Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балалар тауышына күмелһен
Балалар тауышына күмелһен
Бөгөнгө заманда үҙ фатирыңа эйә булыуҙың һөйләп бөткөһөҙ шатлыҡ икәнен бер кем дә инҡар итмәҫ. Аяуһыҙ яҙмыш арҡаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар өсөн был — икеләтә ҡыуаныс.

Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡала хакимиәте биш етем ҡыҙ менән егеткә оло һөйөнөс бүләк итте: уларға күп ҡатлы өр-яңы йорттан фатир асҡыстары тапшырылды. Был ваҡиға – етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән бушлай тәьмин итеүҙе күҙ уңында тотҡан республика программаһын уңышлы тормошҡа ашырыуҙың бер миҫалы.
Ҡаланың ҡарағай урман буйындағы яңы биҫтәһендә ҡалҡып сыҡҡан туғыҙ ҡатлы йортта эш бөгөн дә дәррәү дауам итә. “Башҡортостан Республикаһының социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды” заказы буйынса уға былтыр августа нигеҙ һалған “Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль төҙөлөш ойошмаһы 135 фатирлы торлаҡты йәй аҙағына тулыһынса сафҡа индерергә ниәтләй. Әлегә бер подъездағы етмеш ике фатир үҙ хужаларын ҡаршылай. Уларҙың барыһы ла, социаль программаларға ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж: күп балалы ғаиләләр, зәғиф бала тәрбиәләгән ата-әсәләр, инвалидтар, бюджет хеҙмәткәрҙәре. Тантаналы шарттарҙа ҡала етәкселәре ҡулынан асҡыс алған етемдәр менән бер рәттән, улар ҙа оҙаҡламай өй туйлаясаҡ.
Фатирҙар бөгөндән күсенеп йәшәрлек хәлдә, яңы тормош башлау өсөн барыһы ла әҙер. Төҙөүселәрҙең эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә урын да юҡ: заманса ишектәр, пластик тәҙрәләр, матур линолеум, зауыҡлы обойҙар...
– Һеҙ ҡаланың бик йәмле төбәгендә урынлашҡан яҡшы йорттан фатир алдығыҙ, — тине, уларҙы ҡотлап, ҡала хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов. – Өйөгөҙ һәр саҡ яҡты, йылы булһын, балаларҙың күңелле тауышы тынмаһын.
Матур теләктәр үҙ ғүмерендә тәүге фатирын алған Элина Сайтаеваның күңеленә хуш килде. Ике бала тәрбиәләгән ғаилә ҡайны менән ҡәйнәһе фатирында көн күрергә мәжбүр булған. Апай булараҡ, ул бер туғаны Людмиланы ла үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған. Бөгөндән һеңлеһенең дә үҙ фатиры булды. Сайтаевалар бик иртә ата-әсәһеҙ ҡалған, икеһе лә 59-сы һөнәрселек лицейын тамамлаған, Элина – контроль-иҫәп приборҙары һәм автоматтар көйләүсе, һеңлеһе – ашнаҡсы-кондитер.
Электрик һөнәрен үҙләштергән Сергей Ергунов — Нефтекама район-ара электр селтәре предприятиеһында, киң профилле станоксы Рөстәм Эгамов “Сталькомплект” фирмаһында эшләй. Егеттәр хәҙер ғаилә ҡороу тураһында ныҡлап уйлаясаҡтарын белдерҙе.



Рәшит Дәүләтов, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы:
– “Башҡортостан Республикаһының социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды” ҡатнашлығында ҡырҡ фатирлы тәүге социаль йортто бер йыл элек сафҡа индергәйнек. Фатирҙарҙың дүртәүһе балалар йорттарында тәрбиәләнгән етемдәргә бирелде, ҡалғандарына аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм йәш ғаиләләр, бюджет хеҙмәткәрҙәре эйә булды. Үҙебеҙҙең “Нефтекамскстройзаказчик” төҙөлөш ойошмаһы тәүге йортто яҡшы сифатлы итеп файҙаланыуға тапшырғандан һуң икенсеһенә тотондо. 135 фатирҙың етмеш икеһе әҙер ҙә инде. Шуларҙың бишәүһен етемдәргә бирҙек, йорт тулыһынса сафҡа ингәс, тағы ла дүрт үҫмер өйлө буласаҡ. Ҡала буйынса бөгөн 98 етем фатирға сиратта тора. Уларҙы торлаҡлы итеү социаль программа нигеҙендә киләсәктә тормошҡа ашырыласаҡ. Асҡыс алыусыларҙы ихлас ҡотлап, уларға именлек һәм үҙ фатирҙарына ысын хужа булыуҙарын теләйем.

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531