Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ташламалы юллама тейеш

Почетлы донор булараҡ, шифаханаға бушлай юллама бирәләрме икән? Аяғым һыҙлай, тубығым бөгөлмәй. Инвалидлыҡ юллау өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин?
А. ӘХМӘТШИН.
Бөрө ҡалаһы.

1993 йылдың 9 июнендә ҡабул ителгән «Ҡан һәм уның компоненттары донорлығы тураһында»ғы Законға ярашлы, «Рәсәйҙең почетлы доноры» билдәһе менән бүләкләнгәндәргә социаль ярҙам, шул иҫәптән эш йәки уҡыу урынынан шифаханала дауаланыу өсөн ташламалы юллама ҡаралған. Бының өсөн һеҙгә эш урынында ғариза яҙырға, шәхесегеҙҙе раҫлаусы документты, «Почетлы донор» билдәһе менән бүләкләнеү тураһындағы танытманы, шифаханала дауаланыуға мохтаж булыуығыҙҙы раҫлап, табип тарафынан бирелгән белешмәне күрһәтергә кәрәк. Инвалидтарға ташламалар иһә «Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында»ғы Федераль законда ҡаралған. Инвалидлыҡ буйынса юллама алыу өсөн йәшәгән урынығыҙҙағы социаль яҡлау органына мөрәжәғәт итегеҙ.

Ризалыҡ кәрәкмәй

Күптән түгел миңә 18 йәш тулды. Исемемде алмаштырырға теләйем. Әсәйем бер йыл элек вафат булды, ә атайым менән күптән аралашмайбыҙ. Етмәһә, ул миңә бер ҡасан да ярҙам итмәне. Исемемде алмаштырыу өсөн унан яҙма рөхсәт алыу кәрәкме?
Илфира.
Асҡын районы.

Юҡ, кәрәкмәй. Рәсәй закондарына ярашлы, һәр кем 14 йәше тулғас, ата-әсәһенең ризалығынан тыш, исем-шәрифен алмаштыра ала.

Бурыстан азат түгелһегеҙ

Бер йыл буйы эш таба алмайым. Ошо сәбәпле торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә түләүҙәр ҙә йыйылды. Милкемдәге ике бүлмәле фатир булған йортта ремонт эштәре лә атҡарылғаны юҡ. Һораһаң, аҡса юҡ, тип яуап бирәләр. Күптән түгел 35 мең һум бурысымды түләүҙе талап итеп судҡа бирҙеләр...
Билал.
Салауат ҡалаһы.

Торлаҡ йортто ҡарау һәм ремонтлау өсөн түләүҙәрҙең коммуналь хеҙмәттәргә ҡарамағанлығын хәтерҙән сығарырға ярамай. Был – мотлаҡ түләнергә тейешле хаҡ. Был бурыс милеккә хоҡуҡ барлыҡҡа килгәндән алып йөкмәтелә. Суд ултырышында һеҙ, хәлегеҙҙе аңлатып, коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүҙе кисектереүҙе генә һорай алаһығыҙ. Әммә был хәлдең дә мәңгелек түгеллеге хаҡында онотмағыҙ. Эшһеҙ булыуығыҙ һеҙҙе үрҙә әйтелгән бурыстан ҡотҡармаясаҡ. Рәсәй Торлаҡ кодексының 159-сы статьяһында әйтелгән торлаҡ бина һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә субсидиялар хоҡуғынан файҙаланаһығыҙмы? Әгәр юҡ икән, йәшәгән урынығыҙ буйынса халыҡты социаль яҡлау органына мөрәжәғәт итегеҙ.

Сменалы уҡыу нескәлектәре

Ҡыҙым II класта уҡый. Беренсе дәрес 12 сәғәт 45 минутта башланһа, һуңғыһы 17 сәғәт 45 минутта тамамлана. Мәктәп бәләкәй балаларҙы икенсе сменала уҡыта аламы ни?
Ф. НИҒМӘТУЛЛИНА.
Силәбе өлкәһе,
Агаповка районы.

Эйе, ысынлап та, был хәлдең булыуы ихтимал. Санитар ҡағиҙәләргә ярашлы, дәрестәрҙе иртәнге сәғәт һигеҙҙән һуң башлайҙар. Айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеү буйынса учреждениеларҙа, лицейҙарҙа һәм гимназияларҙа беренсе сменала ғына уҡыталар. Ә уҡытыу процесын ике сменала атҡарған мәктәптәрҙә I, V, IX, XI кластарҙа уҡыу беренсе сменала ойошторолорға тейеш. Әйткәндәй, дөйөм белем биреү учреждениеларында өс сменала уҡытыу рөхсәт ителмәй.

Һеҙҙең дә өлөшөгөҙ бар

Ғаиләлә өс балабыҙ. Әсәйебеҙҙең үлгәненә иһә байтаҡ ғүмер үтте. Ҡартатайымдың бөтә милекте ҡыҙҙарына мираҫ итеп яҙыуын белдем. Мин шулай бер нәмәһеҙ тороп ҡаламмы ни?
Илдар.
Бишбүләк районы.

Законға ярашлы, әсәйегеҙ үлгәс, олатайығыҙҙың ҡыҙҙары кеүек үк, һеҙ ҙә беренсе нәүбәттәге вариҫ һаналаһығыҙ. Шуға судта был васыятнамәне ғәмәлдән сығара алаһығыҙ.

Милексе генә хәл итмәй

Апайым менән икебеҙгә васыятнамә буйынса 7 сутый ер ҡалды. Әммә ул минең исемгә генә теркәлгән. Туғаным был ерҙең 3 сутыйында емеш-еләк үҫтерә. Күптән түгел ул ошо өлөштө улына бирергә теләүе һәм рәсмиләштереү кәрәклеге хаҡында әйтте. Был мөмкинме икән?
Дилара.
Өфө районы.

Ер участкаһы милексеһе үҙенең өлөшөн участка дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйылған осраҡта ғына һата йәки кемгәлер бүләк итә ала. Шуға ерегеҙҙе кемгәлер былай ғына бирә алмайһығыҙ. Ошо ер участкаһын яңынан өлөштәргә бүлеп, уларҙы кадастр иҫәбенә ҡуйырға кәрәк. Ә бының өсөн ыҙанлатыу талап ителә. Бынан тыш, участканы үҙегеҙ теләгәнсә генә бүлә алмаясаҡһығыҙ. Закон буйынса яңы барлыҡҡа килгән участка майҙаны Рәсәй субъекттары, был осраҡта Башҡортостан, тарафынан күрһәтелгән минималь күләмдән аҙ булырға тейеш түгел.

Килешеү буйынса эшләнә

Ҙур ғына супермаркетта эшләйем. Эш хаҡы ла, хеҙмәт шарттары ла оҡшай. Магазин беҙ йәшәгән йортҡа ла яҡын. Әммә бер нәмә йәнде ҡыра. Отпускты өлөштәргә бүлеп бирәләр. Етәксегә мөрәжәғәт иткәйнем: «Был хеҙмәткәрҙәрҙең теләге буйынса эшләнә. Улар йәне теләгән ваҡытта ял итә ала», – тип яуап бирҙе. Тәүге йылдарҙа иғтибар итмәнем. Хәҙер оҡшап етмәй, сөнки йүнләп ял итеп булмай, күп ваҡыт юлға китә. Был мәсьәләне берәй нисек хәл итеп булмаймы?
Азалия.
Белорет ҡалаһы.

Рәсәй Хеҙмәт кодексының 125-се статьяһының 1-се өлөшөндә «Хеҙмәткәр һәм эш биреүсе араһындағы килешеү буйынса йыл һайын бирелә торған отпуск өлөштәргә бүленергә мөмкин. Әммә өлөштәрҙең берәүһе генә булһа ла 14 календарь көндән дә кәм булырға тейеш түгел» тип яҙылған. Йәки закон быны рөхсәт итә, әммә килешеү буйынса ғына. Хеҙмәт договорын ентекләп ҡарап сығығыҙ. Унда ошо хаҡта әйтелмәгәнме икән? Әгәр унда был хаҡта һүҙ булһа, һеҙ үҙегеҙҙең ризалығығыҙҙы белдереп ҡул ҡуйғанһығыҙ булып сығаһығыҙ. Әгәр договорҙа был хаҡта иҫкәртелмәһә, кадрҙар бүлеге хеҙмәткәренән «хеҙмәткәрҙәрҙең теләге буйынса» тигәндән тыш ниндәй «отпуск сәйәсәте» алып барылыуы тураһында ҡыҙыҡһынығыҙ. Бәлки, ойошмағыҙҙың үҙенең генә ниндәйҙер эске хоҡуҡи акттары, етәкселек менән хеҙмәт коллективы (профсоюз комитеты) араһында ниндәйҙер килешеү барҙыр. Әгәр үҙегеҙ был мәсьәләне хәл итә алмаһағыҙ, бындай хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеү өсөн Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы барлығы хаҡында онотмағыҙ.

Үҙегеҙ һайлайһығыҙ

Беҙ йәшәгән йортто иҫке, туҙған тип танырға йыйыналар. Ә унда беҙҙең хосусилаштырылған фатирыбыҙ бар. Закон буйынса ниндәй фатир алырға тейешбеҙ?
Р. ИМАЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Торлаҡ милексеһенә аҡсалата компенсация түләнергә тейеш. Әммә уның ошо иҫке фатиры урынына яңыһын бирергә лә мөмкиндәр. Рәсәй Торлаҡ кодексының 32-се статьяһына ярашлы, фатир хужаһына иҫке йортто һүткәнгә тиклем бер йыл алдан ошо хаҡта яҙма рәүештә хәбәр итергә тейештәр. Был эш милексенең фатир алырға ризалығы менән генә атҡарыла. Торлаҡ хаҡы, уны һатып алыу һәм башҡа шарттар килешеүҙә күрһәтелә. Хаҡты билдәләгәндә иһә күсемһеҙ милектең баҙар хаҡы, милексенең торлаҡ алмаштырыу һөҙөмтәһендә күргән зыяны, шул иҫәптән икенсе урында йәшәп тороу, күсеү, икенсе торлаҡ эҙләү, уны рәсмиләштереү өсөн киткән сығымдар иҫәпкә алына. Тимәк, һеҙ фатир өсөн аҡсалата компенсация йәки ошондай уҡ торлаҡ алырға тейешһегеҙ.

Ҡағиҙәне үтәмәһәң...

Машина йөрөтөргә яратам. Күптән түгел радионан кемдеңдер водитель танытмаһынан 64 йылға мәхрүм ителеүе хаҡында ишеткәйнем. Был хәбәр дөрөҫмө икән?
Айрат.
Баймаҡ ҡалаһы.

Әгәр машинаға идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән кеше бер нисә тапҡыр ошондай уҡ административ яуаплылыҡҡа тарттырылһа, һеҙ әйткән хәлдең булыуы ла мөмкин. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы, беренсе административ яза ваҡыты тамамланған көндән һуң икенсеһе башлана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 964

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523