Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Вадим ҒИЛМАНОВ: “Хыялһыҙ йәшәп булмай”
Вадим ҒИЛМАНОВ: “Хыялһыҙ йәшәп булмай”Бөгөн – Халыҡ-ара театр көнө. Был дата 1961 йылдан билдәләнә. Халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу өсөн Халыҡ-ара театр эшмәкәрҙәре конгресында 27 март Театр көнө тип иғлан ителә.
Ошо уңайҙан файҙаланып, Сибай театры режиссеры Вадим Ғилмановҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем. Ул Өфө сәнғәт институтының актерҙар әҙерләү, режиссура бүлеген тамамлаған.



— Вадим, һинең театр донъяһы менән беренсе осрашыуың иҫеңдәме?
— Бала саҡтағы спектаклдәр ниңәлер хәтеремдә бик ныҡ һаҡланмаған. Ун беренсе класта уҡығанда класыбыҙ менән Милли йәштәр театрына “Мнимый больной” спектаклен ҡарарға барҙыҡ. Унда уйнаған төп геройҙың, аҙаҡтан белеүемсә, Ринат Басариевтың үҙ ролен һоҡланғыс башҡарыуын иҫем китеп ҡараным. Ошо спектаклдән һуң театр сәнғәтенә ҡарата күңелемдә ниндәйҙер матур хис-тойғо тыуҙы. Ә икенсеһе Сибай театрының “Таштуғай” спектакле булды. Һаман да күҙ алдымда унда уйнаған ике ағай һәм телһеҙ ҡыҙыҡай. Ул спектаклдең драматик йоғонтоһо шундай көслө булды, барлыҡ булмышымды әйләндерҙе тиһәм дә була. Уның декорацияһы ла бик матур эшләнгәйне. Спектаклдән һуң гример бүлмәһенә инеп, уларға рәхмәтемде еткерҙем. Аҙаҡтан ғына ул спектаклдә төп ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин, артистка Сулпан Әбдрәхимова башҡарғанын белдем. Шунан һуң миңә сәнғәт “ауырыуы” йоғоп, ғүмеремде театр менән бәйләргә тигән уй тыуғандыр.
— Актер профессияһының ҡатмарлыҡтары ниндәй ул?
— Актер һөнәре еңелдән түгел. Иң беренсе — ул һөнәрҙе һайлағанда кешенең таланты булырға тейеш, ә икенсеһе – үҙең һайлаған һөнәрҙе яратырға кәрәк. Тик шул ваҡытта ғына, алдыңа ҡуйған маҡсатыңа ынтылып, юғары үрҙәр яулайһың. Шулай уҡ бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләргә тейеш һәр артист. Ролдең ҙуры йә бәләкәйе булмай, һин уны тамашасыны ышандырырлыҡ итеп, оҫта башҡарырға тейешһең. Сибай театры башҡа театрҙарға ҡарағанда, баш ҡаланан бик йыраҡта урынлашыуы, күсмә театр булыуы менән айырыла. Бик күп ваҡыт гастролдәрҙә үтә. Өлкән быуын артистарына ҡарайым да уйланып ҡуям: нисек улар балаларын үҫтергән, нисек ғаиләләренә ваҡыт тапҡан? Улар бит үҙҙәренең шәхси тормоштарын театрға ҡорбан иткән, һаман да ошо театр тип йән аталар.
Хөкүмәтебеҙ, Мәҙәниәт министрлығы театр эшмәкәрҙәренә күберәк иғтибар бүлһәләр икән, тигән фекерҙәмен. Уларға эш һәм көнкүреш шарттары ла булдырырға кәрәктер, сөнки был профессия кешеләре һанаулы ғына.
— Һин хәҙер актер ғына түгел, ә режиссер ҙа. Театрҙың киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһең?
— Хәҙерге ваҡытта кино индустрияһы, телевидение, бигерәк тә интернетты ҡулланыу мөмкинлектәре ҙур тиҙлек менән үҫә. Шулай ҙа театрға ҡарата нисек кенә фараз йөрөтмәһендәр, сәнғәттең был төрөнөң киләсәге бар һәм буласаҡ тип ышанам, сөнки актер менән тамашасы был өлкәлә күҙгә-күҙ ҡарашып фекер йөрөтә, уларҙың үҙ-ара тығыҙ энергетик бәйләнештә булыуы ла бик отошло. Шуның өсөн генә лә тамашасылар театрға йөрөй һәм йөрөйәсәк. Сибай театрына килгәндә, миҫал итеп, мин ошо көндәрҙә бөтә республиканы шаулатып, тулы залдар йыйған, театрҙың художество етәксеһе Дамир Мәжитов сәхнәләштергән “Әүлиә” спектаклен әйтер инем. Ул спектаклдең аншлаг менән барыуы үҙ тамашасыһын табыуындалыр, тим. Төрлө йәштәге тамашасыны йәлеп итер өсөн театрҙарға уларҙың күңеленә тап килерҙәй, уларҙы уйланырға мәжбүр иткән әҫәрҙәр кәрәк. Тамашасыны йәлеп итеү өсөн театрҙан да бик күп әҙерлек һәм көс талап ителә, бының өсөн театрҙың барлыҡ мөмкинлектәрен киңәйтергә кәрәк. Шул уҡ вокал, хореография элементтарын көсәйтергә, автор менән бөтә көстө һалып эшләргә кәрәк. Яҙышырға теләгән йәштәр етерлек, тик бер теләк менән генә профессиональ сәхнәгә сығарырлыҡ әҫәр яҙып булмай, уларға тейешле шарттар кәрәк, был мөмкинлекте уларға Мәҙәниәт министрлығы, театр бирә ала. Әгәр ҙә автор — театр — актер — тамашасы бәйләнеше һәр саҡ ныҡ булһа, театр ҙа, тамашасы ла ҡәнәғәт ҡалыр ине, тигән фекерҙәмен.
— Ниндәй ижади хыялдар менән йәшәйһегеҙ?
— Үҙен ижади эшкә бағышлаған кеше хыялһыҙ йәшәй алмайҙыр ул, ләкин алдан барлыҡ хыялдарыңды ла сисергә ашығырға ярамайҙыр. Режиссер тарафынан һәр эш төплө, уйлап эшләнергә тейеш. Режиссер булараҡ, тәүге аҙымымды яһап, А. Ғиләжевтең “Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә”, И. Йо­мағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”, Ф. Бүләковтың “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы”, А. Дударевтың “Һуңғы аҙым”, Э. Йәһүҙиндең “Эт саба тип...”, С. Әбүзәрҙең “Йәшлеккә ҡайтыу” пьесаларын сәхнәләштерҙем. Киләсәктә классик рус һәм сит ил драматургияһына мөрәжәғәт итергә ине тигән хыялдамын.
– Һинең менән булған мәҙәк хәлдәр.
– Театр тормошонда мәҙәк хәлдәр булып ҡына тора инде, ләкин ундай хәлдәрҙе тыңлаусыны ылыҡтырғыс итеп һөйләргә лә кәрәктер. Был өлкәлә беҙҙең театрҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин бик маһир, ә минең ундай оҫталығым юҡ, шуға күрә бары тыңлаусы булып ҡалам. Шулай ҙа форсаттан файҙаланып, бөтә театр хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ барлыҡ тамашасыларҙы Халыҡ-ара театр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, ижади үрҙәр теләйем.
Әминә ЯХИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524