Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уҡытыусы булып тыуалар
Уҡытыусы булып тыуаларБәйгеләрҙә сапҡан ярһыу аттай,
Һис тә тынмай изге йөрәгең.
Ҙур хеҙмәттә үтә тормош юлың,
Балаларың — оло терәгең.
Ошо шиғыр юлдарындағылай иҫ белгәндән бирле бер минут та тыныслыҡ белмәгән изге йөрәкле Гөлсәсәк Тураева хаҡында һорашҡас, “Ә-ә, теге Яманһарының Гөлсәсәген әйтәһеңме, ҡаратырыш, шул хәтлем ныҡыш бит ул. Һис арыу белмәй, әллә таштан яралған инде”, — тигәйнеләр. Уйынлы-ысынлы әйтелгән был һүҙҙәрҙең хаҡлығына былтыр “Йыл уҡытыусыһы”на әҙерлек мәлендә ныҡлап ышандым.
Ғаиләлә бер-бер артлы үҫеп килгән туғыҙ бала... Мал-тыуар, ҡош-ҡорт, ауыл тормошоноң иртәнге ҡараңғынан кискә тиклем бөтмәҫ эше... Йәштән ҡул араһына кереп үҫә Гөлсәсәк. Мәктәптә уҡығанда төрлө түңәрәктәргә йөрөй, ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Байрам һайын класташтары менән концерт, спектаклдәрҙә ҡатнаша. Ләлә апалары уларҙы оҫта итеп бейергә, сигергә, йырларға, шиғыр һөйләргә өйрәтә, хатта Өфөгә телевидениеға сығыш яһарға ла алып бара.
Бәләкәй ҡыҙҙың йөрәгендә тап ошо йылдарҙа — мәрхәмәтле, изге йөрәкле Ләлә апаһы аша — уҡытыусы һөнәренә һөйөү уяна ла инде.
IХ класты тамамлағас, яҡты теләк уны Салауат педагогия училищеһына алып килә. Әүҙем ҡыҙ бында ла йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмай.
Ҡулына диплом алғас, Гөлсәсәк хеҙмәт юлын Көйөргәҙе районының Ҡалта ауылында башлай. Өс йыл дауамында башланғыс кластар уҡытыу менән бергә ауылдың агитаторы, комсоргы була. Ауыл халҡы, балалар араһында абруй яулап өлгөрә, ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә.
Тормош дауам итә. Гөлсәсәк, кейәүгә сығып, тыуған ауылы Яманһарыға әйләнеп ҡайта. Бер-бер артлы Фиданы, Гөлфирәһе донъяға килгәс тә, ҡатын өйҙә тыныс ҡына ятмай, бер-ике айҙан кире яратҡан эшенә сыға. Мәктәп директоры Рәмилә Иҫәнғолова йәш белгескә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Уҡытыусы эшенең нескәлектәренә өйрәтеүенә Гөлсәсәк Зәки ҡыҙы уға сикһеҙ рәхмәтле.
Артабан яҙмыш Гөлсәсәк Зәки ҡыҙын Айсыуаҡҡа, Маяҡ ҡасабаһындағы интернатҡа, унан 8-се мәктәпкә илтә. Ҡайҙа эшләһә лә, тырыш хеҙмәттән йәм табып йәшәй ул.
Ғүмер үтә. Инде балалары үҫеп, улы Санкт-Петербургта эшләп йөрөй, машина алып ҡыуанды, хәҙер өй һалып, кәләш әйттермәксе. Гөлфирәһе Өфө дәүләт авиация техник университетының III курсында уҡый. Ире Мансур ҙа үҙе һымаҡ тырыш, эш өсөн тыуған кеше.
Күмәк балалар араһында үҫеп, бала яратҡан тынғыһыҙ Гөлсәсәк Радик исемле етем малайҙы ла ҡарарға алды. Хәҙер ул да ата-әсәһенең ҡул араһына керә башланы, IV класта тырышып уҡый, спорт менән шөғөлләнә.
Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә тигәндәй, Гөлсәсәк Зәки ҡыҙының был донъяла белмәгән эше бармы икән? Былтыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ҡала конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды яулағас, ең һыҙғанып республика ярышына китте. Унда ла һынатманы — бығаса бер ҡасан да булмағанса, бер түгел, ике номинацияла еңеү яулап, бүләктәр менән шатланып ҡайтып инде. Башҡортостан Мәғариф министрлығының һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының Маҡтау грамоталары — уҡытыусының ныҡышмалы хеҙмәт емеше, туҡтауһыҙ эҙләнеү һөҙөмтәһе ул.
Гөлсәсәк Зәки ҡыҙы үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарауы, кешеләрҙе яратыуы, ярҙамсыл булыуы, эшсәнлеге менән хөрмәт ҡаҙана. Үҙ эшен, балаларҙы яратҡан педагогтың дәрестәре һәр ваҡыт йәнле үтә. Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырмай, гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе Гөлсәсәк Зәки ҡыҙына артабан да бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт, һаулыҡ теләге килә.
Нурия ХӘЛИЛОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Күмертау ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530