, сығарылыш студенттарына хеҙмәт юлын башларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған ғәмәл үҙен күптән аҡлаған. Бөгөн йәш белгестәрҙең яҡынса 75 проценты нәҡ ошо үҙәк ярҙамында эшле була ла икән. Билдәле, уҡыу йорто башлыса республиканың мәғариф учреждениелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Тирә-яҡ төбәктәрҙең, шул иҫәптән Көйөргәҙе, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла районы педагогтарының 50-80 проценты ваҡытында академияны тамамлауын иҫәпкә алғанда, уйланырға урын бар. Әммә был академияла уҡытыусылар ғына әҙерләнә тигән һүҙ түгел.
— Педагогик вуз статусын йөрөтһәк тә, мәғариф тармағы менән генә сикләнмәйбеҙ. Студенттарыбыҙ мәҙәниәт учреждениеларында, киң мәғлүмәт сараларында, эске эштәр органдарында, төрлө предприятие, ойошмаларҙа, банктарҙа, коммерция структураларында ла үҙҙәрен һынатмай. Шуға ла беҙ һәр ойошма, һәр предприятие менән шәхсән һөйләшеүҙәр алып барырға тырышабыҙ, ҡалала ойошторолған бер вакансия йәрминкәһен дә ҡалдырмайбыҙ. Уҡыу йортонда йыл да ойошторолоп килгән “Академияның иң яҡшы сығарылыш студенты” конкурсы ла булдыҡлы йәштәрҙе асыҡлауҙа ҙур ярҙам. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса белешмә сығарабыҙ һәм уларҙы эш биреүселәргә таратабыҙ, — тип тәжрибәһе менән уртаҡлаша Динә Рауил ҡыҙы.
Әйткәндәй, бөгөн студенттарҙың практика үтеү мәсьәләһен көйләү ҙә үҙәк хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтелгән. Был ниндәйҙер кимәлдә уңайлы ла, сөнки үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән өйрәнсек вуз етәкселегенең тәҡдиме менән ошонда уҡ эшкә лә ҡала ала.
Ҡыҫҡаһы, студенттарға белем биреү менән генә сикләнмәй академия хеҙмәткәрҙәре. Беҙҙән — тәжрибәле, белемле, өмөтлө белгес. Һеҙҙән — һәйбәт эш урыны, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы. Стәрлеләр тап ошо принципҡа таянып эш итә лә инде.

Илгиз ҠӘҘЕРҒОЛОВ: “Студенттарыбыҙ — иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ, иң ҡәҙерле байлығыбыҙ”Спортта ла беренселәр, сәнғәттә лә

Буласаҡ белгестәр тәрбиәләү уларға белем биреү, аң кимәлен үҫтереү тигән генә һүҙ түгел. “Тулы хоҡуҡлы” студентҡа уҡыу өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙың буш ваҡыттарын файҙалы һәм хәүефһеҙ үткәреүҙе ойоштороу ҙа мотлаҡ. Был йәһәттән академияла төрлө йүнәлештә эш алып барыла.
Студенттар өсөн өс ятаҡ бар. Әйткәндәй, ятаҡтар бер нисә йыл рәттән ҡала һәм республика кимәлендә уҙғарылған конкурста тәүге урынды яулап килә. Ә 3-сө ятаҡ былтыр республиканың юғары уҡыу йорттары ятаҡтары араһында ойошторолған конкурста беренсе урын алған. Хәйер, быға аптырайһы ла түгел. Бөтә нәмә сифат менән билдәләнә был осраҡта. Ятаҡтарға капиталь ремонт үткәрелгән, бүлмәләрҙә ишектәр, тәҙрәләр, иҙәндәр яңыртылған, өр-яңы мебелдәр һатып алынған. Мәҫәлән, ятаҡтарҙың һәр ҡатында ла душ бүлмәһе, махсус кер йыуыу урындары бар. Ғөмүмән, бында студенттарҙың йәшәү шартын яҡшыртыу өсөн даими эш башҡарыла.
Физик тәрбиәгә килгәндә, спорт — һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Кешенең һаулығы булмаһа, тормоштоң башҡа күренештәренә уның иғтибары һүрелә. Шуның өсөн дә академияла һәр береһен спортҡа ылыҡтырырға тырышалар. Һөҙөмтәлә спорт төркөм-түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәрҙең һаны байтаҡ. Студенттар рәтендә спорт мастерҙары, спорт мастерлығына кандидаттар күп. Мәҫәлән, һигеҙ студент — спорт мастерлығына кандидат.
Уларҙың “Студент яҙы”, “СДПА батыры”, “СДПА һылыуҡайы”, “Алло! Беҙ таланттар эҙләйбеҙ”, патриотик йырҙар һәм тасуири уҡыу конкурстары һәм башҡа бик күп матур саралары бар. Һанап китһәң, байтаҡ йыйыла. Ләкин, белеүебеҙсә, эш һанда түгел. Иң мөһиме — бында бөтә башланғыстарҙы ла күтәреп алған тырыш, берҙәм коллектив, дәртле, сәмле йәштәр йыйылған. Шуға ла улар ҡала һәм республика кимәлендәге конкурс-сараларҙа ла йыш ҡатнаша, еңеү яулай. Мәҫәлән, академияла “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре, “Марьяна”, “Купава”, “Савни”, “Наурыҙ” халыҡ-фольклор-эстрада-вокаль ансамблдәре, “Страйк” башҡорт, “БаСТа” татар КВН командалары уңышлы эшләп килә. Улар урындағы кимәлдә генә түгел, хатта халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе лә булған. Мәҫәлән, “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре ансамбле 2009 йылда халыҡ-ара студент ижады фестивалендә Гран-при яулаһа, “Марьяна” фольклор-эстрада ансамбле шундай уҡ дәрәжәле еңеүҙе “Сәскә ат, Башҡортостаным” халыҡ ижады фестиваль-конкурсында алған. Унан алдараҡ “Йөрәктау” фольклор ансамбле “Ашҡаҙар таңдары” республика фольклор байрамында Гран-при эйәһе булған.
Ҡыҫҡаһы, академияла һәр төрлө йүнәлеш — спорт булһынмы ул, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһеме, йәштәр мәнфәғәтенә ҡайтып ҡала. Хәйер, мәнфәғәттән дә бигерәк тәрбиә асылына тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Сөнки тәрбиәле балалар бөгөн асылда мәктәптәрҙә формалаша, ә яуаплылыҡ, ни генә тиһәләр ҙә, бөгөнгө студенттарға — иртәгәһе уҡытыусыларға ҡайтып ҡала.
Алһыу Әһлиуллина




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519