Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет хәстәрлектән генә тормай
Бөгөнгө буталсыҡ заманда, мәхшәр баҙар иҡтисады шарттарында ябай халыҡтың тормошо, йәшәү рәүеше, кимәле бик тә аяныслы. Балалары үҙ көнөн үҙе нисек етте шулай күргән ғаиләләр ҙә бар. Эскелек менән наркомания тигән золом мәктәп тупһаһына табан шыуыша, ихтыяр көсө булмаған ҡайһы бер үҫмерҙәр бер-бер артлы уның мәкерле ауына эләгә бара. Сит мөхиттең мәғәнәһеҙ шау-шыуы, ҡаңғырығы кешелек сифаттарын ҡыҫырыҡлап сығара. “Зәңгәр экран”дарҙа Көнбайыш Европа илдәренең вәхшилеккә ҡоролған фильмдары үҙ ағыуын сәсә. Ни өсөн ҡарауһыҙ балалар арта, приюттар бушамай, үҫмерҙәр араһында эскелек сәскә ата? Хикмәт нимәлә?

Бөтөн бәлә тап ата-әсәнең үҙенең төп бурысын онотоуына бәйлелер. Нәҫел тамырын һаҡлаусы — ата, нәҫел биҙәге, нәҫел ҡото, нәҫел тамырын донъяға яралтыусы, нәҫел ырыҫы — әсә. Ғаилә усағы баланың рухи яҡтан сәләмәт булып үҫешендә хәл иткес ролде уйнай. “Ана һөтө менән кермәһә, тана һөтө менән кермәй” тигән әйтем дә бар. Тыуған ер йылыһы, тыуған төйәк тойғоһо, атай-әсәйгә ихтирамлы булыу, ололарҙы ололап, кеселәрҙе кесе итеп, кешелекле булыу – былар барыһы ла әҙәп-әхлаҡ ҡанундары. Әгәр ғаилә үҙ балаһында бындай сифаттарҙы тәрбиәләмәй икән, быларҙың барыһы ла милләтебеҙҙе хәлһеҙләндерә, көсһөҙләндерә.
Ә бына Көнсығышта иң төп ҡанундарҙың береһе — туғандарҙы хөрмәт итеү. Малайҙарҙы бәләкәстән нәҫел-нәсәбенә һөйөү, ихтирам уятып тәрбиәләйҙәр. Балалар бер ҡасан да ата-әсәһен ҡарауһыҙ ҡалдырмай. Кескәйҙәр балалар йортона эләкмәй. Сөнки туғандары баланы һәр ваҡыт үҙ тәрбиәһенә алырға риза. Шуға ла унда ҡарттар йорто ла юҡ.
Башҡортостанда 43 приют бар, шул иҫәптән Илеш районының Исәмәт ауылында ла 2000 йылдың 18 июлендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют асылды. Уның эшмәкәрлегенең маҡсаты — балаларға һәм үҫмерҙәргә социаль яҡтан ярҙам итеү, хоҡуҡи яҡлау, иғтибарлы ҡараш булдырыу, яҡшы тәрбиә биреү, уларҙың киләсәген хәл итеү.
Приютҡа килеп инеү менән балаларҙың үҙ ҡулы менән яһаған сувенир, һүрәт, ҡурсаҡ һәм башҡа әйберҙәре тыуған йортто хәтерләтә, бәхетле бала саҡты һынландырған сағыу һүрәттәр иғтибарҙы йәлеп итә. Был эштәрҙең һәр береһенә күпме йылылыҡ наҙ һалынған! Уларҙа тәбиғәтебеҙҙең хозурлығы, халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәте сағылыш тапҡан.
Әле унда 21 тәрбиәләнеүсе иҫәпләнә. Приютта тормош ҡайнап тора, балалар мәж килә. Күптәр, бәлки, ата-әсәһенән тоймаған наҙҙы нәҡ ошонда алалыр. Тәрбиәсе-педагогтар йәш быуынды хеҙмәткә өйрәтә, төрлө әхлаҡи темаларға лекциялар, әңгәмәләр үткәрә. Тәртипкә, таҙалыҡҡа, яуаплылыҡҡа, ауырлыҡтарҙы бергәләп еңергә өйрәнеүҙәре үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡанда, һис шикһеҙ, ҙур ярҙам буласаҡ. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, район хакимиәте тарафынан йәш быуындың һәр яҡлы үҫеше өсөн бар шарттар ҙа туҙырылған. Бүлмәләр яҡты, йылы һәм уңайлы. Заманса йыһаздар күркәмлек өҫтәй. Байрамдарҙа бәләкәстәрҙе бүләк, күстәнәс менән һөйөндөрәләр. Артабанғы яҙмыштары хәл ителгәнгә тиклем кескәйҙәр ошонда йәшәй. Берәүҙәрен ғаилә тәрбиәһенә тапшыралар, икенселәрен туған-тыумасаһы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындыра. Ул-ҡыҙҙарын килеп алыусылар ҙа бар.
Приют асылған ваҡыттан бирле 295 бала уның тупһаһы аша үткән. Былтыр ғына ла 54 сабый ҡабул ителгән, шуларҙың 23-ө үҙ ғаиләләренә ҡайтарыла, дүрт бала ғаилә тәрбиәһенә тапшырыла, дүртәүһе етемдәр һәм ҡарауға мохтаж булған балалар йортона оҙатыла. 2014 йылда ата-әсәләрен эсеүҙән аралау һәм эшкә урынлаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылып, биш бала үҙ ғаиләһенә ҡайтарыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, приютта ниндәй генә уңайлы шарттар тыуҙырылмаһын, балаларға ҡарата ниндәй генә йылы ҡараш булмаһын, улар ата-әсәһен, туғандарын, тыуған йортон, дуҫтарын һағынып йәшәй.
Приют директоры Ризида Рәүил ҡыҙы Ғиззәтуллина:
— Балалар бындағы тормошҡа тиҙ өйрәнә, сөнки яғымлы ҡараш, хәстәрлек тоялар. Һәр ҡайһыһы менән айырым шөғөлләнеү үҙ һөҙөмтәһен бирә. Шулай ҙа баланың ата-әсәһе янында булып, уларҙың күңел йылыһын тойоп йәшәүҙәренә бер ни етмәй!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518