Ҡаушарға ярамай03.06.2016
Тәжрибәһеҙҙәр “ҡорос ат”ы сығынлаған саҡта артыҡ ҡаушай, ныҡ борсола башлай, үҙенә урын таба алмай аптырана. Етмәһә, тығын барлыҡҡа килгән осраҡта тынғыһыҙҙарҙың “пипелдәтеүе” маҙаға тейә. Ысынлап та, һин дә мин китеп барғанда машинағыҙ һүнеп тә тоҡанмаһа, ни эшләргә? Уның йөҙ сәбәбе булыуы мөмкин.

Тәү сиратта тынысланығыҙ һәм “авария сигнализацияһы” төймәһенә баҫығыҙ. Унан, “авария өсмөйөшө”н, бер нисә аҙым урын ҡалдырып, машинаның артына урын­лаштырығыҙ. Автомобилде юл сатында ҡалдырып китеп булмай ҙа инде. Багажниктан арҡан алып һөйрәтергә әҙерләнегеҙ, хатта буксир өсөн машина туҡтатҡанда, ул күренеп торорға тейеш. Кемдер ярҙамға ашыҡҡан хәлдә лә, арҡанығыҙ булмаһа, ул юлын дауам итәсәк. “Ярҙам кә­рәкмәйме?” – тип туҡтап һорап китеүҙәре лә мөмкин. Уныһы инде үҙегеҙҙең ҡарамаҡта. Дуҫ-иштәренә шылтырата күптәр. Әлбиттә, “техника ене” ҡағылғандар мәсьәләне үҙҙәре хәл итә.


Вернуться назад