Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!23.03.2019
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм милләттәр мәсьәләһенә ҡағылышлы фекерҙәрен дә әйтте.

“Башҡортостанда башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау ѳсѳн барыһы ла эшләнеләсәк. Шулай уҡ күп милләтле республикабыҙҙағы башҡа халыҡтарҙың теле, мәҙәниәте ѳсѳн дә. Башҡортостандан сыҡҡан һәм әле икенсе тѳбәктә, бүтән илдә йәшәгән яҡташтарыбыҙға ла ярҙам итәсәкбеҙ.

Тиҫтә йылдарҙан һуң беҙҙең ҡала-ауылдарҙа балалар башҡорт, татар, сыуаш, мари, мордва һәм республика халыҡтарының башҡа телдәрендә һѳйләшһә, мин үҙемде бәхетле тоясаҡмын.

Әлбиттә, киләсәктә донъяның ниндәй булырын белмәйбеҙ. Әммә шуға ныҡлы ышанабыҙ: беҙҙең күп милләтле халҡыбыҙ бѳгѳнгѳләй ҡаласаҡ – тыйнаҡ, егәрле, эскерһеҙ, дуҫлаша белгән, “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” тигән принцип буйынса йәшәгән халыҡ булып, – тине Радий Хәбиров.


Вернуться назад