Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙиптең ижади мираҫын байҡап
Әҙиптең ижади мираҫын байҡапБелорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында туған телде уҡытыуҙың алдынғы тәжрибәләрен өйрәнеүҙе, йәш быуынды Яныбай Хамматовтың ижади мираҫын өйрәнеүгә йәлеп итеү, һәләтле уҡыусыларҙы күрһәтеү, уларға йүнәлеш биреү, уҡыусы балаларҙың һәм студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эшендәге ҡаҙаныштарын пропагандалау маҡсатында ойошторолған II республика “Хамматов һабаҡтары” фәнни-ғәмәли конференцияһының йомғаҡлау сараһы булды.

Башҡорт гимназияһы директоры Зөл­фиә Ғәлийәнова, конференцияла ҡатна­шыу­сы­ларҙы тәбрикләп, ижади эштәрен тәҡ­дим иткән уҡыусыларға уңыштар те­ләне. 2006 йылдан алып даими уҙғарылып килгән был конференция географияһының киңәйә барыуын, быйыл унда Белорет, Бөрйән, Учалы, Кушнаренко, Хәйбулла һәм Өфө райондарынан ҡатнашырға теләк белдереүҙәрен, йылдан-йыл конкурсҡа яңылыҡтар индерелеүен билдәләне.
Унан һуң һүҙ Башҡортостан Республи­каһының ЮНЕСКО комитеты эштәре буйынса төп белгесе, “ЮНЕСКО-ның ассо­циа­цияланған мәктәптәре” проектының төбәк координаторы Людмила Богуслав­скаяға бирелде. Ул “Хамматов һабаҡ­тары”ның оҙаҡ йылдар дауам ителеренә ышаныс белдерҙе.
Артабан һүҙҙе филология фәндәре кандидаты, Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәре Әхәт Ишмөхәмәтов алды һәм Яныбай Хамматовтың һәр әҫәрендә халыҡ ижадына таяныуы, улар аша һабаҡ алыу мөмкинлеге булыуы тураһында әйтеп китте, уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәрен уңышлы яҡлай алырына ышаныс белдерҙе.
Өфөнөң Балалар ижады үҙәге урын­баҫары Светлана Самойлова, проектта ҡатнашыусы балаларҙың әүҙемлегенә һоҡланып, уларға уңыштар теләне.
Район хакимиәтенең мәғариф идара­лығы методик бүлеге етәксеһе Неля Польщикова һүҙ тотоп, барыһына ла ҡыйыулыҡ, еңеүгә көс теләне, конференцияла ҡатнашҡан һәр кем, уға йомғаҡ яһалғандан һуң, ҡәнәғәт булып таралырына өмөт белдерҙе.
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының элекке директоры Зөбәр­жәт Суфьянова үҙ башланғысының дауам ителеүе, уға йыл һайын яңылыҡ инде­ре­леүе, ҙурая һәм киңәйә барыуы, ҡатна­шыу­сыларҙың күбәйеүе тураһында һөйләне.
Унан һуң ғилми-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итеүселәр, йүнәлештәр буйынса төркөмдәргә бүленеп, аудиторияларға таралышты. Шул уҡ ваҡытта мәктәп фойе­һында “Белорет районы пейзажы” һәм “Яныбай Хамматов әҫәренә иллюстрация” темаларына төшөрөлгән һүрәттәрҙән, “Ныҡлы ғаилә — ил күрке”, “Беҙҙең нәҫелдең маҡтаулы кешеләре”, “Билдәле яҡташтар” темаларына яҙылған яҙма эштәр слайд-шоу аша күрһәтелеп торҙо. Әйткәндәй, был төр буйынса барлығы ике йөҙҙән ашыу эш ҡабул ителгән.
Баһалама ағзалары секциялар буйынса эшләгән арала, конференцияла ҡатнашыу­сылар “Яныбай Хамматовтың китаптарын асып” квест-уйынында ҡатнашты, шул уҡ ваҡытта башҡорт гимназияһында эшләп килгән “Робот техникаһы”, “Йәш эҙәр­мәндәр”, “Ижад иле” түңәрәктәре үҙҙәренең эше менән таныштырҙы.
Артабан барыһы ла конференцияны йомғаҡлау өсөн тамаша залына йыйылды. “Яҙыусы-романсы Яныбай Хамматовтың ижади мираҫында туған телде мәҙәни-тарихи мираҫ итеп һаҡлау” йүнәлеше буйынса һигеҙ уҡыусы үҙ эшен тәҡдим итте. Жюри ҡарары менән I урынға Рәзилә Аллаярова (Учалы ҡала башҡорт лицейы) сыҡты. “Минең ғаиләм тарихы — Тыуған илем тарихының бер өлөшө” ғилми-тикшеренеү эше буйынса I урын Анастасия Беляеваға (Учалы ҡала башҡорт лицейы) һәм Данил Абсадиевҡа (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы) бирелде. “Тыуған ерем йылъяҙмаһы” йүнә­лешендә Айгүзәл Ғәйфуллина (ҡала лицей-интернаты) еңде.
II республика “Хамматов һабаҡтары” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнаш­ҡан уҡыусыларҙың, студенттарҙың етәксе­ләренә, уҡытыусыларына Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Гимназия директоры Зөлфиә Басир ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларға оло рәхмәт белдерҙе, еңеүселәргә яулаған уңышта­рында туҡталып ҡалмауҙарын теләне һәм быйылғы йылдан гимназияла булды­рылған Яныбай Хамматов исемендәге премияны ижади эшмәкәрлеге, уҡыусы­ларҙың “Умырзая” йыйынтығына инде­релгән “Сер” хикәйәһе, Википедияла башҡорт телен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн гимназияның VII класс уҡыусыһы Азалия Әхтәмоваға тапшырҙы.

Белорет ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Рухиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 1 819

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 1 750

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 1 780

Шәхестәре данлай төйәкте

Шәхестәре данлай төйәкте 30.03.2019 // Рухиәт

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда күркәм байрам тантаналары...

Тотош уҡырға 1 733

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы

Санкт-Петербургта – башҡорт ҡоролтайы 30.03.2019 // Рухиәт

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикабыҙҙың ҡала-райондарында, милләттәштәребеҙ күпләп...

Тотош уҡырға 1 683

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар

Байғусҡар музейында – тәүге ҡунаҡтар 27.03.2019 // Рухиәт

Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто янында музей асылды. Уны экспонаттар менән...

Тотош уҡырға 831

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды

Дәүләкәндәр ҡорға йыйылды 27.03.2019 // Рухиәт

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 708

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! 23.03.2019 // Рухиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юбилей тантанаһында тел һәм...

Тотош уҡырға 830

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә

Дуҫлыҡ тамырҙарыбыҙ тәрәндә 23.03.2019 // Рухиәт

Республикабыҙҙың оло байрамына тѳрлѳ милләт вәкилдәре килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы Башҡортостанға,...

Тотош уҡырға 750

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто?

Хәлең нисек, Хәйбулла башҡорто? 23.03.2019 // Рухиәт

Республиканың 100 йыллығын билдәләү уңайынан Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Хәйбулла районы башҡорттары...

Тотош уҡырға 746

Вәкәләтле илселәр

Вәкәләтле илселәр 22.03.2019 // Рухиәт

Бына нисәмә йыл инде “Китап” нәшриәте уҡыусыларын һөйөндөрөп, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшә....

Тотош уҡырға 849

Тарих ни һөйләй?

Тарих ни һөйләй? 20.03.2019 // Рухиәт

Иле бар халыҡ кәм булмаҫ....

Тотош уҡырға 839