Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсәлек капиталы ғәмәлдә ҡалырмы?
Әсәлек капиталы ғәмәлдә ҡалырмы?Рәсәй етәкселәре ҡаҙна сығымдарын кәметә алмай ҡаңғыра

Донъялағы иң ҙур егерме илдең Санкт-Петербургта үткәрелгән саммиты дәүләтебеҙ ҡаҙнаһын алты миллиард һумға "йоҡартҡан" икән. Шул уҡ мәлдә Рәсәйҙең Финанс министрлығында бюджет сығымдарын нисек кәметергә белмәй баш ваталар. Шуға ла 2016 йылдан әсәлек капиталын түләүҙе туҡтатырға саҡырыусыларҙың тауышы көндән-көн нығыраҡ яңғырай.

Санкт-Петербургта G20 cаммиты, ысынлап та, дәүләт ҡаҙнаһын байтаҡҡа бушатҡан. Донъяла көнүҙәк сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған халыҡ-ара кимәлдәге сараны ойоштороуға ил етәкселеге 6 миллиард һумды сарыф иткән. Был турала Рәсәй Президенты хакимиәте башлығы Сергей Иванов хәбәр итте.
Әйткәндәй, сараның үҙен ойоштороуға ике миллиард һум тотонолған, ә бына хәүефһеҙлекте тәьмин итеү сметаның үтә лә ҙур өлөшөн тәшкил иткән. "Әгәр саммит Санкт-Петербургта түгел, ә башҡа урында үтһә, сығымдар тағы ла ҙурыраҡ булыр ине", – тип белдерә Сергей Иванов. Ә бына ил башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков фекеренсә, халыҡ-ара сара өсөн был иҫ китерлек һан түгел. "Киреһенсә, G20 йыйынын уҙғарыу өсөн 2006 йылда G8 саммитына ҡарата төҙөлгән объекттарҙы ҡулланып, Рәсәй сығымдарҙы сикләүгә өлгәште", – тигән ул.
Шуныһы ҡыҙыҡ: тәүге көндә үк сара тураһында мәғлүмәт бирергә тейешле 1882 журналист ҡына 26 тонна ризыҡ ашаған. Был, баҡһаң, Санкт-Петербург Алыҫ Көнсығыштағы ташҡындан зыян күреүселәргә оҙатҡан ярҙамдан һигеҙ тапҡырға күберәк икән. Ә ил етәкселәренә, күренекле сәйәсмәндәргә, дәүләт хеҙмәткәрҙәренә саммит барышында һый әҙерләүҙең күпмегә төшкәне тураһында уйлауы ла ҡурҡыныс. Шулай инде, ашамайынса эшләп тә булмай бит...
Ә бына Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов дәүләт сығымдарын кәметеү мөмкинлеген эҙләп баш вата икән. Әлегә уны биш процентҡа ҡыҫҡартыу әмәлен тапҡандар. Әммә был пенсия, стипендия кеүек социаль сығымдарға ҡағылмаясаҡ. Экономияланған аҡса өҫтөнлөклө йүнәлештәргә тотонолор, тип көтөлә.
Әйткәндәй, һуңғы фараз буйынса, быйыл Рәсәй иҡтисады ни бары 1,8 процентҡа ғына үҫәсәк. Ә бына йыл башында уның кимәле 3,2 процент тәшкил итер тип күҙаллана ине.
Әсәлек капиталы ғәмәлдә ҡалырмы?Дәүләт сығымдарын нисегерәк кәметеүҙәре ихтимал? Мәҫәлән, әсәлек капиталын түләүҙе 2016 йылдан һуң туҡтатыуҙары бар. Рәсәйҙең Финанс министрлығында был тәҡдимде хуплағандар, шулай ҙа мәсьәлә Рәсәй Хөкүмәтендә ҡаралмаған әле. Тағы ла, пенсионерҙарҙы хаҡлы ялға саҡ ҡына һуңыраҡ сығарып һәм дәүләт аппаратының сығымдарын кәметеп, өс йылда 1,1 триллион һумды ҡаҙнала ҡалдырып була, тип иҫәпләй белгестәр.
Әммә бындай "ҡулайлаштырыу" бик күптәргә оҡшап етмәй, күрәһең, шуға ла уларға ҡарата тәнҡит йышайғандан-йышая. Дәүләт Думаһында ла ризаһыҙҙар етерлек, мәҫәлән, Ғаилә мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Ольга Епифанова әсәлек капиталын бөтөрөү тәҡдимен "Рәсәй халҡына ҡаршы аҙым" тип атаны. Депутат фекеренсә, Рәсәй халҡы бөгөнгө һанынан кәмендә өс тапҡырға күберәк булырға тейеш, ә әсәлек капиталының тәү маҡсаты тап халыҡ һанын арттырыуға булышлыҡ итеү ине бит.
Вице-премьер Ольга Голодец фекеренсә лә, илдең Финанс министрлығы үҙ вәкәләттәрен арттырып ебәргән. Ул бюджеттың алдағы йылдарға әсәлек капиталына, балалар баҡсаларына һәм ғәриптәргә ярҙамға талап ителгән сығымдарҙы иҫәпкә алмайынса төҙөлөүен асыҡлаған.
Ысынлап та, күпселек әсәлек капиталын бөтөрөүгә ҡаршы, быны һорау алыуҙар ҙа күрһәтә. Superjob.ru порталы ойошторған тикшереүгә ярашлы, был түләүҙе бөтөрһәләр, һорау алынғандарҙың 12 проценты икенсе йә өсөнсө баланы тапмауҙы өҫтөн күрәсәк, ә бына 19 проценты 2016 йылға тиклем бала табырға тырышасаҡ. Бигерәк тә айлыҡ килеме 25 мең һумдан кәмерәк булған ғаиләләр әсәлек капиталын бөтөрөүгә ҡаршы икән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523