Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бейеү – тормош, йәшәү мәғәнәһе
Бейеү – тормош, йәшәү мәғәнәһе  Башҡа бейеү төрҙәренән айырмалы, халыҡ бейеүенең бер мөһим тәғәйенләнеше бар – ул халыҡты һаҡлай. Әгәр ҙә бейеүе онотолоуға дусар ителһә, халыҡ үҙе лә яйлап юҡҡа сыға, сөнки бейеү – уның күңел хазинаһын, донъяға ҡарашын сағылдырыусы ғына түгел, ә рух сығанағы ла.

Ноябрьск ҡалаһында уҙғарылған бер генә байрам, мәҙәни сара ла сағыу милли бейеүҙәрһеҙ уҙмай. Ҡалабыҙҙың мәҙәни тормошонан ғашиҡтар яҡташтарыбыҙҙың һәр сығышын ҡыуанып көтөп ала, йылы ҡабул итеп, алҡыштарға күмә. 
Бында Башҡортостандан килеп эшләгән кеше байтаҡ. Салауат ҡалаһында Рәжәповтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫә яҡташыбыҙ Әминә. Тәүҙә Сорғотта йәшәйҙәр, 1982 йылда ғаилә башлығы Мансур Рәшит улына эш урынынан фатир бүленгәс, Ноябрьск ҡалаһында төпләнәләр. Әминә бала сағынан уҡ һығылмалы кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле була. Ҡала һабантуйҙарында, мәҙәни сараларҙа төрлө халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡарыуы, тамашасыны сығыш мәлендә үҙенә ылыҡтырып, илһам һәм дәрт бирә алыуы, һәр халыҡтың бейеү нескәлектәрен ентекле аңлап, өйрәнеп, тамашасыға бар тулылығында асып еткерә алыуы менән айырылып тора. Ул ҡаланың “Современник” мәҙәни уҡыу-уҡытыу һарайында бейеү серҙәренә өйрәтә. Уның көнсығыш, латин-америка, bell-dans, бал бейеү түңәрәктәрендә балалар менән бер рәттән ололар ҙа яратып шөғөлләнә.
– Әле Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында хореография бүлегендә уҡыған мәлдә үк үҙемде бар булмышым менән бейеүсе итеп тоя инем, – ти Әминә Мансур ҡыҙы. – Шуға ла училищены тамамлағас, Санкт-Петербург ҡалаһында белемемде камиллаштырҙым. 
Ундағы юғары уҡыу йортонда белем алыу дәүерендә ул төрлө халыҡтарҙың бейеү серҙәренә төшөнөү генә түгел, концерт һәм байрам сараларын ойоштороуҙы төплө өйрәнә һәм уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Тик геройымды, тәжрибәң юҡ тип, Өфөләге “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына эшкә алмайҙар. Уның ҡарауы, милләттәшебеҙҙең талантын сит ерҙә күреп ҡалалар. “Ал сәскә” балалар баҡсаһы етәксеһе Сания Зәки ҡыҙы Рәжәпова үҙенә эшкә саҡыра. “Ал сәскә” Ноябрьск ҡалаһында иң абруйлы балалар баҡсаһынан һанала. Шулай булмайса, уның етәксеһе Сания Зәки ҡыҙының ҡала етәкселәренә лә һүҙе үтә, балалар баҡсаһы ла ялт итеп тора, яңы йыһаз, төрлө ҡорамалдар алынған, кескәйҙәрҙең төрлө яҡлап үҫеше өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Рәхәтләнеп эшлә лә эшлә. Шулай итеп, Әминә Мансур ҡыҙы үҙенең яратҡан шөғөлөн башлап ебәрә. Балалар өсөн төрлө байрамдарға арнап, нимә генә сәхнәләштермәй, бейеүҙәр һала, йырҙар өйрәтә. 
– Етәксе булып эшләгән дәүерендә Сания Зәки ҡыҙынан бик күп нәмәгә өйрәндем. Балалар баҡсаһы мөдирен олоһо ла, кесеһе лә һәр ваҡыт яратты, ихтирам итте. Ә һуңыраҡ мин уның килене булдым – улына кейәүгә сыҡтым, – тип һүҙен дауам итә яҡташым. – Тормош юлы ҡатмарлы, әлеге ваҡытта ирем менән айырым йәшәһәк тә, ҡыҙым Камилә менән улым Камил атайҙарының матди яҡтан да, әхлаҡи яҡтан да ярҙамын тоя. Бейемем Санияға ла йәйҙең йәмле мәлендә балаларым менән ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөйбөҙ. 
Күңеле, тәбиғәте менән романтик холоҡло булһа ла, эшлекле лә яҡташыбыҙ! Әлеге ваҡытта ҡаланың күп функциялы “Современник” үҙәгендә тәрбиәләнгән йәштәргә бейеү серҙәрен өйрәтә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Һөнәрен төптән белеп, уҡыусылары күңеленә ижад, сәнғәт орлоҡтарын сәсеп, йәштәрҙең көслө рухлы шәхес булып формалашыуына ҙур йоғонто яһай. Һәр бейеү сығышына махсус кейемдәрҙе лә үҙе тегә, эшенән йәм табып, дәрт алып йәшәй яҡташыбыҙ. Турист рәүешендә Германия, Таиланд, Египет, Франция, Төркиә, Греция, Польша, Кипр илдәрендә булған. Әминә Мансур ҡыҙына бигерәк тә ғәрәптәргә сәфәр оҡшаған. Ҡыҙылһыу ҡомлоҡтағы йәмле, тылсымлы илдә йәшәгән ғәрәп халҡы, уларҙың йәшәйеше, көнкүреше тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй ул. Эштән бушаған арала, ял ваҡыттарында конькиҙа йөрөргә ярата. Йога менән дә шөғөлләнергә өлгөрә, төрлө халыҡ бейеүҙәрен дә өйрәнә.
Аш-һыуға маһир, үҙе һалған бейеүҙәр өсөн, һәр халыҡтың йола үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, кейемдәренә генә хас булғанса төҫтәрҙе билдәләп, сағыу бейеү костюмдарын тегергә лә оҫтарып алған яҡташыбыҙ.
Күп милләтле Ноябрьск ҡалаһында халҡыбыҙҙың рухын, мәҙәниәтен күтәргән гүзәл яҡташыбыҙға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын. Бар тәбиғәтенән дәрт һәм илһам бөркөлөп торған Әминә Мансур ҡыҙы халҡыбыҙҙың күркәм бейеүҙәрен тамашасыға бар матурлығында еткереп торһон, әленән-әле сәнғәт үрҙәрен яулаһын тигән теләктә ҡалайыҡ.


Ямал-Ненец автономиялы округы,
Ноябрьск ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513