Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сулпылар”ҙың көмөш сыңы
“Сулпылар”ҙың көмөш сыңыСеңгер-сеңгер
Сыңлай көмөш сулпылар.
Һәр сулпыла моңло йырҙың,
Йә бейеүҙең уты бар! —
ти “Тамыр” балалар вокаль ансамбле йырсылары. Ырым буйынса, сулпы сыңы хатта яуыз көстәрҙе ҡасырыр булған. Бындай ерҙә, тимәк, тик яҡшылыҡ, матурлыҡ йәшәгән.

“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр каналының “Сулпылар” тапшырыуы ла күңелдәргә изгелек, яҡтылыҡ өләшеү юлында. Тамашасыларҙы 20 йылдан ашыу ҡыуандыра бит ул: уй-ниәте аҡ булғас, сағыулығына күҙ теймәй — көмөш сыңы һаҡлап тора. Йылдан-йыл көслөрәк, моңлораҡ яңғырай үҙе, сөнки “Сулпылар” телевизион бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәр артҡандан-арта. Каналдың директоры Гөлназ Ҡолһарина әйтеүенсә, быйыл унда республиканың район һәм ҡалаларынан 230-ҙан ашыу бала көс һынашҡан. Һәләтлеләр араһынан 12-һе иң-иңдәре булып танылған. Яңы йыл алдынан еңеүселәр Өфөгә саҡырылып, хөрмәтләп тәбрикләнде. Уларға республикабыҙҙың билдәле кешеләре бүләк тапшырып, изге теләктәрен әйтте.
“Сулпылар”ҙың көмөш сыңы— Йыл дауамында һеҙҙең сығыштарығыҙҙы ҡарап, талантығыҙға һоҡланып, “ҡайһылай һәләтле, уңған балалар үҫеп килә” тип ғорурланып ултырҙыҡ. Тиҫтерҙәрегеҙгә өлгө булып тораһығыҙ. Киләсәктә лә йыр-моңдан айырылмағыҙ, яҡшы кешеләр булып үҫегеҙ, — тине йәш еңеүселәргә “Әсә йөрәге” төбәк ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова.
Башҡа өлкәндәр ҙә балаларға иң изге теләктәрен еткерҙе, эшһөйәр, тырыш, илһөйәр, телһөйәр булырға саҡырҙы. “Киләсәктә һеҙҙе киң билдәле сәхнә оҫтаһы итеп күрергә теләйбеҙ”, — тине улар.
“Сулпылар”ҙың көмөш сыңыЕңеүселәрҙең һәр береһенә ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар тапшырылды. Төп бүләккә Ейәнсура районынан Айтуған Ҡарабаев лайыҡ булды.
— Айтуған бәйге башланған көндәрҙән үк тамашасыларҙың иғтибарын яулағандыр, — тине еңеүсене тәбрикләп Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова. — Халыҡ йырҙарын да ифрат матур, моңло итеп башҡара ул. Һәләтеңде үҫтереүҙән туҡтама, Айтуған! Алдағы ғүмер юлың йырлы-моңло булһын!
“Сулпылар”ҙың көмөш сыңыТамашасылар һөйөүен яулаған бәйгесе лә билдәләнде. Ул — Сибай ҡалаһынан Руфина Илбулова. Ҡыҙға бүләк тапшырған Флүрә Мурзина, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының билдәле дикторы, тамашасы һөйөүен яулауҙың айырыуса ҙур ҡаҙаныш булыуын билдәләне.
“Сулпылар-2013” конкурсының барлыҡ еңеүселәрен алда тик уңыштар көтһөн, көмөш сың уларҙы ғүмер буйына һаҡлап йөрөһөн, яңынан-яңы үрҙәргә, матурлыҡҡа әйҙәһен, тип теләйек.


Марсель ҠАРАБАЕВ, еңеүсе Айтуғандың атаһы:
— Улыбыҙ өс йәшенән йырланы. Телевизорҙан, радионан яңғыраған моңдо тиҙ генә отоп ала ла көйләп йөрөй торғайны.
Беҙ — Самаҙы ауылынан, әммә балаларыбыҙ Абҙанға йөрөп уҡый. Мәктәпкә барған йылда халыҡ йырын башҡарып, район конкурсында беренсе урынды яуланы. “Сулпылар”ҙа еңеү иһә һис көтөлмәгәнсә килеп сыҡты, ғаиләбеҙ өсөн ҙур шатлыҡ булды. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Айтуған йырлап ҡына йөрөмәй, һүрәт төшөрөргә оҫта, техника менән мауыға. Берәй музыка ҡоралында уйнарға өйрәнергә теләге ҙур. Хужалыҡта беҙгә ҙур ярҙамсы ла ул, барлыҡ эште теләп, оҫта башҡара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573