Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр кем йәшәр өсөн тыуа
Һәр кем йәшәр өсөн тыуа
"Айырылышыу — ярты әжәл"
Мостай Кәрим.

Әҙәм балаһының ҡылыҡ-фиғелен дә, тормошон да, хатта ки яҙмышын да ҡануни ҡалыптарға һалып, мәңгелеккә теүәлләп ҡуйыу әмәлдәре бармы икән? Күмәк халыҡ араһында ҡайнап йөрөй торғас, һине һил мөхиткә тарта, йәнең менән үҙең генә ҡалғың килгән мәлдәр була. Яңғыҙлыҡ йөгө түбәнгә эйелткән саҡтарҙа бар булмышың менән яҡындарың, дуҫ-иштәрең янына ынтылаһың. Уларһыҙ һиңә көн дә, өн дә, тын да юҡ һымаҡ.

Кеше тәбиғәте ғүмер баҡый сиселмәгән йомаҡ, асылмаған сер булып ҡалалыр инде. Хәйер, был йәһәттән йәмғиәт үҙе лә айырым шәхескә оҡшаш. Бер-береңә тартылыу, донъяны күмәкләшеп алып барыу зарурлығын инстинкт кимәлендә һиҙемләү, рухи яҡынлыҡтың хасил булыуы кеүек фәлсәфәүи мәсьәләләр, әлбиттә, психологтар, социологтар өлөшөнә тейер икмәктер. Ләкин кешеләрҙең ҡәүем булып ойошоп, уртаҡ тел һәм шөғөл даирәләрен табып, ғөрөф-ғәҙәт һәм традициялар булдырып, донъяның хасил булыуы һәм асылын ябай төшөнсәләрҙән юғары торған көскә ҡайтарып ҡалдырған йолалар системаһын — динде — бар итеүен бер-ике кәлимә һүҙ менән генә аңлата алмайһың.
Ғәжәпкә ҡаршы, кешеләрҙең аңы үҫә һәм үҙ мәртәбәһен таный килә, уларҙа айырымланыу теләге көсәйә. Был ынтылышты мөлкәт һәм хакимлыҡ мөнәсәбәттәренең барлыҡҡа килеүе дәртләндерә генә. Ниндәйҙер ҡәүем, үҙенең ҡеүәтен һәм бүтән мөмкинлектәрен тойомлай башлаһа, унда тирә-йүндәгеләрҙән өҫтөнлөк хисе уяна. Биләмәләр, мөлкәт, хакимлыҡ, хатта рухи тойғолар ошо өҫтөнлөктө ҡәнәғәтләндереүгә хеҙмәт итә. Һәр хәлдә, халыҡтарҙың ҡатмарлы үҙ-ара мөнәсәбәттәренең тарихы ла йырып сыҡҡыһыҙ буталсыҡ. Ул мөнәсәбәттәргә тел, мәҙәниәт, дин ҡайһы осорҙа һәм ниндәй шарттарҙа йәлеп ителгән, халыҡтар, телдәр, диндәр араһындағы ҡытыршылыҡ ниндәй сәбәптәр арҡаһында бар була? Ҡыҫҡаһы, хәҙергесә әйткәндә, яуаптарҙан бигерәк һорауҙар күп.
"Янамағыҙ миңә һеҙ, бәләләр, /Өркөтмәгеҙ мине, нужалар..." — ти ҙә ул халыҡ шағиры, ләкин, гүйә, донъя өҫтөндә таралмаҫ йәшен болоттары көрмәкләшә, йә иһә һәммә ҡәүемдәрҙе бер юлы зәхмәт һуҡты, иман, изгелек тигән төшөнсәләр, төпкөл асылын юйып, сәйәсәт ҡолона әүерелгәндәй. Ғалимдар раҫлауынса, Ер шары, тора-тора, бер мөҙҙәте еткәс, түңкәрелеп, полюстарын алмаштыра, имеш. Беҙ ҙә күнегелгән донъя ҡоролошоноң һәм ғәҙәтләнгән мөнәсәбәттәрҙең ҡолона әүерелеп йәшәмәйбеҙме? Мәрхәмәт, ихласлыҡ кеүек тәбиғи күренештәр иҫкермәгәнме? Бәлки, яҡындарың хаҡына түгел, ә үҙең өсөн генә йәшәү дөрөҫтөр?
Ышанаһы килмәй. Телдәр, диндәр, көнитмеш рәүештәре әҙәм балаһын айырымланыр, хатта бер-береһен күрә алмаҫ хәлгә еткереүе мөмкин түгел. Тимәк, халыҡтарҙың араһында сәйәсәт тигән упҡын, хакимлыҡ атлы тау, мөлкәт исемле кәртә ята. Төптәнерәк уйлағанда, кешенең фундаменталь асылын ниндәй динде тотоуы ла, ҡайһы телдә һөйләшеүе лә, уның илендәге ижтимағи мөнәсәбәттәр ҙә үҙгәртә алмай. Бөгөнгө буталсыҡтарҙың сәбәбен аңларға һәм аңлатырға тырышыу, бәлки, файҙаһыҙҙыр ҙа. Объектив баһа өсөн ваҡыттың үтеүе, кәбәктең тос орлоҡтар өҫтөнән осоп китеүе, буръяҡ һыуҙың тоноуы кәрәк.
Рәсәй сәйәси мөхитендә йәнә лә кампания. Иғтибар үҙәгенә был юлы милләттәр араһындағы мөнәсәбәт эләкте. Илебеҙ етәкселегендә бер мәсьәләне дәррәү күтәреп, икенсеһен онотоп, өсөнсөһөн тағы ла ҡуҙғытып эшләү стиле күнегелгән хәл булһа ла, этноконфессия-ара мөнәсәбәттәрҙең һуңғы осорҙа телдән төшмәүенә етди сәбәптәр бар. Хәйер, милләт, тел, мәҙәниәт мәсьәләләре һәр даим "кеше күңеле быяла, һаҡһыҙ оронһаң, ыуала" тигән өлкә булды. Бик күп илдәрҙә, һәр замандарҙа бихисап хакимдар уны үҙе аңлаған-белгәнсә хәл итергә тырышҡан. Хәл итеү мөмкин булмағанына ышанған саҡта, хакимдар проблема тураһында өндәшмәүҙе йә уны киләсәк быуындар ҡарауына ҡалдырыуҙы хуп күргән. 1917 йылғы октябрь түңкәрелешенән аҙаҡ күп милләтле дәүләт төҙөү бурысын һәр кем үҙенсә аңлаған. Владимир Ленин, Лев Троцкий, Иосиф Сталин һәм башҡа сәйәси эшмәкәрҙәр тиҫтәләрсә телле һәм мәҙәниәтле халыҡтарҙы бергә туплау моделен төрлөсә күргән. Милләттәрҙең үҙбилдәләнеше, федератив дәүләт эсендәге урыны, үҙәк хакимиәт менән вәкәләттәрҙе бүлешеү мәсьәләләре бер һелтәүҙә генә хәл ителмәгән, һәм был мөмкин дә түгел. Этноконфессия-ара мөнәсәбәттәр, сәйәси стратегиянан бигерәк, тактиканы өҫтөн күрә, сөнки бер дәүләт эсендә лә ниндәй ҙә булһа ҡәүемдең иҡтисади хәленә, мәҙәни тормошона, йә иһә тормошоноң бүтән өлкәләренә айырым иғтибар талап ителә. Дөйөм дәүләт сәйәсәтенә төҙәтмәләр кәрәк була. Унан һуң, тел, дин, бер-береңде ишетеп һәм аңлап йәшәү кеүек ифрат нескә донъя, административ ирекһеҙләүҙе лә, тупаҫ ҡыҫылыуҙы ла ҡабул итмәй. Халыҡтың ихтыяжын, тын алышын, кәйефен, хыялдарын беләм тиһәң, уның үҙе менән уртаҡ тел табып, асыҡ күңел менән һөйләш.
Ошондай фәлсәфәүи даръяларға төшөп китеүемдең сәбәбе — хафаланыуҙан. Дөрөҫөрәге, йөрәкте көндән-көн ҡыҫып барған ҡурҡыуҙан. Хәҙер күпселек Рәсәй халҡы Америка менән беҙҙең ил араһында һуғыш ҡубыу ихтималына ышанмай. Ер шарының әле бер, әле икенсе төбәгендә ҡораллы бәрелештәр ҡуба торор, һүрелә торор инде. Әммә кешелек милләттәр һәм конфессиялар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлаша барыуын иғтибарға алмаған булып сыҡты. Ә инде бындай низағтар глобаль төҫ алғас һәм емергес көскә әүерелгәс, уны үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланырға теләүселәр шунда уҡ табылды. Рәсәйҙәге хәҙерге йылъяҙмасылар 2005 йыл Әстрхан өлкәһенең Йәндек ауылындағы, 2006 йыл Карелияның Кондопога ҡалаһындағы, шул уҡ йылда Сальск ҡалаһындағы, 2010 йыл Туапсе янындағы, 2011 йыл Уралдағы Сагра ҡасабаһындағы, 2012 йыл Киров өлкәһенең Демьянов ҡасабаһындағы һәм башҡа күп кенә урындағы этно-енәйәт һәм милләт-ара сәкәләшеүҙәрҙе теркәй. Һәм, ниһайәт, Мәскәүҙәге сыуалыштар. Гәзит биттәренә, телевидение экрандарына эләккән ваҡиғалар, иманым камил, ысынбарлыҡтың бик аҙ ғына өлөшөлөр. Әле иҫкә алған бәрелештәрҙең сәбәбе, һәр саҡ тиерлек, — Кавказ республикаларынан килгән баймабаш егеттәрҙең ҡулынан урындағы кешеләрҙең һәләк булыуында. Һуғыш, үлтерештең уртаһында милләт-ара дошманлыҡ ятҡаны бәхәсһеҙ булһа ла, рәсми властар ҙа, хоҡуҡ һағында тороусылар ҙа бәрелештәрҙе, енәйәти кландарҙың йоғонто һәм төшөм өсөн көрәше, тип баһалап килде. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә һәм уның байтаҡ төбәктәрендә эске миграцияның һис бер тәртипкә буйһонмауы, бизнестың легаль булмаған миграцияны әкиәти байлыҡ сығанағына әүерелдереүе, сит ил ҡунаҡтарының Рәсәй граждандарын ялҡытыуы сер түгел. Киреһенсә, мигранттар ошо өлкәлә хеҙмәт итеүсе түрәләр өсөн бик төшөмлө сығанаҡҡа әүерелде.
Америка Ҡушма Штаттарына күсмәнделәр бар донъянан ынтыла. Европа ла — ифрат ылыҡтырғыс урын. Ләкин американдар мигранттарҙы закондарға буйһондороп һәм ҡаты ҡул менән тота. Европа либералдары, үҙҙәре иғлан иткән "сәйәси әҙәплелек" ҡорбандары булып, ҡунаҡтар ҡурайына бейей. Тимәк, миграция, милләт-ара һәм конфессия-ара мәсьәләләрен киҫкенләштереп, глобаль проблема тыуҙыра. Рәсәйҙә ул нисек хәл ителер, бындай низағтарҙы объектив баһалай алырҙармы, әйтеүе шикле. Минеңсә, мәсьәлә йәнә һүҙ бутҡаһынан, депутаттарҙың микрофон алдында ярһыуынан ары китмәҫ. Илдә сәйәси ихтыяр ҙа, теләк тә, проблеманың етдилеген аңлау ҙа юҡ. Владимир Высоцкий Ахирәттән әйләнеп ҡайта торған булһа, беҙҙәге ғәмәлдәрҙе күреп: "Нет, ребята, все не так, все не так, ребята!" — тип әйтер ине мотлаҡ.
Ысынлап та, йәшәр өсөн тыумағанбыҙмы ни?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528