Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаулығыңды йәштән һаҡла
Һаулығыңды йәштән һаҡлаБашҡортостандың Фәндәр академияһында онкология сирҙәрен алдан асыҡлау һәм иҫкәртеү буйынса Евразия конференцияһы үтте. Сара 2015 йылда ШОС һәм БРИКС саммиттарына ярашлы уҙасаҡ Яман шешкә ҡаршы халыҡ-ара конференцияға әҙерлек этабы булараҡ ойошторолдо. Унда Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Латвия, Швеция, Америка, Япония, Ҡаҙағстан,Төркиәнән фән, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, табиптар ҡатнашты.

Башҡорт дәүләт медицина университетының Онкология ғилми-тикшеренеү институты директоры Шамил Ганцев билдәләүенсә, сараның төп маҡсаты – Башҡортостанда превенцияға, йәғни онкология сирҙәрен иҫкәртеүгә бәйле халыҡ-ара майҙансыҡ булдырыу. Уның һүҙҙәренсә, бының өсөн төбәктә тәжрибә, мөмкинлектәр етерлек. Республика етәкселеге менән үҙ-ара яҡшы бәйләнештәр ҙә был өлкәләге иң алдынғы идеяларҙы, проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк.
«Превентив медицина» һөнәри берләшмәһе лидеры Олег Гринько иҫәпләүенсә, онкология сирҙәрен иҫкәртеү өлкәһендәге аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә төрлө һөнәр кешеләрен, йәғни дәүләт власы, бизнес, фән вәкилдәрен, йәлеп итергә кәрәк. Конференцияла ҡатнашҡан табиптар киләсәктә Рәсәйҙә онкология мәсьәләләренә ҡараш үҙгәрәсәк, яңы алымдар ҡулланыла башлаясаҡ, төбәктәр араһындағы бәйләнеш нығытыласаҡ тигән фекерҙә. Мәҫәлән, Латвия Фәндәр академияһы академигы Ивар Калвиньш һүҙҙәренсә, донъяла онкологик сирҙәрҙе дауалау өлкәһендә бай тәжрибә тупланған, күп алдынғы алымдар, дарыуҙар уйлап табылған. Әммә уларҙың файҙаланыу даирәһе бик тар, йәғни бөтә сирлеләргә барып етмәй. Ҡайһы бер илдәрҙә граждан тик үҙҙәрендә генә етештерелгән һәм теркәлгән дарыуҙы һатып алырға тейеш, был уның хоҡуғы сикләнгән булыуы хаҡында һөйләй. Канадала, мәҫәлән, дауалап булмай торған сиргә дусар булғандар берләшмәһе ойошторолған. Улар, табип кәңәше буйынса, төрлө илдәрҙән теләгән дарыуҙы яҙҙырып алыу хоҡуғына эйә. Беҙҙең илдә һәм Латвияла бындай система уйлап еткерелмәгән, тигән үкенес белдерҙе профессор Калвиньш. Дарыуҙарҙы Рәсәйҙә теркәү бик оҙаҡ бара, ошо ваҡыт эсендә сирле кеше яҡты донъя менән хушлаша. Ә бит уларҙы башҡа илдәрҙән яҙҙырып алғанда, әллә күпме кешене ҡотҡарырға булыр ине.
Мәскәү профессоры Александр Полетаев кеше организмының биологик ресурсы яҡынса – 150, ә мейенеке 200 йыл тәшкил итеүе хаҡында әйтте. Уның фекеренсә, кеше үҙенә тәбиғәт тарафынан бирелгән ғүмерен йәшәп еткермәй, ҡартайып, үҙ әжәле менән киткәндәр бик һирәк. Кешеләр төрлө сирҙәр арҡаһында үлә. Бының сәбәбе бөгөн «ремонтлау» медицинаһының өҫтөнлөк итеүендә. Әгәр уның урынын иҫкәртеү медицинаһы алһа, кеше ғүмере күпкә оҙонайыр ине.
Данлыҡлы хирург Н.И. Пирогов: «Киләсәк профилактик медицина ҡулында», – тип әйткән. Бындай медицинаны булдырыуҙа бөтәһе лә – дәүләт структуралары, медицина учреждениелары һәм, әлбиттә, граждандар үҙҙәре ҡатнашырға бурыслы. Матбуғат конференцияһында сығыш яһаусылар менталь характерҙағы мәсьәләләргә айырыуса баҫым яһаны. Йәғни, улар фекеренсә, кешеләр үҙҙәренең һаулығына тейешле иғтибар бүлеп өйрәнмәгән. Ә һаулыҡты тергеҙеү уны һаҡлауға ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәккә төшә. Иҫкәртеү медицинаһы, тәү сиратта, кешенең сәләмәт тормош алып барыуын, шәхси гигиена һаҡлауын, дөрөҫ туҡланыуын, хеҙмәт һәм ял тәртибен үтәүен, физик культура менән шөғөлләнеүен, һаулыҡ һаҡлау мөмкинлектәренән әүҙем файҙаланыуын күҙ уңында тота.
Бынан тыш, дәүләт институттары менән тормошҡа ашырылған социаль, иҡтисади, закондар сығарыу, санитар-техник сараларҙың да роле ҙур. Санкт-Петербург ғалимы, медицина фәндәре докторы Владимир Анисимов һүҙҙәренсә, дәүләт идараһы илдәге хәлдәргә радикаль үҙгәреш индерә ала. Миҫал итеп ул Германияның берләшеүен килтерҙе. 1949 йылда был ил ике төбәккә бүленгән: көнсығышта үлем кимәле көнбайышҡа ҡарағанда күпкә арта башлаған. Берлин стенаһы емерелгәс, ун йыл эсендә ике яҡта ла был кимәл тигеҙләшкән, йөҙ йәшкә еткән кешеләр һаны артҡан. Дәүләт граждандарҙың һаулығын, именлеген һаҡлауға интеллектуаль, финанс сығымдары һала, төплө программалар ҡабул итә икән, илдең киләсәге лә буласаҡ.
Шулай итеп, иҫкәртеү медицинаһы һәр яҡлап – дәүләт институттары, йәмәғәт ойошмалары, фән вәкилдәре һәм граждандар тарафынан тормошҡа ашырылған саралар комплексын үҙ эсенә ала. Бында һәр кемдең индергән өлөшө мөһим. Превенция – киләсәккә тоҫмалланған эш һәм тиҙ һөҙөмтәләргә иҫәп тотмай. Бөгөн башланған системалы хеҙмәттең 30-60 йылдан һуң ғына һөҙөмтә биреүе ихтимал. Шулай ҙа сәләмәтлеккә йүнәлтелгән барлыҡ саралар үҙен аҡлай: һаулыҡ булмаһа, кешегә башҡа бер ни ҙә кәрәк түгел.

Яман шеш менән сирләмәҫ өсөн табиптар туҡланыу йәһәтенән түбәндәге алты ҡағиҙәне үтәргә кәңәш итә:
1. Һимереүҙе иҫкәртеү.
2. Май ҡулланыуҙы кәметеү (көнөнә 50-70 грамдан артмаҫҡа тейеш).
3. Күберәк йәшелсә, емеш-еләк ашау. Улар араһында һары һәм ҡыҙыл төҫтәге йәшелсә (кишер, помидор, торма һ.б.), С витаминына бай емеш-еләк (цитрустар, киви), кәбеҫтә, һарымһаҡ һәм һуған булырға тейеш.
4. Даими рәүештә үҫемлек күҙәнәклеген үҙләштереү (көнөнә 35 грамға тиклем). Улар башаҡлы культураларҙа, йәшелсәлә, емеш-еләктә күп була.
5. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы сикләү.
6. Ҡаҡланған һәм нитритлы аҙыҡтарҙы (колбаса, сосиска һ.б.) сикләү.

Яман шеш менән сирләүгә килтергән сәбәптәр араһында тәмәке тартыу икенсе урында тора. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, илдә йыл һайын 300 меңгә яҡын эшкә яраҡлы кешенең ғүмере тәмәке тартыу арҡаһында биш йылға ҡыҫҡара, шул уҡ ваҡытта иҡтисади йәһәттән юғалтыуҙар 1,5 триллион һумға барып баҫа.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда йыл һайын 11 меңгә яҡын онкология сирен асыҡлау осрағы теркәлә, яҡынса 6 мең кеше инвалид булып таныла. Сирҙе иртә стадияла асыҡлау осраҡтары 5,1 процентҡа артып, 46,1 процент тәшкил иткән (Рәсәйҙә – 50,5 процент). Һуңғы биш йылда республикала онкология сире менән ауырыу осрағы 3,6 процентҡа артҡан, үлем 4,2 процентҡа кәмегән.


Автор: Ҡ. РАФИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 1 643

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 656

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 075

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 699

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 772

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 647

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 676

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 733

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 734

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 807

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 694

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 773