Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҙымдары ышаныслы, маҡсаттары ҙур
Аҙымдары ышаныслы, маҡсаттары ҙурКеше ғүмере менән үлсәгәндә, 80 йәш — аҡһаҡалдар ҡорона инеп, аҡыл-фәһем таратып йәшәр мәл. Һигеҙ тиҫтәлек баҫҡысҡа күтәрелгән уҡыу йорто ла — ҙур тәжрибә майҙаны: йолаларына тоғро ҡалып, алған һабаҡтарын иҫәптә тотоп, заман менән бергә ышаныслы алға атлаған мәғрифәт усағы башҡаларҙы үҙ артынан эйәртерлек, шәхси өлгөһөндә тәрбиәләрлек көс туплаған маяҡҡа әүерелә. 80 йыллығын билдәләгән Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты тап ошондай дәүеренә аяҡ баҫты.

Уның тарихы бик бай һәм үҙенсәлекле. Әммә, ниндәй генә һикәлтәләр аша үтмәһен, ҡатмарлы замандарға яраҡлашырға, исемен алмаштырырға тура килмәһен, институт төп маҡсатына — республика педагогтарының мәнфәғәтен хәстәрләү, уларҙың белемен даими камиллаштырып, эшмәкәрлеген дөрөҫ юҫыҡта ойоштороу бурысына — тоғро ҡалды. Һөҙөмтәлә уның төбәгебеҙҙең үҫешендә лайыҡлы өлөшө бар.
Бөгөн дә туҡтауһыҙ үҙгәреш кисергән, заман менән бергә “йүгергән” мәғариф тармағы төп көсөнә — уҡытыусыларға — тынғылыҡ бирмәй, һәр саҡ үҫеш талап итә. Булғанына ҡәнәғәт булып, бер урында тапаныу, ижади эҙләнмәүҙең эҙемтәһе йәш быуындың аңына аяҡ сала, педагогтың үҙенә лә кире йоғонто яһай. Ошондай осраҡтарҙы булдырмау өсөн уҡытыусының һөнәри оҫталығын даими камиллаштырыу, белемен генә түгел, күңелен хәстәрләү — кәңәш биреү, дәртләндереү — мөһим. Педагогтар был йәһәттән төп таянысты, ярҙамды тап Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтынан ала.
— Уҡытыусы үҫештән туҡтаһа, һөнәри оҫталығын да юғалта, — ти институттың ректоры Рәмил Мәжитов. — Был айырыуса әлеге заманға хас. Белемен камиллаштырыуҙан туҡтаған уҡытыусы ыңғай эш һөҙөмтәһенә өлгәшә алмай.
Белеүебеҙсә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф тураһындағы яңы закондары ла педагогик йәмғиәт алдына шундай талап ҡуйҙы: педагог өс йыл һайын белемен камиллаштырып торорға тейеш. Тимәк, ҡануниәт институтҡа киңерәк бурыстар өҫтәне.
Бөгөн мәғариф учреждениеһында 200-ҙән ашыу кеше хеҙмәт итә, улар араһында 150 самаһы уҡытыусы һәм профессор, 14 кафедра, туғыҙ үҙәк, дүрт бүлек бар. Педагогтарға аттестация үткәреү, Берҙәм дәүләт имтиханын әҙерләү һәм үткәреү эштәре тап ошо институтҡа йөкмәтелгән. Һөҙөмтәлә йыл һайын 15 меңгә яҡын уҡытыусының һөнәри разрядын күтәреүгә өлгәшелә. БДИ-ны урындарҙа ойошторған эксперттар ҙа бында белемен нығыта, семинарҙарҙа, конференцияларҙа ҡатнаша, ғөмүмән, ниндәй үҙгәрештәр көтөлөүе, бурыстар хаҡында хәбәрҙар була. Был эште институттағы Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге алып бара.
Мәғариф усағының һәләтле балалар менән эшләү үҙәгенең дә һөҙөмтәле хеҙмәтен билдәләргә кәрәк. Ул республикалағы барлыҡ мәктәп, өҫтәмә белем биреү учреждениеһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Үҙәктә һәләтле балаларҙың исемлеге, ҡаҙаныштары хаҡында тулы мәғлүмәт тупланған. Төрлө конкурс, олимпиада еңеүселәре ҡатнашлығында йыл һайын конференция уҙғарыла, уларға бүләктәр тапшырыла.
Аҙымдары ышаныслы, маҡсаттары ҙурБынан тыш, институт — “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсын ойоштороусыларҙың береһе. Белеүебеҙсә, педагогтарҙың эшенә баһа биреү, уларҙы дәртләндереү, үҫтереү йәһәтенән иң уңышлы проекттың төп конкурсынан тыш, башҡорт, татар, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн дә айырым бәйгеләр уҙғарыла. Сара йылдан-йыл камиллаша, номинациялар өҫтәлә. Был, әлбиттә, уҡытыуға заманса алымдар индерелә барыуы, педагогтарҙың ижадилыҡҡа өҫтөнлөк биреүе, эҙләнеүе, яңыса эшләргә ынтылыуына бәйле.
— “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашҡандар менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, институтта ойошторолған курстарға, конференцияларға, семинарҙарға саҡырабыҙ, методик ҡулланмалар әҙерләүҙә ҡатнашыу мөмкинлеген бирәбеҙ. — ти ректор Рәмил Мәжитов. — Улар шулай уҡ райондарҙа алдан башлап йөрөүселәргә әүерелә: “оҫталыҡ дәресе” күрһәтә, төрлө комиссия эштәренә йәлеп ителә. Ғөмүмән, “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы педагогтарҙың үҫешен тәьмин итеү менән бергә заманса эшләргә өйрәткән тәжрибә майҙансығын киңәйтеү мөмкинлеген бирә.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәр кәмемәй, киреһенсә, арта. Был ынтылыш, әлбиттә, юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй, уның нигеҙендә уҡытыусыларҙың хеҙмәтенә ҙур иғтибар ята. Ауыл һәм ҡала мәктәптәре педагогтары араһында айырма юҡлығы иһә ике яҡтың үҫеше өсөн дә берҙәй шарттар булдырылғаны хаҡында һөйләй. Республиканың бындай ҡаҙаныштарында Мәғарифты үҫтереү институтының тос өлөшө бар.
Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыу йәһәтенән дә төп бурыс уға йөкмәтелгән. Мәғлүм булыуынса, республика Президенты Рөстәм Хәмитов төбәгебеҙҙәге төрлө милләт балаларына башҡорт телен йәнле аралашыу аша ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп өйрәтеү мөһимлеген, яңы әсбаптар кәрәклеген билдәләгәйне. Шуға ярашлы, Мәғарифты үҫтереү институтында дәреслектәрҙе яңыртыу, уҡытыусыларға тейешле мәғлүмәт биреү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла. Мәҫәлән, күптән түгел унда V класс уҡыусылары өсөн электрон башҡорт теле дәреслеге донъя күрҙе. Авторҙары — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова менән филология фәндәре кандидаты Зәкиә Ғәбитова. Дәреслек уҡытыусылар тарафынан хупланды.
Мәғарифты үҫтереү институты сит төбәктәр, илдәр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған. Донъяуи кимәлдәге аралашыу, әлбиттә, эшмәкәрлектең сифатына ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. Институт шулай уҡ республиканың төрлө тармаҡтары менән хеҙмәттәшлек алып бара. Мәҫәлән, унда ойошторолған конференцияларҙан, семинарҙарҙан, байрамдарҙан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ситтә ҡалмай. Бындай аралашыуҙар ике яҡ өсөн дә ифрат әһәмиәтле.
Төбәге, халҡы мәнфәғәтендә алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып хеҙмәт иткән Мәғарифты үҫтереү институтына артабан да тик уңыштар юлдаш булһын!

Аҙымдары ышаныслы, маҡсаттары ҙурБашҡортостандың мәғариф министры Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Уҙған быуаттың еңел булмаған утыҙынсы йылдарында хеҙмәт юлын башлаған Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты — республика менән бергә ҙур үҫеш юлын үткән учреждение. Педагогиканың һөҙөмтәле эш формаларын ҡулланып, иң яҡшы йолаларын һаҡлап һәм байытып, ул төбәгебеҙ педагогтарының белемен камиллаштырған ҡеүәтле үҙәккә, уҡытыусыларҙың яҡын дуҫына, кәңәшсеһенә әйләнде.
Институт тарихының сағыу биттәре, ғүмерен ошо уҡыу йортона бағышлап, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткән етәкселәр, ғалимдар, уҡытыусылар менән ғорурланабыҙ. Был йоланы әлеге коллектив та лайыҡлы дауам итә, тимәк, маҡсатлы эштең артабан да һөҙөмтәлелегенә ышаныс ҙур. Бөгөн иһә төп бурыс — заманса смарт-технологияларҙы ҡулланыу, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, киң ғәмәли эшмәкәрлек алып барыу.
Институт коллективын байрам менән тәбрикләп, уларға тағы ла ҙурыраҡ һөнәри ҡаҙаныштар, һаулыҡ, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс менән йәшәүҙәрен теләйем.

Рәшит ӘЛМӨХӘМӘТОВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, Мәғарифты үҫтереү институтының 1988 — 1996 йылдарҙағы ректоры:
— Был йылдарҙа, республика, ил сәйәсәте ҙур үҙгәрештәр кисергән ауыр мәлдә, коллективтың иңенә уҡытыусыларҙың рухын күтәреү, эшмәкәрлеген артабан да уңышлы алып барыуға ҡанат ҡуйыу, белемен камиллаштырыу кеүек ҙур бурыстар йөкмәтелде.
1992 йылда уҡыу йорто Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтына әйләнде, структураһы заманға ярашлы үҙгәртелде, биш кафедра астыҡ. Эшмәкәрлекте яңыса алып барыу өсөн ғилми дәрәжәле уҡытыусылар кәрәк ине: был мәсьәлә лә әкренләп яйға һалына башланы.
Баш ҡаланан ситтә йәшәгән педагогтарҙы Өфөгә саҡырып уҡытыу мөмкинлеге булмай башлағас, Өфөлә, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Бөрөлә һәм Мәсәғүттә филиалдарыбыҙҙы асыу институт ҡына түгел, тотош республика мәғарифы өсөн ҙур ҡаҙаныш булған, тип баһалайым. Шулай уҡ үҙебеҙҙең нәшриәтте булдырҙыҡ, алдынғы мәктәптәрҙе гимназия, лицей итеп үҙгәртеү эшен ойошторҙоҡ, район-ҡалаларҙа яңы технологияларҙы өйрәтеү буйынса үҙәктәр астыҡ... Әле ошо башланғыстарҙың яҡшы һөҙөмтә биреүен, институт коллективының тырышып эшләүен, ышаныслы алға барыуын күреп, ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм. Уңыштар уларға!

Рәсилә НИҒМӘТУЛЛИНА, Мәләүез ҡалаһындағы 4-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:— Заман даими үҫеш талап иткән саҡта Мәғарифты үҫтереү институтының ҙур ярҙамын тоябыҙ. Мәҫәлән, күптән түгел генә унан хеҙмәткәрҙәр килеп, беҙгә, Мәләүез ҡалаһы һәм районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, курс уҙғарҙы. Филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров “Ер” поэмаһы буйынса ифрат фәһемле, ҡыҙыҡлы асыҡ дәрес үткәрҙе. Тарихты яҡшы белгән, ҡурайҙа оҫта уйнаған педагогтан күп нәмәгә өйрәнеп ҡалдыҡ. Әхәт Илмөхәмәтов иһә дәрестә электрон сараларҙан, Интернеттан файҙаланыу буйынса күп мәғлүмәт бирҙе.
Ғөмүмән, курстарҙан барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Уларҙың урында уҙғарылыуы айырыуса һәйбәт, сөнки баш ҡаланан ситтә йәшәгән уҡытыусыларҙың Өфөгә барып йөрөргә мөмкинлеге лә булмауы ихтимал: мәҫәлән, ғаиләне, балаларҙы ҡалдырып сығып китеүе — үҙе бер ауыр мәсьәлә. Ошоно иҫәптә тотоп, курстарҙы урындарҙа ойоштороу юлын тапҡан институт етәкселегенә, хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Эштәре уң, һөҙөмтәле булһын!


Институтым

Һоҡландыра үткән юлың һинең,
Йөрәктәрҙә таша тантана!
Намыҫ менән илгә хеҙмәт иткән,
Дандар яулай, хаҡлы маҡтала.

Заман ҡуйған оло маҡсаттарға
Ватан мәғарифын әйҙәйһең.
Институтым! Белем донъяһында
Йәшә балҡып, йәшә, әйҙә, һин!

Исемдәрең ниндәй булғанда ла,
Мәғарифты ялһыҙ үҫтерҙең.
Уҡытыуҙа иң алдынғы юлды
Яҡлап торҙоң, һәр саҡ үҙ күрҙең.

Республикамдың ышанысын аҡлап,
Күтәрел һин яңы үрҙәргә!
Уй-хыялың — ихлас ярҙам итеү
Уҡытыусыларға үҫергә.

Фәнзил САНЪЯРОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 995

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 904

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 571

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 518

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527