Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөгөн — ерҙе, ә иртәгә нимәне һатырбыҙ?
Бөгөн — ерҙе, ә иртәгә нимәне һатырбыҙ?
Ҡулыма ҡәләм алырға "Белорецкий рабочий" гәзитендә баҫылған бер мәҡәлә мәжбүр итте. Әлбиттә, унда һүҙ барған мәсьәләләрҙең төбөнә төшмәй генә "беҙҙә ҡайһылай ал да гөл" тип уҡып үтергә, өндәшмәй ҡалырға мөмкин булыр ине. Әммә йән әсенеүе көсәйә генә, күҙебеҙҙең һуҡырлығы, киләсәкте уйламауыбыҙ аптырата, күңелде борсой.

Һүҙҙең нимә хаҡында барыуы аңлашылһын өсөн "Белорецкий рабочий" хәбәрсеһенең Асы ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Сәйғәфәрованың әйткәндәренә таянып яҙған мәҡәләһенән өҙөк килтереү кәрәктер: "Хәлле кешеләр килеп ер ала, һатыу өсөн коттедждар төҙөй, шулай итеп, беҙҙең төбәк йылдан-йыл билдәлелек яулай", тиелә унда. Нәҡ шулай тип яҙылған.
Гүзәл тәбиғәтле, шифалы һыулы Асыны элек-электән яҡшы беләләр, был бер кем өсөн яңылыҡ түгел. Мәшһүр артисыбыҙ Арыҫлан Мөбәрәковтың исем-шәрифе лә ауыл тарихын байыта, мәртәбәһен күтәрә. Бында борон-борондан мәҙәниәткә, сәнғәткә ғашиҡ, тырыш һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй. Быуаттар буйы ер ҡуйынынан туҡтауһыҙ урғылған шифалы шишмәләре кеүек киләсәктә лә таланттар тыуҙырыусы сығанаҡтары ҡоромаһын ине. "Асы" шифаханаһы ла көндән-көн билдәлелек яулай.
Тик мине мәсьәләнең икенсе яғы борсой. Бөгөнгө маҡтаныуҙар бер килеп ауыл өсөн төҙәтә алмаҫлыҡ бәләгә әүерелмәҫме? Ошондай уҡ һорау, моғайын, Асы халҡында ла тыуыр. Һорау тыуҙырыусы өҙөктәрҙе "Белорецкий рабочий" гәзитендәге мәҡәләнән эҙләгеҙ, ташҡа баҫылғанды юйып булмай. Көлдөргән дә һүҙ, бөлдөргән дә һүҙ, тиҙәр бит. Уйламай һөйләгән — ауырымай үлгән, тип тә өҫтәр инем. Киләсәкте күҙаллап, иртәме-һуңмы үҙен белдертәсәк проблеманы әле үк күтәреп, уны хәл итеү яҡшы булмаҫмы тим.
Хәллеләр коттедждар төҙөү өсөн ерҙе шундағы аҫабалар өлөшөнән йолҡоп алмаймы икән? Тураһын ғына әйткәндә, байҙың байығырына, ярлының ялынырына, тиҙәр бындай хәл хаҡында. Әгәр ауыл биләмәһенә ҡараған ҡарышлап ҡына үлсәрлек ҡалған ерҙәрҙе байығыу маҡсатында аҡсалылар үҙҙәре кеүектәргә һатып бөтөрһә, хужамын тигәндәр ул майҙандарҙы йәһәт кенә кәртәләп алмаҫ, тип кем ышандыра ала? Шунан һуң үҙен аҫаба һанаған ауыл кешеһенә әрәмәнән быҙау, ҡаҙ ҡыуырлыҡ сыбыҡ һындырып алыу ҙа мөмкин булмаясаҡ. Бындай миҫалдар республикала артығы менән бит инде. Асыларға ла шул көнгә ҡалыу кәрәкме? Бер тапҡыр кемдер һөрлөккән урында башҡалар ҙа мотлаҡ абынырға тейешме? Ни өсөн хаталар асылар өсөн һабаҡ түгел? Ситтән килеүселәргә ер һатыу халыҡтың ризалығы менән башҡарыламы? Ауыл Советы депутаттары нимә ҡарай? Уларҙың ризалығынан тыш, хакимиәт башлығы менән эштәр идарасыһы ер һата алмайҙыр бит, моғайын. Һорауҙар ифрат күп. Тик уларға үрҙә аталған ике кеше генә яуап бирергә тейеш түгел. Ошонда көн итеүселәр үҙҙәре ҡайҙа? Абруйлы кешеләре ниңә шып-шым? Административ үҙидаралыҡ тураһындағы закон ни өсөн эшләмәй? Ә бит олуғ яҙыусыбыҙ Ноғман Мусин Асылағы проблемаларҙы егерме йыл элек үк күрә белеп, "Һуңғы солоҡ" романын яҙғайны түгелме?! Уҡып ҡарағыҙ үҙегеҙ.
"Халҡыбыҙ һаны йылдан-йыл арта", "Күсеп килгән ике ғаилә түлһеҙ ине, беҙҙә иһә улар балалы булды", тиелә һүҙ барған әлеге мәҡәләлә. Ҡайҙандыр түлһеҙ килеп, бала табып, төпләнеп ҡалыусылар ҙа бар икән дә баһа! Барлыҡ ауылдарҙы буйҙаҡтар баҫып барған заманда Асыла ғаилә ҡора алмай йөрөгән егет-ҡыҙҙар юҡтыр, тип уйламайым. Бөгөн уларҙың барыһына ла йорт төҙөү мөмкинлеге бармы икән? Киләсәктә ситтән килеүселәргә түгел, тыуған төйәгендә ҡалып донъя ҡорорға уйлаған ауылдың үҙ йәштәре өсөн дә буш урын табыуы ауыр мәсьәләгә әүереләсәген алдан күҙаллаусы юҡмы икән? Әллә күрергә теләмәйҙәрме? Мигранттар иҫәбенә артырға Асы Мәскәү түгел дә баһа! Эшсе ҡулдар етешмәй тиһәң, ни ҡылырға белмәгән ир-аттың, башы сәңкеп, иртә менән ауыл хакимиәте эргәһендәге магазин янында уралышҡанын күргәнем бар.
Ни өсөн халыҡ һаны тәбиғи артыу иҫәбенә үҫмәй? Асыла һәр ғаиләгә тура килгән балалар һаны республика ауылдарындағы уртаса кимәлгә етәме икән, тип ҡыҙыҡһыныусы бармы ауыл хакимиәтендә?
"Өс ғаилә күптән түгел йорт һатып алып, беҙгә йәшәргә килде. Петербургтан килгән кешеләр умартасылыҡты үҫтереү буйынса яңы технология индерә" тигән юлдарға күҙ һалайыҡ. Башҡорт бал ҡортоноң, башҡорт балының республика бренды булыуын яҡшы беләбеҙ. Өфөлә ҡортсолоҡто үҫтереү, апитерапия менән шөғөлләнеүсе махсус үҙәк тә бар. Шуға ҡарамаҫтан, Петербургтан күсеп килгән ниндәйҙер "белгестәр" Асыла ҡортсолоҡтоң яңы технологияһын индерә икән дә баһа! Быны һыуҙағы балыҡты йөҙөргә өйрәтеү менән генә сағыштырырға мөмкин.
Шифахана директоры урынбаҫары Азамат Әлибаевтың "ял итеүселәрҙең 20 проценты — Белорет районы кешеләре" тигән мәғлүмәтенең дөрөҫлөгө лә шикләндерә. Билдәле булыуынса, "Асы" шифаханаһында ял итеү республикала иң ҡиммәтлеләрҙән һанала. Миңә, мәҫәлән, путевка һатып алыу өсөн өс айлыҡ пенсиям кәрәк булыр ине. Етһә әле. 20 процентты кеше иҫәбенә әйләндерһәк, һәр мең ял итеүсенең ике йөҙө Белореттыҡы тип аңларға кәрәк. Ай-һай! Кем өсөн һәм нимә өсөн әүәләнгән был мәғлүмәт? Әллә күҙ буяу өсөнмө? Шифаханаға путевка алырға аҡса еткереп булмағас, былтыр йәй берәүҙең мунсаһында тоҙло ванна алырға тура килде.
Һүҙ башына әйләнеп ҡайтып, тағы шуны әйтер инем: бөгөн ауыл хакимиәте ҡаҙнаһын тулыландырабыҙ тип алтынға бәрәбәр ерҙе һатып бөтһәк (ниндәйҙер сәбәп менән ауылдан киткәндәр әйләнеп ҡайтһа, бер һүҙ ҙә юҡ), иртәгә уны нимә иҫәбенә тултырырбыҙ һуң? Бында "атайҙыҡы йәл түгел" принцибы хөкөм һөрәме? Әллә боронғо ваҡыттағы кеүек бер ҡарыш ер хаҡына бер әсмуха сәй-маҙар ҡушып бирәләрме икән?
Мансур ҺИҘИӘТОВ,
хеҙмәт ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 657

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523