Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә23.03.2019
Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға, төбәк халҡына ихлас теләктәрен еткерҙе.

– Бер быуатлыҡ юбилейығыҙ уңайынан ысын күңелдән ҡотлайым. Башҡорт менән төркмән араһындағы дуҫлыҡ тамырҙары бик тәрәндә. Был күркәм мөнәсәбәт бер ваҡытта ла һүнмәһен, йылдар үткән һайын нығына ғына барһын, – тине, мәҫәлән, Башҡортостандағы Тѳркмән үҙәге етәксеһе Сапармурат Шанглиев.

Чечен Республикаһының Башҡортостандағы вәкиле Сайдамат Мусаев иһә:

– Төбәктең 100 йыллыҡ юбилейы – һәр беребеҙҙең байрамы. Мин бөгөн уны Башҡортостан халҡы менән бер рәттән оло ғорурлыҡ тойғоһо кисереп билдәләйем. Республика ҡайнап йәшәй, сәскә ата. “Башҡортостан, алға!” тигән яҙма ҡуйылғайны бөгөнгө тантананың түренә. Был һүҙҙәргә мин дә ҡушылам: алға, Башҡортостан!


Вернуться назад