Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ысын ир-егет ниндәй була?
Дәрестәр тамамланыу менән Айбулат, тиҙ генә йыйынып, ҡайтырға ашыҡты.
— Әйҙә, һуңғараҡ хоккей уйнарға барайыҡ, — тине уға дуҫы Иҙел. — Бер ҙә йөрөгәнең юҡ. Беләһеңме, боҙҙа нисек шәп, күңелле!
— Кит, юҡты! — тип ҡаршы төштө Айбулат. — Сәкән һуғыуҙың нимәһе бар? Бына мин Интернеттан хәтәр шәп уйын яҙҙырып алдым. Вәт, һуғышаһың, исмаһам! Еңелгән юҡ, хәҙер инде бишенсе баҫҡыстамын. Унға тиклем күтәрелһәм, тағы ла шәберәк көрәшсе менән алыша башлаясаҡмын. Бына ҡайҙа ул ысын уйын! Ә һин, "хоккей", имеш...
Айбулат йүгерә-атлай ҡайтып китте. Компьютерҙы йәһәт кенә тоҡандырып, алышты башлайым тиһә, ни күҙе менән күрһен: уйыны юҡ, юйылған. Ни эшләргә белмәгән малай ҡысҡырып ебәрҙе:
— Кем тейҙе минең уйынға?!
— Мин бая, әсәй тышҡа сыҡҡан мәлдә, компьютерҙы эшләтеп ҡарағайным... — тине ҡурҡып ҡына биш йәшлек һеңлеһе Сажиҙә.
— Кем һиңә тейергә ҡушты? Ниндәй ауырлыҡтар аша мәрәй йыйғанымды беләһеңме? Ҡурсаҡтарың менән генә уйнап ултырһаң булмай инеме?!
Тауышҡа икенсе бүлмәнән әсәһе килеп сыҡты:
— Бәй, улым, ниңә улай ҡысҡыраһың? Һеңлеңде ҡурҡытҡанһың бит! Бер мәғәнәһеҙ уйын, тип...
— Мәғәнәһеҙ түгел, унда ысын ирҙәр көрәшә...
— Ә һинең унан көсөң артып китәме? Киреһенсә, сәғәттәр буйы компьютер алдында ултырып, арҡаң бөкөрәйә, күҙең дә насар күрә башлар әле. Етмәһә, уйынға бөтөнләй инеп китеп, хатта минең әйткәндәрҙе ишетмәй, ярҙам итмәй башланың. Хәҙер инде һеңлеңә ҡысҡырырға тотондоң. Бындайға әйләнерһең тип уйламай инем. Һин бит беҙҙе яҡлай, һаҡлай алырлыҡ булып үҫергә тейешһең...
Әсәһе менән һеңлеһе сығып киткәс, Айбулат башын тотоп уйланып ултырҙы ла көҙгө алдына килеп баҫты. Ысынлап та, бер аҙ көмөрәйеп киткән кеүек, күҙҙәре лә ҡыҙарыңҡырап тора икән. Күп ултырыуҙан, саф һауаға сыҡмауҙан, шулай уҡ, гел ошо уйын хаҡында уйлап, көсөргәнешле, асыулы йөрөүҙәндер... Яратҡан һеңлеһен ҡайһылай рәнйетте... Ә бит бер нисә йыл элек кенә Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" тигән китабын уҡып, Йәмил кеүек һәйбәт, хәстәрлекле ағай булырға маҡсат ҡуйғайны. Был малай һуғыш мәлендә Украинанан килгән Оксананы ҡайһылай ярата, аҙаҡ ҡайтарғыһы килмәй илай. Бер туған һеңлеһе булмаһа ла...
Айбулат компьютерҙы тиҙ генә һүндерҙе лә тышҡа сығырға кейенә башланы. Хәҙер әсәһенә мал ҡарашыр, Сажиҙәне санала шыуҙырып килер. Унан дуҫы Иҙел менән хоккей уйнарға китер. Егет кеше бит ул: көслө булырға, яҡындарын яҡлай алырға тейеш!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Иҫәпләрлек малыбыҙ бар

Иҫәпләрлек малыбыҙ бар 13.07.2016 // Тубырсыҡ / Әҙәбиәт

Мин Иҫке Сибай мәктәбендә V класты тамамланым. Әле рәхәтләнеп ял итәм, киләһе уҡыу йылына көс йыям....

Тотош уҡырға 1 953

Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк!

Ай-һай, киләсәк, Батыр рухын беләсәк! 13.07.2016 // Тубырсыҡ / Әҙәбиәт

“Салауаттың ярһыу атын Уҙыр батырҙар тыуһын. Топ-топ батырҙар, Өҙә баҫып барырҙар! Салауаттың утлы...

Тотош уҡырға 2 169

Ҡаушарға ярамай

Ҡаушарға ярамай 03.06.2016 // Тубырсыҡ

Тәжрибәһеҙҙәр “ҡорос ат”ы сығынлаған саҡта артыҡ ҡаушай, ныҡ борсола башлай, үҙенә урын таба алмай...

Тотош уҡырға 1 759

“Илдең  баш архитекторы буласаҡмын”

“Илдең баш архитекторы буласаҡмын” 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Билал Томаншин башҡа малайҙарҙан бер нисек тә айырылмай кеүек: ниндзялар, машиналар тураһында...

Тотош уҡырға 1 837

Кәрәҙле тылсым

Кәрәҙле тылсым 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Йәйге йәмле көн. Мин еләк йыйып йөрөйөм. Бер мәл янымдағы матур сәскәгә нәҙекәйбил бал ҡорто килеп...

Тотош уҡырға 2 044

Ҡояш ҡунды күңел күгенә

Ҡояш ҡунды күңел күгенә 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Йәй – ул рәссам. Ер өҫтөнә Мең биҙәктәр яһар саҡ. Йәй – моңло йыр. Ҡоштар ярһып, Сәсәй-сәсәй һайрар...

Тотош уҡырға 2 506

Илһөйәрлек өлгөһө

Илһөйәрлек өлгөһө 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Хозур тәбиғәтле тыуған ерем Бишбүләгем – ғәзиз бишегем. Илен һаҡлар, яҡлар һәм дә данлар Батыр...

Тотош уҡырға 1 664

Еребеҙ баҡса кеүекме?

Еребеҙ баҡса кеүекме? 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Ерҙә иң кәрәклеһе – һыу. Унһыҙ тереклек йәшәй алмай....

Тотош уҡырға 1 639

Әйҙә, уйна, күбәләк!

Әйҙә, уйна, күбәләк! 01.06.2016 // Тубырсыҡ

Йәшел хәтфә болонда Оса төрлө күбәләк. Бер-береһен уҙышып, Уйнай улар бергәләп....

Тотош уҡырға 1 880

Изгелек нигеҙен һаҡлар оран

Изгелек нигеҙен һаҡлар оран 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Район мәҙәниәт һарайынан яңғыраған ошо һүҙҙәр Бөрйәндең оранына әйләнде кеүек. Мәктәпкәсә йәштәге...

Тотош уҡырға 1 844

Олатайҙан – оло һабаҡ

Олатайҙан – оло һабаҡ 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Фаяз олатай тырыша-тырыша бал ҡорттарына рам яһай ине. Уның янына биш йәшлек ейәне йүгереп килде. –...

Тотош уҡырға 1 397

Сыйырсыҡ йырлап уятты

Сыйырсыҡ йырлап уятты 11.05.2016 // Тубырсыҡ

Олатайым ҡала эргәһендә өй һалып бирҙе. Яңы йылдан шунда йәшәйбеҙ. Ағас йортта шундай рәхәт! Эш тә...

Тотош уҡырға 1 460