Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Янғантау” мең сирҙән ҡотҡара
“Янғантау” мең сирҙән ҡотҡараБашҡортостан — донъяла ер ҡуйынынан шифалы быуҙар бөркөлгән, тереклек, сәләмәтлек бүләк итеүсе ғәжәйеп таулы төбәктәрҙең береһе. Сит тарафтарҙа ла киң танылған, “Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһы” тигән юғары исемгә дүрт тапҡыр лайыҡ булған, республиканың йөҙөк ҡашына әүерелгән “Янғантау” курорты тап беҙҙә урынлашҡан.
Йыл һайын илебеҙҙең төрлө төбәгенән 26 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән 940 урынлыҡ шифахана үҙенсәлекле геотермаль газы һәм “Ҡорғаҙаҡ” минераль шишмәһе менән дан тота. Ҡасандыр ағас барактарҙан ғына торған биләмәне хәҙер танырлыҡ та түгел. Барса уңайлыҡтар тыуҙырылған ете йоҡо корпусы, быу, ҡоро һауа һәм һыу менән дауалау биналары, диагностикалау, туризм комплекстары, иркен дүрт ашхана тулыһынса заман талаптарына яуап бирә. Шулай уҡ мунса-кер йыуыу биналары, ял итеү үҙәге, балалар ҡаласығы, магазин һәм ресторандар, аҙыҡ-түлек етештереү цехтары һәм менеджмент-маркетинг хеҙмәте лә бында зауыҡлыҡҡа өҫтөнлөк бирелеүен дәлилләй.
Юғары технологиялы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған дауалау корпустарында пациенттарҙы һөйәк-мускул, нервы системаһы, тын юлдары, ҡан тамырҙары, урология һәм гинекология ауырыуҙарынан һөҙөмтәле дауалайҙар. Шифалы тау быуын һулап, үҙендә еңеллек тойған кеше мотлаҡ яңынан килергә тырыша.
“Янғантау” шифаханаһына юғары квалификациялы белгес, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай “Янғантау” мең сирҙән ҡотҡарадепутаты Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов етәкселек итә. Тиҫтә йылдан ашыу эшләү осоронда курорт танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Ҡеүәте лә йылдан-йыл арта, яңынан-яңы дауалау ысулдары һәм 60-тан ашыу сәләмәтләндереү программаһы үҙләштерелде. Шифахана-курорт дауалауының ун стандарты буйынса медицина эшмәкәрлегенең 70 төрө лицензияланды.
Тормоштоң барлыҡ өлкәләрен иҡтисади көрсөк ялмағанда, финанс, кадрҙар етешмәүенә һәм башҡа сәбәптәргә һылтанғанда, “Янғантау” коллективы һәм уның бөтмөр директоры Рәмил Рафаил улы бер минутты ла әрәм итмәй, бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып, шифахананы Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтенә сығарҙы. Һауыҡтырыу ҙа, ял итеү ҙә донъя һәм Европа кимәлендәге стандарттарға ярашлы ойошторола, барлыҡ йүнәлештә лә матур һөҙөмтәләргә өлгәшелә.
Етәксе әйтеүенсә, “Янғантау” курортының республика шифаханаларының дөйөм койка фондындағы өлөшө 23,5 процент тәшкил итә. Һуңғы тиҫтә йылда һауыҡтырыу предприятиеһының килеме һигеҙ тапҡырға артҡан.
“Янғантау” мең сирҙән ҡотҡараТағы шуныһы һөйөнөслө: бында белгестәргә ҡытлыҡ юҡ, сөнки улар өсөн торлаҡ төҙөлә, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнә. Ғөмүмән, социаль мәсьәләгә иғтибар һис кәмемәй. Һуңғы йылдарҙа капиталь ремонтҡа, төҙөкләндереүгә, үҙгәртеп ҡороуға һәм төҙөлөш алып барыуға йүнәлтелгән капитал һалыуҙар күләме 1 миллиард 919 миллион 720 мең һум тәшкил итте, һәм был эштәрҙең барыһы ла шифахананың үҙ иҫәбенә башҡарылды.
Салауат районының бюджетын тәьмин итеүҙә лә роле ҙур шифахананың. Уның ошо төбәктә етештерелгән продукцияның тулайым күләмендәге өлөшө 80 процент тәшкил итә. Үҙ икмәкханаһы, кондитер, колбаса, ит һәм һөт етештереү, Ҡорғаҙаҡ минераль һыуын шешәләргә тултырыу цехтары эшләй.
“Янғантау” мең сирҙән ҡотҡараШифахананың төбәк иҡтисадын һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индереүен дә билдәләп китеү зарур, сөнки ул халыҡтан ит, һөт, йәшелсә һәм бал һатып ала, эшҡыуарҙар менән оҙайлы килешеүҙәр төҙөй.
Һуңғы тиҫтә йылда хәйриә эшмәкәрлегенә лә ҙур иғтибар бирелгән. Мәҫәлән, хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ төҙөү, Малаяҙ район үҙәк дауаханаһының балалар бүлексәһен үҙгәртеп ҡороу, Янғантау урта мәктәбен төҙөү һәм яңыртыу, тирә-яҡтағы юлдарҙы төҙөкләндереү, Сулпан ауылына газ үткәреү һәм башҡа эштәр өсөн 90 миллион 207 мең һум аҡса бүленгән.
Хәҙерге баҙар шарттарында иҡтисади эшмәкәрлек тәү сиратта хеҙмәтләндереү кимәлен күтәреүгә, киңәйтеүгә һәм дауалау ысулдарын төрләндереүгә йүнәлтелә. Быларҙың барыһы ла ял итеүселәр һәм дауаланыусылар мәнфәғәтендә атҡарыла. Һуңғы ике йылда минераль һыу эсеү бюветы, матурлыҡ салоны, көнкүреш хеҙмәтләндереү, стадион менән бергә дауалау-сәләмәтләндереү комплекстары, ҡоро һауа файҙаланылған дауахана, тау-саңғы базаһы, “Урал” рестораны файҙаланыуға тапшырылды. Быға тиклем “Янғантау” сауҙа, “Ҡорғаҙаҡ” ҡунаҡхана-сервис һәм сәләмәтләндереү комплекстары, бассейн, балалар баҡсаһы, “Ҡорғаҙаҡ” быуаһы үҙгәртеп ҡоролғайны.
Ғөмүмән, шифахана бөгөн инфраструктураһы үҫешкән, донъя кимәлендәге шарттарға яуап биргән мегаполисты хәтерләтә һәм үҙаллы ҡаласыҡ булып йәшәй. 1564 кешене эш урыны менән тәьмин иткән курорт ул. Алдараҡ телгә алып үтелгән төҙөлөштәрҙе байҡағыҙ — йыл һайын 100-әр яңы эш урыны булдырыла.
2011 йыл аҙағында хоккей майҙансығы, мебель магазины, сәләмәтләндереү комплексында ял үҙәге (кафе, ике сауна, прокат, бильярд бүлмәһе менән) асылды. Быйыл төҙөлөп бөтәсәк шифалы ләм менән дауалау комплексына һәм ипподромға йәнә йөҙәрләгән эшсе көсө талап ителәсәк.
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаһында дауаланыусыларҙың ялын ойоштороу ҙа — юғары кимәлдә. Туризм менән бында күптән шөғөлләнәләр, Йүрүҙән буйлап һалда йөҙәләр, алыҫ булмаған сәйәхәткә һыбай сығалар. Шифаханала иң мөһиме — һауыҡтырыу дауалары. Ҡеүәтле дауалау-диагностикалау базаһы ике сменала көнөнә 5600 процедура үткәреп өлгөрә.
“Янғантау”ҙың элекке юғары наградаларына, гран-приҙарына, махсус приздарына, лауреат дипломдарына һәм алтын миҙалдарына 2011 йылдың аҙағында йәнә тос бүләк өҫтәлде. Ул, Рәсәйҙең иң алдынғы 650 мең предприятиеһы араһында өҫтөнлөк алып, “Шифахана-курорт учреждениеларының эшмәкәрлеге” номинацияһында III урын яуланы. Был инде шифахананың тотороҡло үҫеүен, киләсәгенең өмөтлө булыуын раҫлай.
Зәйтүнә ХАНОВА.
Салауат районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529