Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телгә һөйөү мәҙәниәт аша һалына
Телгә һөйөү мәҙәниәт аша һалынаБашҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының күбеһен әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип беләбеҙ. Һөнәрен мөкиббән яратып, лайыҡлы башҡарыуҙан тыш, улар халыҡ араһында ҡайнап йәшәүҙе, төрлө мәсьәләне хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, алдан йөрөп, аңлатыу эше алып барыуҙы төп бурыстарының береһе тип һанай.

— Бала йәшәү хикмәтен ата-әсәһенә, уҡытыусыһына ҡарап өйрәнә, шунлыҡтан уға төрлө яҡлап өлгө күрһәтергә бурыслыбыҙ, — ти Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһындағы 8-се мәктәп уҡытыусыһы Рәйсә Шәрипова. — Ныҡлы белем биреүҙән тыш, баланы әүҙемлеккә өйрәтәбеҙ икән, ул фекерле, маҡсатлы, тынғыһыҙ булып үҫәсәк, йәмғиәттә үҙ урынын ғына табып ҡалмай, уны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү юлдарын күрһәтәсәк.
Рәйсә Кәбир ҡыҙы уҡыусыларын кабинетта ғына тотмай, ә башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын ныҡлы өйрәтеү өсөн музейҙарға, ҡалала ойошторолған төрлө кисәләргә, концерттарға алып йөрөй, мәктәптә яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар, сәнғәт оҫталары менән осрашыуҙар уҙғара. Тынғыһыҙ педагог йәйгеһен дә балаларҙың янында булыу әмәлен таба: уларҙы республиканың төрлө тарихи урынына сәйәхәткә алып сығырға ғәҙәтләнгән. Быйыл, мәҫәлән, Өфөнө, Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығын күреп ҡайтҡандар.
— Балаларҙың, ата-әсәләрҙең ҙур теләген иҫәптә тотоп, киләһе йыл Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт ойошторорға ниәтләйбеҙ, — ти Рәйсә Кәбир ҡыҙы. — Сәфәребеҙ, әлбиттә, ер-һыуҙы күреп ҡайтыу менән генә сикләнмәй. Урындағы халыҡ менән аралашабыҙ, уларҙың көнкүрешен, бөгөнгө хәлен яҡындан күрәбеҙ, тоябыҙ. Ауылдарҙағы өлкәндәрҙең ер-һыу атамаларының килеп сығышы, тарихы тураһындағы ҡыҙыҡлы хикәйәттәрен балалар дәрестәгегә ҡарағанда ҙурыраҡ ҡыҙыҡһыныу менән тыңлай, һөйләүсене һорауҙарға күмә. Ошо рәүешле уҡыусыларыбыҙ сәйәхәттән күп мәғлүмәт туплап, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын, ябайлығын күреп ҡайта. Тимәк, уларҙа телгә ҡарата ла хөрмәт, ихтирам арта.
Мәктәптә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән, ҙур педагогик тәжрибәле Рәйсә Кәбир ҡыҙы шуға инанған: төрлө милләт балаларына башҡорт телен ғәҙәти дәрестә өйрәтеү мөмкин түгел. Предмет өсөн бүленгән ваҡыт ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтергә тейеш, ә был уҡытыусынан ифрат ҙур хеҙмәт, оҫталыҡ, ижадилыҡ, психолог һәләте талап итә.
— Башҡорт әҙәбиәтендә бирелгән әҫәрҙәрҙәге геройҙарҙы анализлауға ҙур иғтибар бүләм, — ти педагог. — Был образдарҙың һыҙаттарын заман кешеләренеке менән сағыштырып, элекке һәм бөгөнгө тормош үҙенсәлектәре хаҡында фекер алышыу уҡыусыларға айырыуса оҡшай. Һөйләшеү күп осраҡта ҡыҙыу бәхәскә лә әйләнеп китә. Ҡайһы берәүҙәрҙең фекерен башҡортса әйтмәүе лә ихтимал, әммә сит милләт вәкиленең күңелендә башҡорт әҫәрендәге ниндәйҙер геройҙың ғүмерлеккә уйылып ҡалыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә тип иҫәпләйем. Телгә ҡарата хөрмәт халыҡтың тарихына, мәҙәниәтенә ихтирамдан башлана: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, айырыуса йәштәр, ошо ысынбарлыҡҡа таянһа, уртаҡ маҡсатыбыҙ тормошҡа ашмай ҡалмаҫ. Был йәһәттән кластан тыш саралар, түңәрәктәр үткәреү, сәйәхәттәр ойоштороу, ата-әсә, йәмәғәтселек менән берлектә кәңәшләшеп эшләү һөҙөмтә бирәсәк. Белеүегеҙсә, был алымдар мәғариф тураһындағы яңы законда ла хуплана.
"Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу буйынса әсбаптар ҡатмарлы. Уларҙа грамматика ҡағиҙәләре түгел, ә диалог рәүешендәге текстар өҫтөнлөк итһә, балаларҙы телгә нығыраҡ яҡынайта алыр инек, — тигән теләге лә бар Рәйсә Кәбир ҡыҙының. — Ошондай китаптарҙы тиҙ арала мотлаҡ ҡулға алырыбыҙға ышанам".




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521