Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белемле белгестәр кәрәк
Белемле белгестәр кәрәкКиләсәккә инвестиция әле һалына
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов заманса фекерләп, киләсәкте күҙаллап эш итә белгән кадрҙар әҙерләү кәрәклегенә даими иғтибар йүнәлтә. Юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар алдынғы технологияларҙы ҡулланып, донъя стандарттарына ярашлы эш итә белергә тейеш, ти төбәк башлығы.
Ғәмәлдә был йүнәлештә ниндәй саралар күрелә һуң? Белем биреү кимәлен яҡшыртыу нисек бара, уҡыу йорттары араһындағы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлеме? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынып, Башҡорт дәүләт аграр университетының бер төркөм уҡытыусыларына мөрәжәғәт иттек.

Беҙҙең уҡыу йортонда уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирелә, сөнки был сара һөнәри оҫталыҡты арттырыуға булышлыҡ итә. Етәкселек ошо маҡсатҡа тотонолған сығымды киләсәккә инвестиция һалыу тип ҡарай. Университеттарҙа һәм ғилми учреждениеларҙа даими уҙғарылған сараларҙан тыш, сит илдәрҙә лә ҡыҫҡа ваҡытлы курстар ойошторола. Был иһә халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығыта, тәжрибә уртаҡлашыуҙы, уҡытыу алымдары һәм заманса технологиялар менән алмашыуҙы киңәйтә.
Был йүнәлештә һуңғы өс йылда әүҙем эш алып барыла. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта йыл да 35 уҡытыусы Германия, Дания, Нидерландтар, Израиль, Ҡаҙағстан кеүек ауыл хужалығы үҫешкән илдәрҙә стажировка үтә. Шулай уҡ аграр университет — грант булдырған ойошмалар конкурстарында әүҙем ҡатнашыусы ла.
Белемле белгестәр кәрәкЗарема ЗАҺИРОВА, сит телдәр кафедраһы доценты (АҠШ-тың Калифорния штатындағы Сан-Хосе ҡалаһы университетында стажировка үткән):
— Уны стажировка тип түгел, ә ғалимдар араһындағы тәжрибә уртаҡлашыу тип атар инем. Уҡытыу курстарын төҙөү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрҙек. Һөнәри оҫталыҡты арттырыу йәһәтенән дә күп эшләнде. Ҡайҙарҙа ғына булманым! Төрлө мәҙәни мөхит, тормош уртаһында ҡайнаным. Әле аграр университет студенттарына белем биреүҙә файҙаланған "Степс 1" ҡулланмаһын тап шунда төҙөнөм. Был ҡулланма аграр, техник уҡыу йорттарында уҡыусыларға тәғәйенләнгән, сит телдәрҙе еңелерәк һәм ябайыраҡ алым менән өйрәнергә ярҙам итә.
Стажировка, һис һүҙһеҙ, — квалификацияны камиллаштырыуҙа ҙур сара. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта әллә күпме семинарҙа ҡатнаштым. Америкала белем биреү системаһы беҙҙәгенән айырыла. Миңә, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһына, был фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла булды.

Татьяна ХАННАНОВА, дәүләт һәм муниципаль идара итеү кафедраһы мөдире (БДАУ менән Stoas (Нидерланд Короллеге) университеты араһында белгестәр менән алмашыу программаһында ҡатнашҡан):
— Университетыбыҙ етәкселеге ярҙамында бер төркөм уҡытыусы Нидерланд Короллегендә булыу бәхетенә өлгәште. Әллә күпме яңы һәм файҙалы мәғлүмәт алып ҡайттыҡ. Мәҫәлән, дәрес үткәреүҙең уҡытыусы менән студент араһында йылы һәм тиң мөнәсәбәткә ҡоролған формаһы файҙаланылған семинарҙа ҡатнаштыҡ. Бындай алымды ҡулланғанда курстарға йәки төркөмдәргә бүленеү юҡ, ә семинар әңгәмә һәм диалог рәүешендә үтә.
Бакалавр һәм магистр кимәлен баһалау методикаһы ла иғтибарҙы йәлеп итте. Был йүнәлештә уларҙа тәжрибә тупланған да инде. Уҡытыуҙың яңы стандарттарына күсеүгә бәйле, уны өйрәнеү беҙҙең университет, ғөмүмән, илдәге башҡа юғары уҡыу йорттары өсөн дә көнүҙәк һанала. Шулай уҡ берләштерелгән китапхана селтәре ҡыҙыҡһыныу уятты. Бындай система барлыҡ юғары уҡыу йорттарының электрон мәғлүмәт тупланмаһынан тора. Һөҙөмтәлә һәр студент теләгән университеттың китапхана фондына еңел инә ала.
Һис шикһеҙ, сит ил коллегалары менән тәжрибә алмашыу уҡытыуҙа яңы алымдар индереүгә булышлыҡ итә.
Елена ЦЕПЕЛЕВА, йоғошло ауырыуҙар, зоогигиена һәм ветсанэкспертиза кафедраһы доценты (Израилдә булып ҡайтҡан):
— Бөтә донъяла файҙаланылыусы вакциналарҙың күбеһе Израилдә әҙерләнә. Был илдә мал аҫрау беҙҙәгенән айырыла, уларҙа малсылыҡ күпкә табышлыраҡ та. Күп кенә хужалыҡтарҙа һыйырҙар робот ярҙамында һауыла. Бындай технология менән һөт күләмен генә түгел, ә химик составын да күҙәтергә була. Мәҫәлән, шәкәрҙең, башҡа матдәләрҙең миҡдарын, малда мастит барлығын асыҡларға мөмкин. Һөҙөмтәлә барлыҡ мәғлүмәт берҙәм үҙәккә йыйыла.
Белемле белгестәр кәрәкДинара ЯҠУПОВА, шәхси зоотехния кафедраһының өлкән уҡытыусыһы (Германияла булған):
— Сит илгә тәүгә сығыуым ине, шуға иҫ киткес бай тәьҫораттар менән ҡайттым. Апидология тикшеренеүҙәр институтында үҙҙәрен тыныс тотҡан бал ҡорттарын күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы булды. Уларҙы һаҡларға, башҡа ҡорттар менән аралаштырмаҫҡа тырышалар. Биләмәләре бәләкәй булыу сәбәпле, был, әлбиттә, ауыр мәсьәлә. Шулай уҡ "Мартин Першктың экологик умарталығы"н да күрҙек. Бында үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса бер ниндәй өҫтәмә химик матдә ҡулланылмай.
Социаль проект һаналған "Хаффнутгсталлер оҫтаханалары" биоһөт заводы ла һоҡландырҙы. Унда инвалидтар һәм күңел сиренә дусар булыусылар эшләй. Һәр ҡайһыһы психологка мөрәжәғәт итә ала, артыҡ көс талап ителмәгән хеҙмәт атҡаралар. Гигиенаға етди иғтибар бүленә, барыһы ла таҙалыҡты һаҡлауҙың мөһимлеген яҡшы аңлай. Бындай социаль проект — ошонда эшләүселәр өсөн ғәйәт ҙур ярҙам. Беҙҙе иһә дәүләт тарафынан күрелгән хәстәрлек һоҡландырҙы.

Альбина ҒАРИФУЛЛИНА, дәүләт һәм муниципаль идара итеү кафедраһының өлкән уҡытыусыһы (Израилдең сит ил эштәре министрлығы программаһында ҡатнашҡан):
— Аграр уҡыу йорто уҡытыусыһы булараҡ, миңә диңгеҙ һыуын тамсылап һуғарыу һәм сөсөләндереп һиптереү алымын өйрәнеү айырыуса әһәмиәтле булды. Үткән йылдарҙа йәйҙең саманан тыш эҫе һәм яуым-төшөмдөң аҙ булыуын иҫкә төшөрһәк, бындай тәжрибәне өйрәнеүҙең көнүҙәклеге ап-асыҡ. Мәҫәлән, тамсылап һуғарыу һыу сығанаҡтарын һиҙелерлек һаҡсыл тотоноуға ғына түгел, ә уңыштың иртәрәк өлгөрөүенә лә булышлыҡ итә. Израилдә ауыл хужалығы коммуналары үҫешкән. Стажировка ваҡытында уларҙың иң ҙурҙан һаналғандарының береһе — Шфаим тигәне менән таныштыҡ. Ул малсылыҡ буйынса махсуслашҡан. Хужалыҡтағы автоматлаштырыу һәм компьютерлаштырыу кимәле һәр кемде ғәжәпләндерерлек — 500 баш малды ни бары ете-һигеҙ кеше хеҙмәтләндерә! Тәьҫораттар, әлбиттә, иҫ киткес. Күп яңылыҡтар менән таныштым һәм уларҙы сит илдәрҙә ауыл хужалығы сәнәғәтенә идара итеү тармағын өйрәткәндә файҙаланам.

Раил ӘЛИМҒАФАРОВ, үҫемлекселек, мал аҙығы әҙерләү һәм емеш-еләк үҫтереү кафедраһы ассистенты (Германияның Айнбек ҡалаһында булып ҡайтҡан):
— Германия, уның баш ҡалаһы менән яҡынданыраҡ танышыу күптәнге теләгем ине. Был илдә байтаҡ яңылыҡ белдем, селекция-орлоҡсолоҡ фирмаһында хужалыҡты биологик ысул буйынса алып барыу тәжрибәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ил буйлап йөрөгәндә немец телен тәрәнерәк өйрәндем, ауыл хужалығы дәрестәрен уҡытыу буйынса өҫтәмә мәғлүмәткә эйә булдым. Немецтарҙың юғары уҡыу йорттарында белем биреү сифаты ла иғтибарымдан ситтә ҡалманы.

"Бөгөн беҙ яңы идеялар тыуҙырырға, киләсәге булған проекттарҙы тормошҡа ашырырға һәләтле идарасыларға, сәйәсмәндәргә, төрлө йүнәлештәге белгестәргә мохтажбыҙ. Иҡтисадты, республикала тормош сифатын яңы кимәлгә кем күтәрер?
Бер яҡтан, беҙҙе һуңғы биш йылда мәктәптән һуң 20 мең самаһы үҫмерҙең Башҡортостандан башҡа төбәктәргә китеүе борсой. Ә бит университеттарыбыҙ — профилле юғары уҡыу йорттары рейтингында тәүгеләр рәтендә.
Икенсе яҡтан, белгестәрҙе яҡшыраҡ әҙерләү өсөн уларҙың академик тиҙлеген үҫтерергә тейешбеҙ. Университеттарыбыҙҙың башҡа төбәктәрҙең, сит илдәрҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеген киңәйтергә кәрәк. Уҡытыусылар һәм студенттар менән алмашыуҙы, бергәләп ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүҙе, берҙәм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуҙы киңерәк ғәмәлгә индерергә. Шул иҫәптән, ике вуз дипломын тапшырыуҙы ла. Был — тотош донъяға хас күренеш".
(Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың
Республика көнөнә арналған
тантаналағы сығышынан).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Расиля
    Расиля от 25.10.2013, 16:10
    Учусь в этом университете в магистратуре по ГМУ. Замечательные преподаватели! Мастера своего дела!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 566

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524